Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамайҙар
Ҡырмыҫҡалы – халыҡ күп йәшәгән, башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш, мордва, ҡыҫҡаһы, 40-тан ашыу милләт вәкиле теркәлгән, 16 ауыл биләмәһенән торған район. Өфөгә яҡын урынлашҡан был төбәктә йәшәйештең һәр тармағы буйынса эштәр баш ҡала кимәлендәгеләй юғары сифатта башҡарыла. Мәғариф өлкәһенең дә иҡтисади, сәйәси, социаль йүнәлештә үҫеш өсөн таяныс булырҙай йәш быуынды тәрбиәләү маҡсаты менән йәшәүе – быға асыҡ миҫал. Башлыса етештереү тармағына нигеҙләнгән район бюджетының социаль йүнәлешкә ҙур иғтибар бүлеүе белем биреү эшен уңышлы атҡарып сығыуға булышлыҡ итә.
Яңы, заманса белем биреү, Ватаныбыҙҙың ысын граждандарын тәрбиәләү – был йүнә­леш­тәге төп маҡсаттарҙың береһе. Бөгөн мәктәпкәсә, башланғыс, төп, урта дөйөм һәм өҫтәмә бе­лем биреү, спорт-һауыҡтырыу һәм башҡа төр 43 учреждениела 8 меңләгән бала уҡый, тәрбиә­ләнә, 2 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 788 педагогик хеҙмәткәр эшләй.
Районда уҡытыу системаһы рес­публика һәм муниципаль программаларға ярашлы алып ба­рыла. Тыуып торған финанс ҡытыршылыҡтарға ҡарамаҫтан, иғтибар тәү сиратта мәғариф өлкәһен үҫтереүгә, уның техник базаһын камиллаштырыуға бүле­нә. Дөйөм белем биреү система­һын замансалаштырыу буйынса саралар күрелә, федераль һәм республика ҡаҙнаһынан килгән субсидиялар мәктәптәргә спорт ҡорамалдары, уҡыусыларға медицина ярҙамы күрһәтеү, туҡла­ныуҙы ойоштороу өсөн кәрәк-яраҡ алыуға, китапханаларҙы тулылан­дырыуға, кадрҙарҙың һөнәри оҫталығын арттырыу, биналарҙы йылытыу, ремонтлау эшенә йүнәл­телә.
Башланғыс белем биреү систе­маһы алдына бик ҙур маҡсаттар ҡуйылған, шуларҙың береһе – баланы дәүләт уҡытыу стандартына тап килгән шарттарҙа тәрбиәләү. Һуңғы йыл эсендә генә мәктәп­кәсә учреждениеларға йөрө­гән­дәр­ҙең һаны 233 балаға артҡан. 2013 йылда Һәүәләй, Олокүл, Кон­стантиновка, Ефремкин ауыл­дарындағы балалар баҡсаларын­да 160 өҫтәмә урын булдырылған. Уларға үткәрелгән капиталь ремонт өсөн республика ҡаҙнаһы­нан 10 миллион һум аҡса бү­­лен­гән. Киләсәктә балалар ба­ҡ­­са­һына булған сиратты кәметеү­ҙең альтернатив формаларын, йәғни ғаилә йә шәхси баҡсалар булдырыуҙы киңерәк ҡулланыу күҙаллана.
Заман талаптарына яуап бир­гән мәктәптәрҙә һәләтле уҡыусы­ларҙы артабан үҫтереүгә, рес­­пуб­ли­ка, ил кимәлендәге бәй­геләргә әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелә. Райондың иң яҡшы 10 уҡыусыһы ай һайын 500-әр һумлыҡ стипендия ала.
2013 йылдың майында ЮНЕСКО тарафынан Ханты-Манси ҡалаһында үткәрелгән “Бер планета – бер киләсәк” халыҡ-ара экология форумында Ҡырмыҫҡалы ауылындағы гимназия һәм 2-се урта мәктәп уҡыу­сылары Р. Сыңғыҙова менән фМ. Дмитриев, үҙ проекттары менән уңышлы сығыш яһап, диплом һәм “Форум йондоҙо” миҙалы менән бүләкләнгән. Гимназияның тағы бер уҡыусыһы Тимур Рафиҡов гео­графия фәнен яҡшы үҙләш­тер­гәне һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең иң яҡшы 10 уҡыусыһы исемле­генә индерелгән. Прибельский ур­та мәктәбенән бер төркөм уҡы­усы­лар Екатеринбург ҡала­һын­дағы Урал федераль университетта ойошторолған ма­те­ма­ти­ка буйынса асыҡ тур­нирҙа ҡатнаша. Айҙар Хәләфет­динов менән Владимир Ларионов шәхси беренселектә I, II урын яулаған. Олокүл, Бишауыл-Уңғар, Николаевка, Ефремкин, Яңы Ҡыйышҡы мәктәптәрендә уҡыған­дар араһында башҡорт, татар, сыуаш теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаларында ҡатнашыусылар бар.
Мәктәпте тамамлағандарҙың 65 проценты – юғары уҡыу йорттарына, 21 проценты урта белем биреү учреждениеларына уҡырға инә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә