Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәсән уҙған юлда һүҙ ҡала
Районыбыҙҙа филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева яңы китабының исем туйын үткәрҙе.

Исмаил урта мәктәбендә ике тиҫтә йылдан ашыу инде башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Гүзәлиә Закирова етәкселегендә “Тирмәкәй” ижад түңәрәге уңышлы эшләп килә. Балалар унда тыуған төйәктең этнографияһын, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Туристик сәйә­хәттәр, ғилми-тикшеренеү эштәре ойошторола. Күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар ҙа тради­цияға әүерелгән... Уларҙың береһе филология фәндәре докторы, башҡорт халҡының йола, йыр, бейеү, уйын фольклорын йыйыу, өйрәнеү һәм халыҡҡа ҡайтарыу эше менән шөғөлләнгән Розалия Солтангәрәеваның хеҙмәттәренә арналды.
Ғалимдың “Башҡорт сәсән мәктәбе” тигән кита­бын­да халыҡтың һүҙ сәнғәте, уның бөгөнгөһө, ижади мөмкинлектәре һәм үҙенсәлектәре тураһын­да бәйән ителә, башҡорт теленең абруйын күтә­реүҙә халыҡ эпик хәтеренең роле баһалана. Был хеҙмәттә шулай уҡ төрлө йылдарҙа республикала үткәрелгән “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусылар бәйгеһенә тәрән анализ яһала.
Исем туйына авторҙың да килеүе сараны тағы ла йөкмәткелерәк итте. Ауыл китапханасыһы Земфира Хәкимова ҡунаҡ менән таныштырғас, Розалия Әсфәндиәр ҡыҙының сәсәниә генә түгел, күренекле импровизатор, бына тигән педагог һәм лектор ҙа икәнен асыҡланы. Уҡыусылар уның бер һүҙен дә төшөрөп ҡалдырмаҫҡа тырышып, тын да алмай тыңланы. Сығыш яһаусы нисек йәшәргә, үҙеңде яңғыҙың булғанда һәм йәмғиәттә нисек тоторға кәрәклеге тураһында ябай өгөт-нәсихәт һөйләмәне, уның һәр фекере ата-бабаларыбыҙ тормошонан миҫалдар менән байытылды. Ер-әсә һәм уның балалары — кешеләр ныҡлы тамырҙар менән бәйләнгән, шуға ла был ябай ҡағиҙәләрҙе үтәп, әйләнә-тирә донъяны яратырға һәм хөрмәт итергә кәрәк. Шул ҡағиҙәләрҙең иң мөһиме тәбиғәткә зыянлыҡ ҡылмаҫҡа саҡыра.
Сара программаһына “Урал батыр” эпосын ят­тан һөйләүсе балаларҙың сығышы ла ингәйне. V класс уҡыусылары Динислам Әхиәров, Лилиана Ҡашҡарова сәсәниә үткәргән оҫталыҡ дәресендә әүҙем ҡатнашты. Автор уларға һәм осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың бик күптәренә ҡултам­ғаһы ҡуйылған китабын бүләк итте.
Кисәлә “Милләтебеҙ биҙәге” тип аталған китап күргәҙмәһенең хужабикәһе, Исмаил ауыл китапха­наһы мөдире Зинфира Хәкимова ғалимәнең ижадына байҡау яһаны, уның тормош юлы менән тағы ла тәрәнерәк таныштырҙы.
“Тирмәкәй” ижад түңәрәге етәксеһе Гүзәлиә Закирова үҙенең сығышында билдәләүенсә, “Баш­ҡорт сәсән мәктәбе” китабы — тел мәктәбе генә түгел, рух мәктәбе лә. Китапта башҡорт халҡының бөгөнгө булмышына, милли фәлсәфәһенә, килә­сәккә гарантия булырҙай үҫеш юлдарына байҡау яһала. Бына ни өсөн түңәрәк эше буйынса яҙған авторлыҡ программамда был китаптан бик күп мәғлүмәт алдым, ҡулландым. Ышанам, киләсәктә башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә лә былар урын алыр. “Башҡорт сәсән мәктәбе” китабын үҙем дәрестә лә, түңәрәк эшендә лә ҡулланам.
Сара уҡытыусылар һәм уҡыусылар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бындай осра­шыуҙар мәктәптә генә түгел, мәҙәниәт усаҡтарын­да ла үтһен ине.

Илдус ТИМЕРХАНОВ,
яҙыусы, журналист.




Район: Дүртөйлө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә