Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңеле “Йәйләү”ҙәй, үҙе “Арғымаҡ”тай
Күңеле “Йәйләү”ҙәй, үҙе “Арғымаҡ”тай — Яҙыусы булыу еңелме, Мәрйәм апай?
— Үҙ өҫтөңә тауҙай ҙур яуаплылыҡ алыу тигән һүҙ ул әҙип булыу. Һәр һүҙеңдең мәртәбәгә эйә булыуы шарт.
— Ә әҙип һүҙенә ҡолаҡ һалалармы бөгөн?
— Ниндәй һүҙ әйтәһең бит, дөрөҫлөгөнә, көсөнә ҡарап...
— “Тормош һабаҡтары”ның барлыҡҡа килеүенә кем этәргес бирҙе?
— Һис һүҙһеҙ, халҡымдың быуаттар буйына туплаған аҡылы, зиһене, тәрбиәһе. Ни өсөн милләттәштәремдең изге һүҙе, ҡиммәтле аманаты быуаттар төпкөлөнән беҙҙең көндәргәсә килеп етеүенә ҡарамаҫтан, был аҡыл байлығы киң таралыш алмаған, кешене мәғәнәле йәшәргә, яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға өйрәткән әхлаҡ ҡанундары, тормош тәжрибәһе менән барыбыҙ ҙа таныш түгелбеҙ, тигән уйҙар элек-электән күңелгә тынғы бирмәне.
— Һеҙҙең һәр һүҙе тәрән мәғәнәгә эйә “Арғымаҡ” китабығыҙ күптән инде магазин кәштәләрендә күренмәй. Уны урыҫ телендә нәшер иткәндә ҡайһылай шәп булыр ине!


Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында республикабыҙҙың төрлө төбәктә­ренән йыйылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән яҙыусы, Рәсәй Федера­цияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙ­мәт­кәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева менән осрашыу ошондай йылы диалогтан башланды. Милли мәғарифты үҫтереү үҙәге директоры, педагогия фәндәре кандидаты Зәкиә Нафи­ҡова әйтеүенсә, йәмәғәт тормошона, халҡы­быҙ­ҙың мәҙәниәте һәм мәғарифына, рухи донъяһын байытыуға ҙур өлөш индергән мәртәбәле шәхестәр менән таныштырыу – бында күптән инде матур йола.
...Осрашыу тамамланыуға ярайһы ғына ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, яҙыусыны апаруҡ халыҡтың ян-яҡтан һырып алыуына иғтибар иттек. Баҡһаң, йәмәғәт эшмәкәре, билдәле педагогтың автографын алыу өсөн ошондай ҙур сират теҙелгән икән! Үҙебеҙҙең студент саҡта юғары уҡыу йортонда үткәрелгән күңелле шиғриәт кисәлә­рендә шағирҙарҙың теләктәрен яҙҙырыу өсөн китаптарын һатып алып, уларҙың артынан аҙым да ҡалмай йүгергеләүебеҙ иҫкә төштө. Интернет заманына ла әҙәби әҫәргә ылығыу, әҙип һүҙенә ҡолаҡ һалыу һис тә ят күренеш түгел, тимәк. Шәхесенә, китабының йөкмәтке­һенә, күңелгә үтемлелегенә ҡараптыр.
Эйе, беҙ Мәрйәм Сабирйән ҡыҙын дәрес­лектәр авторы, сәйәсмән, педагог, яҙыусы тип беләбеҙ, әммә ул барыһынан да элек ишле ғаилә башлығы, ҡыйыу әсәй, наҙлы өләсәй, ҡы­ҙыҡлы әңгәмәсе, һәр нәмәгә үҙ фекере булған шәхес булараҡ күҙ алдына килеп баҫа. Бәлки, шуғалыр ҙа залды тултырып ултырған ҡатын-ҡыҙҙың һорауҙары милләт тото­роҡ­ло­лоғон, йөҙөн билдәләүҙә мөһим урын тотҡан ғаиләләге тәрбиә, атай-әсәй роленә ҡағылған­дыр ҙа.
— Һеҙ нисек итеп ҡала мөхитендә үҫкән ба­ла­ларығыҙҙы милли рухта тәрбиәләй алдығыҙ?
— Бәләкәйҙән милләткә ҡарата һөйөү уята алыу кәрәк. Башҡортлоҡ ул үҙ телендә иркен һөйләшеүҙе генә аңлатмай, ололарҙың быуат­тар буйына йыйылған тәжрибәһе, аҡылы ниге­ҙендә барлыҡҡа килгән тормош ҡанун­да­рына ҡолаҡ һалыу, тиңдәр араһында тиң, бе­лем­ле­ләр араһында белемле булыу тө­­шөн­сәләрен дә үҙ эсенә ала. Биш бала менән яңғыҙым ҡалғанымда тап ошо ҡиммәттәр — маҡсат ҡуйып йәшәү, милли рух, йыр-моң, туған йәнлелек ғаиләбеҙҙе нығытты, сыҙамлы итте.
Ошоға бәйле бынан ете йыл элек яҙыусыға төбәгән һорауыбыҙға алған яуапты ла өҫтәп килтермәксемен. “Һеҙҙең өсөн ғаилә ҡороу, ғаилә нимә ул?” — тигәнгә апайы­быҙҙың яуаплаған һүҙҙәре әле лә иҫтә. “Ул — бер-береңә һөйөү, күңел тартышы тойғоһо менән никахҡа ингән кешеләрҙең үҙаллы союзы. Ғаиләлә, айырыуса ҡала мөхитендә, баланы күҙ уңынан ысҡындырмау, йүнәлеш биреү мөһим. Беҙҙең өйҙә башҡорт телендә сыҡҡан бөтә баҫмаларҙы ла уҡыу мөмкинлеге булды, әле лә шулай. Ейәндәремдең ҡолаҡ­тарына “үҙ-ара туған телебеҙҙә һөйләшегеҙ” тигән шартты кирткәнмен. Ғаиләлә милли рухты, туғанлыҡ тойғоһон бәләкәйҙән ипле һалыу кәрәк”, — тигәйне ул.
Осрашыуҙа ҡатнашҡан уҡытыусыларҙы бы­на 17 йыл инде Мәрйәм Бураҡаева башлан­ғысы менән ойошторолған “Йәйләү” профилле лагерының яҙмышы ла, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында бынан егерме йыл элек шә­хестең күңел талабы менән барлыҡҡа килгән гимназия-интернаттың бөгөнгө хәл-торошо ла ҡыҙыҡһындырҙы. Йәш таланттар сығыштары менән үрелеп барған фәһемле осрашыуҙан күңелдәр яҡтырғандай, рух бөтөнлөгө нығынғандай тойолдо. Илһамлы ижад, ныҡлы сәләмәтлек һеҙгә, хөрмәтле Мәрйәм апай!


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә