Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡортса уҡытыуҙан ниңә ҡурҡырға?
Башҡортса уҡытыуҙан ниңә ҡурҡырға? Республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан “2012–2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм өйрәнеү” программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында уҡытыу туған телдә алып барылған инновациялы белем биреү ойошмаларының II слеты үткәрелде. Мәктәптәрҙең йыл дауамында башҡарған эштәренә байҡау яһау йәһәтенән дә ҡулай килде был рәсми сара.


Слеттың шарттарына ярашлы, унда республиканың 57 инновациялы белем биреү учреждениеһы ара­һында ойошторолған һайлап алыу турында ҡатнашҡан – 46, шул иҫәптән еңеүсе тип табылған 13 мәктәптең вәкилдәре саҡырыл­ғайны. Атап үтелгән учреждение­ларҙың эшенә анализ яһалды, конкурс һөҙөмтәләренән сығып булдырылған рейтинг менән таныштырыу ойошторолдо. Шулай уҡ уҡытыу башҡорт, татар, сыуаш, мари телдәрендә алып барылған лицей-гимназияларҙың эш ҡеүәтен арттырыу, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ҡат­нашыу, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙы камиллаштырыу, белем сифатын яҡшыртыу хаҡында һүҙ барҙы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицейы, рейтингта тәүге урынды биләүсе булараҡ, үҙенең абруйлы эш һөҙөмтәләре, яңыса белем биреүҙең ышаныслы алымдары менән уртаҡлашты.
Дөйөм исемлектең бишенсе баҫҡы­сында килгән Раевка ҡасаба­һындағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейына яҡын-тирәләге ауыл балалары йөрөп уҡый. “870 уҡыусы иҫәпләнә, уларҙы ике сменаға бүлгәндәр. Эшмәкәрлектә электрон журнал, мультимедиа комплекстары ҡулла­набыҙ. Тәүгеһе ата-әсә­ләр өсөн бик уңайлы һәм уҡыусыға ҡуйылған билдәләр тураһында хәбәрҙар булыу мөмкинлеген бирә”, – тип таныштырҙы лицей менән уның директоры Марат Фәтхиев.
Мәғариф министрлығының мил­ли мәғариф, тө­бәк-ара хеҙмәт­тәшлек һәм китаптар нәшерләү бүлеге начальнигы Гөл­сәсәк Мөхәмәтйәнова әйтеүенсә, сараның байрам рәүешендә үтмәүенә лә аңлатма табырға мөмкин. Белем биреү учреждениеларында телде, мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу, уҡытыуҙың яңы ысулдарын эҙләп табыу йәһәтенән ҙур аналитик эш атҡарылған һәм иң яҡшы күрһәткесле мәктәптәр тәбрикләнде слетта.
Ҡатнашыусылар алдында төрлө ведомство етәкселәре, вәкилдәре сығыш яһаны. Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының милли мәғариф һәм фән буйынса секторы мөдире Рәйсә Күзбәкова ла булды.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бик күп мәктәптәр башҡортса уҡытыуҙан урыҫсаға күсә һәм был ҡылыҡтарын балаларға 9-сы, 11-се кластан һуң Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу, юғары уҡыу йортона инеү кәрәклеге менән аҡлай. Беҙҙең быуын, мәҫәлән, заманында башҡортса уҡыны, әле лә ошондай юҫыҡта эшләгән бер нисә мәктәп бар, уларҙың сығарылыш уҡыусылары матур итеп имтихан тапшыра, университетҡа ла инә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баланың белеме урыҫ телен үҙләштереү менән генә үлсәнә, һәм был дөрөҫ түгел. Белем, ниндәй телдә бирелеүенә ҡарамаҫтан, яҡшы сифатлы, милләтте һаҡлап ҡалырҙай кимәлдә булырға тейеш. “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында”ғы Закон буйынса, бала 9-сы класҡа тиклем белемде туған телендә алыу, 10-сы, 11-се кластарҙа урыҫсаға күсеү, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу хоҡуғына эйә. Ә тулы булмаған урта белем алғандан һуң сығарылыш имтихандарын туған телендә тапшырыу мөмкинлеге бар. Илебеҙ етәкселеге тарафынан уңайлы мөмкинлектәр булдырылған, ә беҙ шуларҙы файҙаланмайбыҙ. Икен­сенән, федераль белем биреү стандарттарына ярашлы эшләү уҡытыусынан бик күп яҙыу, ҡағыҙ эше талап итә. Программа тигәс тә, ҡыҫҡа һәм ысын мәғәнәһендә файҙалы булһын ул, – тине Рәйсә Абдрахман ҡыҙы.
“Новация” менән “инновация” төшөнсәләрен, уларҙы ҡулланыу өлкәләрен асыҡлау ихтыяжы ла юҡ түгел. Белем биреү процесының алымдарын, йөкмәткеһен ентекләп билдәләү бөгөнгө уҡытыусылар өсөн бик мөһим. “Эштең төп маҡсаты хеҙмәткәрҙәрҙе яңылыҡҡа ылыҡтырыу, заманға ярашлы ысулдарға йышыраҡ мөрәжәғәт итергә өндәү булырға тейеш” тигән фәһемле һүҙҙәр яңғыраны Баш­ҡорт­остан Мәғарифты үҫтереү институтының ғилми һәм инновациялы эш буйынса проректоры Александр Рудаковтың телмә­рендә.



Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә