Был ауыл – район үҙәгенән 90 километр алыҫлыҡта урынлашҡан иң алыҫ биләмә. Әммә уны “төпкөл” тип әйтергә тел әйләнмәй, сөнки заман менән бергә атлау өсөн бөгөн бөтә шарттар ҙа бар бында.Колхоз заманында тирә-яҡ тотош баҫыуға әйләнеү сәбәпле, ферма малдарын йәйләүгә ҡыуа торғайнылар. Миңә, алты-ете йәшлек малайға, был ауыл менән тәүге тапҡыр ағайыма эйәреп нәҡ шул йәйләүгә барғанда танышырға насип булды. Бер уйлаһаң, был ваҡиғаға инде сирек быуат ваҡыт үтеп киткән, ә шул саҡтағы тәьҫораттар бөгөн дә күңелемдә һаҡлана. Юлда ҡаршылаған бейек ҡая- таштар, мөһабәт тауҙар, уҡтай төҙ ҡарағайҙар әле лә хәтерҙә. “Эх, тағы ҡасан күрермен икән шул матурлыҡты?” – тип хыялланғанда форсат сыҡты бит. Ауылда оптика-сүс линия һуҙыу эшенең уңышлы тамамланыуы хаҡында ишетеп шатландым. Тимәк, Интернет селтәре яҡшырасаҡ, телевидение каналдары артасаҡ һәм сымһыҙ элемтә барлыҡҡа киләсәк.
…Былтыр Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, “Стәрлетамаҡ—Белорет” юлын төҙөү эштәре менән танышҡанда, Ҡолғона ауылында ла булғайны. Эш сәфәре барышында республика етәксеһе урындағы халыҡ менән осрашып, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе белеште. Ҡолғоналар юлдарҙың торошона, элемтә насарлығына зарланды. Президент һүҙендә торҙо – хәҙер юлдар йүнәтелә, оптика-сүс кабеле лә килеп етте!
Ҡолғонаға мин иҫәпләгәндән күпкә тиҙерәк килеп еттек. Ысынлап та, бәләкәй саҡта күргән соҡор-саҡырлы юлдар түгел икән хәҙер.
“Һай, урманым, урманым, күпте күргән урмандарым минең. ...Һин әҙәм балаларын утлы, һыулы, ризыҡлы, йорт-ерле иткәнһең”, — тип данлай халыҡ яҙыусыһы, ҡолғоналарҙың яҡташы Ноғман Мусин “ағастар батшалығын”. Ысынлап та, ҡолғоналарҙың күҙ терәп торғаны – урман! Шуға беҙҙе һәр ҡайһыһында тиерлек “Урал” машинаһы торған ихаталар ҡаршы алыуға һис тә аптыраманыҡ, киреһенсә: “Бында дәртле, тырыш халыҡ йәшәй икән”, — тигән һөйөнөслө һығымтаға килдек.
Ҡолғоналарҙың күбеһе, урындағы урмансылыҡ күптән бөтөрөлһә лә, үҙ яҙмышын һаман да ағас эшендә эҙләй. Күпләп мал тотоусылар ҙа юҡ түгел. Ауылда 200-гә яҡын баш умарта иҫәпләнә. Ит-бал күп тә, тик һатыу еңел түгел, ти халыҡ. Яйы сыҡһа, осһоҙға “оҙатырға” ла мәжбүрҙәр. Юлдар яҡшырыу менән эштәренең еңеләйеренә, тауарҙарының тиҙ һәм һөҙөмтәле һатылырына иҫәп тота ҡолғоналар.
Тәбиғәте генә түгел, халҡы ла үҙенсәлекле бында. Холоҡ-фиғелдәре аптырата, тормошҡа ҡараштары ла ябай. Мәҫәлән, быға тиклем юлһыҙ, бәйләнешһеҙ ауылдан йәштәр күптән ҡасып, таралышып бөтөр ине, әммә ҡолғоналар, киреһенсә, ишәйә генә. Дүрт-биш, алты бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә юҡ түгел. Ихлас та, ябай ҙа, тырыш та, һәләтле лә бында халыҡ!
Туп-тура мәктәпкә килеп төштөк. Интернет тиҙлеген иң беренсе бында һынап ҡарағандар. Шуғалырмы, дәрес ваҡыты күптән үтһә лә, уҡыусылар таралырға ашыҡмай, компьютер тирәһендә урала.
— Бөтә фәндәрҙән дә яҡшы уҡыйым, әммә иң яратҡаным – тирә-яҡты өйрәнеү дәресе. Интернет ярҙамында хәҙер барлыҡ илдәр менән дә таныша алам, улар тураһында мәғлүмәт тупларға була, — тип шатлана V класс уҡыусыһы Сөмбөл Суфыева.
— Эйе, балаларға ғына түгел, бөтә ауыл халҡы өсөн мөмкинлектәр артты, — ти, Сөмбөлдөң һүҙен ҡеүәтләп, информатика уҡытыусыһы Вячеслав Югай ҙа.
— Элек Интернет телефон кабеле аша ғына килеү сәбәпле, тотороҡло түгел ине, өҙөлөп, юғалып ҡуйған саҡтары ла булды. Хәҙер ундай етешһеҙлек тарихта ғына ҡалды. Был проектты күптән тормошҡа ашырырға ниәтләй инек. Ҡолғоналарҙың республика Президентына мөрәжәғәт итеүе, район хакимиәтенең ярҙамы эште күпкә тиҙләтте. Линия һуҙыу йәй аҙағында ғына башланыуға, ә кабелдең таулы-ташлы төбәктә һалыныуына ҡарамаҫтан, тиҙ тамамланды. Хәҙер теләгән һәр кем үҙ йортонда йөҙҙән ашыу телевидение каналын ҡарай ала, сымһыҙ элемтә компаниялары теләк белдерһә, кеҫә телефоны ла эшләп китәсәк, — ти “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Ишембай район элемтә үҙәге начальнигы Ринат Сөләймәнов.
Дөрөҫөн әйткәндә, Ишембай районының күп ауылдары хәҙер ҡаланан ҡалышмай: Интернет, телевидение, кеҫә телефоны яңылыҡ түгел, юлдар ялтырап ята, ә эшләйем тигән кешегә ҡайҙа ла форсат табыла ул. Төпкөлдө лә үҙәккә әйләндерергә була, тик уҡырға мәктәбе, һаулыҡты һаҡларға – дауаханаһы, йырлап-бейергә клубы ғына булһын!