Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында мин тыуғанмын ғына, шулай ҙа әсәйемдең һөйләүе буйынса ул осорҙо асыҡ күҙ алдына килтерәм. Магазиндарҙа бер әйбер ҙә ҡалмаған, аҙыҡ-түлекте талонға биргәндәр, эш хаҡын да аҡса менән түгел, әйберләтә түләгәндәр. Бигерәк тә бәләкәй балалары булғандар алдында “Артабан нисек йәшәргә?” тигән һорау тыуған.Төҙөлөштә эшләгән Рафаил Харис улына Үрге Йәркәйҙә фатир биргәстәре, Шәриповтар ғаиләһе 1988 йылда Саҡмағоштан Илешкә күсә. Миңзилә Фаяз ҡыҙы күп йылдар райпо системаһында эшләй. Тормош иптәше Рафаил ҡыҫҡартыуға эләккәс, сауҙа эшен үлеп яратҡан Миңзилә апай, ике уйлап тормай, алыпһатарлыҡҡа тотона. Ошондай ҡатмарлы заманда юғалып ҡалмайынса, тормошта үҙ урындарын табып, бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙар рәтенә индерер инем йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан абруйлы һәм хөрмәтле Шәриповтарҙы.
Миңзилә Фаяз ҡыҙы Йәйләү ауылында Рәхимә менән Фаяз Шәйбәковтарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып, көҙгө муллыҡта донъяға килә. Ҡыҙ һәр эшкә өлгөр, етеҙ, сабыр холоҡло, көслө ихтыярлы була. Саҡмағош кооператив училищеһын тамамлағас, яҙмыш уны шул райондың Әхмәт ауылы егете Рафаил менән осраштыра. Йәш ғаилә ике малайға ғүмер бүләк итә.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр бит. Ағалы-ҡустылы Ирек менән Илдар бәләкәйҙән ата-әсәһенең хәленә кереп үҫә. Хәләл көс менән аҡса табыу тәртибен белә улар: йәй күрше-тирә ауылдарҙа һарыҡ йөнө алып, аҡса эшләй, олатай-өләсәйҙәренә көтөү көтөшә. Ирек үҙенең аҡсаһына башта ҡармаҡ, үҫә төшкәс, велосипед һатып ала. Малай ыжғыр һыуыҡ, ҡаты бурандарҙа ла, ҡарлы ямғыр яуғанда ла әсәһенең асыҡ һауала һатып торғанын күреп үҫә. Өйгә ҡайтҡас, аяҡ-ҡулдарын йылыта алмай өҙгөләнеүен, ә иртәнсәк, тәненең һыҙланыуҙарын еңеп, ҡабат эшкә китеүен кескәй йөрәге менән аңлай ул. Шунда ул үҙ-үҙенә һүҙ бирә: әсәһенә кибет алып бирәсәк, башҡаса ҡышҡы һалҡында тышта эшләмәһен, ҡулдары ла өшөмәһен!
Ирек армиянан ҡайтҡас, “ҡыҙыу нөктә”ләге хеҙмәте өсөн күсерелгән аҡсаға 1936 йылғы “Мерседес” автомобиле һатып ала. Ата-әсәгә улдарының был ҡылығы сәйер тойола. Машина янында бар ауыл халҡы фотоға төшә. Бигерәк тә һуғыш ветерандары 65 йыллыҡ тарихы булған машина эргәһендә ҙур тулҡынланыу хистәре кисерә. Әсәһенең ғәжәпләнеүенә былай ти егет:
— Әсәй, туйҙа кәләштәрҙе йөрөтәсәкмен йә музейға бирәм.
“Мерседес”ты һатырға тура килә. Әммә был автомобиль егеткә яңы юл аса. Машиналар алып ҡайтып һатыу менән шөғөлләнә башлай.
Ирек эш эҙләп Себер яҡтарына ла сығып китеп ҡарай, әммә юлы уңмай. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан булыуың хәйерлерәк, тип тыуған төбәгенә әйләнеп ҡайта. Иптәштәре менән бер бригада туплап, колхоз фермаларын ремонтлауға тотона.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Эштән ҡурҡмай Ирек, үҙен төрлө эштә һынап ҡарай. Кран, “КамАЗ” машинаһы һатып ала. Шулай итеп, төҙөлөш эшенә ныҡлап тотона. Улының һәр башланғысын ата-әсәһе ҡеүәтләп тора. Ҡайһы саҡта көтөлмәгән ҡарарға килһә лә, ниәтенә ҡаршы төшмәйҙәр.
Район үҙәге уртаһында урынлашҡан бер ойошма кирбестән 19 квадрат метр ҙурлыҡтағы бәҙрәф төҙөй. Әммә уның ҡулланылышта файҙаһы булмай, бер нисә йыл ябыҡ тора. Артабан был бәҙрәфте һаталар тигән һүҙ сыға. Тирә-яғын ҡотһоҙ йорттар уратып алған, шыҡһыҙ урында урынлашҡан әлеге төҙөлөш объектын Ирек һатып алырға була.
— Улым, һиңә был бәҙрәф нимәгә кәрәк? – тип йәнә ата-әсәһе аптырашта ҡала.
— Һыуыҡта күпме һатып торорға уйлайһығыҙ? – тип һорауға һорау менән яуап бирә ул.
Ремонт яһай, бәҙрәфтән бына тигән кибет килеп сыға. Тик улы ни ҡәҙәр генә өгөтләһә лә, Миңзилә Фаяз ҡыҙы унда һатыу итергә теләмәй. Иреккә кибетте арендаға бирергә тура килә. Уның башына йәнә бер уй килә: тирә-яҡтағы барактарҙы һүтеп, ҙур кибет асырға кәрәк. Бойомға ашмаҫлыҡ ҙур эш һымаҡ. Бер кем дә ышанмай, ярҙам ҡулы һуҙған кеше лә юҡ, ул тик үҙ көсөнә генә өмөтләнә. Егет һүҙе бер була тигәндәй, әйткән икән, эшләйәсәк! Ата-әсәһенең, ҡустыһының ныҡлы терәк булыуын тоя, барыһы ла уңышлы буласағына ышана.
Эш башлар өсөн 1938 йылда төҙөлгән, ҡасандыр ҡунаҡхана булып хеҙмәт иткән барактарҙа йәшәгән өс ғаиләне күсерергә кәрәк була. Үҙенә йорт һалырға тип ҡайтартҡан брустарҙан Ирек яҡындарының ярҙамы менән һигеҙ кешелек өс ғаиләгә бар уңайлыҡтары ла булған йорттар төҙөп бирә.
Ҙур эш мул сығымдар талап итә, билдәге ҡайышты нығыраҡ быуырға тура килә. Төҙөлөштө тамамлар өсөн кранын һата. Әммә Ирек Шәрипов үҙ эшенән ҡәнәғәт ҡала. “Аҡсанан бигерәк, минең өсөн аҡса эшләү юлы һәм эш һөҙөмтәһе мөһимерәк”, — ти ул. Шулай итеп, 31 йәшендә балалыҡ хыялын тормошҡа ашыра. 16 йыл баҙарҙа һатыу иткән әсәһенә кибет кенә түгел, ә “Ғаилә” исемле сауҙа үҙәген бүләк итә – район үҙәгендә урынлашҡан баҙар, Иректең тырышлығы менән төҙөлөп, 2010 йылда ҡулланылышҡа тапшырыла. Бик күп эшҡыуар йылы эш урыны таба.
Миңзилә Фаяз ҡыҙы беренсе ҡатта урынлашҡан “Колизей” кафеһын етәкләй. Унда барлыҡ уңайлыҡтар, заманса шарттар тыуҙы- рылған. Шуға ла бынан кеше өҙөлмәй, кемдер тамаҡ ялғарға, икенселәр тыуған көн, юбилей, туй, кисә, байрам үткәрергә йыйыла. Аҙна һайын йәштәр өсөн дискотека ойошторола. Етәксеһе ниндәй, хеҙмәткәрҙәре лә шундай. Лилиә Әхмәтова, Ләйсән Әһәҙуллина, Илвина Ҡазыханова кеүектәр килгән кешене яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, ҡунаҡ итә.
Аш-һыуға оҫта, кеше менән уртаҡ тел табып эш иткән Миңзилә апай яҡташтарына әленән-әле матди ярҙам күрһәтә, изгелек өләшә. Хеҙмәткәрҙәренә тыуған көндәрендә, байрамдарҙа бүләктәр тапшырырға ярата.
— Уңған хужабикә, хәстәрлекле эшҡыуар, һөйөклө әсә, талапсан һәм ғәҙел етәксе ул, – тип маҡтап телгә алды Ләйсән Әһәҙуллина.
Ата-әсәһе ниндәй, балалары шундай. Иректең тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышы, эштән ҡурҡмауы ҙур уңыштарға алып килә. Ул етәкләгән “Вулкан” төҙөлөш ойошмаһы яңынан-яңы объекттарҙы файҙаланыуға тапшыра.
Бөгөн Ирек – эшҡыуар, спорт менән мауыға. Өлгөлө ғаилә башлығы. Тормош иптәше Юлиә менән өс бала үҫтерә. Был матур ғаиләлә тәрбиәгә алынған бала ла бар.
— Һәр бала ғаиләлә йәшәргә тейеш, шул саҡта ғына ул йәмғиәт өсөн кәрәкле, файҙалы кеше булып үҫә. Кавказ яғында балалар йорто юҡ, тиҙәр. Унда етем баланы туғандары, йә иһә бөтөнләй сит кешеләр үҙенекеләй ҡарап үҫтерә. Беҙгә лә саҡ ҡына мәрхәмәтлерәк булырға кәрәк, — ти Ирек Шәрипов.
Илеш районы халҡы өсөн күп эш башҡара Ирек. Райондың спорт ярыштарына, Исәмәттәге балалар һәм үҫмерҙәр приютына, ғәрип балаларға һәр ваҡыт ҡулынан килгәнсә хәйриә ярҙамы күрһәтә. Шөкөр, эштәре уң, сөнки үҙе өсөн генә йәшәмәй – ябай халыҡты хәстәрләп, мохтаждарға ярҙам итеп, сауабын алып тора.
Кесе улдары Илдар тормош иптәше Эльза менән бер ҡыҙ, бер ул үҫтерә. Үҙ эштәре менән шөғөлләнәләр.
Ғаилә башлығы Рафаил Шәрипов — тырыш, алтын ҡуллы оҫта, Миңзилә апайға һәр саҡ ныҡлы терәк. Үрге Йәркәй ауылында урынлашҡан шәхси йорттарында умарта тота. Уңғандарҙың ишек алдында тәртип, өйҙә таҙалыҡ, бөхтәлек хөкөм һөрә, үҙҙәренең яғымлы ҡараштары, асыҡ йөҙлө булыуҙары күңелде иретә. Эйе, яҙмышына рәхмәтле Шәриповтар. Матур ғаилә өлгөһөндә тәрбиәләнгән игелекле балалары әллә күпме яҡшылығы менән һөйөндөрәсәк әле ата-әсәһен.
— Тормоштоң ҡәҙерен нығыраҡ тоябыҙ. Нимәгә өлгәштек – шунан ҡәнәғәтбеҙ, — ти Миңзилә апай. Күпме йоҡоһоҙ төндәр, тырышлыҡ, ихтыяр көсө, юғалтыу-табыштар, хаталаныуҙар аша үткәнен тик үҙе генә белә Миңзилә ханым.