Иртәгәһенә иртүк Рәшит менән күрешеп таныштым. Буйға ҙур түгел, ыҡсым ғына кәүҙәле. Күркәм йөҙлө, мөләйем ҡарашлы. Мөғәмәләһе итәғәтле. Иғтибар иттем: кеше менән, хатта үҙ туғандары менән дә артыҡ һөйләшеп бармай. Уғата шым, өндәшмәҫ, үҙ-үҙенә ныҡ бикләнгән... Әммә уның менән сөкөрләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. (Шуны ла әйтеп үтәйем: Рәшит ауырыған оҙаҡ йылдар буйына уның янына, дауаханаға, күмәкләшеп барып йөрөгәндә лә бар ғазаптарын ул ни өсөндөр миңә күберәк асып һалыр булды.) Шиғырҙар уҡыштыҡ. Апаруҡ ҡалын ҡулъяҙмаһын күрһәтте. Таң ҡалдым: аҫтындағы даталарға ҡарағанда, Рәшит бәғзе көндәрҙә икешәр, өсәр... хатта дүртәр шиғыр яҙған. Уҡыйым да һоҡланып туймайым: һәр береһе шәп! Ижад эшенә бына нисек етди итеп, бар булмышың менән мөкиббән китеп ҡарарға кәрәк! Бына, исмаһам, шағирлыҡ был!
Һөйләшеп танһыҡ ҡанмай. Кәйеф күтәренке. Әсәһе һәм туғандары менән бергә гөрләшә-гөрләшә ултырып сәй эстек. Сәй эстек тә (Фатима инәй: “Сабынлығыбыҙға кеше төшә инде”, — тип бер-ике уфтанғайны) яурындарыбыҙға салғы йөкмәп икәүләшеп ҡырға сыҡтыҡ та киттек. Ғәжәп: шәхси хужалыҡ өсөн бесән әҙерләүҙе төрөмбәттәргә сентябрҙә генә рөхсәт итәләр икән... (Түрәләрҙең халыҡтан көлөүенең шул замандағы иң йәмһеҙ бер миҫалылыр шәт!)
Эй ул көн! Ҡолас киреп йөрөп һөҙәк үҙәктә үҙебеҙ бесән сабабыҙ, үҙебеҙ туҡтап-туҡтап шиғыр уҡыйбыҙ, теге йәки был ҡәләмдәшебеҙҙең ижады хаҡында фекерләшәбеҙ... Эй ул көн! Йәшлектең гүзәл мәле, шиғриәттең тантана сәғәттәре!
...Ноябрь айында Рәшит Стәрлетамаҡҡа үҙе килде: һалдатҡа ҡарала икән. Ә тиҙҙән, ҡабаттан килеүендә, мин йәшәгән студенттар ятағында икебеҙ бер карауатта ятып йоҡланыҡ та иптәшемде иртә таңда армияға оҙатып ҡалдым. Ике йылдан ашыу хатлашып торҙоҡ...
1966 йылдың май айҙарында Рәшит Назаровтың Назар Нәжми мөхәррирлегендә “Таңды ҡаршылау” тигән беренсе китабы нәшер ителеп һатыуға сыҡты ла... Башҡортостан мәҙәниәте тормошонда сенсация яһаны. Авторҙың халыҡсан алым менән яҙылған, киң ҡоласлы поэтик метафораларға ҡоролған һәләк ябай телле шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә тылсым төҫлө уралды, шағир исеме республикала танылыу тапты, шөһрәт ҡаҙанды.
1965 йылдың ахырында шикелле, Рәшит ялға ҡайтты. Институтты тамамлап, ул ваҡытта мин Өфөлә “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләп йөрөй инем. Һағынышып осраштыҡ. Журналға ул байтаҡ шиғырҙарын ҡалдырҙы. Тиҙҙән, ялы тамамланып, ҡабат үҙ часына китеп барҙы.
1966 йылдың яҙында иһә... шомло хәбәр ишетелде. “Армияла Рәшит зәхмәтле сиргә юлыҡҡан... Ғәскәри частан санитарҙар уны тыуған ауылына оҙатып ҡуйған”, — тип һөйләнеләр. Төрлө имеш-мимеш, ҡайғырышып бышылдауҙар сикәләрҙе ҡыҫты, өшөттө. Эй был яҙмыш! Етемдең ауыҙы ашҡа тейһә, мороно ҡанай, ти: халҡыбыҙға бөйөк дандар өҫтәйәсәк талантты толпар өҫтөнән рәхимһеҙ яҙмыш бигерәк тә иртә һуғып төшөрҙө! Моғайын, әҙәбиәтебеҙ дусар булған иң мәрхәмәтһеҙ фажиғәләрҙең береһелер был...
Йәй башында Яҙыусылар союзы идараһы Рәми Ғарипов менән мине Рәшиттең хәлен белешергә ебәрҙе. Төрөмбәткә барҙыҡ, күрҙек. Әхүәле — аяныс, таныуға беҙҙе таный ҙа ул, ләкин иркенләп китеп һөйләшмәй, үҙ-үҙенә йомолоп тик ултыра... Өфөгә беҙ ҡайтып ике-өс көн дә үтмәне, сире көсәйеп киткәнлектән, туғандары Рәшитте килтереп тә еткерҙе: “Зинһар, дауаларға һалығыҙ”, – тиҙәр. Идаранан шылтыраттырып, ҡәләмдәшебеҙҙе Рәми ағай менән икәүләп дауаханаға урынлаштырҙыҡ.
1966 йылдың аҙағына табан Рәшит шаҡтай арыуланды, ауылына — әсәһе янына — ҡайтып йәшәне, күп кенә яңы шиғырҙар ижад итте, колхозда эшләп йөрөнө... 1968 йылдың яҙында мин уға: “Икенсе китабыңды ҡасан әҙерләйһең?”— тип хат яҙғайным, ул, оҙон-оҙаҡ көттөрмәйенсә, “Йылмайыу” исемле һәлмәк ҡулъяҙма йыйынтығын Яҙыусылар союзына ебәрҙе, шунан үҙе лә Өфөгә килеп китте. Идараның шул дәүерҙәге яуаплы хатибы Шәриф Бикҡол, кабинетына мине саҡыртып: “Иптәшеңә ярҙамлаш, шиғырҙарын машинканан үткәртеп бир”, — тип үтенде. Рәшит тә: “Машинкала баҫтырғас, нәшриәткә тапшырырһың”, — тип ҡулъяҙмаһын миңә ышанып ҡалдырып китте.
Аймы, ай ярыммы эсендә “Йылмайыу”ҙы машинкала баҫтыртып алдым. Шиғырҙар 5 178 юл (йәғни 7,4 табаҡ) тәшкил итте. Ләкин ҡулъяҙманы өр-яңынан төҙөргә тура килде. Ҡат-ҡат ҡарай торғас, тулы ғына бер мәғәнәүи килбәт, композицион бөтөнлөк хасил булғас, йыйынтыҡта 3 756 юл шиғыр (йәғни 5,37 табаҡ) ҡалдырҙым: “Ҡояш юлы буйлап” тип исем ҡушып, аннотация ла яҙып, нәшриәткә илтеп бирҙем. Тик нәшриәт уны ни өсөндөр 1969 йыл планына индермәне...
1969 йылдың июнендә командировкаға барышлай Төрөмбәткә һуғылып, “Йылмайыу”ҙың нөсхәһен (“Ҡояш юлы буйлап” йыйынтығынан төшөрөп ҡалдырған өлөшөнә ҡушып) Рәшиттең бәләкәй апаһы Рәмиләнең ҡулына тотторҙом: “Һандыҡҡа бикләп ҡуй ҙа, Рәшит үҙе талап итһә лә, бүтәндәр һораһа ла, бирмә!” Эш шунда: берҙән, әсәһе менән апаһының һөйләүҙәренә ҡарағанда (Рәмилә ул саҡта тыуған йортонда тора ине), 1968 йылда Яҙыусылар союзына сәфәргә барып килгәс, ҡайтанан нығытып ауырый башлаған Рәшит: “Һеҙ генә минең башыма еттегеҙ!” — тип йәшник-йәшник ҡағыҙҙарын, ҡаралама яҙыуҙарын, өй эсендәге төрлө китаптарҙы утҡа яғырға керешкән, туғандары арҡаһында ғына, аҙмы-күпме шиғыр дәфтәрҙәре ҡотҡарып ҡалынған. Икенсенән, Төрөмбәт аша уҙған Өфө журналистары һәм әҙиптәре Рәшиттең шиғырҙарын таптырып йонсотҡан... (Был урында шуны әйтергә кәрәк: 1981 йылдың февралендә Яҙыусылар союзы идараһының махсус комиссияһын төҙөп, беҙ — Рәшит Шәкүр, Рәшит Солтангәрәев, Төрөмбәт ҡыҙы Мәликә Әминева, комсомолдың өлкә комитеты хеҙмәткәре Ҡәләмов тигән иптәш һәм мин — Рәшит Назаровтың барлыҡ яҙмаларын да СССР Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе Башҡортостан ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты архивына рәсми рәүештә алып ҡайтып тапшырҙыҡ).
Шағирҙың хәле 1969 йылдың йәйендә айырыуса мөшкөл күренде. Ныҡ бирешкән, ҡаҡ һөйәккә етеп ябыҡҡан. Фатима инәйҙең әйтеүе буйынса, йүнләп ашамай ҙа, бер ни менән ҡыҙыҡһынмай ҙа, ти. Бар белгәне ихата буйлап ун-ун биш аҙым арала баш баҫып, өҙлөкһөҙ тәмәке быҫҡытып аллы-артлы тиктән-тик йөрөү икән. Үкһеп-үкһеп зар илай әсә: “Рәшитте ҙур врачтарға күрһәтергә ине! Үҙемдең сәләмәтлегем юҡ... Минән дә тороп ҡалһа, нишләр инде балаҡайым?” — тип уттар йота... Мин гәпләшергә тырышһам да, ҡәләмдәшем асылып һөйләшмәй. “Исмаһам, китап уҡып ауыр уйҙарҙан арыныр инең”, — тиеүемә ҡаршы: “Юҡ, уҡый ҙа алмайым, яҙырға ла ярамай, әлегә ярамай”, — тип кенә яуапланы.
Өфөгә ҡайтҡас, Яҙыусылар союзына, нәшриәткә һәм ВЛКСМ-дың өлкә комитетына исемләп, әсенеп-әсенеп хат яҙҙым. “Рәшит Назаровҡа кисектергеһеҙ ярҙам итергә, уны атаҡлы медицина белгестәренә күрһәтергә, шағирҙың икенсе китабын тиҙ арала һәм тулы көйөнсә сығарырға кәрәк!” — тип саң һуҡтым. Ләкин хатыма, күрәһең, ҡул ғына һелтәнеләр. Фәҡәт “Ҡояш юлы буйлап” йыйынтығы ғына 1970 йылда, туналған-тураҡланған килеш, ни бары ике табаҡ күләмендә, нәшер ителде лә... башҡаса булышлыҡ ишетелмәне лә, тойолманы ла. Кеше ҡайғыһы төштән һуң тигәндәгесә килеп сыҡты.
Шәфҡәтле бер нисә ҡәләмдәшенең генә Рәшит өсөн янып-көйөп йөрөүе етерлек түгел ине шул. Унарлаған, хатта йөҙәрләгән интеллигенция вәкилдәренең шағир яҙмышы тураһында борсолоп көрһөнөүе, баш сайҡап ҡайғырыуы ла аҙ ине. Ашығыс ярҙам зарур саҡта республиканың ҡөҙрәтле түрәләре ҡыл да ҡыбырлатманы. Әҙәбиәтебеҙ үҫешен, шиғриәтебеҙ кимәлен айырата сағыу билдәләгән шәхес ғүмере бынан егерме йыл самаһы элгәре, шулай итеп, тәҡдир хөкөмөнә тапшырылып ҡуйылды. Улай ғына ла түгел, шағирҙың ижадын тиҙерәк онотторорға тырышыусылар ҙа табылды. Мәҫәлән, 1976 йылда Рәшит Назаровтың уғаса инде донъя күргән, шулай уҡ китаптарын төҙөүсе һәм мөхәррирләүселәр тарафынан “Йылмайыу” ҡулъяҙмаһынан иреклеме-ирекһеҙме төшөрөп ҡалдырылған иң-иң аҫыл шиғырҙарын туплап, йыйынтыҡҡа “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” тип исем ҡушып нәшриәткә алып барғайным. “Хужаһы” мине бороп сығарҙы: “Ни өсөн диуананың әйберен күтәреп мине бимазалап йөрөйһөң?! Уның исемен тиражлап ултырырға минең башым икеме әллә?! Тәүҙә үлһен әле, үлгәс, ҡарап ҡарарбыҙ!”... Булды, ундай хәлдәр ҙә булды...
Ҡабатлап шаһитлыҡ ҡылам: Рәшит Назаровты кисекмәҫтән медицина белгестәренә күрһәтеп ҡотҡарып ҡалыр мәлдә, уның фажиғәле хәл-әхүәленә бигерәк тә Яҙыусылар союзы идараһы менән республика етәкселеге вайымһыҙ булды... Ләкин айырым шәхестәрҙең егеткә булышырға атлығып тороуҙарын бөгөн инҡар итеү гонаһ булыр ине. Шулай, 1962 йылда уҡ профессор Жәлил Кейекбаев менән элекке мәғариф министры Фатима Мостафинаның, үҙ иңдәренә оло яуаплылыҡ йөкмәп, Рәшит Назаровты Башҡорт дәүләт университетына имтиханһыҙ индереп уҡытабыҙ, тип өгөтләүҙәрен күптәр хәтерләйҙер. Әммә Рәшит: “Мин русса насар беләм, армияға барып русса өйрәнеп, донъя күреп ҡайтам”,— тип ул тәҡдимгә үҙе ҡаршы төшкән... Эйе, һүҙен һүҙ итте ул — һалдатҡа китте. Мәгәр... ана ҡалай алып китте бит уны тәҡдир...
Ә 1970 йылда сыҡҡан “Ҡояш юлы буйлап” китабы йәнә лә уҡыусыларҙың күңелен арбаны. Үтәнән-үтә күренмәле ебәк кеүек еңел һәм саф теле менән, глобаль сағыштырыу сараларына байлығы-муллығы, философик тәрәнлеге менән Рәшиттең шиғырҙары башҡорт халыҡ ижадының иң гүзәл өлгөләренә тиң ине. Китап ныҡ талапсан мәҙәниәт әһелдәренең дә зауығын ҡәнәғәтләндерҙе. Бер генә дәлил: композитор Заһир Исмәғилев йыйынтыҡтағы “Әсә һүҙҙәре” шәлкемен уҡып илһамланып, ғәжәйеп романстар ижад итте, Мостай Кәрим либреттоһына яҙылған “Ағиҙел тулҡындары” операһы менән бергә шул романстары өсөн дә РСФСР-ҙың М. Глинка исемендәге дәүләт премияһын алыуға иреште...
Хөрмәтле дуҫ! “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” тигән китапты уҡып сыҡҡас, ышанам: был әҫәрҙәрҙе һин, моғайын, бөйөк шиғриәт үрнәге тип ҡабул иткәнһеңдер. Егерме берҙә генә күкрәп туҡтаған йәш даһи тарафынан тыуҙырылған шиғырҙар улар! Улар — Рәшит Назаровтың исемен быуаттарҙан быуаттарға яңғыратасаҡ, ғәзиз халҡыбыҙға һүнмәҫ-һүрелмәҫ дандар өҫтәйәсәк күңел аҫылташтары, күңел гәүһәрҙәре!.. Мин иһә шиғырҙарҙы бәйнә-бәйнә анализлауҙы, уларҙың таң ҡалырлыҡ күркәмлектәрен айырым-айырым күрһәтеп биреүҙе был яҙмамда, юҡ, маҡсат итеп ҡуйманым. Ундай эште киләсәктә намыҫлы тәнҡитселәр башҡарыр, шағирҙың һәммә әҙәби хазинаһын барлаусы, академик баҫмаларын төҙөүсе выжданлы әҙәбиәтселәр ҙә үҫеп етер... Мәгәр мин шуға ысынлап инанам: Рәшит Назаров үҙенең йәшен кеүек яҡты ғүмерендә үрҙә миҫалға килтерелгән ике генә мөғжизәүи шиғырҙы — ни бары “Йәшен” менән “Йөрәк” әҫәрен — ижад иткәндә лә әҙәбиәт тарихында барыбер даһи тип нарыҡланыр ине!