Венер Исхаҡов, “Патронат тәрбиәме, әллә...”, 2014 йыл, 11 ноябрь)
Яуап яҙмай
ҡала алманыҡРеспубликабыҙҙың абруйлы баҫмаһында патронат тәрбиә тураһында донъя күргән мәҡәлә төрлө ҡаршылыҡлы хистәр уятты. Шуға ла, хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре, һеҙгә яуап яҙмай ҡала алманыҡ.Беренсенән, ҡәләм оҫталарының ата-әсә йылыһынан мәхрүм ҡалған балалар яҙмышы өсөн көйөнөүе ҡыуандыра. Тимәк, ошо юҫыҡта барлыҡҡа килгән проблемаларҙы йырып сығыуҙа балалар менән эшләүсе белгестәр журналистарға таяна ала.
Икенсенән, мәҡәләлә мәсьәләнең бер яҡлы ғына яҡтыртылыуы меңәрләгән патронат тәрбиәсенең, белгестәрҙең хеҙмәтен юҡҡа сығарыу һымаҡ ҡабул ителә.
Әгәр ҙә хәбәрсе балалар йортона килеп, танышып, патронат ғаиләләр, балалар, белгестәр менән аралашып, фекер төйнәп, мәҡәләлә күтәрелгән һорауҙарҙы ентекләберәк бөтә яҡлап өйрәнһә, бик урынлы булыр ине.
Етемдәр ҙә, ата-әсәһе булып та балалар йортонда тәрбиәләнгән сабыйҙар ҙа бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проблема йәмғиәтебеҙ өсөн яңы түгел. Социаль етемлектең тамырҙары бик тәрән, йәмғиәтебеҙҙең хәҙерге торошо, ҡиммәттәрҙең үҙгәреүе быға сәбәп булып тора.
Беҙ, белгестәр, ошо ҡыуаныслы булмаған ижтимағи процестарҙың эҙемтәләрен еңеләйтеүгә өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Балаларға тейешле белем биреү, уларҙы һәр яҡлап үҫтереү, оло тормош юлына әҙерләү өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләйбеҙ.
Тупланған тәжрибәнән сығып, шуны әйтмәксебеҙ: балалар йортонда йәшәү шарттары ниндәй генә яҡшы, уңайлы булмаһын, һәр бала, һыуһыҙ интеккән үҫенте һымаҡ, күңел йылыһына ынтыла, ата-әсә бағыуына, һөйөүгә мохтаж. Ошо бушлыҡты “патронат ғаилә” тип аталған тәрбиә формаһы тултыра ла инде.
“Яҡлаусыһыҙ етем бала” тип яҙа автор. Был бит ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Район, ҡала, республика кимәлендәге опека органдары, мәктәп, балалар йорто белгестәре, йәмәғәт ойошмалары, Мәғариф министрлығы, Хөкүмәтебеҙ – етем балаларҙың яҡлаусылары бихисап!
“Баланы аҡса өсөн алалар” тигәнгә килгәндә, тәрбиәселәргә бүленгән матди ярҙамдың баланы кейендереүгә, медикаменттар алыуға, белем биреүгә, ялын ойоштороуға, кәрәк-яраҡ алыуға етеүе лә икеле. Хәҙерге заманда бала үҫтергән һәр кеше быны аңлай. Бынан тыш, тәрбиәселәр квартал һайын отчет бирә, йыллыҡ отчеттары ла тикшерелеп тора. Бала исеменә күскән алимент, пенсия һәм башҡа түләүҙәр айырым иҫәпкә йыйылып бара. Ун йәше тулғас, бала үҙе тотонасаҡ аҡсаны. Был эш – тулыһынса белгестәр контролендә.
Әгәр беркетелгән йәшәү урыны, фатиры, йорто булһа, улар ҙа һаҡлана. Милек белгестәр ярҙамында юллана һәм балаларға тапшырыла.
Тағы ла бер нәмәне онотмайыҡ: ғаиләлә балалар, хеҙмәт күреп үҫкәс, үҙаллы тормошҡа ныҡлы әҙерлек ала. Күмәкләп эшләргә өйрәнәләр, патронат тәрбиәсеһенә ҡарата ышаныс тоялар. “Патронат тәрбиәсе” тип атау ысынбарлыҡҡа тап килеп тә бөтмәй, сөнки беҙҙең ғаиләләрҙә бөтөн балалар ҙа “атай, әсәй” тип өндәшә.
Мәҡәлә авторын тәрбиәгә бер юлы ике-өс баланы биреү бик һағайта. Бер туғандарҙы айырмау хуплана, сөнки туғанлыҡ ептәре өҙөлмәй. Бала яңғыҙлыҡ хисен тоймай, киләсәктә туғаны таяныс булырына инанып үҫә, яҡын, ғәзиз кешеләрен хөрмәт итергә өйрәнә. Бер балалар йортонда йәшәп тә, ҡарындаштарҙың аралашмауына миҫалдар юҡ түгел шул.
Ауылда мал ҡарап, бәпкә көтөп, баҡса үҫтереп, эшләп үҫмәгән бала юҡтыр. Ҡыл да ҡыбырҙатмайынса, ял итеп кенә йәшәп булмай ауылда, быны бөтәһе лә яҡшы аңлай.
Балалар йортонда әҙер аш-һыу, һәр ваҡыт таҙа кейем һәм башҡа уңайлыҡтарға өйрәнгән сабыйҙың оло тормош юлында ҡыйынлыҡтар менән осрашыуы сер түгел. Хеҙмәт баланы сыныҡтыра ғына, “өйрәнгәне — үҙенә” тигәндәй.
Хәүефле мөхиттән, эскесе туғандарҙан, тайғаҡ юлға төшөүҙән баланы аралау, сабый бәхете татымаған ғаиләләргә атай-әсәй булыу мөмкинлеген биреү һис тә насар түгел бит. Һәр ғаилә яуаплы аҙым алдынан психологик тестар үтә, махсус курстарҙа белем ала, тәрбиә алымдарын өйрәнә.
Өфөләге 9-сы балалар йорто ҡарамағында ошондай 35 ғаилә һанала, уларҙа 45 бала тәрбиәләнә. Шөкөр, балаларыбыҙ уңыштары менән ҡыуандырып ҡына тора. Быйыл, мәҫәлән, Бекзот Мәхмүдов — Санкт-Петербургтағы юғары уҡыу йортона, Софья Бочкарева Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инде. Патронат тәрбиәселәренең өлөшө бик ҙур бында. Ә бына Алексей Ишимов — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Владислав Фирсанов Воронеж ҡалаһындағы Эске эштәр министрлығы институтында уҡып йөрөй.
Тәрбиәләнеүселәр шифаханаларҙа, йәйге лагерҙарҙа йыл да һаулығын нығыта. Бағыусылар ярҙамы менән илдең төрлө ҡалаларына экскурсиялар ойошторола. Былтыр йәй улар Ҡырымға ял итергә барып ҡайтты.
Опека органдары ғына түгел, балалар йорто белгестәре лә баланың хәлен белешеп, йәшәү шарттарын тикшереп, мәктәптә класс етәкселәре, уҡытыусылар, психологтар менән аралашып тора. Бала менән дә әңгәмә, психологик тестар үткәрелә.
Балалар йортондағы психологтарға һәм социаль педагогтарға шылтыратып, кәрәкле мәғлүмәт алыу, ярҙам һорау мөмкинлеге бар. Беҙҙә өлгөлө патронат ғаиләләр бик күп. Мәҫәлән, Сәлиховтар һоҡланырлыҡ. Уларҙың ике оло улы күптән үҙ ғаиләһен ҡорған, Өфөлә йәшәйҙәр. Илдус менән Фәриҙә тағы ла ете балаға атай-әсәй булды. Тормоштоң йәмен белеп, тырышып донъя көтәләр.
Кешелеклелек, миһырбанлылыҡ, изгелек тигән төшөнсәләр менән бер рәттән “законлы ҡоллоҡ” һәм башҡа йәмһеҙ һүҙбәйләнештәр ҡулланыу урынһыҙ тип иҫәпләйбеҙ. Мәҡәләлә телгә алынған ҡыҙ менән танышып, уның бәләләрен белгәс, автор ниңә үҙе тейешле органдарға хәбәр итмәгән?
Үҙ балағыҙға ғына түгел, күңеле яралы етем сабыйға ла ваҡытығыҙҙы, йөрәк йылығыҙҙы бүлеп, тейешенсә тәрбиә биреп, уның эске донъяһын, көнитмешен ҡайғыртып йәшәй алыр инегеҙме, хөрмәтле замандашыбыҙ?
Венера ХАЖИӘХМӘТОВА,
Өфө ҡалаһының 9-сы балалар йорто етәксеһе.Тәнҡитләүе генә анһат... Мәҡәләне уҡығас, башта бик күп ҡаршылыҡлы уйҙар тыуҙы. Һәр кемдең – үҙ фекере, тик кешене йәки уның ғәмәлен ситтән генә күҙәтеп, тәнҡит утына алыуы, баһа биреүе рәхәт. Үҙе патронат тәрбиәгә бала алған, был эштең асылы менән яҡындан таныш кеше генә уның ысын мәғәнәһен аңлай торғандыр.
Беҙ ҙә ғаиләбеҙгә патронат тәрбиәгә бала алдыҡ. Ул – алтынсы йыл инде йортобоҙҙоң тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Бәлки, был тәрбиә өлкәһендә тәжрибә туплау өсөн бик ҙур ғүмер түгелдер, әммә ошо ваҡыт эсендә балалағы ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп, шатланып бөтә алмайбыҙ.
“Патронат тәрбиәгә алған балаларҙы эшләтәләр” тип ғәйеп ташлаусыларға ниндәй яуап бирергә?
Хәҙер ауылдарҙа ла тырыштар барлыҡ уңайлыҡтары булған өйҙә йәшәй. Һыу ташыйһы, утын киҫәһе, яраһы, өйәһе юҡ. Беҙ хәҙер яҡшы шарттарға шул ҡәҙәр күнеккәнбеҙ, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел кеүек. Патронат тәрбиәгә алынған балаларҙың да күбеһе уңайлыҡтары булған өйҙәрҙә йәшәй, сөнки уларҙы тәрбиәгә биргәндә тейешле органдар тарафынан ғаиләнең көнкүреш шарттары, табышы ентекләп тикшерелә. Йорт-ҡура эштәрендә ярҙам итеү баланың донъя көтөргә өйрәнеп үҫеүе өсөн файҙалы түгелме ни? Мин үҙем — ауыл ҡыҙы. Ҡулдан килгән бөтә эштә ҡатнашып үҫтек. Һыуын да ташыныҡ, утын да киҫтек, көтөү ҙә көттөк. Ике ҡыҙыбыҙ ҙа ҡаҙ көтөү, иҙән йыуыу, ҡар көрәү кеүек эштәрҙе рәхәтләнеп башҡара. Бының ни ғәйебе бар? Уларға бер кем дә меҫкен, бахыр тип ҡарамай, киреһенсә, шулай булырға тейеш тип ҡабул ителә.
Балалар йортонда бер эшкә өйрәнмәйенсә, төрлө саралар, уйындар ғына уйнап, әҙерҙе генә ашап-кейеп, аҡсаны Хөкүмәт бирергә тейеш тип үҫкән (уларҙан бындай фекерҙе йыш ишетергә тура килә) ҡыҙ һәм малайҙар оло тормошҡа аяҡ баҫҡас, нисек йәшәр һуң? Беҙҙең ғаиләлә күпселек эш бергәләп башҡарыла. Бөгөн барыбыҙ ҙа хеҙмәттә ҡайнағанда ни өсөн патронат тәрбиәләге бала урамда туп тибеп йөрөргә тейеш? Каникул ваҡытында тәрбиәгә алынған балаларға лагерҙа йәки шифаханала бер ай ял итеү хоҡуғы бирелә. Өс ай буйы урамда уйнап-көлөп кенә йөрөһә, мәктәпкә барыр сағында уны нисек “йыйып” алмаҡ кәрәк?
Балалар йортонда йылы, яҡты, һәр ерҙә бөхтәлек булыуына ҡарамаҫтан, күпселек сабыйҙарҙың атай-әсәй тарафынан тәрбиәләнгеһе килә. Патронат тәрбиәсеһе булараҡ, ундағы йыйылыштарға, байрамдарға йыш барабыҙ. Һәр саҡ юлда осраған балалар, матур итеп иҫәнләшеп: “Һин минең әсәйем түгелме?” тигәндәй күҙеңә ҡарап китә. Ғаиләгә сит-ят баланы алып йәшәй башлағас, барыһы ла шыма, ал да гөл генә барасаҡ тип уйларға ярамай. Уларҙың элекке тормош “тәжрибә”ләрен, насар ғәҙәттәрен бөтөрөүгә күп көс һалыу талап ителә.
Беҙ йәшәгән район үҙәгендә патронат тәрбиәгә балалар алған ғаиләләр байтаҡ. Үҙ-ара дуҫлашып, күрешеп йөрөгәндәренең береһендә лә балаларҙың “ҡол” рәүешендә йәшәүен белмәйем. Беҙҙе тейешле органдар тикшереп тә тора бит әле. Ауыл ерендә кеше күҙенән дә ситтә ҡала алмайһың. Бигерәк тә үҙ ғаиләһенә бала һыйындырыусылар – һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Кейеме ниндәй, атай-әсәй тип әйтәме — береһе лә күҙ уңынан ысҡынмай. Яйы сыҡҡан һайын был хаҡта һорау бирмәгән кеше юҡ. Хатта баланың үҙенән: “Һине һәйбәт ашаталармы, тамағың туямы?” тип һораусылар ҙа булған. “Изгелекле эш башҡараһығыҙ, Аллаһ Тәғәлә сабырлыҡ бирһен”, — тип күңелде үҫтереүселәр ҙә бар. “Балалы өйҙә сер ятмай” тигән тапҡыр әйтемде беләбеҙ. Сабый менән әңгәмәләшкәндә, ул ғаиләлә үҙенә булған мөнәсәбәтте һиҙҙермәйенсә ҡалмаҫ, моғайын. Үҙ ата-әсәһенән күрә алмаған шәфҡәтте эҙләп килә бит улар беҙгә.
Йомғаҡлап шуны әйткем килә: патронат тәрбиәгә бала алыусылар күберәк булһын ине. Был эш ҙур көс, түҙемлек, уңғанлыҡ талап итә, әлбиттә. Ә яҡлаусыһыҙ баланың үҙ ғаиләһен табыуына шатланыуын, тәүге уңыштарын күреү барлыҡ ауырлыҡтарҙы оноттора.