Улым, һиңә әйтәм...19.12.2014
Улым, һиңә әйтәм... Яңы йыл байрамын һәр ҡайһыбыҙ ярата. Унан ыңғай үҙгәрештәр, ҡы­уаныс-шатлыҡтар көтәбеҙ. Ғәҙәт­тә, был байрамды мул табын янында туғандар менән ҡаршы алабыҙ. Икен­се, өсөнсө көнгә лә, байрамды дауам итеп, ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ. Әммә көн­дәлек һый-хөрмәт, иҫерткес эсем­лектәр кеше һаулығына кире йо­ғон­то яһай. Беренсенән, күп кеше ныҡ ары­та, икенсенән, калориялы ризыҡтан ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙола, спирт­лы эсемлектәр ҙә организмды ағыу­лай. Шуға күрә сәләмәтлеккә артыҡ зыян килтермәҫ өсөн иҫкәртеү сараһын алдан күреү яҡшы булыр. Һеҙгә бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.

T Иң мөһиме — шуны иҫегеҙҙә тото­ғоҙ: был ғүмерегеҙҙә һуңғы табын түгел, шуға күрә артыҡ ҡомһоҙланып ашап-эсеүҙән тыйылығыҙ. Ғөмүмән, байрам алдынан уҡ аш һеңдереү системаһын әҙерләй башларға кәрәк. Мәҫәлән, ашар алдынан 2 сәғәт элек һары мәтрүшкә (зверобой), ромашка, шиңмәҫгөл (бессмертник), меңъяпраҡ (тысячелистник) төнәтмәләрен эсегеҙ. Яңы йыл байрамы алдынан диетаға ултырмағыҙ, сөнки үт ҡыуыҡсаһы ҡапыл ғына әүҙем эшләп китә алмай. Шунлыҡтан ашҡаҙан эшмәкәрлеге туҡтауы ихтимал. 31 декабрҙә көн буйы ас йөрөмәгеҙ. Ә йәшелсә салаты кеүек еңел ризыҡтар ҡапҡылап алығыҙ. Өҫ­тәлгә ултырырҙан ике сәғәт алда актив­лаштырылған күмер һәм аш һеңдереүгә булышлыҡ итеүсе дарыу (мезим, фестал) йәки ҡорот ашағыҙ. Байрам мәлендә өҫтәлдәге бөтә ризыҡты ла тәмләп ҡара­ғығыҙ килер, шуға күрә һәр береһенән әҙләп кенә ауыҙ итегеҙ. Бындай ҡылы­ғығыҙ менән хужабикәнең бешеренеү оҫталығын һанлаһағыҙ, икенсенән, үҙе­геҙ­ҙе этикет яғынан тәрбиәле итеп күрһәтерһегеҙ. Өҫтәл янында “тамыр йәймәгеҙ”.

T Байрам ваҡытында бейеп-йырлар­ға, уйындарҙа ҡатнашырға тырышығыҙ. Әлбиттә, уйындар ваҡытында төрлө хәлдәр булыуы ихтимал. Бенгаль утынан, шартлатҡыстарҙан тәнгә йәрәхәт алыусылар ҙа осрай. Был осраҡта тәүге ярҙам күрһәтеү кәрәк. Тәндең бешкән урынына май һөртөү ярҙам итмәй, ә шунда уҡ ҡар йәки боҙ һалырға тырышығыҙ, ул ауыртыуҙы баҫыр һәм янған ер боҙолоп китмәҫкә булышлыҡ итер.

T Яңы йылды ҡаршылағанда шампан-шарап күп була. Уларҙы асҡанда ла бик һаҡ булырға кәрәк. Шешәне асҡан мәлдә бөкөһө осоп китеп сәләмәтлеккә зыян килтермәһен өсөн, уның башын таҫтамал менән урап тотоғоҙ ҙа һаҡ ҡына бороғоҙ. Яңы йылды ҡаршылағас, шыршы янына барырға йә тышта тау шыуырға ғәҙәтлән­гәнбеҙ. Араҡы, шарап эскәндән һуң тышҡа кейенеп сығығыҙ, сөнки һыуыҡты һиҙмәй, өшөп, һалҡын тейҙереүегеҙ ихтимал.

T Әгәр ҙә беҙҙең кәңәштәрҙе тотма­һағыҙ, 2015 йылдың иртәһе һеҙгә күңел болғаныу, ҡоҫтороу һымаҡ сюрприздар килтереүе ихтимал. Тимәк, һеҙ салат йәки алкоголдән ағыуланғанһығыҙ. Был осраҡ­та тиҙ генә ҡайнаған 2-3 литр һыуҙы ҙур йотомдар менән эсергә лә, тамаҡ төбөнә ике бармаҡты тығып, көсләп ҡоҫорға кәрәк. Ағыуланғанда организм шыйыҡса­ға ҡытлыҡ кисерә. Шуға күрә күберәк шыйыҡса һәм бер стакан һыуға бер балғалаҡ хлорофилл иҙеп эсегеҙ. “Ашығыс ярҙам”ға шылтыратыуҙан да тартын­мағыҙ.

T Әгәр ҙә хәлегеҙ бик насар булһа, хло­рофилдың дозаһын 2-3 аш ҡалағына тиклем арттырырға була. Әйткәндәй, ул бах­мурҙан да бик яҡшы ярҙам итә. Байрамдың икенсе көнөнә уң яҡ ҡабыр­ғағыҙ сәнсә икән, был табындың эҙем­тә­һе, йәғни киҫкен дискинезияның булы­уы мөмкин. Нимә һуң ул? Әгәр ҙә организмды алкоголле эсемлек һәм майлы ризыҡ менән саманан тыш “тултырһаң”, үт юлдарының эшмәкәрлеге боҙола. Был мәлдә кешенең күңеле болғана, ҡабырға аҫты ауырта, ҡапыл ғына арый, аппетиты юғала. Ауыртыуҙы баҫыу өсөн но-шпа ҡабул итергә, ә инде ярты сәғәттән үт ҡыуҙырыусы дарыу йәки гөлйемеш, бөтнөк сәйе эсергә.

T Яңы йыл байрамдарынан һуң аш­ҡа­ҙанығыҙға өс көн “ял” ойоштороп алы­ғыҙ. Был көндәрҙә әсе, майлы ризыҡ­тарҙан, алкоголле эсемлектәрҙән һәм ҡәһүәнән баш тартығыҙ. Йәшелсә, емеш, эремсек кеүек еңел аҙыҡтар менән туҡланығыҙ.

Сәләмәт ялға ни етә!

Байрамды артыҡ оҙаҡҡа һуҙмау хә­йер­ле булыр. 1 ғинуарҙа, йоҡо туйҙырып тор­ғас, еңелсә һурпа эсеп алығыҙ. Өҫ-ба­шығыҙҙы, төҫ-ҡиәфәтегеҙҙе рәткә кил­тер­гәс, туған-тыумасағыҙҙы, таныш-бе­леш­тәрегеҙҙе Яңы йыл менән ҡот­лағыҙ, бүләктәрегеҙҙе бирегеҙ. Унан балаларығыҙ менән саф һауала саңғы шыуып, сәләмәт ял итеү ҡамасауламаҫ. Кискә мунса яғып төшөгөҙ. Ә инде 2 ғинуарҙан ғәҙәттәге тормош ритмына ҡайтып, каникулды нисек итеп файҙалы үткәреү сараһын күрегеҙ. Файҙалы эш менән әүҙем ял итеүҙе бергә алып барырға тырышығыҙ.
Эсемлектәрҙе
бутарға ярамай


Нисек кенә сәйер һымаҡ тойолһа ла, иҫерткес эсемлектәрҙе бер-береһе менән бутарға ярамай. Күптәрҙең “алкоголле эсемлектәрҙе эскәндә түбән градуслы­һынан башларға” тип әйткәндәрен ишет­кәне барҙыр. Әммә был һүҙҙәр ни бары имеш-мимеш кенә. Төрлө эсемлектәрҙе бутап эскәндә кире һөҙөмтә уның градусы арҡаһында түгел, ә составындағы мат­дәләр йоғонтоһонан була. Эсемлектәрҙең етештереү технологиялары төрлөсә, һәм фәҡәт улар, кеше организмында реак­цияға инеп, кире тәьҫир итә. Мәҫәлән, бер ҡасан да араҡы менән шампанды, араҡы менән һыраны, коньяк менән вискиҙы бутарға ярамай. Шулай уҡ спиртлы эсем­лектәр менән һуттарҙы һәм газлыларын ҡушмағыҙ, сөнки һуттағы матдәләр алко­голдең организмға һеңеүен тотҡарлай, йәғни һеҙ артығын эскәнегеҙҙе һуң аңлайһығыҙ, айығыу процесы ла оҙаҡҡа һуҙыла. Ә инде алкоголь менән газлы эсемлек бутап эсеү ашҡаҙан сей яраһына килтереүе мөмкин. Ни тиһәң дә, иң яҡшы сара – алкоголле эсемлектәрҙән бөтөн­ләй баш тартыу.


Бахмурҙан нисек ҡотолорға?

T Ағыуланған ваҡытта күберәк һыу эсергә кәрәк. Шәкәрле сәй ҙә бик фай­ҙалы булыр, сөнки был мәлдә организм глюкозаға ҡытлыҡ кисерә.
T Бахмур ваҡытында киң ҡулла­ныл­ған ҡыяр тоҙламаһын, киреһенсә, эсергә ярамай, сөнки тоҙ организмдан шыйыҡ­саны сығарырға булышлыҡ итәсәк.
T Әгәр башығыҙ сатнап бара икән, һалҡын компресс һалығыҙ.
T Алкоголдән ағыуланған саҡта та­маҡҡа аш бармай. Әммә бөтөнләй хәл бөтөп китмәһен өсөн әҙләп йәшелсә салаты, емеш-еләк ашағыҙ.
T Ҡатыҡ эсеү бик файҙалы, ул аш­ҡаҙан-эсәк юлдарының эшмәкәрлеген яйға һала.
T Активлаштырылған күмер ашарға мөмкин. Ул эсәктәге ағыулы матдә­ләр­ҙән тиҙерәк ҡотолорға ярҙам итәсәк.

Беҙҙең кәңәш: кәйефем һәр саҡ яҡшы, һаулығым ныҡ булһын тиһәгеҙ, бөтөнләй эсмәгеҙ!




Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Яңы йыл байрамына һәр кем алдан әҙерләнә башлай. Тик һаҡланыу сараларын, ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе хәтере­беҙгә төшөрөп үтәйек әле.

T Пиротехника әйберҙәрен махсус булмаған мага­зин­дарҙан, шәхси кешеләрҙән һатып алмағыҙ. Алыр булһағыҙ, яраҡлылыҡ сертификатын талап итегеҙ.
T Пиротехника менән эш иткәндә ҡулдарығыҙҙы һәм күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ.
T Тиҙ янып китеүсән әйберҙәр янында шәмдәр, бенгаль уттарын ҡулланмағыҙ.
T Эвакуациялау юлдарына, йылытыу ҡорамалдары эргәһенә шыршы ҡуймағыҙ.
T Электр приборҙарын тоҡандырылған килеш ҡалдырмағыҙ.
T Асыҡ ут һәм электр йыһаздары өҫтөндә кейем һәм башҡа яна торған әйберҙәрҙе киптермәгеҙ.
T Газ һәм электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
T Электр яйланмаһын йәки яныусан шыйыҡсаларҙы һүндереү өсөн һыу ҡулланмағыҙ.
T Ябай янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү һеҙгә уттан һаҡланырға ярҙам итәсәк. Янғын сыҡҡанда – 01, кеҫә телефонынан 112 һандарына шылтыратығыҙ.


Вернуться назад