Шаһит булдым...16.12.2014
Иртәгәһенә иртүк Рәшит менән күрешеп таныштым. Буйға ҙур түгел, ыҡсым ғына кәүҙәле. Күркәм йөҙлө, мөләйем ҡарашлы. Мөғәмәләһе итәғәтле. Иғтибар ит­тем: кеше менән, хатта үҙ туғандары менән дә артыҡ һөйләшеп бармай. Уғата шым, өндәшмәҫ, үҙ-үҙенә ныҡ бикләнгән... Әммә уның менән сөкөрләшеп һүҙҙә­ребеҙ бөт­мәне. (Шуны ла әйтеп үтәйем: Рәшит ауыры­ған оҙаҡ йылдар буйына уның янына, дауа­ханаға, күмәклә­шеп барып йөрөгәндә лә бар ғазаптарын ул ни өсөндөр миңә күберәк асып һалыр булды.) Шиғыр­ҙар уҡыштыҡ. Апаруҡ ҡалын ҡулъяҙма­һын күрһәтте. Таң ҡалдым: аҫтын­дағы дата­ларға ҡарағанда, Рәшит бәғзе көн­дәрҙә икешәр, өсәр... хатта дүртәр шиғыр яҙған. Уҡыйым да һоҡланып туймайым: һәр береһе шәп! Ижад эшенә бына нисек етди итеп, бар булмы­шың менән мөкиббән китеп ҡарарға кәрәк! Бына, исмаһам, шағирлыҡ был!
Һөйләшеп танһыҡ ҡанмай. Кәйеф күтә­ренке. Әсәһе һәм туғандары менән бергә гөрләшә-гөрләшә ултырып сәй эстек. Сәй эстек тә (Фатима инәй: “Сабынлығы­быҙға кеше төшә инде”, — тип бер-ике уфтанғай­ны) яурындарыбыҙға салғы йөкмәп икәүлә­шеп ҡырға сыҡтыҡ та киттек. Ғәжәп: шәхси хужалыҡ өсөн бесән әҙерләүҙе төрөмбәт­тәргә сентябрҙә генә рөхсәт итәләр икән... (Түрә­ләрҙең халыҡтан көлөүенең шул за­мандағы иң йәмһеҙ бер миҫалылыр шәт!)
Эй ул көн! Ҡолас киреп йөрөп һөҙәк үҙәк­тә үҙе­беҙ бесән саба­быҙ, үҙебеҙ туҡтап-туҡ­тап ши­ғыр уҡый­быҙ, теге йәки был ҡә­ләм­дәшебеҙҙең ижады ха­ҡын­да фе­кер­лә­шә­беҙ... Эй ул көн! Йәшлектең гүзәл мәле, шиғриәттең тантана сәғәттәре!
...Ноябрь айында Рәшит Стәр­летамаҡҡа үҙе килде: һал­датҡа ҡарала икән. Ә тиҙҙән, ҡа­баттан килеүендә, мин йәшәгән студенттар ятағында икебеҙ бер карауатта ятып йоҡланыҡ та иптәшемде иртә таңда ар­мияға оҙатып ҡалдым. Ике йылдан ашыу хатлашып торҙоҡ...
1966 йылдың май айҙарында Рәшит Назаровтың Назар Нәж­ми мөхәррирлегендә “Таңды ҡар­шылау” тигән беренсе китабы нәшер ителеп һатыуға сыҡты ла... Башҡорт­ос­тан мәҙәниәте тормошонда сенсация яһаны. Авторҙың халыҡсан алым менән яҙыл­ған, киң ҡоласлы поэтик метафора­лар­ға ҡорол­ған һәләк ябай телле шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә тылсым төҫлө уралды, шағир исеме республикала танылыу тапты, шөһрәт ҡаҙанды.
1965 йылдың ахырында шикелле, Рәшит ялға ҡайтты. Институтты тамамлап, ул ва­ҡыт­та мин Өфөлә “Ағиҙел” журналы редак­ция­һында эшләп йөрөй инем. Һағынышып осраштыҡ. Журналға ул байтаҡ шиғырҙа­рын ҡалдырҙы. Тиҙҙән, ялы тамамланып, ҡабат үҙ часына китеп барҙы.
1966 йылдың яҙында иһә... шомло хәбәр ишетелде. “Армияла Рәшит зәхмәтле сиргә юлыҡ­ҡан... Ғәскәри частан санитарҙар уны тыуған ауылына оҙатып ҡуй­ған”, — тип һөйләнеләр. Төрлө имеш-мимеш, ҡайғы­ры­шып бышылдау­ҙар сикәләрҙе ҡыҫты, өшөт­тө. Эй был яҙмыш! Етемдең ауыҙы ашҡа тейһә, мороно ҡанай, ти: халҡыбыҙға бөйөк дандар өҫтәйәсәк талантты толпар өҫтөнән рәхимһеҙ яҙмыш бигерәк тә иртә һуғып төшөрҙө! Моғайын, әҙәбиәтебеҙ дусар бул­ған иң мәрхәмәтһеҙ фажиғәләрҙең береһе­лер был...
Йәй башында Яҙыусылар союзы идара­һы Рәми Ғарипов менән мине Рәшиттең хәлен белешергә ебәрҙе. Төрөмбәткә бар­ҙыҡ, күрҙек. Әхүәле — аяныс, таныуға беҙҙе таный ҙа ул, ләкин иркенләп китеп һөй­ләш­мәй, үҙ-үҙенә йомолоп тик ултыра... Өфөгә беҙ ҡайтып ике-өс көн дә үтмәне, сире көсәйеп киткәнлектән, туған­дары Рә­шитте килтереп тә еткерҙе: “Зинһар, да­уа­лар­ға һалығыҙ”, – тиҙәр. Идаранан шыл­тыратты­рып, ҡәләм­дәшебеҙҙе Рәми ағай менән икәүләп дауаханаға урынлаштырҙыҡ.
1966 йылдың аҙағына табан Рәшит шаҡ­тай арыу­ланды, ауылына — әсәһе янына — ҡайтып йәшәне, күп кенә яңы шиғырҙар ижад итте, колхозда эшләп йөрө­нө... 1968 йылдың яҙында мин уға: “Икенсе кита­бың­ды ҡасан әҙерләйһең?”— тип хат яҙғайным, ул, оҙон-оҙаҡ көттөрмәйенсә, “Йылмайыу” исемле һәлмәк ҡулъяҙма йыйын­тығын Яҙыусылар союзына ебәрҙе, шунан үҙе лә Өфөгә килеп китте. Идараның шул дәүер­ҙәге яуаплы хатибы Шәриф Бикҡол, кабинетына ми­не саҡыртып: “Иптәшеңә ярҙамлаш, шиғырҙа­рын машинка­нан үткәртеп бир”, — тип үтенде. Рәшит тә: “Машин­кала баҫтыр­ғас, нәшриәткә тапшырырһың”, — тип ҡулъ­яҙмаһын миңә ышанып ҡалдырып китте.
Аймы, ай ярыммы эсендә “Йылмайыу”ҙы ма­шинкала баҫтыртып алдым. Шиғырҙар 5 178 юл (йәғни 7,4 табаҡ) тәшкил итте. Ләкин ҡулъяҙма­ны өр-яңынан төҙөргә тура килде. Ҡат-ҡат ҡарай торғас, тулы ғына бер мә­ғәнәүи килбәт, композицион бөтөнлөк хасил бул­ғас, йыйынтыҡта 3 756 юл шиғыр (йәғни 5,37 табаҡ) ҡалдырҙым: “Ҡояш юлы буйлап” тип исем ҡушып, ан­нотация ла яҙып, нәшриәткә илтеп бирҙем. Тик нәшриәт уны ни өсөндөр 1969 йыл планына индермәне...
1969 йылдың июнендә командировкаға барышлай Төрөмбәткә һуғылып, “Йылмайыу”ҙың нөсхәһен (“Ҡояш юлы буйлап” йыйынтығынан төшөрөп ҡалдыр­ған өлөшө­нә ҡушып) Рәшиттең бәләкәй апаһы Рәми­лә­нең ҡулына тотторҙом: “Һандыҡҡа бикләп ҡуй ҙа, Рәшит үҙе талап итһә лә, бүтәндәр һораһа ла, бир­мә!” Эш шунда: бер­ҙән, әсә­һе менән апаһының һөйләүҙәренә ҡара­ғанда (Рәмилә ул саҡта тыуған йортон­да тора ине), 1968 йылда Яҙыусылар союзына сәфәргә барып килгәс, ҡайтанан нығытып ауырый баш­лаған Рәшит: “Һеҙ генә минең башыма еттегеҙ!” — тип йәшник-йәшник ҡағыҙ­ҙарын, ҡаралама яҙыуҙарын, өй эсен­дәге төрлө китаптарҙы утҡа яғырға кереш­кән, туғандары арҡаһын­да ғына, аҙмы-күп­ме ши­ғыр дәфтәрҙәре ҡот­ҡа­рып ҡалынған. Икенсенән, Тө­рөмбәт аша уҙған Өфө журналистары һәм әҙиптәре Рәшиттең шиғыр­ҙарын таптырып йонсотҡан... (Был урын­да шуны әйтергә кәрәк: 1981 йылдың февра­лендә Яҙыусылар союзы идараһы­ның махсус комиссияһын төҙөп, беҙ — Рә­шит Шәкүр, Рәшит Солтангәрәев, Төрөмбәт ҡы­ҙы Мәликә Әминева, комсомолдың өлкә комитеты хеҙмәт­кәре Ҡәлә­мов тигән иптәш һәм мин — Рәшит Назаровтың бар­лыҡ яҙма­ла­рын да СССР Фән­дәр акаде­мия­һының Урал бү­лексәһе Башҡорт­остан ғилми үҙә­генең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институ­ты архи­вы­на рәс­ми рә­үеш­тә алып ҡай­тып тапшыр­ҙыҡ).
Шағирҙың хәле 1969 йылдың йә­йендә айы­рыу­са мөш­көл күренде. Ныҡ бирешкән, ҡаҡ һө­йәккә етеп ябыҡ­ҡан. Фатима инәйҙең әйтеүе буйынса, йүнләп ашамай ҙа, бер ни менән ҡыҙыҡһынмай ҙа, ти. Бар белгәне ихата буйлап ун-ун биш аҙым арала баш баҫып, өҙ­лөкһөҙ тәмәке быҫҡытып аллы-артлы тиктән-тик йөрөү икән. Үкһеп-үкһеп зар илай әсә: “Рәшитте ҙур врачтарға күрһәтергә ине! Үҙемдең сәләмәт­легем юҡ... Минән дә тороп ҡалһа, нишләр инде балаҡайым?” — тип уттар йота... Мин гәпләшер­гә тырышһам да, ҡәләмдәшем асы­лып һөйләш­мәй. “Исма­һам, китап уҡып ауыр уйҙарҙан ары­ныр инең”, — тиеүемә ҡаршы: “Юҡ, уҡый ҙа ал­майым, яҙырға ла ярамай, әлегә ярамай”, — тип кенә яуапланы.
Өфөгә ҡайтҡас, Яҙыусылар союзына, нәшриәткә һәм ВЛКСМ-дың өлкә комитетына исем­ләп, әсенеп-әсенеп хат яҙҙым. “Рәшит Наза­ров­ҡа кисектергеһеҙ ярҙам итер­гә, уны атаҡлы медицина белгестәренә күрһәтергә, шағир­ҙың икенсе китабын тиҙ арала һәм тулы көйөнсә сыға­рырға кәрәк!” — тип саң һуҡтым. Ләкин хатыма, күрә­һең, ҡул ғына һелтәнеләр. Фәҡәт “Ҡояш юлы буй­лап” йыйынтығы ғына 1970 йылда, ту­нал­ған-тураҡланған ки­леш, ни бары ике табаҡ күлә­мендә, нәшер ителде лә... башҡаса булышлыҡ ишетелмәне лә, тойолманы ла. Кеше ҡайғыһы төштән һуң тигәндәгесә килеп сыҡты.
Шәфҡәтле бер нисә ҡәләмдәшенең генә Рә­шит өсөн янып-көйөп йөрөүе етерлек түгел ине шул. Унарлаған, хатта йөҙәрләгән интеллигенция вәкилдәренең шағир яҙмы­шы тураһында борсолоп көрһөнөүе, баш сайҡап ҡайғырыуы ла аҙ ине. Ашығыс ярҙам зарур саҡта рес­публи­каның ҡөҙрәтле түрә­ләре ҡыл да ҡыбырлат­ма­ны. Әҙәбиәтебеҙ үҫешен, шиғриәтебеҙ ки­мә­лен айырата са­ғыу билдәләгән шәхес ғүмере бынан егерме йыл самаһы элгәре, шулай итеп, тәҡдир хө­көмөнә тапшырылып ҡуйылды. Улай ғына ла түгел, шағирҙың ижадын тиҙе­рәк онот­торорға тырышыусылар ҙа табылды. Мәҫә­лән, 1976 йыл­да Рәшит Назаровтың уғаса инде донъя күр­гән, шулай уҡ китаптарын төҙөүсе һәм мөхәррир­ләүселәр тарафынан “Йылмайыу” ҡулъяҙма­һы­нан иреклеме-ирек­һеҙме төшөрөп ҡалдырылған иң-иң аҫыл шиғыр­ҙарын туплап, йыйынтыҡҡа “Йөрәгем­де һеҙгә илтәм” тип исем ҡушып нәш­риәткә алып барғайным. “Хужаһы” мине бороп сы­ғарҙы: “Ни өсөн диуананың әйберен күтәреп мине бимазалап йөрөйһөң?! Уның исе­мен тиражлап ултырырға минең башым икеме әллә?! Тәүҙә үлһен әле, үлгәс, ҡарап ҡа­рарбыҙ!”... Булды, ун­дай хәлдәр ҙә булды...
Ҡабатлап шаһитлыҡ ҡылам: Рәшит Назаровты ки­секмәҫтән медицина белгестәренә күр­һә­теп ҡотҡарып ҡалыр мәлдә, уның фа­жиғәле хәл-әхүәленә бигерәк тә Яҙыусылар союзы ида­раһы менән республика етәксе­ле­ге вайымһыҙ булды... Ләкин айырым шәхестәрҙең егет­кә булышырға атлығып тороуҙарын бөгөн инҡар итеү гонаһ булыр ине. Шулай, 1962 йылда уҡ профессор Жәлил Кейекбаев менән элекке мә­ғариф министры Фа­тима Мостафинаның, үҙ иң­дә­ренә оло яуаплылыҡ йөк­мәп, Рәшит Наза­ров­ты Башҡорт дәүләт университетына им­тихан­һыҙ индереп уҡытабыҙ, тип өгөт­ләү­ҙәрен күп­тәр хәтерләйҙер. Әммә Рәшит: “Мин русса насар бе­ләм, армияға барып русса өйрәнеп, донъя күреп ҡай­там”,— тип ул тәҡдимгә үҙе ҡаршы төшкән... Эйе, һү­ҙен һүҙ итте ул — һалдатҡа китте. Мәгәр... ана ҡалай алып китте бит уны тәҡдир...
Ә 1970 йылда сыҡҡан “Ҡояш юлы буйлап” китабы йәнә лә уҡыусыларҙың күңелен арбаны. Үтәнән-үтә кү­ренмәле ебәк кеүек еңел һәм саф теле менән, глобаль сағыш­тырыу сараларына байлығы-муллығы, фи­ло­софик тәрәнлеге менән Рәшиттең ши­­ғыр­­ҙары башҡорт халыҡ ижадының иң гүзәл өлгөләренә тиң ине. Китап ныҡ та­лап­сан мәҙәниәт әһелдәренең дә зауығын ҡәнәғәт­ләндерҙе. Бер генә дәлил: композитор Заһир Исмәғилев йыйынтыҡтағы “Әсә һүҙ­ҙәре” шәлке­мен уҡып илһам­ланып, ғәжәйеп романстар ижад итте, Мостай Кәрим либ­рет­­тоһына яҙылған “Ағиҙел тулҡындары” операһы менән бергә шул романстары өсөн дә РСФСР-ҙың М. Глинка исемендәге дәүләт премияһын алыуға иреш­те...
Хөрмәтле дуҫ! “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” тигән китапты уҡып сыҡҡас, ышанам: был әҫәрҙәрҙе һин, моғайын, бөйөк шиғриәт үрнәге тип ҡабул иткәнһеңдер. Егерме берҙә генә күкрәп туҡтаған йәш даһи тарафынан тыуҙырылған шиғырҙар улар! Улар — Рәшит На­заровтың исемен быуаттарҙан быуат­тарға яңғырата­саҡ, ғәзиз халҡыбыҙға һүнмәҫ-һүрелмәҫ дандар өҫтәйәсәк күңел аҫылташтары, кү­ңел гәүһәрҙәре!.. Мин иһә ши­ғырҙарҙы бәйнә-бәйнә анализлауҙы, улар­ҙың таң ҡа­лырлыҡ күркәмлектәрен айырым-айырым күрһәтеп би­реүҙе был яҙмамда, юҡ, маҡсат итеп ҡуйманым. Ун­дай эште киләсәктә на­мыҫлы тәнҡитселәр башҡарыр, шағирҙың һәммә әҙәби хази­наһын барлаусы, академик баҫмаларын төҙөүсе выжданлы әҙә­биәтселәр ҙә үҫеп етер... Мәгәр мин шуға ысынлап инанам: Рәшит На­заров үҙенең йәшен кеүек яҡты ғүмерендә үрҙә миҫал­ға килтерелгән ике генә мөғжизәүи шиғырҙы — ни ба­ры “Йә­шен” менән “Йөрәк” әҫәрен — ижад иткәндә лә әҙәбиәт тарихында барыбер даһи тип нарыҡланыр ине!




Вернуться назад