Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡолғонаға Интернет килде
Ҡолғонаға Интернет килде Был ауыл – район үҙәгенән 90 километр алыҫлыҡта урынлашҡан иң алыҫ биләмә. Әммә уны “төпкөл” тип әйтергә тел әйләнмәй, сөнки заман менән бергә атлау өсөн бөгөн бөтә шарттар ҙа бар бында.

Колхоз заманында тирә-яҡ тотош баҫыуға әйләнеү сәбәпле, ферма малдарын йәйләүгә ҡыуа торғайнылар. Миңә, алты-ете йәшлек малайға, был ауыл менән тәүге тапҡыр ағайыма эйәреп нәҡ шул йәйләүгә барғанда таны­шыр­ға насип булды. Бер уйлаһаң, был ваҡиғаға инде сирек быуат ваҡыт үтеп киткән, ә шул саҡтағы тәьҫо­раттар бөгөн дә күңелемдә һаҡла­на. Юлда ҡаршылаған бейек ҡая- таштар, мөһабәт тауҙар, уҡтай төҙ ҡарағайҙар әле лә хәтерҙә. “Эх, тағы ҡасан күрермен икән шул матурлыҡты?” – тип хыялланған­да форсат сыҡты бит. Ауылда оптика-сүс линия һуҙыу эшенең уңыш­лы тамамланыуы хаҡында ишетеп шатландым. Тимәк, Интернет селтәре яҡшы­расаҡ, телевидение каналдары артасаҡ һәм сымһыҙ элемтә барлыҡҡа киләсәк.
Ҡолғонаға Интернет килде…Былтыр Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, “Стәр­летамаҡ—Белорет” юлын төҙөү эштәре менән танышҡанда, Ҡолғо­на ауылында ла булғайны. Эш сәфәре барышында республика етәксеһе урындағы халыҡ менән осрашып, уларҙы борсоған мәсьә­ләләрҙе белеште. Ҡолғоналар юл­дарҙың торошона, элемтә на­сарлығына зарланды. Президент һүҙендә торҙо – хәҙер юлдар йүнәтелә, оптика-сүс кабеле лә килеп етте!
Ҡолғонаға мин иҫәпләгәндән күп­кә тиҙерәк килеп еттек. Ысынлап та, бәләкәй саҡта күргән со­ҡор-саҡырлы юлдар түгел икән хәҙер.
“Һай, урманым, урманым, күп­те күргән урмандарым минең. ...Һин әҙәм балаларын утлы, һыулы, ризыҡлы, йорт-ерле ит­кән­һең”, — тип данлай халыҡ яҙыусыһы, ҡол­ғоналарҙың яҡта­шы Ноғман Му­син “ағастар бат­шалығын”. Ысын­лап та, ҡол­ғона­ларҙың күҙ терәп торғаны – урман! Шуға беҙҙе һәр ҡай­һы­һында тиерлек “Урал” машинаһы торған ихаталар ҡаршы алыуға һис тә ап­ты­раманыҡ, киреһенсә: “Бында дәрт­ле, тырыш халыҡ йәшәй икән”, — тигән һөйөнөслө һығым­таға килдек.
Ҡолғоналарҙың күбеһе, урын­дағы урмансылыҡ күптән бөтө­рөлһә лә, үҙ яҙмышын һаман да ағас эшендә эҙләй. Күпләп мал тотоусылар ҙа юҡ түгел. Ауылда 200-гә яҡын баш умарта иҫәпләнә. Ит-бал күп тә, тик һатыу еңел түгел, ти халыҡ. Яйы сыҡһа, осһоҙға “оҙатырға” ла мәжбүрҙәр. Юл­дар яҡшырыу менән эштә­ренең еңеләйеренә, тауарҙа­ры­ның тиҙ һәм һөҙөмтәле һаты­­лыры­на иҫәп тота ҡол­ғона­лар.
Тәбиғәте генә түгел, халҡы ла үҙен­сәлекле бында. Холоҡ-фиғел­дәре аптырата, тормошҡа ҡа­раш­тары ла ябай. Мәҫәлән, быға тиклем юлһыҙ, бәйләнешһеҙ ауылдан йәштәр күптән ҡасып, таралышып бөтөр ине, әммә ҡолғоналар, киреһенсә, ишәйә генә. Дүрт-биш, алты бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә юҡ түгел. Ихлас та, ябай ҙа, тырыш та, һәләтле лә бында халыҡ!
Туп-тура мәктәпкә килеп төш­төк. Интернет тиҙлеген иң беренсе бында һынап ҡараған­дар. Шуға­лыр­мы, дәрес ваҡыты күптән үтһә лә, уҡыусылар тара­лыр­ға ашыҡ­май, компьютер тирәһендә урала.
— Бөтә фәндәрҙән дә яҡшы уҡыйым, әммә иң яратҡаным – тирә-яҡты өйрәнеү дәресе. Интернет ярҙамында хәҙер барлыҡ илдәр менән дә таныша алам, улар тураһында мәғлүмәт туп­ларға бу­ла, — тип шатлана V класс уҡыусыһы Сөмбөл Суфыева.
— Эйе, балаларға ғына түгел, бөтә ауыл халҡы өсөн мөмкин­лектәр артты, — ти, Сөмбөлдөң һүҙен ҡеүәтләп, информатика уҡытыусыһы Вячеслав Югай ҙа.
— Элек Интернет телефон кабеле аша ғына килеү сәбәпле, тотороҡло түгел ине, өҙөлөп, юғалып ҡуйған саҡтары ла булды. Хәҙер ундай етешһеҙлек тарихта ғына ҡалды. Был проектты күптән тормошҡа ашырырға ниәтләй инек. Ҡолғоналарҙың республика Президентына мөрәжәғәт итеүе, район хакимиәтенең ярҙамы эште күпкә тиҙләтте. Линия һуҙыу йәй аҙағында ғына башланыуға, ә кабелдең таулы-ташлы төбәктә һалыныуына ҡарамаҫтан, тиҙ тамамланды. Хәҙер теләгән һәр кем үҙ йортонда йөҙҙән ашыу телевидение каналын ҡарай ала, сым­һыҙ элемтә компаниялары теләк бел­дерһә, кеҫә телефоны ла эшләп китәсәк, — ти “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиә­тенең Ишембай район элемтә үҙәге начальнигы Ринат Сөләй­мәнов.
Дөрөҫөн әйткәндә, Ишембай районының күп ауылдары хәҙер ҡаланан ҡалышмай: Интернет, телевидение, кеҫә телефоны яңы­лыҡ түгел, юлдар ялтырап ята, ә эшләйем тигән кешегә ҡайҙа ла форсат табыла ул. Төпкөлдө лә үҙәккә әйләндерергә була, тик уҡырға мәктәбе, һаулыҡты һаҡ­ларға – дауаханаһы, йырлап-бейергә клубы ғына булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә