Районыбыҙҙа филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева яңы китабының исем туйын үткәрҙе.Исмаил урта мәктәбендә ике тиҫтә йылдан ашыу инде башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Закирова етәкселегендә “Тирмәкәй” ижад түңәрәге уңышлы эшләп килә. Балалар унда тыуған төйәктең этнографияһын, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Туристик сәйәхәттәр, ғилми-тикшеренеү эштәре ойошторола. Күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар ҙа традицияға әүерелгән... Уларҙың береһе филология фәндәре докторы, башҡорт халҡының йола, йыр, бейеү, уйын фольклорын йыйыу, өйрәнеү һәм халыҡҡа ҡайтарыу эше менән шөғөлләнгән Розалия Солтангәрәеваның хеҙмәттәренә арналды.
Ғалимдың “Башҡорт сәсән мәктәбе” тигән китабында халыҡтың һүҙ сәнғәте, уның бөгөнгөһө, ижади мөмкинлектәре һәм үҙенсәлектәре тураһында бәйән ителә, башҡорт теленең абруйын күтәреүҙә халыҡ эпик хәтеренең роле баһалана. Был хеҙмәттә шулай уҡ төрлө йылдарҙа республикала үткәрелгән “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусылар бәйгеһенә тәрән анализ яһала.
Исем туйына авторҙың да килеүе сараны тағы ла йөкмәткелерәк итте. Ауыл китапханасыһы Земфира Хәкимова ҡунаҡ менән таныштырғас, Розалия Әсфәндиәр ҡыҙының сәсәниә генә түгел, күренекле импровизатор, бына тигән педагог һәм лектор ҙа икәнен асыҡланы. Уҡыусылар уның бер һүҙен дә төшөрөп ҡалдырмаҫҡа тырышып, тын да алмай тыңланы. Сығыш яһаусы нисек йәшәргә, үҙеңде яңғыҙың булғанда һәм йәмғиәттә нисек тоторға кәрәклеге тураһында ябай өгөт-нәсихәт һөйләмәне, уның һәр фекере ата-бабаларыбыҙ тормошонан миҫалдар менән байытылды. Ер-әсә һәм уның балалары — кешеләр ныҡлы тамырҙар менән бәйләнгән, шуға ла был ябай ҡағиҙәләрҙе үтәп, әйләнә-тирә донъяны яратырға һәм хөрмәт итергә кәрәк. Шул ҡағиҙәләрҙең иң мөһиме тәбиғәткә зыянлыҡ ҡылмаҫҡа саҡыра.
Сара программаһына “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе балаларҙың сығышы ла ингәйне. V класс уҡыусылары Динислам Әхиәров, Лилиана Ҡашҡарова сәсәниә үткәргән оҫталыҡ дәресендә әүҙем ҡатнашты. Автор уларға һәм осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың бик күптәренә ҡултамғаһы ҡуйылған китабын бүләк итте.
Кисәлә “Милләтебеҙ биҙәге” тип аталған китап күргәҙмәһенең хужабикәһе, Исмаил ауыл китапханаһы мөдире Зинфира Хәкимова ғалимәнең ижадына байҡау яһаны, уның тормош юлы менән тағы ла тәрәнерәк таныштырҙы.
“Тирмәкәй” ижад түңәрәге етәксеһе Гүзәлиә Закирова үҙенең сығышында билдәләүенсә, “Башҡорт сәсән мәктәбе” китабы — тел мәктәбе генә түгел, рух мәктәбе лә. Китапта башҡорт халҡының бөгөнгө булмышына, милли фәлсәфәһенә, киләсәккә гарантия булырҙай үҫеш юлдарына байҡау яһала. Бына ни өсөн түңәрәк эше буйынса яҙған авторлыҡ программамда был китаптан бик күп мәғлүмәт алдым, ҡулландым. Ышанам, киләсәктә башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә лә былар урын алыр. “Башҡорт сәсән мәктәбе” китабын үҙем дәрестә лә, түңәрәк эшендә лә ҡулланам.
Сара уҡытыусылар һәм уҡыусылар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бындай осрашыуҙар мәктәптә генә түгел, мәҙәниәт усаҡтарында ла үтһен ине.
Илдус ТИМЕРХАНОВ,
яҙыусы, журналист.