Республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан “2012–2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм өйрәнеү” программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында уҡытыу туған телдә алып барылған инновациялы белем биреү ойошмаларының II слеты үткәрелде. Мәктәптәрҙең йыл дауамында башҡарған эштәренә байҡау яһау йәһәтенән дә ҡулай килде был рәсми сара.Слеттың шарттарына ярашлы, унда республиканың 57 инновациялы белем биреү учреждениеһы араһында ойошторолған һайлап алыу турында ҡатнашҡан – 46, шул иҫәптән еңеүсе тип табылған 13 мәктәптең вәкилдәре саҡырылғайны. Атап үтелгән учреждениеларҙың эшенә анализ яһалды, конкурс һөҙөмтәләренән сығып булдырылған рейтинг менән таныштырыу ойошторолдо. Шулай уҡ уҡытыу башҡорт, татар, сыуаш, мари телдәрендә алып барылған лицей-гимназияларҙың эш ҡеүәтен арттырыу, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ҡатнашыу, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙы камиллаштырыу, белем сифатын яҡшыртыу хаҡында һүҙ барҙы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицейы, рейтингта тәүге урынды биләүсе булараҡ, үҙенең абруйлы эш һөҙөмтәләре, яңыса белем биреүҙең ышаныслы алымдары менән уртаҡлашты.
Дөйөм исемлектең бишенсе баҫҡысында килгән Раевка ҡасабаһындағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейына яҡын-тирәләге ауыл балалары йөрөп уҡый. “870 уҡыусы иҫәпләнә, уларҙы ике сменаға бүлгәндәр. Эшмәкәрлектә электрон журнал, мультимедиа комплекстары ҡулланабыҙ. Тәүгеһе ата-әсәләр өсөн бик уңайлы һәм уҡыусыға ҡуйылған билдәләр тураһында хәбәрҙар булыу мөмкинлеген бирә”, – тип таныштырҙы лицей менән уның директоры Марат Фәтхиев.
Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм китаптар нәшерләү бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова әйтеүенсә, сараның байрам рәүешендә үтмәүенә лә аңлатма табырға мөмкин. Белем биреү учреждениеларында телде, мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу, уҡытыуҙың яңы ысулдарын эҙләп табыу йәһәтенән ҙур аналитик эш атҡарылған һәм иң яҡшы күрһәткесле мәктәптәр тәбрикләнде слетта.
Ҡатнашыусылар алдында төрлө ведомство етәкселәре, вәкилдәре сығыш яһаны. Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының милли мәғариф һәм фән буйынса секторы мөдире Рәйсә Күзбәкова ла булды.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бик күп мәктәптәр башҡортса уҡытыуҙан урыҫсаға күсә һәм был ҡылыҡтарын балаларға 9-сы, 11-се кластан һуң Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу, юғары уҡыу йортона инеү кәрәклеге менән аҡлай. Беҙҙең быуын, мәҫәлән, заманында башҡортса уҡыны, әле лә ошондай юҫыҡта эшләгән бер нисә мәктәп бар, уларҙың сығарылыш уҡыусылары матур итеп имтихан тапшыра, университетҡа ла инә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баланың белеме урыҫ телен үҙләштереү менән генә үлсәнә, һәм был дөрөҫ түгел. Белем, ниндәй телдә бирелеүенә ҡарамаҫтан, яҡшы сифатлы, милләтте һаҡлап ҡалырҙай кимәлдә булырға тейеш. “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында”ғы Закон буйынса, бала 9-сы класҡа тиклем белемде туған телендә алыу, 10-сы, 11-се кластарҙа урыҫсаға күсеү, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу хоҡуғына эйә. Ә тулы булмаған урта белем алғандан һуң сығарылыш имтихандарын туған телендә тапшырыу мөмкинлеге бар. Илебеҙ етәкселеге тарафынан уңайлы мөмкинлектәр булдырылған, ә беҙ шуларҙы файҙаланмайбыҙ. Икенсенән, федераль белем биреү стандарттарына ярашлы эшләү уҡытыусынан бик күп яҙыу, ҡағыҙ эше талап итә. Программа тигәс тә, ҡыҫҡа һәм ысын мәғәнәһендә файҙалы булһын ул, – тине Рәйсә Абдрахман ҡыҙы.
“Новация” менән “инновация” төшөнсәләрен, уларҙы ҡулланыу өлкәләрен асыҡлау ихтыяжы ла юҡ түгел. Белем биреү процесының алымдарын, йөкмәткеһен ентекләп билдәләү бөгөнгө уҡытыусылар өсөн бик мөһим. “Эштең төп маҡсаты хеҙмәткәрҙәрҙе яңылыҡҡа ылыҡтырыу, заманға ярашлы ысулдарға йышыраҡ мөрәжәғәт итергә өндәү булырға тейеш” тигән фәһемле һүҙҙәр яңғыраны Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының ғилми һәм инновациялы эш буйынса проректоры Александр Рудаковтың телмәрендә.