Геннадий Григорьевич менән ҡыҙыу ураҡ мәлендә үк осрашырға һүҙ бирешкәйнек, тик донъя мәшәҡәттәре ҡамасауланы ла торҙо. Шулай ҙа яңыраҡ уңайһыҙланып ҡына шылтыратҡас, уның: “Әйҙә, ҡустым, кил, һиңә мәҡәлә яҙырлыҡ күренештәр бар ул. Йәй үтһә лә, эш бөтмәй бит”, — тигән һүҙҙәре күңелдә яҡты өмөт уятты. Хәтеремдә, мәктәптә уҡыған сағымда (үткән быуаттың 90-сы йылдарында) магазиндарҙа тауар аҙ булды. Шул осорҙа ауылда киоск асылды. Ошо бәләкәй генә сауҙа нөктәһендә ауыл халҡы йәне теләгән тауарҙы рәхәтләнеп һатып алды. “Петровскийҙағы Лейтер тигән эшҡыуарҙыҡы икән”, — тигән хәбәр ауылда йәшен тиҙлегендә таралды. Баҡтиһәң, был эшҡыуарҙың бер түгел, өс магазины бар икән. Маҡарҙа ла, тыуған ауылында ла шундай уҡ киосктар асҡан. Ни өсөн кисәге медицина университеты студентының йүнселлеккә тотоноп киткәнен Геннадий Григорьевич бөгөн үҙе лә аңлата алмай, “заманы шулай ине”, тип кенә ҡуйҙы. Һәр хәлдә ошо ҡыйыулығы, булдыҡлылығы уның артабан уңышлы эшҡыуар, хәстәрлекле депутат, абруйлы шәхес булып китеүенә нигеҙ булып торғандыр.
Геннадий Лейтер, ун йыл дауамында тәжрибә туплағандан һуң, көтмәгәндә ауыл хужалығына тотоноп китә.
— Ауыл балаһы булараҡ, мал үрсетергә, иген үҫтерергә хыяллана торғайным, — тип аңлата фермер бөгөн был аҙымын.
Нисек кенә булмаһын, Геннадий Григорьевич “Лейтер” тигән агропредприятие булдырып ҡына ҡалманы, уның эшен яйға һалғандан һуң, күрше Васильевка ауылында бөлгөнлөккә төшөп барған “Победа” хужалығын да үҙ ҡанаты аҫтына алды.
— Ферма ла, ырҙын да, гараж да бер урында урынлашҡан – бик ҡулайлы. Баҫыуҙар ҙа эргәлә генә, шуға эште ойоштороу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ҡул аҫтындағыларҙан да уңдым: һәр кем үҙ эшен еренә еткереп башҡара, илке-һалҡы йөрөгәндәр юҡ. Эш хаҡы ла хеҙмәткә ҡарап баһалана, — ти Геннадий Григорьевич. – “500 ферма” программаһы хаҡында ишеткәс тә ҡушылырға булдыҡ. Минеңсә, был — бик кәрәкле аҙым. Беренсенән, хужалыҡ сығымдар һаҙлығына батмай, икенсенән, яңы бина төҙөлөүе һәм эш урындары барлыҡҡа килеүе фермер өсөн генә мөһим түгел, ә урындағы халыҡтың киләсәген дә ҡайғыртыу ул, — тип программаны юғары баһалай етәксе.
Планға ярашлы, ферманың ике бинаһы үҙгәртеп ҡорола, яңыртыла, йыһазландырыла. Мәҫәлән, элек һауынсылар һөттө бер урынға йыйыр өсөн күтәреп ташыһа, хәҙер иһә ул махсус торбаларҙан ғына аға. Бынан тыш, хәстәрлекле хужа эшсәндәренә яҡшы шарттар булдырыу хаҡында ла онотмай: ял бүлмәһе үҙе ни тора! Әйткәндәй, эштәрҙе яңы йылға тиклем тамамлау күҙаллана.
— Артабан да мал һанын арттырырға, һауын һыйырҙарын ишәйтергә планлаштырабыҙ, — ти хужа ферма менән таныштырған арала.
Фермерҙың бер нисә хужалығын ҡарап сығыу өсөн көн дә етмәй ҡалды. “Лейтер”ҙа йәнә һауын һыйырҙарына укол һалдырыуға ла шаһит булдыҡ, баҫыуға тиреҫ сығарыуҙы ла күҙәттек, Геннадий Григорьевичтың ғорурлығы – республика конкурстары еңеүсеһе “Өйәнәк” исемле тоҡомло йөк атын да яратып өлгөрҙөк. Иң мөһиме — ҡайһы хужалыҡҡа барма, һәммәһендә лә халыҡтың тырышып һәм дәррәү эшләүе тыуған яғымда тормоштоң киләсәктә лә һүрелмәҫенә инандырҙы.