“Һәр төрлө фәнгә асҡыс булып һорау билдәһе йөрөй”. Быны һәммәбеҙгә билдәле Оноре де Бальзак әйткән.
Көндәлек ҡый-сый мәшәҡәттәрҙән арманһыҙ булған мәлдәрҙә күңелеңде йылытҡан эшең дә иңеңде михнәт рәүешле баҫҡандай. Хеҙмәт менән ялды ғүмерлеккә беректергән был һөнәрҙе һайлауҙан миңә ни фәтүә? Йөрәгеңә, һуң, бүтәндәрҙең көйөнөс-һөйөнөсө һыя аламы? Әммә, бер аҙ тын тартҡас, аҙашҡан ел һымаҡ килеп бәрелгән үкенесле уйҙарға алмашҡа ҡулыңа ҡәләм тотторған, үҙ ваҡытында бергә йәшәү насип иткән замандаштарың менән осраша йөрөү форсатын биргән яҙмышҡа рәхмәт тойғоһо ҡайта. Быныһы минең өсөн айырыуса ҡәҙерле, сөнки яҙмаларыңа инер кеше менән хатта аяғөҫтө хәбәрләшеп үтеү ҙә күңелеңә орлоҡ булып төшә. Ул үҙ нәүбәтендә хәтер үҫентеһенә йән бирә. Һәм, әлбиттә, хәтерҙең рәхмәтле булыуы хәйерле.
Шуғалыр, талсығыуҙарҙы һиҙмәмешкә һалышып, ғүмер юлында осратҡан, уларға һоҡланған, таныш булыуым менән ғорурланған кешеләр тураһында йыш ҡына һәм нескәрә барған күңелгә бирелеп уйлайым. Ошолар һуңғы ҡуҙҙар өҫтөндә ятҡан көл шекәрәһен осороп ебәрәлер, шәт. Рәғиб Насретдин улы Ғимаев тураһында өҫтән-мөҫтән генә йүгереп үткән яҙмаларҙы башларға торғанда, үҙем дә ғәжәпләнеүгә ҡаршы, уның яҡташтары, атайсалы Ҡыйғы төбәге тураһында һүҙ ҡатыу зарурлығын тойҙом.
“Ҡыйғылар алдында сал башымды эйәм”Уңайы сығып торғандыр, миңә Ҡыйғыға барғылап йөрөү форсаты тейҙе. Йәнә лә шуныһы: райондың ул саҡтарҙағы етәкселәренең береһенә лә юлыҡманым, шуға күрә минең журналист ниәттәрен үҙгәртергә тырышыусы булманы. Һауын менән гектарҙарҙан алдараҡ кеше яҙмыштары йөрөй бит әле.
Байтаҡ йылдар әүәл “Янғантау” шифаханаһын (ер аҫтындағы процестарҙың үҙенсәлеген иҫәпкә алғанда, минеңсә, был атама “Янар тау” булырға тейештер ул) уратып алған ҡайынлыҡ араһында яңғыҙ-ярым бошоноп йөрөгәнемдә, аңғармаҫтан, Рафаэль Сафин менән маңлайҙы-маңлайға бәрә яҙышҡайныҡ. Шағир уйҙар даръяһында йөҙә ине, ахыры, шуға күрә, сәләм биреп кенә ситкә тайпылайым тиһәм, мине туҡтатты. Шул мәлдән аҙаҡ уртаҡ сәфәрҙәребеҙ хәтһеҙ көндәр дауам итте. Рафаэль Әхмәтсафа улы гәзит-журналда сыға килгән яҙмаларыма илтифат иткәндер, бәлки, тип уйлаған булам, сөнки ваҡытлы матбуғатҡа күп хеҙмәт биргән кеше ул. “Совет Башҡортостаны” республика гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенә етәкселек иткәнендә, мин әле “гениаль әҫәрҙәрем” менән исемле ағайҙарҙы бимазалау тәүәккәллегенә етмәгәйнем. Бүлек ишеген асҡан хәсиәттә лә Сафин беҙҙең ише әрһеҙҙәрҙе күрмәмешкә һалышмаҫ ине, тәбиғәт биргән иплелектән, тәрбиәлелектән ул нисек өҫтөн булһын?
Шифахана терренкурҙарын аҙымлай-аҙымлай, үҙебеҙ өсөн ҡәҙерле тойолған һәммә нәмәне хәтер төпкөлдәренән һөйрәп сығарабыҙ. “Хәтерләүҙәр — тормоштоң беҙ онотҡан һабаҡтары ул” тигән һүҙҙәр хаҡтыр. Рафаэль Әхмәтсафа улына һоҡланыуымды һис ҡасан да йәшермәнем. Тәңребеҙ уға Һүҙ менән Моң ҡеүәһен йәлләмәй биргәйне. Шиғри ижад, музыкант таланты, актерлыҡ маһирлығы, хаталанмаһам, уның драмаларында һынланыш тапҡайны шикелле.
Әлеге курорт көндәре минең өсөн илаһи мәлдәр булды. Сафиндың атайсалы тураһында байтаҡ нәмә белдем. Ул яҡ менән әүәлге осрашыуҙарым төҫһөҙ-эҙһеҙ командировка сәфәре генә һымаҡ тойолдо. Шағир яҡташтарының күңелен шар асты кеүек: әле булһа таныш һәм танышырға өлгөрмәгән ҡыйғылар алдында сал башымды эйәм.
Калинин исемендәге колхоз рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Әхсән Шәрифғәле улы Шәрипов менән осрашыуымды ҡыуанып хәтерләйем. Ул үҙе Ҡыйғыныҡы түгел, тыумышы – Балтас районының Шишмә ауылынан. Күрешер алдынан, йәшермәйем, тулҡынланыу менән ҡаушау араһында инем. Герой ҙа баһа! Исемһеҙ-ниһеҙ гәзитсе менән һөйләшергә теләрме икән? Шик-шөбһәләрем юҡҡа сыҡты, шөкөр. Атаҡлы рәйес, йәнә лә республика Юғары Советында әллә ҡасандан депутат булып йөрөгән ағай харап алсаҡ һәм ябай кеше икән.
Юрист һөнәрле Әхсән Шәрипов колхозға 30 йыл етәкcелек иткән. Ул осорҙа Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында игендән уңышты унан да күберәк алған кеше булманы. Көлһыу тупраҡлы, ташлы ер бит инде, шуға гектарҙан 24 – 27 центнер уңыш 40 – 50-гә торошло ине. Рәйестең бер һүҙе хәтерҙә ҡалған: “Илебеҙ ҙә шулай ҡоролған, закондар ҙа беҙҙә шул сама, уларҙы боҙмай хәл юҡ: крәҫтиәндең тормошон нисектер рәтләргә кәрәк тә баһа”.
Мәшһүр ҡыйғылар шулай үҙ ҡорона тартып индерҙе лә, хәҙер шунан йырылып сыға алмай яфаланам. Хәйер, бигүк ынтылған да юҡ. Хәтер, хәбәрсән йән һымаҡ, республикалағы һәр кем өсөн ҡәҙерле булған кешеләрҙең исемен яңыртып ҡына тора. Башҡортостандың XX быуаттағы тарихында яҡты эҙ ҡалдырған ғәжәйеп ханымдарҙың береһе Мәстүрә Низам ҡыҙы Сәхәүетдинова менән осрашыуым яҙмыш биргән бәхет булғандыр. Баш ҡалалағы Ленин һәм Вәлиди урамдары сатындағы йорттоң бөхтә фатирҙарының береһендә булғыланым. Был бина “Белгестәр йорто” тигән исем менән билдәле. Хатта бер мәл, дәртләнеп китеп, инҡилап, тормошто яңыртып төҙөү зарурлығы министр, республика Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары дәрәжәһенә күтәргән ошо ханым тураһында күләмлерәк әйбер яҙырға ла ниәтләгәйнем. Мәстүрә Низам ҡыҙының быуыны тураһында уйланғанда, башҡорт ҡыҙҙарынан тәүгеләр булып эшсе һөнәрҙәрен үҙләштереүе, инженерҙар, агрономдар, зоотехниктар белемен алыуы менән ғорурланырға хаҡлыбыҙҙыр. Һәм нәҡ ошо мәлдә Ибрай ауылында үҫкән баҫалҡы тәбиғәтле Нәҡиә Ғәлина хәтергә килә.
Ғүмер баҡый яңғырап торған исемдәр артынан ҡыуған журналистар өсөн даны күкрәп киткән Нәҡиә, әлбиттә, табыш ине. Дәүләттең иң мәртәбәле бүләктәрен — Ленин, Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендарын, Ленин комсомолы премияһын – алған, Юғары Советта ла, Кремлдә лә үҙен һин дә мин тотҡан Нәҡиә тураһында яҙҙыҡ. Факттарҙы үҙ фантазиябыҙ менән шыйыҡлаттыҡ, сөнки данлыҡлы тракторсы һүҙгә һаран ине. Хәйер, эш кешеһенең тел сарлауға әүәҫ булмауы мәғлүм бит. Мин иһә кәүҙәгә ыҡсым ғына ҡыҙ баланың “К-700” ише бәһлеүәнде “ауыҙлыҡлай” алыуына һәр даим аптырай торғайным. Нәҡиә Ғәлина тураһында һуңғараҡ күп йылдар республика Министрҙар Советы рәйесе булып эшләгән Зәкәриә Аҡназаров хәтирәләрендә ихлас һүҙҙәр яҙҙы.
Фән ныҡышмалдарға юлдашЫсындан да, бар мөлкәтебеҙ ерҙән ерҙә йәшәгәндәргә килә. Рәғиб Ғимаевтың атайсалы Ибрай тураһында бер кәлимә һүҙ әйтергә йыйынғанда, быға тағы бер ҡат инандым. Теләһә ҡайһы ауылдың хасил булыуы, ундағы көнкүрештең яйға һалыныуы, халҡының шөғөлдәре, тормош боролоштары, эҙ ҡалдырған шәхестәр тарихы тикшеренеүселәрҙең, ғөмүмән, ҡәләмгирҙәрҙең иғтибарын тарта килә. Хатта бер ауылдың тарихы төрлө факттарҙан, ваҡиғаларҙан, айырым шәхестәрҙең, тотош коллективтарҙың эш-ғәмәлдәренән бар була.
Историографияла, шулай уҡ публицистикала теге йәки был биләмә-төбәктәрҙең ҙур күлдәр, йылғалар, бейек тауҙар, ҡуйы урмандар, мәмерйәләр, шарлауыҡтар булыуға ҡарап баһалау ғәҙәте бар. Был факторҙарҙы иҫәпкә алмау ҙа ярамайҙыр, әммә улар уңышҡа хәл иткес өлөш индерә алмай. Ипле генә һөйкөмлөлөк күҙҙе сағылдырырҙай матурлыҡтан өҫтөн тора. Хоҙай Ҡыйғы яғын йомшаҡ, йөрәк ял итерлек гүзәллектән мәхрүм ҡалдырмаған. Иркен яландарҙы, тәпәш тауҙарҙы иркәләп, йүкә менән ҡайын ҡатнаш ҡарағай урмандарында ял итә-итә, йылы елдәр иҫә. Бал ҡорттары менән иңкештәрҙең безелдәүе ҡарынында икмәк йөрөткән баҫыуҙарҙың һиллеген һис боҙмай.
Үткәнгә әйләнеп ҡарап, монар пәрҙәһе артында ҡалған алыҫтарҙан тарихыбыҙҙың башланыуына ишара яһарҙай ниндәй ҙә булһа сикте, бер билдәне күрергә тырышабыҙ. Ҡайҙан беҙ? Яҙмыштың ҡайһы мәлдәрендә ошо ергә килеп төпләнгәнбеҙ? Ниҙәр кисергәнбеҙ? Әленән-әле хасил булған һорауҙарға ахырғы, бәхәс тыуҙырмаҫтай яуаптарҙы төпсөр тикшереүселәр ҙә таба аламы икән?
Ҡыйғы яғының, шул иҫәптән Ибрай ауылының боронғо тарихы тураһында профессор Әнүәр Әсфәндиәровтың хеҙмәттәренән белергә мөмкин. Бәғзе быуын яҡташтары тураһында ҡайһы бер фактологик материалдар Р. Асҡаров менән Р. Зыязетдиновтың “Ҡыйғылар улар менән ғорурлана” тигән китабында тупланған. Тарихсы ғалимдың раҫлауынса, Ибрай ауылы әүәл Әйҙең ҡушылдығы булған Соңҡа йылғаһының атамаһы кеүек Соңҡа тип йөрөтөлгән һәм Тырнаҡлы ырыуының башы Ибрай Нуркин тарафынан нигеҙләнгән. Был кеше 1765 йылда ер-һыуҙы иҫәпкә алыу һәм бүлешеүҙә ҡатнашҡан. Яңы ауыл 1735 йыл карателдәр ҡулынан үртәлгәне урынында хасил булған.
Әйтелгәндәргә бер нисә генә һан өҫтәйек. Ибрайҙа 1795 йылда – 122, 1816 йылда — 149, 1834 йылда — 162, 1859 йылда — 240, 1870 йылда — 235, 1920 йылда 501 кеше йәшәгән.
Ихаталары 19-ҙан 88-гә еткән. Халыҡтың шөғөлө игенселек һәм мал үрсетеү булған. 1842 йылда, мәҫәлән, 162 кешегә 42 сирек ужым һәм 153 сирек яҙғы ашлыҡ сәскәндәр. 29 ихатала 221 баш йылҡы, 114 һыйыр малы, 67 һарыҡ, 10 кәзә аҫралған. Кемдеңдер бер тиҫтә оя бал ҡорто ла булған. Артабанғы йылдарҙа халыҡ һаны артҡан, һис ҡасан да юғалыу сигенә етмәгән. Әй өҫтөнән шаулап уҙған быуаттар, дауылдар һәм һынауҙар Ибрай Нуркин нигеҙ һалған боронғо Ибрай ауылын урынынан ҡуҙғата алмаған. Ул игенселәр, мөғәллимдәр, яугирҙәр, төҙөүселәр, ғалимдарҙың бихисап быуынына ҡанат ҡуйған. Араларында Рәғиб Насретдин улы Ғимаев та бар.
Фартлы кешемен. Миңә республикалағы байтаҡ олуғ ғалим менән танышыу, хатта дуҫтарса мөнәсәбәттә булыу бәхете тейҙе. Улар фәндең төрлө йүнәлешендә эшләй. Ғалимдар – үҙенсәлекле, мауығыусан, ҡайһылары балаларса хәйләһеҙ халыҡ. Фән кешеләрен ниндәй хис-тойғо алға этәлер, ғади тормоштарын улар нисегерәк ойошторалыр, был беҙгә күп осраҡта ҡараңғы булып ҡала. Осоро менән аяҡ терәп һөйләшкән, матди йәһәттән хәсрәт белмәгәндәргә фән кешеләренең психологияһын, уларҙың нимә хаҡына ҡорбан килтереп йәшәүе сәбәптәрен аңлауы ауырҙыр. Бәлки шуғалыр, ғалимдар һәр кем алдында асылып-яҙылып бармай һәм үҙ ҡорона сит-яттарҙы яҡынайтмай. Һәр тикшеренеү күмәкләп көс түгеүҙе талап итһә лә, ҙур фәндә лә каста булып ҡалыу ынтылышы йәшәй. Был фән тирәһендә ураңғылаған әтрәгәләмдәргә юлды сикләй. Аңлауымса, ошондай иләк фәнгә лә, уның ысын вәкилдәре өсөн дә һәйбәт.
Ғалим Ғимаев тураһында һүҙ әйтергә йыйынғанда боронғо ғәрәп тарихсыһы һәм мосафиры Мөҡәддәсиҙең аманатын хәтерләнем. “Уға саф күңел, асыҡ маҡсат менән үҙен башкөллө арнағанға, аңын бер төйөнгә йыя, төндәр буйы ең һыҙғанып, арып-талып үҙ маҡсатына ынтылғанға, белем үрҙәренә аҙымлап күтәрелгәнгә, фәнде мәғәнәһеҙ шөғөлдәр менән яфаламаған, фәндә, ҡара төндә ҡаңғырып йөрөгән дөйәгә оҡшап, баш һуҡҡан яҡҡа тайшанмаған кешегә генә фән үҙ йөҙөн аса”, — тигән Шәреҡ ғалимы.
Тәҡдирҙер, башҡорттарҙың күпселеге ауыл ерендә көн иткән. Урбанизация ғәләмәте был ҡәүемгә ҡағылып ҡына үткән һәм ошо хәл башҡорт зыялылары вәкилдәренең техник, физика-математика фәндәрендә, банк-финанс мөнәсәбәттәре, хәҙерге бәйләнеш саралары өлкәһендә халыҡ-ара юриспруденцияла, дипломатияла аҙ булыуына килтергән.
Мәғлүмдер ки, ауыл балалары, ҡаланыҡыларҙан айырмалы рәүештә, мәктәптә тейешле кимәлдә булмаған башланғыс әҙерлекте юғары уҡыу йортонда уғата тырышлыҡ, яуаплылыҡ, эшсәнлек, тәбиғәттән бирелгән һәләтлелек менән ҡаплай. Ошо сифаттары арҡаһында ауылдан сыҡҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар фәндә, әҙәбиәттә, сәнғәттә һәм башҡа йүнәлештәрҙә бүтәндәрҙе тиҙ үк ҡыуып етә. Әлбиттә, башҡорт халҡы вәкилдәрен хакимлыҡ иерархияһының юғары баҫҡыстарында ғына түгел, ә техник прогресты тәьмин иткән йүнәлештәрҙә лә күрге килә.
Һәр беребеҙҙең тормошо юғалтыуҙар менән табыштарҙан тора. Бәләкәй генә уңыштар сағыштырғыһыҙ ҙур еңелеүҙәр менән алмашына, ҡыуаныстар артынса көйөнөстәр йөрөй. Мостай Кәрим көллөбөҙгә лә Ерҙең сыуаҡ яғында йәшәүҙе теләһә лә, ысынбарлыҡта улай килеп сыҡмай.
(Аҙағы бар).