Юҡҡа килмәгән ул был ергә30.12.2014
Юҡҡа килмәгән ул был ергә Оло тормош тәжрибәһе туплаған Әфҡәт Ниғмәтуллин менән осрашып һөйләшеү үҙе бер ғүмер. Район тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес беҙҙең төбәккә 1978 йылда килә.


Тәүҙә “Урал” колхозында бригадир, мал һи­мертеү комплексында етәксе ва­зифаһын ат­ҡара. Шайморатов исе­мен­дәге колхоздың баш агрономы, рәйес урынбаҫары һәм рәйесе лә була ул. Ғүмер буйы тынғыһыҙ тормошта йәшәү, бәләкәй саҡтан ҡанына һеңгән хеҙмәт, тиктормаҫлыҡ, лидерлыҡ си­фаттары арҡаһын­да бөгөн дә тыныс ҡына өйҙә ултыра алмай. Ветеран­дар­ҙың йәшә­йеше өсөн борсола, ке­ше­­ләр­ҙе дингә ылыҡтырыу, дөрөҫ юлға баҫ­тырыу өсөн дә тырыша, көсөн йәл­ләмәй.
Ошо көндәрҙә һикһән йәшен тултырған бабайҙың әүҙем­леге йәштәрҙе­кенә алыштыр­ғы­һыҙ. Әле ул Шаймо­ра­тов ауылының ветерандар советы рәйесе, мәсеттә имам-хатип вазифаларын баш­ҡара. Яңы тыуған сабый­ҙарға исем ҡушыуҙан алып мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыуға тиклем бер сара ла уның ҡат­наш­лығынан башҡа үтмәй. Яңы тыуған сабый­ҙарға исем ҡушыуҙан алып мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыуға тиклем бер сара ла уның ҡат­нашлығынан башҡа үтмәй. Көслө рухлы, оптимист ауыл­даш­тарының һүҙенә әле лә етәк­селәр ҡолаҡ һала.
Әфҡәт Мәүлинбирҙе улы тыумышы менән Ғафури районының Яңы Ҡа­уарҙы ауылынан. Уның ялан аяҡлы ба­ла сағы шул яҡтарҙың тау-урман­да­рында үткән. Атаһы­ның армияға кит­кәнен бер аҙ булһа ла хәтерләй. Әсә­һенең итә­генә тотоноп, Әлфирә һеңлеһе менән ата­һын оҙатҡан мәл­дәре күҙ алдында тора. Шул китеүҙән ул һуғышҡа алына. Ошо йылдарҙа ма­лай уҡырға төшә, әммә, отҡорлоғо ме­нән айырылып тор­һа ла, ас­­лыҡ-яланғаслыҡ арҡа­һында уҡы­уын дауам итә алмай. Юҡлыҡ бик интектергәс, әсәһе үҙенең тыуған ауы­лы Үз­бәккә ҡай­тырға мәжбүр була. Йорт тәҙрәләренә таҡта ҡағып, йәйәүләп 18 саҡрымлыҡ юлға сығалар. Әсәһе һеңлеһен санаға ултыртып һөй­рәп бара, ә ул ҡалышмаҫҡа тырышып аҙым­дарын шәбәйтә. Малай­ҙың ауылды бер ҙә ҡалдырып киткеһе килмәй, артҡа әйләнеп ҡарағыһы килеп тик тора... Алда ла матур, яҡшы тормош ҡаршыламай. Апайҙарында оҙаҡ тора алмайҙар, башҡа берәүгә өйҙәш булып инергә тура килә. Тамаҡ туйҙырыу ғына түгел, өйҙө йылытыу ҙа бик мөһим. Әсәһе менән икәүләп сана һөйрәп урмандан утын әҙерләп алып ҡайталар. Буранда билдән көрт йырып йөрөүҙәрен оноторлоҡмо ни! Эш хаҡы өсөн ярты биҙрә туң бәрәңге бирәләр. Тамаҡ хаҡына төрлө эштәрҙе башҡарырға тура килә.
Ә тыуған ауыл күңел төпкөлөндә матур хәтирәләй онотолмай, бик һағын­дыра, йөрәк өҙө­лөрҙәй булған мәлдәр аҙ булмай. Әсәһен өгөтләй торғас, ул да ризалаша, һәм яҙға табан тыуған яҡта­рына кире әйләнеп ҡайталар.
Ауыл уҡытыусыһы Мөтиғулла Шәйәх­мә­тов, малайҙың уҡымауы өсөн борсолоп, колхоз рә­йе­сенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ғаиләгә бер аҙ аҙыҡ-түлек биреп, баланы мәктәпкә урын­лаштыралар. Әфҡәт тырышып уҡый, отҡорлоғо менән баш­ҡаларҙан айырылып тора.
Ул осорҙа кешеләр йоғошло сирҙәр­ҙән бик интегә. Әфҡәт тә тиф менән ауырый. Һауыҡ­ҡандан һуң ҡаҡ һөйәккә ҡалған малай атаһы­ның һуғыштан ҡай­тып килеүен ишетә һәм абына-һөрлөгә уға ҡаршы йүгерә. Баҡһаң, аяғы яра­лан­ғас, госпиталдә оҙаҡ ҡына ятҡандан һуң, ғаиләһен күрһен тип, ай ярымға ҡайтар­ған­дар. Икенсе көндә үк атаһын ырҙын таба­ғына мөдир итеп саҡыра­лар. Ҡатыны ауырып киткәс, һалдаттың ялы биш айға оҙайтыла. Һуңынан “Таҙ­лар” станцияһына оҙаталар. Ғү­мер­лек­кә хушлашыу көнө була был: Мәү­лин­бир­ҙенең яу яланында батырҙарса һәләк булыуы хаҡында “ҡара ҡағыҙ” алалар.
Әфҡәттең Сара исемле һеңлеһе донъяға килә... Ғаилә интегә-интегә көн күрә, кәлжемә һәм үлән менән туҡлана. Аслыҡтан шешенгән саҡтары ла була. Әммә бирешмәйҙәр, үҙҙәрен һәм яҡында­рын ашатырға, йәндәрен аҫрарға ризыҡ табырға тырышалар. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, Сара, Евдокия исемле әбей һалып биргән ашты йотлоғоп-йотлоғоп аша­ғандан һуң ҡай­тып килгәндә, ағаһының ҡулында йән бирә. Сәбәбен ас килеш ҡапыл ашауҙа күрәләр...
Мәктәпкә барғанда ике йылға аша сығырға тура килә. Боҙ киткәндә лә, ҡар ҡатыш ямғыр яуғанда ла. Яланғас тәпәйҙәр өшөй, таштары табанды өтә. Һыу­ҙан сыҡҡас, нимә бар, шуны аяҡта­рына ябып йылынып алалар. Ошо уҡыу осоронда егет ҡорона етеп килгән Әфҡәт үҙе менән балта алып йөрөй һәм уҡыу­ҙан ҡай­тышлай көн һайын берәр тирәк ҡырҡа. Аҙаҡ бригадирҙың ҡушҡанын үтәп, эш хаҡына үгеҙ алып, ағастарҙы ташый. Шулай итеп, үҫмер ауылдаштары ярҙамында серек өйҙә­рен һип­ләтә, яңы солан төҙөтә, кәртә-ҡураны йүнәтә.
Армияла өс йыл хеҙмәт итеп ҡайт­ҡас, уға тәүҙә комбайнер ярҙамсыһы, аҙаҡ ферма мө­дире вазифаһын ышанып тапшы­ралар. Эш ярайһы яҡшы ғына барғас, тиҙҙән Талбазыға агрономдар курсына уҡырға ебәрәләр. Аҙаҡ комплекс бригадиры булып эш башлай. Отчет-һайлау йыйылышында 26 йәшлек Ниғмәтул­лин­ды, уңғанлығын күреп, “Еҙем” колхозына рә­йес итеп һайлап та ҡуялар. Хужалыҡ күтә­рел­һен, кешеләр матур йәшәһен өсөн ул бар тырышлығын һала. Колхозсыларға хеҙмәт ха­ҡы ваҡы­тында түләнә. Етәк­сене халыҡ үҙ итә. Ошо йылдарҙа сит­тән тороп ауыл хужалығы инсти­ту­ты­ның агрономия факультетын тамамлай Әфҡәт.
Һәүетемсә генә донъя көткәндә, ҡа­пыл ҡа­тыны Нәрисә фажиғәле вафат була. Ир бе­реһенән-береһе бәләкәй өс ҡыҙ бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Тиҙҙән район етәкселеге лә алышына, ул үҙ командаһын йыя башлай. Әф­ҡәт Мәүлинбирҙе улы, үҙе ғариза яҙып, эш­тән китергә мәжбүр була. Тап ошо ва­ҡытта беҙҙең Ҡырмыҫҡалы районы­на эш һорап килә. Ул етәкләгән осорҙа колхоз алдын­ғылар рәтендә һанала. Йүнсел рәйес халыҡ етеш йәшәһен өсөн көсөн йәлләмәй. Изгелек эшләү күңеленә рәхәтлек кенә өҫтәй.
Яҙмыш юлында Римма Хәйбрахман ҡыҙы­ның тап булыуы – үҙе бер бә­хетле осраҡ. Ул да ике бала менән тол ҡалған. Шулай икәү донъя йөгөн әле лә бергә тартып киләләр. Бала­ла­рының барыһын да уҡыталар, Әфҡәт Ниғмә­тул­линдың өс ҡыҙы ла табип һөнәрен һайлай. Ауыр ҡайғы­лар ҙа урап үтмәй уларҙы – ике­һенең дә берәр балаһы фажиғәле һәләк була...
Тормош юлында кәртәләр осраһа ла, һаман алға ҡарап йәшәүен дауам итә Әфҡәт Мәүлин­бирҙе улы. Сабый сағы етемлектә, ауырлыҡта үтһә лә, тура юлдан тайпылмай. Ғүмере үке­нес­ле түгел, юҡҡа йәшәмәй ул был ерҙә. Үҙе артынан матур эҙ ҡалдырған оло йөрәкле яҡташыбыҙ йәш быуынға һәр йәһәттән дә өлгө.


Вернуться назад