Хәләл ризыҡ менән туҡланайыҡ26.12.2014
Мосолманға сусҡа итен ни өсөн ашарға ярамағанлығын үҙем белгән-ишеткән мәғлүмәттәргә таянып аңлатырға теләйем.
Әсәйемдең “Магазин итен ашап ауырыйһығыҙ” тигән һүҙҙәренә көлөп кенә ҡарай торғайным. Йомшаҡ була тип, сусҡаныҡын билмәнгә ҡушып ебәргән, колбасаны сиратта тороп алған ваҡыттар бар ине. Барыһы ла ярамағанлығын ныҡлап аңламағанлыҡтан булған, әлбиттә.
Ҡөрьәндә сусҡа ите харам иҫәпләнә. Әммә кемдер уны асығыу сәбәпле ашарға мәжбүр була икән, гонаһы юҡ тиелгән. Ҡөрьәндең хикмәттәре, меңдәрсә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, ғалимдар тарафынан тикшереп бөтөлмәгән. Әленән-әле яңы асышҡа юлығабыҙ. Әйткәндәй, Ҡөрьән хикмәттәре менән ҡыҙыҡһынған ғалимдарҙың барыһы ла Исламды ҡабул иткән. Ә беҙ, мосолман була тороп та, Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәмәйбеҙ, тәкәбберлек күрһәтәбеҙ.
Сусҡа итенең кеше организмына зарарлы икәнен аңлатҡан фәнни асыштар бихисап. Хәҙерге заман ғалимдары әйтеүенсә, дуңғыҙ күп ашай, бысраҡта соҡона, сысҡан, ҡомаҡтарҙан да баш тартмай. Уның тәнендә урын тапҡан микробтар, вирустар тиҙ генә дауалап булмай торған ауырыуҙар тарата. Өҫтәүенә, психологтарҙың әйтеүенсә, сусҡа итен ашаған кешегә был хайуандың тиҫкәре, яман холҡо ла күсә.
Халҡыбыҙҙың быуаттар буйы яратып ашаған ризыҡтары бар. Мәҫәлән, ата-бабабыҙ йылҡы итен үҙ иткән. Ат – бик таҙа һәм аҡыллы хайуан. Ул бит һыуҙы ла ашыҡмайса, һөҙөп эсә. Ошондай ризығыбыҙ булғанда, ниңә беҙгә хәрәмгә ынтылырға? Ҡөрьәнгә тыйыуҙар бит тәнебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлау маҡсатында индерелгән. Барыбыҙға ла хәләл ризыҡ менән туҡланырға яҙһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Малдарыбыҙ бәрәкәтле булһын, үҙебеҙ имен-һау йәшәйек.