Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәй үтһә лә, эш бөтмәй
Йәй үтһә лә, эш бөтмәй Геннадий Григорьевич менән ҡыҙыу ураҡ мәлендә үк осрашырға һүҙ бирешкәйнек, тик донъя мәшәҡәттәре ҡамасауланы ла торҙо. Шулай ҙа яңыраҡ уңайһыҙланып ҡына шылтыратҡас, уның: “Әйҙә, ҡустым, кил, һиңә мәҡәлә яҙырлыҡ күренештәр бар ул. Йәй үтһә лә, эш бөтмәй бит”, — тигән һүҙҙәре күңелдә яҡты өмөт уятты.

Хәтеремдә, мәктәптә уҡыған сағымда (үткән быуаттың 90-сы йылдарында) магазиндарҙа тауар аҙ булды. Шул осорҙа ауылда киоск асылды. Ошо бәләкәй генә сауҙа нөктәһендә ауыл халҡы йәне теләгән тауарҙы рәхәтләнеп һатып алды. “Петровскийҙағы Лейтер тигән эшҡыуарҙыҡы икән”, — тигән хәбәр ауылда йәшен тиҙлегендә таралды. Баҡтиһәң, был эшҡыуарҙың бер түгел, өс магазины бар икән. Маҡарҙа ла, тыуған ауылында ла шундай уҡ киосктар асҡан. Ни өсөн кисәге медицина университеты студентының йүнселлеккә тотоноп киткәнен Геннадий Григорьевич бөгөн үҙе лә аңлата алмай, “заманы шулай ине”, тип кенә ҡуйҙы. Һәр хәлдә ошо ҡыйыулығы, булдыҡ­лы­лығы уның артабан уңышлы эшҡыуар, хәс­тәрлекле депутат, абруйлы шәхес булып китеүенә нигеҙ булып торғандыр.
Геннадий Лейтер, ун йыл дауамында тәжрибә туплағандан һуң, көтмәгәндә ауыл хужалығына тотоноп китә.
Йәй үтһә лә, эш бөтмәй— Ауыл балаһы булараҡ, мал үрсетергә, иген үҫтерергә хыяллана торғайным, — тип аңлата фермер бөгөн был аҙымын.
Нисек кенә булма­һын, Геннадий Гри­горье­вич “Лейтер” ти­гән агропредприятие булдырып ҡына ҡалманы, уның эшен яйға һалғандан һуң, күр­ше Васильевка ауылында бөлгөн­лөк­кә төшөп барған “Победа” хужалығын да үҙ ҡанаты аҫтына алды.
— Ферма ла, ырҙын да, гараж да бер урын­да урынлашҡан – бик ҡулайлы. Баҫыу­ҙар ҙа эргәлә генә, шуға эште ойоштороу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙыр­май. Ҡул аҫтын­дағыларҙан да уңдым: һәр кем үҙ эшен еренә еткереп башҡара, илке-һалҡы йөрөгәндәр юҡ. Эш хаҡы ла хеҙмәткә ҡарап баһалана, — ти Геннадий Григорьевич. – “500 ферма” про­грам­маһы хаҡында ишеткәс тә ҡушылырға булдыҡ. Минеңсә, был — бик кәрәкле аҙым. Беренсенән, хужалыҡ сығымдар һаҙлығына батмай, икенсенән, яңы бина төҙөлөүе һәм эш урындары барлыҡҡа килеүе фермер өсөн генә мөһим түгел, ә урындағы халыҡтың киләсәген дә ҡайғыртыу ул, — тип программаны юғары баһалай етәксе.
Планға ярашлы, ферманың ике бинаһы үҙгәртеп ҡорола, яңыртыла, йыһазландырыла. Мәҫәлән, элек һауынсылар һөттө бер урынға йыйыр өсөн күтәреп ташыһа, хәҙер иһә ул махсус торбаларҙан ғына аға. Бынан тыш, хәстәрлекле хужа эшсәндәренә яҡшы шарттар булдырыу хаҡында ла онотмай: ял бүлмәһе үҙе ни тора! Әйткәндәй, эштәрҙе яңы йылға тиклем тамамлау күҙаллана.
— Артабан да мал һанын арттырырға, һауын һыйырҙарын ишәйтергә планлаштырабыҙ, — ти хужа ферма менән таныштырған арала.
Фермерҙың бер нисә хужалығын ҡарап сығыу өсөн көн дә етмәй ҡалды. “Лейтер”ҙа йәнә һауын һыйырҙарына укол һалдырыуға ла шаһит булдыҡ, баҫыуға тиреҫ сығарыуҙы ла күҙәттек, Геннадий Григорьевичтың ғорурлығы – республика конкурс­тары еңеүсеһе “Өйәнәк” исемле тоҡомло йөк атын да яратып өлгөрҙөк. Иң мөһиме — ҡайһы хужалыҡҡа барма, һәммәһендә лә халыҡтың тырышып һәм дәррәү эшләүе тыуған яғымда тормоштоң киләсәктә лә һүрелмәҫенә инандырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә