Яңы йыл байрамын һәр ҡайһыбыҙ ярата. Унан ыңғай үҙгәрештәр, ҡыуаныс-шатлыҡтар көтәбеҙ. Ғәҙәттә, был байрамды мул табын янында туғандар менән ҡаршы алабыҙ. Икенсе, өсөнсө көнгә лә, байрамды дауам итеп, ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ. Әммә көндәлек һый-хөрмәт, иҫерткес эсемлектәр кеше һаулығына кире йоғонто яһай. Беренсенән, күп кеше ныҡ арыта, икенсенән, калориялы ризыҡтан ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙола, спиртлы эсемлектәр ҙә организмды ағыулай. Шуға күрә сәләмәтлеккә артыҡ зыян килтермәҫ өсөн иҫкәртеү сараһын алдан күреү яҡшы булыр. Һеҙгә бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.T Иң мөһиме — шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: был ғүмерегеҙҙә һуңғы табын түгел, шуға күрә артыҡ ҡомһоҙланып ашап-эсеүҙән тыйылығыҙ. Ғөмүмән, байрам алдынан уҡ аш һеңдереү системаһын әҙерләй башларға кәрәк. Мәҫәлән, ашар алдынан 2 сәғәт элек һары мәтрүшкә (зверобой), ромашка, шиңмәҫгөл (бессмертник), меңъяпраҡ (тысячелистник) төнәтмәләрен эсегеҙ. Яңы йыл байрамы алдынан диетаға ултырмағыҙ, сөнки үт ҡыуыҡсаһы ҡапыл ғына әүҙем эшләп китә алмай. Шунлыҡтан ашҡаҙан эшмәкәрлеге туҡтауы ихтимал. 31 декабрҙә көн буйы ас йөрөмәгеҙ. Ә йәшелсә салаты кеүек еңел ризыҡтар ҡапҡылап алығыҙ. Өҫтәлгә ултырырҙан ике сәғәт алда активлаштырылған күмер һәм аш һеңдереүгә булышлыҡ итеүсе дарыу (мезим, фестал) йәки ҡорот ашағыҙ. Байрам мәлендә өҫтәлдәге бөтә ризыҡты ла тәмләп ҡарағығыҙ килер, шуға күрә һәр береһенән әҙләп кенә ауыҙ итегеҙ. Бындай ҡылығығыҙ менән хужабикәнең бешеренеү оҫталығын һанлаһағыҙ, икенсенән, үҙегеҙҙе этикет яғынан тәрбиәле итеп күрһәтерһегеҙ. Өҫтәл янында “тамыр йәймәгеҙ”.
T Байрам ваҡытында бейеп-йырларға, уйындарҙа ҡатнашырға тырышығыҙ. Әлбиттә, уйындар ваҡытында төрлө хәлдәр булыуы ихтимал. Бенгаль утынан, шартлатҡыстарҙан тәнгә йәрәхәт алыусылар ҙа осрай. Был осраҡта тәүге ярҙам күрһәтеү кәрәк. Тәндең бешкән урынына май һөртөү ярҙам итмәй, ә шунда уҡ ҡар йәки боҙ һалырға тырышығыҙ, ул ауыртыуҙы баҫыр һәм янған ер боҙолоп китмәҫкә булышлыҡ итер.
T Яңы йылды ҡаршылағанда шампан-шарап күп була. Уларҙы асҡанда ла бик һаҡ булырға кәрәк. Шешәне асҡан мәлдә бөкөһө осоп китеп сәләмәтлеккә зыян килтермәһен өсөн, уның башын таҫтамал менән урап тотоғоҙ ҙа һаҡ ҡына бороғоҙ. Яңы йылды ҡаршылағас, шыршы янына барырға йә тышта тау шыуырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Араҡы, шарап эскәндән һуң тышҡа кейенеп сығығыҙ, сөнки һыуыҡты һиҙмәй, өшөп, һалҡын тейҙереүегеҙ ихтимал.
T Әгәр ҙә беҙҙең кәңәштәрҙе тотмаһағыҙ, 2015 йылдың иртәһе һеҙгә күңел болғаныу, ҡоҫтороу һымаҡ сюрприздар килтереүе ихтимал. Тимәк, һеҙ салат йәки алкоголдән ағыуланғанһығыҙ. Был осраҡта тиҙ генә ҡайнаған 2-3 литр һыуҙы ҙур йотомдар менән эсергә лә, тамаҡ төбөнә ике бармаҡты тығып, көсләп ҡоҫорға кәрәк. Ағыуланғанда организм шыйыҡсаға ҡытлыҡ кисерә. Шуға күрә күберәк шыйыҡса һәм бер стакан һыуға бер балғалаҡ хлорофилл иҙеп эсегеҙ. “Ашығыс ярҙам”ға шылтыратыуҙан да тартынмағыҙ.
T Әгәр ҙә хәлегеҙ бик насар булһа, хлорофилдың дозаһын 2-3 аш ҡалағына тиклем арттырырға була. Әйткәндәй, ул бахмурҙан да бик яҡшы ярҙам итә. Байрамдың икенсе көнөнә уң яҡ ҡабырғағыҙ сәнсә икән, был табындың эҙемтәһе, йәғни киҫкен дискинезияның булыуы мөмкин. Нимә һуң ул? Әгәр ҙә организмды алкоголле эсемлек һәм майлы ризыҡ менән саманан тыш “тултырһаң”, үт юлдарының эшмәкәрлеге боҙола. Был мәлдә кешенең күңеле болғана, ҡабырға аҫты ауырта, ҡапыл ғына арый, аппетиты юғала. Ауыртыуҙы баҫыу өсөн но-шпа ҡабул итергә, ә инде ярты сәғәттән үт ҡыуҙырыусы дарыу йәки гөлйемеш, бөтнөк сәйе эсергә.
T Яңы йыл байрамдарынан һуң ашҡаҙанығыҙға өс көн “ял” ойоштороп алығыҙ. Был көндәрҙә әсе, майлы ризыҡтарҙан, алкоголле эсемлектәрҙән һәм ҡәһүәнән баш тартығыҙ. Йәшелсә, емеш, эремсек кеүек еңел аҙыҡтар менән туҡланығыҙ.
Сәләмәт ялға ни етә!Байрамды артыҡ оҙаҡҡа һуҙмау хәйерле булыр. 1 ғинуарҙа, йоҡо туйҙырып торғас, еңелсә һурпа эсеп алығыҙ. Өҫ-башығыҙҙы, төҫ-ҡиәфәтегеҙҙе рәткә килтергәс, туған-тыумасағыҙҙы, таныш-белештәрегеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлағыҙ, бүләктәрегеҙҙе бирегеҙ. Унан балаларығыҙ менән саф һауала саңғы шыуып, сәләмәт ял итеү ҡамасауламаҫ. Кискә мунса яғып төшөгөҙ. Ә инде 2 ғинуарҙан ғәҙәттәге тормош ритмына ҡайтып, каникулды нисек итеп файҙалы үткәреү сараһын күрегеҙ. Файҙалы эш менән әүҙем ял итеүҙе бергә алып барырға тырышығыҙ.
Эсемлектәрҙе
бутарға ярамайНисек кенә сәйер һымаҡ тойолһа ла, иҫерткес эсемлектәрҙе бер-береһе менән бутарға ярамай. Күптәрҙең “алкоголле эсемлектәрҙе эскәндә түбән градуслыһынан башларға” тип әйткәндәрен ишеткәне барҙыр. Әммә был һүҙҙәр ни бары имеш-мимеш кенә. Төрлө эсемлектәрҙе бутап эскәндә кире һөҙөмтә уның градусы арҡаһында түгел, ә составындағы матдәләр йоғонтоһонан була. Эсемлектәрҙең етештереү технологиялары төрлөсә, һәм фәҡәт улар, кеше организмында реакцияға инеп, кире тәьҫир итә. Мәҫәлән, бер ҡасан да араҡы менән шампанды, араҡы менән һыраны, коньяк менән вискиҙы бутарға ярамай. Шулай уҡ спиртлы эсемлектәр менән һуттарҙы һәм газлыларын ҡушмағыҙ, сөнки һуттағы матдәләр алкоголдең организмға һеңеүен тотҡарлай, йәғни һеҙ артығын эскәнегеҙҙе һуң аңлайһығыҙ, айығыу процесы ла оҙаҡҡа һуҙыла. Ә инде алкоголь менән газлы эсемлек бутап эсеү ашҡаҙан сей яраһына килтереүе мөмкин. Ни тиһәң дә, иң яҡшы сара – алкоголле эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартыу.
Бахмурҙан нисек ҡотолорға?T Ағыуланған ваҡытта күберәк һыу эсергә кәрәк. Шәкәрле сәй ҙә бик файҙалы булыр, сөнки был мәлдә организм глюкозаға ҡытлыҡ кисерә.
T Бахмур ваҡытында киң ҡулланылған ҡыяр тоҙламаһын, киреһенсә, эсергә ярамай, сөнки тоҙ организмдан шыйыҡсаны сығарырға булышлыҡ итәсәк.
T Әгәр башығыҙ сатнап бара икән, һалҡын компресс һалығыҙ.
T Алкоголдән ағыуланған саҡта тамаҡҡа аш бармай. Әммә бөтөнләй хәл бөтөп китмәһен өсөн әҙләп йәшелсә салаты, емеш-еләк ашағыҙ.
T Ҡатыҡ эсеү бик файҙалы, ул ашҡаҙан-эсәк юлдарының эшмәкәрлеген яйға һала.
T Активлаштырылған күмер ашарға мөмкин. Ул эсәктәге ағыулы матдәләрҙән тиҙерәк ҡотолорға ярҙам итәсәк.
Беҙҙең кәңәш: кәйефем һәр саҡ яҡшы, һаулығым ныҡ булһын тиһәгеҙ, бөтөнләй эсмәгеҙ!
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡларЯңы йыл байрамына һәр кем алдан әҙерләнә башлай. Тик һаҡланыу сараларын, ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе хәтеребеҙгә төшөрөп үтәйек әле.
T Пиротехника әйберҙәрен махсус булмаған магазиндарҙан, шәхси кешеләрҙән һатып алмағыҙ. Алыр булһағыҙ, яраҡлылыҡ сертификатын талап итегеҙ.
T Пиротехника менән эш иткәндә ҡулдарығыҙҙы һәм күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ.
T Тиҙ янып китеүсән әйберҙәр янында шәмдәр, бенгаль уттарын ҡулланмағыҙ.
T Эвакуациялау юлдарына, йылытыу ҡорамалдары эргәһенә шыршы ҡуймағыҙ.
T Электр приборҙарын тоҡандырылған килеш ҡалдырмағыҙ.
T Асыҡ ут һәм электр йыһаздары өҫтөндә кейем һәм башҡа яна торған әйберҙәрҙе киптермәгеҙ.
T Газ һәм электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
T Электр яйланмаһын йәки яныусан шыйыҡсаларҙы һүндереү өсөн һыу ҡулланмағыҙ.
T Ябай янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү һеҙгә уттан һаҡланырға ярҙам итәсәк. Янғын сыҡҡанда – 01, кеҫә телефонынан 112 һандарына шылтыратығыҙ.