Оло тормош тәжрибәһе туплаған Әфҡәт Ниғмәтуллин менән осрашып һөйләшеү үҙе бер ғүмер. Район тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес беҙҙең төбәккә 1978 йылда килә.Тәүҙә “Урал” колхозында бригадир, мал һимертеү комплексында етәксе вазифаһын атҡара. Шайморатов исемендәге колхоздың баш агрономы, рәйес урынбаҫары һәм рәйесе лә була ул. Ғүмер буйы тынғыһыҙ тормошта йәшәү, бәләкәй саҡтан ҡанына һеңгән хеҙмәт, тиктормаҫлыҡ, лидерлыҡ сифаттары арҡаһында бөгөн дә тыныс ҡына өйҙә ултыра алмай. Ветерандарҙың йәшәйеше өсөн борсола, кешеләрҙе дингә ылыҡтырыу, дөрөҫ юлға баҫтырыу өсөн дә тырыша, көсөн йәлләмәй.
Ошо көндәрҙә һикһән йәшен тултырған бабайҙың әүҙемлеге йәштәрҙекенә алыштырғыһыҙ. Әле ул Шайморатов ауылының ветерандар советы рәйесе, мәсеттә имам-хатип вазифаларын башҡара. Яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыуҙан алып мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыуға тиклем бер сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыуҙан алып мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыуға тиклем бер сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Көслө рухлы, оптимист ауылдаштарының һүҙенә әле лә етәкселәр ҡолаҡ һала.
Әфҡәт Мәүлинбирҙе улы тыумышы менән Ғафури районының Яңы Ҡауарҙы ауылынан. Уның ялан аяҡлы бала сағы шул яҡтарҙың тау-урмандарында үткән. Атаһының армияға киткәнен бер аҙ булһа ла хәтерләй. Әсәһенең итәгенә тотоноп, Әлфирә һеңлеһе менән атаһын оҙатҡан мәлдәре күҙ алдында тора. Шул китеүҙән ул һуғышҡа алына. Ошо йылдарҙа малай уҡырға төшә, әммә, отҡорлоғо менән айырылып торһа ла, аслыҡ-яланғаслыҡ арҡаһында уҡыуын дауам итә алмай. Юҡлыҡ бик интектергәс, әсәһе үҙенең тыуған ауылы Үзбәккә ҡайтырға мәжбүр була. Йорт тәҙрәләренә таҡта ҡағып, йәйәүләп 18 саҡрымлыҡ юлға сығалар. Әсәһе һеңлеһен санаға ултыртып һөйрәп бара, ә ул ҡалышмаҫҡа тырышып аҙымдарын шәбәйтә. Малайҙың ауылды бер ҙә ҡалдырып киткеһе килмәй, артҡа әйләнеп ҡарағыһы килеп тик тора... Алда ла матур, яҡшы тормош ҡаршыламай. Апайҙарында оҙаҡ тора алмайҙар, башҡа берәүгә өйҙәш булып инергә тура килә. Тамаҡ туйҙырыу ғына түгел, өйҙө йылытыу ҙа бик мөһим. Әсәһе менән икәүләп сана һөйрәп урмандан утын әҙерләп алып ҡайталар. Буранда билдән көрт йырып йөрөүҙәрен оноторлоҡмо ни! Эш хаҡы өсөн ярты биҙрә туң бәрәңге бирәләр. Тамаҡ хаҡына төрлө эштәрҙе башҡарырға тура килә.
Ә тыуған ауыл күңел төпкөлөндә матур хәтирәләй онотолмай, бик һағындыра, йөрәк өҙөлөрҙәй булған мәлдәр аҙ булмай. Әсәһен өгөтләй торғас, ул да ризалаша, һәм яҙға табан тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайталар.
Ауыл уҡытыусыһы Мөтиғулла Шәйәхмәтов, малайҙың уҡымауы өсөн борсолоп, колхоз рәйесенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ғаиләгә бер аҙ аҙыҡ-түлек биреп, баланы мәктәпкә урынлаштыралар. Әфҡәт тырышып уҡый, отҡорлоғо менән башҡаларҙан айырылып тора.
Ул осорҙа кешеләр йоғошло сирҙәрҙән бик интегә. Әфҡәт тә тиф менән ауырый. Һауыҡҡандан һуң ҡаҡ һөйәккә ҡалған малай атаһының һуғыштан ҡайтып килеүен ишетә һәм абына-һөрлөгә уға ҡаршы йүгерә. Баҡһаң, аяғы яраланғас, госпиталдә оҙаҡ ҡына ятҡандан һуң, ғаиләһен күрһен тип, ай ярымға ҡайтарғандар. Икенсе көндә үк атаһын ырҙын табағына мөдир итеп саҡыралар. Ҡатыны ауырып киткәс, һалдаттың ялы биш айға оҙайтыла. Һуңынан “Таҙлар” станцияһына оҙаталар. Ғүмерлеккә хушлашыу көнө була был: Мәүлинбирҙенең яу яланында батырҙарса һәләк булыуы хаҡында “ҡара ҡағыҙ” алалар.
Әфҡәттең Сара исемле һеңлеһе донъяға килә... Ғаилә интегә-интегә көн күрә, кәлжемә һәм үлән менән туҡлана. Аслыҡтан шешенгән саҡтары ла була. Әммә бирешмәйҙәр, үҙҙәрен һәм яҡындарын ашатырға, йәндәрен аҫрарға ризыҡ табырға тырышалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сара, Евдокия исемле әбей һалып биргән ашты йотлоғоп-йотлоғоп ашағандан һуң ҡайтып килгәндә, ағаһының ҡулында йән бирә. Сәбәбен ас килеш ҡапыл ашауҙа күрәләр...
Мәктәпкә барғанда ике йылға аша сығырға тура килә. Боҙ киткәндә лә, ҡар ҡатыш ямғыр яуғанда ла. Яланғас тәпәйҙәр өшөй, таштары табанды өтә. Һыуҙан сыҡҡас, нимә бар, шуны аяҡтарына ябып йылынып алалар. Ошо уҡыу осоронда егет ҡорона етеп килгән Әфҡәт үҙе менән балта алып йөрөй һәм уҡыуҙан ҡайтышлай көн һайын берәр тирәк ҡырҡа. Аҙаҡ бригадирҙың ҡушҡанын үтәп, эш хаҡына үгеҙ алып, ағастарҙы ташый. Шулай итеп, үҫмер ауылдаштары ярҙамында серек өйҙәрен һипләтә, яңы солан төҙөтә, кәртә-ҡураны йүнәтә.
Армияла өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, уға тәүҙә комбайнер ярҙамсыһы, аҙаҡ ферма мөдире вазифаһын ышанып тапшыралар. Эш ярайһы яҡшы ғына барғас, тиҙҙән Талбазыға агрономдар курсына уҡырға ебәрәләр. Аҙаҡ комплекс бригадиры булып эш башлай. Отчет-һайлау йыйылышында 26 йәшлек Ниғмәтуллинды, уңғанлығын күреп, “Еҙем” колхозына рәйес итеп һайлап та ҡуялар. Хужалыҡ күтәрелһен, кешеләр матур йәшәһен өсөн ул бар тырышлығын һала. Колхозсыларға хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Етәксене халыҡ үҙ итә. Ошо йылдарҙа ситтән тороп ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлай Әфҡәт.
Һәүетемсә генә донъя көткәндә, ҡапыл ҡатыны Нәрисә фажиғәле вафат була. Ир береһенән-береһе бәләкәй өс ҡыҙ бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Тиҙҙән район етәкселеге лә алышына, ул үҙ командаһын йыя башлай. Әфҡәт Мәүлинбирҙе улы, үҙе ғариза яҙып, эштән китергә мәжбүр була. Тап ошо ваҡытта беҙҙең Ҡырмыҫҡалы районына эш һорап килә. Ул етәкләгән осорҙа колхоз алдынғылар рәтендә һанала. Йүнсел рәйес халыҡ етеш йәшәһен өсөн көсөн йәлләмәй. Изгелек эшләү күңеленә рәхәтлек кенә өҫтәй.
Яҙмыш юлында Римма Хәйбрахман ҡыҙының тап булыуы – үҙе бер бәхетле осраҡ. Ул да ике бала менән тол ҡалған. Шулай икәү донъя йөгөн әле лә бергә тартып киләләр. Балаларының барыһын да уҡыталар, Әфҡәт Ниғмәтуллиндың өс ҡыҙы ла табип һөнәрен һайлай. Ауыр ҡайғылар ҙа урап үтмәй уларҙы – икеһенең дә берәр балаһы фажиғәле һәләк була...
Тормош юлында кәртәләр осраһа ла, һаман алға ҡарап йәшәүен дауам итә Әфҡәт Мәүлинбирҙе улы. Сабый сағы етемлектә, ауырлыҡта үтһә лә, тура юлдан тайпылмай. Ғүмере үкенесле түгел, юҡҡа йәшәмәй ул был ерҙә. Үҙе артынан матур эҙ ҡалдырған оло йөрәкле яҡташыбыҙ йәш быуынға һәр йәһәттән дә өлгө.