Етем илаһа – ер-һыу илар16.01.2015
Етем илаһа – ер-һыу илар Венер Исхаҡов, “Патронат тәрбиәме, әллә...”, 2014 йыл, 11 ноябрь)
Яуап яҙмай
ҡала алманыҡ


Республикабыҙҙың абруйлы баҫмаһында патронат тәрбиә тураһында донъя күргән мәҡәлә төрлө ҡаршылыҡлы хистәр уятты. Шуға ла, хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре, һеҙгә яуап яҙмай ҡала алманыҡ.

Беренсенән, ҡәләм оҫталарының ата-әсә йылыһынан мәхрүм ҡалған балалар яҙмышы өсөн көйөнөүе ҡыуандыра. Ти­мәк, ошо юҫыҡта барлыҡҡа килгән проб­лемаларҙы йырып сығыуҙа балалар менән эшләүсе белгестәр журналистарға таяна ала.
Икенсенән, мәҡәләлә мәсьәләнең бер яҡлы ғына яҡтыртылыуы меңәрләгән патронат тәрбиәсенең, бел­гестәрҙең хеҙмә­тен юҡҡа сығарыу һымаҡ ҡабул ителә.
Әгәр ҙә хәбәрсе балалар йортона ки­леп, танышып, патронат ғаиләләр, балалар, белгестәр менән аралашып, фекер төйнәп, мәҡәләлә күтәрелгән һорауҙарҙы ентекләберәк бөтә яҡлап өйрәнһә, бик урынлы булыр ине.
Етемдәр ҙә, ата-әсәһе булып та балалар йортонда тәрбиәләнгән сабыйҙар ҙа бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проблема йәмғиәтебеҙ өсөн яңы түгел. Социаль етем­лектең тамырҙары бик тәрән, йәмғиә­те­беҙҙең хәҙерге торошо, ҡиммәт­тәрҙең үҙгәреүе быға сәбәп булып тора.
Беҙ, белгестәр, ошо ҡыуаныслы булма­ған ижтимағи процестарҙың эҙем­тәләрен еңеләйтеүгә өлөшөбөҙҙө инде­рә­беҙ. Балаларға тейешле белем биреү, уларҙы һәр яҡлап үҫтереү, оло тормош юлына әҙерләү өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләйбеҙ.
Тупланған тәжрибәнән сығып, шуны әйтмәксебеҙ: балалар йортонда йәшәү шарттары ниндәй генә яҡшы, уңайлы булмаһын, һәр бала, һыуһыҙ интеккән үҫенте һымаҡ, күңел йылыһына ынтыла, ата-әсә бағыуына, һөйөүгә мохтаж. Ошо бушлыҡты “патронат ғаилә” тип аталған тәрбиә формаһы тултыра ла инде.
“Яҡлаусыһыҙ етем бала” тип яҙа автор. Был бит ысынбарлыҡҡа тап кил­мәй. Район, ҡала, республика кимә­лен­дәге опека органдары, мәктәп, балалар йорто белгестәре, йәмәғәт ойошмалары, Мәғариф министр­лығы, Хөкүмәтебеҙ – етем балаларҙың яҡлаусылары бихисап!
“Баланы аҡса өсөн алалар” тигәнгә килгәндә, тәрбиә­селәргә бүленгән матди ярҙамдың баланы кейенде­реүгә, медикаменттар алыуға, белем биреүгә, ялын ойоштороуға, кәрәк-яраҡ алыуға етеүе лә икеле. Хәҙерге заманда бала үҫтергән һәр кеше быны аңлай. Бынан тыш, тәрбиәселәр квартал һайын отчет бирә, йыллыҡ отчеттары ла тикшерелеп тора. Бала исеменә күскән алимент, пенсия һәм башҡа түләүҙәр айырым иҫәпкә йыйылып бара. Ун йәше тулғас, бала үҙе тотонасаҡ аҡсаны. Был эш – тулыһынса белгестәр контролендә.
Әгәр беркетелгән йәшәү урыны, фатиры, йорто булһа, улар ҙа һаҡлана. Милек белгестәр ярҙамында юллана һәм балаларға тапшырыла.
Тағы ла бер нәмәне онотмайыҡ: ғаилә­лә балалар, хеҙмәт күреп үҫкәс, үҙаллы тормошҡа ныҡлы әҙерлек ала. Күмәкләп эшләргә өйрәнәләр, патронат тәрбиәсе­һенә ҡарата ышаныс тоялар. “Патронат тәрбиәсе” тип атау ысынбарлыҡҡа тап килеп тә бөтмәй, сөнки беҙҙең ғаиләләрҙә бөтөн балалар ҙа “атай, әсәй” тип өндәшә.
Мәҡәлә авторын тәрбиәгә бер юлы ике-өс баланы биреү бик һағайта. Бер туғандарҙы айырмау хуплана, сөнки туғанлыҡ ептәре өҙөлмәй. Бала яңғыҙлыҡ хисен тоймай, киләсәктә туғаны таяныс булырына инанып үҫә, яҡын, ғәзиз кешеләрен хөрмәт итергә өйрәнә. Бер балалар йортонда йәшәп тә, ҡарын­даштарҙың аралашмауына миҫалдар юҡ түгел шул.
Ауылда мал ҡарап, бәпкә көтөп, баҡса үҫтереп, эшләп үҫмәгән бала юҡтыр. Ҡыл да ҡыбырҙатмайынса, ял итеп кенә йәшәп булмай ауылда, быны бөтәһе лә яҡшы аңлай.
Балалар йортонда әҙер аш-һыу, һәр ваҡыт таҙа кейем һәм башҡа уңай­лыҡтарға өйрәнгән сабыйҙың оло тормош юлында ҡыйынлыҡтар менән осрашыуы сер түгел. Хеҙмәт баланы сыныҡ­тыра ғына, “өйрәнгәне — үҙенә” тигәндәй.
Хәүефле мөхиттән, эскесе туған­дар­ҙан, тайғаҡ юлға төшөүҙән баланы аралау, сабый бәхете татымаған ғаиләләргә атай-әсәй булыу мөмкинлеген биреү һис тә насар түгел бит. Һәр ғаилә яуаплы аҙым алдынан психологик тестар үтә, махсус курстарҙа белем ала, тәрбиә алымдарын өйрәнә.
Өфөләге 9-сы балалар йорто ҡара­мағында ошондай 35 ғаилә һанала, уларҙа 45 бала тәрбиәләнә. Шөкөр, бала­ларыбыҙ уңыштары менән ҡыуандырып ҡына тора. Быйыл, мәҫәлән, Бекзот Мәхмүдов — Санкт-Петербург­тағы юғары уҡыу йортона, Софья Бочкарева Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инде. Патронат тәрбиәселәренең өлөшө бик ҙур бында. Ә бына Алексей Ишимов — М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетында, Владислав Фирсанов Воронеж ҡала­һын­дағы Эске эштәр минис­тр­лығы институтында уҡып йөрөй.
Тәрбиәләнеүселәр шифаханаларҙа, йәйге лагерҙарҙа йыл да һаулығын нығыта. Бағыусылар ярҙамы менән ил­дең төрлө ҡалаларына экскурсиялар ойошторола. Былтыр йәй улар Ҡырымға ял итергә барып ҡайтты.
Опека органдары ғына түгел, балалар йорто белгес­тәре лә баланың хәлен белешеп, йәшәү шарттарын тикшереп, мәктәптә класс етәкселәре, уҡытыусылар, психо­логтар менән аралашып тора. Бала менән дә әңгәмә, психологик тестар үткәрелә.
Балалар йортондағы психологтарға һәм социаль педагогтарға шылтыратып, кәрәкле мәғлүмәт алыу, ярҙам һорау мөмкинлеге бар. Беҙҙә өлгөлө патронат ғаиләләр бик күп. Мәҫәлән, Сәлиховтар һоҡланырлыҡ. Уларҙың ике оло улы күптән үҙ ғаиләһен ҡорған, Өфөлә йәшәйҙәр. Илдус менән Фәриҙә тағы ла ете балаға атай-әсәй булды. Тормоштоң йәмен белеп, тырышып донъя көтәләр.
Кешелеклелек, миһырбанлылыҡ, изгелек тигән тө­шөн­сәләр менән бер рәттән “законлы ҡоллоҡ” һәм башҡа йәмһеҙ һүҙбәйләнештәр ҡулланыу урынһыҙ тип иҫәпләйбеҙ. Мәҡәләлә телгә алынған ҡыҙ менән танышып, уның бәләләрен белгәс, автор ниңә үҙе тейешле органдарға хәбәр итмәгән?
Үҙ балағыҙға ғына түгел, күңеле яралы етем сабыйға ла ваҡытығыҙҙы, йөрәк йылығыҙҙы бүлеп, тейешенсә тәрбиә биреп, уның эске донъяһын, көнитмешен ҡайғыр­тып йәшәй алыр инегеҙме, хөр­мәтле замандашыбыҙ?

Венера ХАЖИӘХМӘТОВА,
Өфө ҡалаһының 9-сы балалар йорто етәксеһе.




Тәнҡитләүе генә анһат...

Мәҡәләне уҡығас, башта бик күп ҡаршылыҡлы уйҙар тыуҙы. Һәр кемдең – үҙ фекере, тик кешене йәки уның ғәмәлен ситтән генә күҙәтеп, тәнҡит утына алыуы, баһа биреүе рәхәт. Үҙе патронат тәрбиәгә бала алған, был эштең асылы менән яҡындан таныш кеше генә уның ысын мәғәнәһен аңлай торғандыр.

Беҙ ҙә ғаиләбеҙгә патронат тәрбиәгә бала алдыҡ. Ул – алтынсы йыл инде йортобоҙҙоң тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Бәлки, был тәрбиә өлкәһендә тәжрибә туплау өсөн бик ҙур ғүмер түгелдер, әммә ошо ваҡыт эсендә балалағы ыңғай үҙгәреш­тәрҙе күреп, шатланып бөтә алмайбыҙ.
“Патронат тәрбиәгә алған балаларҙы эшләтәләр” тип ғәйеп ташлаусыларға ниндәй яуап бирергә?
Хәҙер ауылдарҙа ла тырыштар бар­лыҡ уңайлыҡтары булған өйҙә йәшәй. Һыу ташыйһы, утын киҫәһе, яраһы, өйәһе юҡ. Беҙ хәҙер яҡшы шарттарға шул ҡәҙәр күнеккәнбеҙ, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел кеүек. Патронат тәрбиәгә алынған балаларҙың да күбеһе уңай­лыҡтары булған өйҙәрҙә йәшәй, сөнки уларҙы тәрбиәгә биргәндә тейешле органдар тарафынан ғаилә­нең көнкүреш шарттары, табышы ентекләп тикшерелә. Йорт-ҡура эштәрендә ярҙам итеү бала­ның донъя көтөргә өйрәнеп үҫеүе өсөн файҙалы түгелме ни? Мин үҙем — ауыл ҡыҙы. Ҡулдан килгән бөтә эштә ҡатнашып үҫтек. Һыуын да ташыныҡ, утын да киҫтек, көтөү ҙә көттөк. Ике ҡыҙыбыҙ ҙа ҡаҙ көтөү, иҙән йыуыу, ҡар көрәү кеүек эштәрҙе рәхәтләнеп баш­ҡара. Бының ни ғәйебе бар? Уларға бер кем дә меҫкен, бахыр тип ҡарамай, киреһенсә, шулай булырға тейеш тип ҡабул ителә.
Балалар йортонда бер эшкә өйрән­мәйенсә, төрлө саралар, уйындар ғына уйнап, әҙерҙе генә ашап-кейеп, аҡсаны Хөкүмәт бирергә тейеш тип үҫкән (уларҙан бындай фекерҙе йыш ишетергә тура килә) ҡыҙ һәм малайҙар оло тормошҡа аяҡ баҫҡас, нисек йәшәр һуң? Беҙҙең ғаиләлә күпселек эш бергәләп баш­ҡарыла. Бөгөн барыбыҙ ҙа хеҙмәттә ҡайна­ғанда ни өсөн патронат тәрбиәләге бала урамда туп тибеп йөрөргә тейеш? Каникул ваҡытында тәрбиәгә алынған балаларға лагерҙа йәки шифаханала бер ай ял итеү хоҡуғы бирелә. Өс ай буйы урамда уйнап-көлөп кенә йөрөһә, мәктәпкә барыр сағында уны нисек “йыйып” алмаҡ кәрәк?
Балалар йортонда йылы, яҡты, һәр ерҙә бөхтәлек булыуына ҡарамаҫтан, күпселек сабыйҙарҙың атай-әсәй тарафынан тәрбиәләнгеһе килә. Патронат тәрбиәсеһе булараҡ, ундағы йыйылыш­тарға, байрамдарға йыш барабыҙ. Һәр саҡ юлда осраған балалар, матур итеп иҫәнләшеп: “Һин минең әсәйем түгелме?” тигәндәй күҙеңә ҡарап китә. Ғаиләгә сит-ят баланы алып йәшәй башлағас, барыһы ла шыма, ал да гөл генә барасаҡ тип уйларға ярамай. Уларҙың элекке тормош “тәж­ри­бә”ләрен, насар ғәҙәттәрен бөтөрөүгә күп көс һалыу талап ителә.
Беҙ йәшәгән район үҙәгендә патронат тәрбиәгә балалар алған ғаиләләр байтаҡ. Үҙ-ара дуҫлашып, күрешеп йөрөгән­дәренең береһендә лә балаларҙың “ҡол” рәүе­шендә йәшәүен белмәйем. Беҙҙе тейешле органдар тикшереп тә тора бит әле. Ауыл ерендә кеше күҙенән дә ситтә ҡала алмайһың. Бигерәк тә үҙ ғаиләһенә бала һыйындырыусылар – һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Кейеме ниндәй, атай-әсәй тип әйтәме — береһе лә күҙ уңынан ысҡынмай. Яйы сыҡҡан һайын был хаҡта һорау бирмәгән кеше юҡ. Хатта баланың үҙенән: “Һине һәйбәт ашаталармы, тама­ғың туямы?” тип һораусылар ҙа булған. “Изгелекле эш башҡараһығыҙ, Аллаһ Тәғәлә сабырлыҡ бирһен”, — тип күңелде үҫтереүселәр ҙә бар. “Балалы өйҙә сер ятмай” тигән тапҡыр әйтемде беләбеҙ. Сабый менән әңгәмәләшкәндә, ул ғаилә­лә үҙенә булған мөнәсәбәтте һиҙҙермә­йенсә ҡалмаҫ, моғайын. Үҙ ата-әсәһенән күрә алмаған шәфҡәтте эҙләп килә бит улар беҙгә.
Йомғаҡлап шуны әйткем килә: патронат тәрбиәгә бала алыусылар күберәк булһын ине. Был эш ҙур көс, түҙемлек, уңғанлыҡ талап итә, әлбиттә. Ә яҡлау­сыһыҙ баланың үҙ ғаиләһен табыуына шатланыуын, тәүге уңыштарын күреү барлыҡ ауырлыҡтарҙы оноттора.






Вернуться назад