Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамайҙар20.12.2014
Ҡырмыҫҡалы – халыҡ күп йәшәгән, башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш, мордва, ҡыҫҡаһы, 40-тан ашыу милләт вәкиле теркәлгән, 16 ауыл биләмәһенән торған район. Өфөгә яҡын урынлашҡан был төбәктә йәшәйештең һәр тармағы буйынса эштәр баш ҡала кимәлендәгеләй юғары сифатта башҡарыла. Мәғариф өлкәһенең дә иҡтисади, сәйәси, социаль йүнәлештә үҫеш өсөн таяныс булырҙай йәш быуынды тәрбиәләү маҡсаты менән йәшәүе – быға асыҡ миҫал. Башлыса етештереү тармағына нигеҙләнгән район бюджетының социаль йүнәлешкә ҙур иғтибар бүлеүе белем биреү эшен уңышлы атҡарып сығыуға булышлыҡ итә.
Яңы, заманса белем биреү, Ватаныбыҙҙың ысын граждандарын тәрбиәләү – был йүнәлештәге төп маҡсаттарҙың береһе. Бөгөн мәктәпкәсә, башланғыс, төп, урта дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү, спорт-һауыҡтырыу һәм башҡа төр 43 учреждениела 8 меңләгән бала уҡый, тәрбиәләнә, 2 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 788 педагогик хеҙмәткәр эшләй.
Районда уҡытыу системаһы республика һәм муниципаль программаларға ярашлы алып барыла. Тыуып торған финанс ҡытыршылыҡтарға ҡарамаҫтан, иғтибар тәү сиратта мәғариф өлкәһен үҫтереүгә, уның техник базаһын камиллаштырыуға бүленә. Дөйөм белем биреү системаһын замансалаштырыу буйынса саралар күрелә, федераль һәм республика ҡаҙнаһынан килгән субсидиялар мәктәптәргә спорт ҡорамалдары, уҡыусыларға медицина ярҙамы күрһәтеү, туҡланыуҙы ойоштороу өсөн кәрәк-яраҡ алыуға, китапханаларҙы тулыландырыуға, кадрҙарҙың һөнәри оҫталығын арттырыу, биналарҙы йылытыу, ремонтлау эшенә йүнәлтелә.
Башланғыс белем биреү системаһы алдына бик ҙур маҡсаттар ҡуйылған, шуларҙың береһе – баланы дәүләт уҡытыу стандартына тап килгән шарттарҙа тәрбиәләү. Һуңғы йыл эсендә генә мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөгәндәрҙең һаны 233 балаға артҡан. 2013 йылда Һәүәләй, Олокүл, Константиновка, Ефремкин ауылдарындағы балалар баҡсаларында 160 өҫтәмә урын булдырылған. Уларға үткәрелгән капиталь ремонт өсөн республика ҡаҙнаһынан 10 миллион һум аҡса бүленгән. Киләсәктә балалар баҡсаһына булған сиратты кәметеүҙең альтернатив формаларын, йәғни ғаилә йә шәхси баҡсалар булдырыуҙы киңерәк ҡулланыу күҙаллана.
Заман талаптарына яуап биргән мәктәптәрҙә һәләтле уҡыусыларҙы артабан үҫтереүгә, республика, ил кимәлендәге бәйгеләргә әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелә. Райондың иң яҡшы 10 уҡыусыһы ай һайын 500-әр һумлыҡ стипендия ала.
2013 йылдың майында ЮНЕСКО тарафынан Ханты-Манси ҡалаһында үткәрелгән “Бер планета – бер киләсәк” халыҡ-ара экология форумында Ҡырмыҫҡалы ауылындағы гимназия һәм 2-се урта мәктәп уҡыусылары Р. Сыңғыҙова менән фМ. Дмитриев, үҙ проекттары менән уңышлы сығыш яһап, диплом һәм “Форум йондоҙо” миҙалы менән бүләкләнгән. Гимназияның тағы бер уҡыусыһы Тимур Рафиҡов география фәнен яҡшы үҙләштергәне һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең иң яҡшы 10 уҡыусыһы исемлегенә индерелгән. Прибельский урта мәктәбенән бер төркөм уҡыусылар Екатеринбург ҡалаһындағы Урал федераль университетта ойошторолған математика буйынса асыҡ турнирҙа ҡатнаша. Айҙар Хәләфетдинов менән Владимир Ларионов шәхси беренселектә I, II урын яулаған. Олокүл, Бишауыл-Уңғар, Николаевка, Ефремкин, Яңы Ҡыйышҡы мәктәптәрендә уҡығандар араһында башҡорт, татар, сыуаш теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаларында ҡатнашыусылар бар.
Мәктәпте тамамлағандарҙың 65 проценты – юғары уҡыу йорттарына, 21 проценты урта белем биреү учреждениеларына уҡырға инә.