Ояһында ни күрһә...17.12.2014
Ояһында ни күрһә... Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында мин тыуғанмын ғына, шулай ҙа әсәйемдең һөйләүе буйынса ул осорҙо асыҡ күҙ алдына килтерәм. Магазиндарҙа бер әйбер ҙә ҡалмаған, аҙыҡ-түлекте талонға биргәндәр, эш хаҡын да аҡса менән түгел, әйберләтә түләгәндәр. Бигерәк тә бәләкәй балалары булғандар алдында “Артабан нисек йәшәргә?” тигән һорау тыуған.
Төҙөлөштә эшләгән Рафаил Харис улына Үрге Йәркәйҙә фатир биргәстәре, Шәриповтар ғаиләһе 1988 йылда Саҡмағоштан Илешкә күсә. Миңзилә Фаяз ҡыҙы күп йылдар райпо системаһында эшләй. Тормош иптәше Рафаил ҡыҫҡар­тыу­ға эләккәс, сауҙа эшен үлеп яратҡан Миңзилә апай, ике уйлап тормай, алыпһатарлыҡҡа тотона. Ошондай ҡатмарлы заманда юға­лып ҡалмайынса, тормошта үҙ урын­дарын табып, бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙар рәтенә индерер инем йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан абруйлы һәм хөрмәтле Шәри­пов­­тарҙы.
Миңзилә Фаяз ҡыҙы Йәйләү ауылында Рәхимә менән Фаяз Шәй­бә­ковтарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып, көҙгө муллыҡта донъя­ға килә. Ҡыҙ һәр эшкә өлгөр, етеҙ, сабыр холоҡло, көслө ихтыярлы була. Саҡмағош кооператив учили­щеһын тамамлағас, яҙмыш уны шул райондың Әхмәт ауылы егете Рафаил менән осраштыра. Йәш ғаилә ике малайға ғүмер бүләк итә.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр бит. Ағалы-ҡустылы Ирек менән Илдар бәләкәйҙән ата-әсә­һенең хәленә кереп үҫә. Хәләл көс менән аҡса табыу тәртибен белә улар: йәй күрше-тирә ауыл­дарҙа һарыҡ йөнө алып, аҡса эшләй, олатай-өләсәйҙәренә көтөү көтөшә. Ирек үҙенең аҡсаһына башта ҡармаҡ, үҫә төшкәс, велосипед һатып ала. Малай ыжғыр һыуыҡ, ҡаты бурандарҙа ла, ҡарлы ямғыр яуғанда ла әсәһенең асыҡ һауала һатып торғанын күреп үҫә. Өйгә ҡайтҡас, аяҡ-ҡулдарын йылыта ал­май өҙгөләнеүен, ә иртәнсәк, тәне­нең һыҙланыуҙарын еңеп, ҡабат эшкә китеүен кескәй йөрәге менән аңлай ул. Шунда ул үҙ-үҙенә һүҙ бирә: әсәһенә кибет алып бирәсәк, башҡаса ҡышҡы һалҡында тышта эшләмәһен, ҡулдары ла өшөмәһен!
Ирек армиянан ҡайтҡас, “ҡыҙыу нөктә”ләге хеҙмәте өсөн күсерелгән аҡсаға 1936 йылғы “Мерседес” автомобиле һатып ала. Ата-әсәгә ул­да­рының был ҡылығы сәйер то­йола. Машина янында бар ауыл халҡы фотоға төшә. Бигерәк тә һуғыш ветерандары 65 йыллыҡ тарихы булған машина эргәһендә ҙур тулҡынланыу хистәре кисерә. Әсәһенең ғәжәпләнеүенә былай ти егет:
— Әсәй, туйҙа кәләштәрҙе йөрө­тәсәкмен йә музейға бирәм.
“Мерседес”ты һатырға тура килә. Әммә был автомобиль егеткә яңы юл аса. Машиналар алып ҡайтып һатыу менән шөғөлләнә башлай.
Ирек эш эҙләп Себер яҡтарына ла сығып китеп ҡарай, әммә юлы уңмай. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан булыуың хәйер­лерәк, тип тыуған төбәгенә әйләнеп ҡайта. Иптәштәре менән бер бригада туплап, колхоз фермаларын ремонтлауға тотона.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Эштән ҡурҡмай Ирек, үҙен төрлө эштә һынап ҡарай. Кран, “КамАЗ” машинаһы һатып ала. Шулай итеп, төҙөлөш эшенә ныҡлап тотона. Улының һәр башланғысын ата-әсәһе ҡеүәтләп тора. Ҡайһы саҡта көтөлмәгән ҡарарға килһә лә, ниәтенә ҡаршы төшмәйҙәр.
Район үҙәге уртаһында урын­лаш­ҡан бер ойошма кирбестән 19 квадрат метр ҙурлыҡтағы бәҙрәф төҙөй. Әммә уның ҡулланылышта файҙаһы булмай, бер нисә йыл ябыҡ тора. Артабан был бәҙрәфте һаталар тигән һүҙ сыға. Тирә-яғын ҡотһоҙ йорттар уратып алған, шыҡһыҙ урында урынлашҡан әлеге төҙөлөш объектын Ирек һатып алырға була.
— Улым, һиңә был бәҙрәф нимәгә кәрәк? – тип йәнә ата-әсәһе аптырашта ҡала.
— Һыуыҡта күпме һатып торорға уйлайһығыҙ? – тип һорауға һорау менән яуап бирә ул.
Ремонт яһай, бәҙрәфтән бына тигән кибет килеп сыға. Тик улы ни ҡә­ҙәр генә өгөтләһә лә, Миңзилә Фа­яз ҡыҙы унда һатыу итергә телә­мәй. Иреккә кибетте арендаға би­рер­гә тура килә. Уның башына йәнә бер уй килә: тирә-яҡтағы барак­тар­ҙы һүтеп, ҙур кибет асырға кәрәк. Бойомға ашмаҫлыҡ ҙур эш һымаҡ. Бер кем дә ышанмай, ярҙам ҡулы һуҙған кеше лә юҡ, ул тик үҙ көсөнә генә өмөтләнә. Егет һүҙе бер була тигәндәй, әйткән икән, эшләйәсәк! Ата-әсәһенең, ҡустыһының ныҡлы терәк булыуын тоя, барыһы ла уңышлы буласағына ышана.
Эш башлар өсөн 1938 йылда төҙөлгән, ҡасандыр ҡунаҡхана бу­лып хеҙмәт иткән барактарҙа йәшә­гән өс ғаиләне күсерергә кәрәк була. Үҙенә йорт һалырға тип ҡайтартҡан брустарҙан Ирек яҡындарының ярҙамы менән һигеҙ кешелек өс ғаиләгә бар уңайлыҡтары ла булған йорттар төҙөп бирә.
Ҙур эш мул сығымдар талап итә, билдәге ҡайышты нығыраҡ быуырға тура килә. Төҙөлөштө тамамлар өсөн кранын һата. Әммә Ирек Шә­ри­пов үҙ эшенән ҡәнәғәт ҡала. “Аҡсанан бигерәк, минең өсөн аҡса эшләү юлы һәм эш һөҙөмтәһе мөһимерәк”, — ти ул. Шулай итеп, 31 йәшендә балалыҡ хыялын тор­мошҡа ашыра. 16 йыл баҙарҙа һатыу иткән әсәһенә кибет кенә түгел, ә “Ғаилә” исемле сауҙа үҙәген бүләк итә – район үҙәгендә урын­лашҡан баҙар, Иректең тырышлығы менән төҙөлөп, 2010 йылда ҡул­ланылышҡа тапшырыла. Бик күп эшҡыуар йылы эш урыны таба.
Миңзилә Фаяз ҡыҙы беренсе ҡатта урынлашҡан “Колизей” ка­фе­һын етәкләй. Унда барлыҡ уңай­лыҡтар, заманса шарттар тыуҙ­ы­- рыл­ған. Шуға ла бынан кеше өҙөлмәй, кемдер тамаҡ ялғарға, икенселәр тыуған көн, юбилей, туй, кисә, байрам үткәрергә йыйыла. Аҙна һайын йәштәр өсөн дискотека ойошторола. Етәксеһе ниндәй, хеҙмәткәрҙәре лә шундай. Лилиә Әхмәтова, Ләйсән Әһәҙуллина, Илвина Ҡазыханова кеүектәр килгән кешене яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, ҡунаҡ итә.
Аш-һыуға оҫта, кеше менән ур­таҡ тел табып эш иткән Миңзилә апай яҡташтарына әленән-әле мат­ди ярҙам күрһәтә, изгелек өләшә. Хеҙмәткәрҙәренә тыуған көндәрен­дә, байрамдарҙа бүләктәр тапшы­рыр­ға ярата.
— Уңған хужабикә, хәстәрлекле эшҡыуар, һөйөклө әсә, талапсан һәм ғәҙел етәксе ул, – тип маҡтап телгә алды Ләйсән Әһәҙуллина.
Ата-әсәһе ниндәй, балалары шундай. Иректең тырышлығы, маҡ­сат­ҡа ынтылышы, эштән ҡурҡмауы ҙур уңыштарға алып килә. Ул етәк­ләгән “Вулкан” төҙөлөш ойошмаһы яңынан-яңы объекттарҙы файҙа­ланыуға тапшыра.
Бөгөн Ирек – эшҡыуар, спорт менән мауыға. Өлгөлө ғаилә баш­лығы. Тормош иптәше Юлиә менән өс бала үҫтерә. Был матур ғаиләлә тәрбиәгә алынған бала ла бар.
— Һәр бала ғаиләлә йәшәргә тейеш, шул саҡта ғына ул йәмғиәт өсөн кәрәкле, файҙалы кеше булып үҫә. Кавказ яғында балалар йорто юҡ, тиҙәр. Унда етем баланы туған­дары, йә иһә бөтөнләй сит кешеләр үҙенекеләй ҡарап үҫтерә. Беҙгә лә саҡ ҡына мәрхәмәтлерәк булырға кәрәк, — ти Ирек Шәрипов.
Илеш районы халҡы өсөн күп эш башҡара Ирек. Райондың спорт ярыштарына, Исәмәттәге балалар һәм үҫмерҙәр приютына, ғәрип балаларға һәр ваҡыт ҡулынан килгәнсә хәйриә ярҙамы күрһәтә. Шөкөр, эштәре уң, сөнки үҙе өсөн генә йәшәмәй – ябай халыҡты хәстәрләп, мохтаждарға ярҙам итеп, сауабын алып тора.
Кесе улдары Илдар тормош ип­тәше Эльза менән бер ҡыҙ, бер ул үҫтерә. Үҙ эштәре менән шөғөллә­нәләр.
Ғаилә башлығы Рафаил Шәри­пов — тырыш, алтын ҡуллы оҫта, Миңзилә апайға һәр саҡ ныҡлы терәк. Үрге Йәркәй ауылында урын­лашҡан шәхси йорттарында умарта тота. Уңғандарҙың ишек алдында тәртип, өйҙә таҙалыҡ, бөхтәлек хөкөм һөрә, үҙҙәренең яғымлы ҡараштары, асыҡ йөҙлө булыуҙары күңелде иретә. Эйе, яҙмышына рәхмәтле Шәриповтар. Матур ғаилә өлгөһөндә тәрбиәләнгән игелекле балалары әллә күпме яҡшылығы менән һөйөндөрәсәк әле ата-әсәһен.
— Тормоштоң ҡәҙерен нығыраҡ тоябыҙ. Нимәгә өлгәштек – шунан ҡәнәғәтбеҙ, — ти Миңзилә апай. Күпме йоҡоһоҙ төндәр, тырышлыҡ, ихтыяр көсө, юғалтыу-табыштар, хаталаныуҙар аша үткәнен тик үҙе генә белә Миңзилә ханым.





Вернуться назад