Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ибрайҙан башланған оло юл
Ибрайҙан башланған  оло юл “Һәр төрлө фәнгә асҡыс булып һорау билдәһе йөрөй”. Быны һәммәбеҙгә билдәле Оноре де Бальзак әйткән.
Көндәлек ҡый-сый мәшәҡәттәрҙән арманһыҙ булған мәлдәрҙә күңелеңде йылытҡан эшең дә иңеңде михнәт рәүешле баҫҡандай. Хеҙмәт менән ялды ғүмерлеккә беректергән был һөнәрҙе һайлауҙан миңә ни фәтүә? Йөрәгеңә, һуң, бүтәндәрҙең көйөнөс-һөйөнөсө һыя аламы? Әммә, бер аҙ тын тартҡас, аҙашҡан ел һымаҡ килеп бәрелгән үкенесле уйҙарға алмашҡа ҡулыңа ҡәләм тотторған, үҙ ваҡытында бергә йәшәү насип иткән замандаштарың менән осраша йөрөү форсатын биргән яҙмышҡа рәхмәт тойғоһо ҡайта. Быныһы минең өсөн айырыуса ҡәҙерле, сөнки яҙмаларыңа инер кеше менән хатта аяғөҫтө хәбәрләшеп үтеү ҙә күңелеңә орлоҡ булып төшә. Ул үҙ нәүбәтендә хәтер үҫентеһенә йән бирә. Һәм, әлбиттә, хәтерҙең рәхмәтле булыуы хәйерле.
Шуғалыр, талсығыуҙарҙы һиҙмәмешкә һалышып, ғүмер юлында осратҡан, уларға һоҡланған, таныш булыуым менән ғорурланған кешеләр тураһында йыш ҡына һәм нескәрә барған күңелгә бирелеп уйлайым. Ошолар һуңғы ҡуҙҙар өҫтөндә ятҡан көл шекәрәһен осороп ебәрәлер, шәт. Рәғиб Насретдин улы Ғимаев тураһында өҫтән-мөҫтән генә йүгереп үткән яҙмаларҙы башларға торғанда, үҙем дә ғәжәпләнеүгә ҡаршы, уның яҡташтары, атайсалы Ҡыйғы төбәге тураһында һүҙ ҡатыу зарурлығын тойҙом.


“Ҡыйғылар алдында сал башымды эйәм”

Уңайы сығып торғандыр, миңә Ҡый­ғыға барғылап йөрөү форсаты тейҙе. Йәнә лә шуныһы: райондың ул саҡтар­ҙағы етәкселәренең береһенә лә юлыҡ­маным, шуға күрә минең журналист ниәттәрен үҙгәртергә тырышыусы булманы. Һауын менән гектарҙарҙан алда­раҡ кеше яҙмыштары йөрөй бит әле.
Байтаҡ йылдар әүәл “Янғантау” шифа­ханаһын (ер аҫтындағы процестарҙың үҙенсәлеген иҫәпкә алғанда, минеңсә, был атама “Янар тау” булырға тейештер ул) уратып алған ҡайынлыҡ араһында яңғыҙ-ярым бошоноп йөрөгәнемдә, аң­ғар­маҫтан, Рафаэль Сафин менән маң­лайҙы-маңлайға бәрә яҙышҡайныҡ. Ша­ғир уйҙар даръяһында йөҙә ине, ахыры, шуға күрә, сәләм биреп кенә ситкә тайпылайым тиһәм, мине туҡтатты. Шул мәлдән аҙаҡ уртаҡ сәфәрҙәребеҙ хәтһеҙ көндәр дауам итте. Рафаэль Әхмәтсафа улы гәзит-журналда сыға килгән яҙма­ларыма илтифат иткәндер, бәлки, тип уйлаған булам, сөнки ваҡытлы мат­бу­ғатҡа күп хеҙмәт биргән кеше ул. “Совет Башҡортостаны” республика гәзи­тенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенә етәк­селек иткәнендә, мин әле “гениаль әҫәр­ҙәрем” менән исемле ағайҙарҙы бимазалау тәүәккәллегенә етмәгәйнем. Бүлек ишеген асҡан хәсиәттә лә Сафин беҙҙең ише әрһеҙҙәрҙе күрмәмешкә һалышмаҫ ине, тәбиғәт биргән ип­лелектән, тәрбиәлелек­тән ул нисек өҫтөн булһын?
Шифахана терренкурҙарын аҙымлай-аҙымлай, үҙебеҙ өсөн ҡәҙерле тойолған һәммә нәмәне хәтер төпкөлдәренән һөй­рәп сығарабыҙ. “Хәтерләүҙәр — тормош­тоң беҙ онотҡан һабаҡтары ул” тигән һүҙҙәр хаҡтыр. Рафаэль Әхмәт­сафа улына һоҡланыуымды һис ҡасан да йәшермәнем. Тәңребеҙ уға Һүҙ менән Моң ҡеүәһен йәлләмәй биргәйне. Шиғри ижад, музыкант таланты, актерлыҡ ма­һир­лығы, хаталанмаһам, уның драмаларында һынланыш тапҡайны шикелле.
Әлеге курорт көндәре минең өсөн илаһи мәлдәр булды. Сафиндың атайсалы тураһында байтаҡ нәмә белдем. Ул яҡ менән әүәлге осрашыуҙарым төҫһөҙ-эҙһеҙ командировка сәфәре генә һымаҡ тойолдо. Шағир яҡташтарының күңелен шар асты кеүек: әле булһа таныш һәм танышырға өлгөрмәгән ҡыйғылар алдында сал башымды эйәм.
Калинин исемендәге колхоз рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Әхсән Шә­рифғәле улы Шәрипов менән осрашыуымды ҡыуанып хәтерләйем. Ул үҙе Ҡый­ғыныҡы түгел, тыумышы – Балтас районының Шишмә ауылынан. Күрешер алдынан, йәшермәйем, тулҡынланыу ме­нән ҡаушау араһында инем. Герой ҙа баһа! Исемһеҙ-ниһеҙ гәзитсе менән һөй­ләшергә теләрме икән? Шик-шөбһә­ләрем юҡҡа сыҡты, шөкөр. Атаҡлы рәйес, йәнә лә республика Юғары Советында әллә ҡасандан депутат булып йөрөгән ағай харап алсаҡ һәм ябай кеше икән.
Юрист һөнәрле Әхсән Шәрипов кол­хоз­ға 30 йыл етәкcелек иткән. Ул осорҙа Башҡортостандың төньяҡ-көнсы­ғышында игендән уңышты унан да күберәк алған кеше булманы. Көлһыу тупраҡлы, ташлы ер бит инде, шуға гектарҙан 24 – 27 центнер уңыш 40 – 50-гә торошло ине. Рә­йестең бер һүҙе хәтерҙә ҡалған: “Илебеҙ ҙә шулай ҡорол­ған, закондар ҙа беҙҙә шул сама, уларҙы боҙмай хәл юҡ: крәҫтиәндең тормошон нисектер рәтләргә кәрәк тә баһа”.
Мәшһүр ҡыйғылар шулай үҙ ҡорона тартып индерҙе лә, хәҙер шунан йырылып сыға алмай яфаланам. Хәйер, бигүк ынтылған да юҡ. Хәтер, хәбәрсән йән һымаҡ, республикалағы һәр кем өсөн ҡәҙерле булған кешеләрҙең исемен яңыртып ҡына тора. Башҡортостандың XX быуаттағы тарихында яҡты эҙ ҡал­дырған ғәжәйеп ханымдарҙың береһе Мәстүрә Низам ҡыҙы Сәхәүетдинова менән осрашыуым яҙмыш биргән бәхет булғандыр. Баш ҡалалағы Ленин һәм Вәлиди урамдары сатындағы йорттоң бөхтә фатирҙарының береһендә булғы­ланым. Был бина “Белгестәр йорто” тигән исем менән билдәле. Хатта бер мәл, дәртләнеп китеп, инҡилап, тормошто яңыр­тып төҙөү зарурлығы министр, республика Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары дәрәжәһенә күтәргән ошо ханым тураһында күләмлерәк әйбер яҙырға ла ниәтләгәйнем. Мәстүрә Низам ҡыҙының быуыны тураһында уйланғанда, башҡорт ҡыҙҙарынан тәүгеләр булып эшсе һөнәрҙәрен үҙләштереүе, инженер­ҙар, агрономдар, зоотехниктар белемен алыуы менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ­ҙыр. Һәм нәҡ ошо мәлдә Ибрай ауылында үҫкән баҫалҡы тәбиғәтле Нәҡиә Ғәлина хәтергә килә.
Ғүмер баҡый яңғырап торған исемдәр артынан ҡыуған журналистар өсөн даны күкрәп киткән Нәҡиә, әлбиттә, табыш ине. Дәүләттең иң мәртәбәле бүләктәрен — Ленин, Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендарын, Ленин комсомолы премияһын – алған, Юғары Советта ла, Кремлдә лә үҙен һин дә мин тотҡан Нәҡиә тураһында яҙҙыҡ. Факт­тар­ҙы үҙ фантазиябыҙ менән шыйыҡлаттыҡ, сөнки данлыҡлы тракторсы һүҙгә һаран ине. Хәйер, эш кешеһенең тел сарлауға әүәҫ булмауы мәғлүм бит. Мин иһә кәүҙәгә ыҡсым ғына ҡыҙ баланың “К-700” ише бәһлеүәнде “ауыҙлыҡлай” алыуына һәр даим аптырай торғайным. Нәҡиә Ғәлина тураһында һуңғараҡ күп йылдар республика Министрҙар Советы рәйесе булып эшләгән Зәкәриә Аҡназаров хәтирәләрендә ихлас һүҙҙәр яҙҙы.

Фән ныҡышмалдарға юлдаш

Ысындан да, бар мөлкәтебеҙ ерҙән ерҙә йәшәгәндәргә килә. Рәғиб Ғима­ев­тың атайсалы Ибрай тураһында бер кә­лимә һүҙ әйтергә йыйынғанда, быға тағы бер ҡат инандым. Теләһә ҡайһы ауылдың хасил булыуы, ундағы көн­кү­реш­тең яйға һалыныуы, халҡының шө­ғөлдәре, тормош боролоштары, эҙ ҡал­дырған шәхес­тәр тарихы тикшеренеү­селәрҙең, ғөмү­мән, ҡә­ләм­гирҙәрҙең иғти­барын тарта килә. Хат­та бер ауылдың тарихы төрлө факт­тар­ҙан, ваҡиғаларҙан, айырым шәхестәр­ҙең, тотош коллектив­тарҙың эш-ғәмәл­дә­ренән бар була.
Историографияла, шулай уҡ публицис­тикала теге йәки был биләмә-төбәктәрҙең ҙур күлдәр, йылғалар, бейек тауҙар, ҡуйы урмандар, мәмер­йә­ләр, шарлауыҡтар булыуға ҡарап баһа­лау ғәҙәте бар. Был факторҙарҙы иҫәпкә алмау ҙа ярамайҙыр, әммә улар уңышҡа хәл иткес өлөш индерә алмай. Ипле генә һөйкөмлөлөк күҙҙе сағылдырырҙай ма­тур­лыҡтан өҫтөн тора. Хоҙай Ҡыйғы яғын йомшаҡ, йөрәк ял итерлек гүзәллектән мәхрүм ҡалдыр­маған. Иркен яландарҙы, тәпәш тауҙарҙы иркәләп, йүкә менән ҡайын ҡатнаш ҡа­рағай урмандарында ял итә-итә, йылы елдәр иҫә. Бал ҡорттары менән иңкеш­тәрҙең безелдәүе ҡарынын­да икмәк йөрөткән баҫыуҙарҙың һиллеген һис боҙмай.
Үткәнгә әйләнеп ҡарап, монар пәрҙәһе артында ҡалған алыҫтарҙан тарихы­быҙ­ҙың башланыуына ишара яһарҙай ниндәй ҙә булһа сикте, бер билдәне күрергә тырышабыҙ. Ҡайҙан беҙ? Яҙмыштың ҡайһы мәлдәрендә ошо ергә килеп төп­ләнгәнбеҙ? Ниҙәр кисергәнбеҙ? Әле­нән-әле хасил булған һорауҙарға ахырғы, бәхәс тыуҙырмаҫтай яуаптарҙы төпсөр тикшереүселәр ҙә таба аламы икән?
Ҡыйғы яғының, шул иҫәптән Ибрай ауылының боронғо тарихы тураһында профессор Әнүәр Әсфәндиәровтың хеҙ­мәт­тәренән белергә мөмкин. Бәғзе быуын яҡташтары тураһында ҡайһы бер фактологик материалдар Р. Ас­ҡаров менән Р. Зыязетдиновтың “Ҡый­ғылар улар ме­нән ғорурлана” тигән китабында туп­ланған. Тарихсы ғалимдың раҫлауынса, Ибрай ауылы әүәл Әйҙең ҡушылдығы булған Соңҡа йылғаһының атамаһы кеүек Соңҡа тип йөрөтөлгән һәм Тырнаҡлы ырыуының башы Ибрай Нуркин тарафынан нигеҙләнгән. Был кеше 1765 йылда ер-һыуҙы иҫәпкә алыу һәм бүлешеүҙә ҡатнашҡан. Яңы ауыл 1735 йыл кара­телдәр ҡулынан үртәлгәне урынында хасил булған.
Әйтелгәндәргә бер нисә генә һан өҫтәйек. Ибрайҙа 1795 йылда – 122, 1816 йылда — 149, 1834 йылда — 162, 1859 йылда — 240, 1870 йылда — 235, 1920 йылда 501 кеше йәшәгән.
Ихаталары 19-ҙан 88-гә еткән. Халыҡ­тың шөғөлө игенселек һәм мал үрсетеү булған. 1842 йылда, мәҫәлән, 162 кешегә 42 сирек ужым һәм 153 сирек яҙғы ашлыҡ сәскәндәр. 29 ихатала 221 баш йылҡы, 114 һыйыр малы, 67 һарыҡ, 10 кәзә аҫралған. Кемдеңдер бер тиҫтә оя бал ҡорто ла булған. Артабанғы йыл­дарҙа халыҡ һаны артҡан, һис ҡасан да юғалыу сигенә етмәгән. Әй өҫтөнән шаулап уҙған быуаттар, дауылдар һәм һынауҙар Ибрай Нуркин нигеҙ һалған боронғо Ибрай ауылын урынынан ҡуҙғата алмаған. Ул иген­се­ләр, мөғәллимдәр, яугирҙәр, төҙөүсе­ләр, ғалимдарҙың бихисап быуынына ҡанат ҡуйған. Араларында Рәғиб Насретдин улы Ғимаев та бар.
Фартлы кешемен. Миңә республика­лағы байтаҡ олуғ ғалим менән танышыу, хатта дуҫтарса мөнәсәбәттә булыу бә­хете тейҙе. Улар фәндең төрлө йүнә­ле­шендә эшләй. Ғалимдар – үҙен­сә­лек­ле, мауығыусан, ҡайһылары балаларса хәй­ләһеҙ халыҡ. Фән кешеләрен ниндәй хис-тойғо алға этәлер, ғади тормоштарын улар нисегерәк ойошторалыр, был беҙгә күп осраҡта ҡараңғы булып ҡала. Осоро менән аяҡ терәп һөйләшкән, матди йәһәт­тән хәсрәт белмәгәндәргә фән кеше­лә­ренең психологияһын, уларҙың нимә ха­ҡына ҡорбан килтереп йәшәүе сәбәп­тәрен аңлауы ауырҙыр. Бәлки шуғалыр, ғалимдар һәр кем алдында асылып-яҙылып бармай һәм үҙ ҡорона сит-ят­тарҙы яҡынайтмай. Һәр тикшеренеү кү­мәк­ләп көс түгеүҙе талап итһә лә, ҙур фәндә лә каста булып ҡалыу ынтылышы йәшәй. Был фән тирәһендә ураңғылаған әтрәгәләмдәргә юлды сикләй. Аңлауым­са, ошондай иләк фәнгә лә, уның ысын вәкилдәре өсөн дә һәйбәт.
Ғалим Ғимаев тураһында һүҙ әйтергә йыйынғанда боронғо ғәрәп тарихсыһы һәм мосафиры Мөҡәддәсиҙең аманатын хәтерләнем. “Уға саф күңел, асыҡ маҡсат менән үҙен башкөллө арнағанға, аңын бер төйөнгә йыя, төндәр буйы ең һыҙ­ға­нып, арып-талып үҙ маҡсатына ынтыл­ған­ға, белем үрҙәренә аҙымлап кү­тә­рел­гәнгә, фәнде мәғәнәһеҙ шөғөлдәр менән яфа­ламаған, фәндә, ҡара төндә ҡаңғырып йөрөгән дөйәгә оҡшап, баш һуҡҡан яҡҡа тайшанмаған кешегә генә фән үҙ йөҙөн аса”, — тигән Шәреҡ ғалимы.
Тәҡдирҙер, башҡорттарҙың күпселеге ауыл ерендә көн иткән. Урбанизация ғәләмәте был ҡәүемгә ҡағылып ҡына үткән һәм ошо хәл башҡорт зыялылары вәкилдәренең техник, физика-математика фәндәрендә, банк-финанс мөнәсә­бәттәре, хәҙерге бәйләнеш саралары өлкәһендә халыҡ-ара юриспруденцияла, дипломатияла аҙ булыуына килтергән.
Мәғлүмдер ки, ауыл балалары, ҡала­ныҡыларҙан айырмалы рәүештә, мәктәп­тә тейешле кимәлдә булмаған башланғыс әҙерлекте юғары уҡыу йортонда уғата тырышлыҡ, яуаплылыҡ, эшсәнлек, тәби­ғәт­тән бирелгән һәләтлелек менән ҡап­лай. Ошо сифаттары арҡаһында ауылдан сыҡҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар фәндә, әҙә­биәттә, сәнғәттә һәм башҡа йүнәлеш­тәрҙә бүтәндәрҙе тиҙ үк ҡыуып етә. Әлбиттә, башҡорт халҡы вәкилдәрен хакимлыҡ иерархияһының юғары баҫҡыс­тарында ғына түгел, ә техник прогресты тәьмин иткән йүнәлештәрҙә лә күрге килә.
Һәр беребеҙҙең тормошо юғалтыуҙар менән табыштарҙан тора. Бәләкәй генә уңыштар сағыштырғыһыҙ ҙур еңелеүҙәр менән алмашына, ҡыуаныстар артынса көйөнөстәр йөрөй. Мостай Кәрим көллө­бөҙгә лә Ерҙең сыуаҡ яғында йәшәүҙе теләһә лә, ысынбарлыҡта улай килеп сыҡмай.



(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872