Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәләл ризыҡ менән туҡланайыҡ
Мосолманға сусҡа итен ни өсөн ашарға ярамағанлығын үҙем белгән-ишеткән мәғлүмәттәргә таянып аңлатырға теләйем.

Әсәйемдең “Магазин итен ашап ауырыйһығыҙ” тигән һүҙҙәренә көлөп кенә ҡарай торғайным. Йомшаҡ була тип, сусҡаныҡын билмәнгә ҡушып ебәргән, колбасаны сиратта тороп алған ваҡыттар бар ине. Барыһы ла ярамағанлығын ныҡлап аңламаған­лыҡтан булған, әлбиттә.
Ҡөрьәндә сусҡа ите харам иҫәп­ләнә. Әммә кемдер уны асығыу сәбәпле ашарға мәжбүр була икән, гонаһы юҡ тиелгән. Ҡөрьәндең хикмәттәре, меңдәрсә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, ғалимдар тарафынан тикшереп бөтөлмәгән. Әленән-әле яңы асышҡа юлығабыҙ. Әйткәндәй, Ҡөрьән хикмәттәре менән ҡыҙыҡһынған ғалимдарҙың барыһы ла Исламды ҡабул иткән. Ә беҙ, мосолман була тороп та, Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәмәй­беҙ, тәкәбберлек күрһәтәбеҙ.
Сусҡа итенең кеше организмына зарарлы икәнен аңлатҡан фәнни асыштар бихисап. Хәҙерге заман ғалимдары әйтеүенсә, дуңғыҙ күп ашай, бысраҡта соҡона, сысҡан, ҡомаҡтарҙан да баш тартмай. Уның тәнендә урын тапҡан микробтар, вирустар тиҙ генә дауалап булмай торған ауырыуҙар тарата. Өҫтәүенә, психологтарҙың әйтеүенсә, сусҡа итен ашаған кешегә был хайуандың тиҫкәре, яман холҡо ла күсә.
Халҡыбыҙҙың быуаттар буйы яратып ашаған ризыҡтары бар. Мәҫәлән, ата-бабабыҙ йылҡы итен үҙ иткән. Ат – бик таҙа һәм аҡыллы хайуан. Ул бит һыуҙы ла ашыҡмайса, һөҙөп эсә. Ошондай ризығыбыҙ булғанда, ниңә беҙгә хәрәмгә ынтылырға? Ҡөрьәнгә тыйыуҙар бит тәнебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлау маҡсатында индерелгән. Барыбыҙға ла хәләл ризыҡ менән туҡланырға яҙһын, хөрмәтле ҡәр­ҙәш­тәр. Малдарыбыҙ бәрәкәтле булһын, үҙебеҙ имен-һау йәшәйек.




Автор: Зәйтүнә КҮҪӘПОВА. Район: Салауат ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә