Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Улар ҙа бит кешеләр кеүек...
Улар ҙа бит кешеләр кеүек... 2003 йылдан алып 11 декабрь Халыҡ-ара тауҙар көнө булараҡ билдә­ләнә. Берләшкән Мил­ләттәр Ойошмаһы Генераль ассамбле­я­һының ҡарарына ярашлы, был үҙен­сәлекле дата таулы төбәктәрҙең үҫешен пропа­гандалауға, географик яҡтан үҙгә­рештәрҙе көйләүгә ҡайтып ҡала. Баш­ҡортостанда Тауҙар көнө билдәләнәме? Был турала милләттәштәребеҙ хәбәрҙармы? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән география фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Инбер ЯПАРОВҠА мөрәжәғәт иттек.

— Инбер Мөхәмәт улы, Халыҡ-ара тау­ҙар көнө — сағыштырмаса яңы иҫтәлекле көн. Күптәр бындай көн барлығын белеп тә бөтмәй.
— Йәшермәйем, был хаҡта мин дә хә­бәрҙар түгел инем. Тауҙар көнөн үҙем өсөн яңы астым, дөрөҫөрәге, һеҙ астығыҙ. Ха­лыҡтың да быны белеүенә шик­ләнәм.
– Тимәк, календарға индерелгән, ә та­рихҡа – юҡ...
— Шулайыраҡ килеп сыға инде. Әммә, уйлап ҡараһаң, был көндөң әһәмиәте иҫ киткес юғары. Бөгөн донъя кимәлендә төрлө эҙләнеүҙәр алып баралар, тау ятҡылыҡтарын өйрәнәләр, бик күп тәбиғәт байлыҡтарыбыҙ ошон­да тупланған, туризмды үҫтереүҙә ҡо­мартҡыларыбыҙҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Уның хаҡ­та халыҡҡа, айырыуса йәштәргә еткереү шарт. Һеҙ әйтмешләй, Халыҡ-ара тауҙар көнө календарь биттәрендә генә түгел, ә тарихта ҡалырға тейеш. Бөгөн күптәр ялын төрлө ерҙәрҙә үткәрә. Ҡышын иһә тауҙың әһәмиәте үҫеп китә. Миҫал өсөн сағыштырып ҡарайыҡ: бөгөн Башҡортостанды тиңләгән Швейцария бюджетының 10 проценты туризм иҫәбенә тулылана. Ә беҙ кемдән кәм? Шул уҡ Ҡырым, Кавказ, Алтай тауҙарын ғына алып ҡарайыҡ. Урал тауҙары тураһында әйтеп тораһы ла тү­гел. Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, беҙҙә Тау­ҙар көнөн билдәләү, уның әһәмиәтен күрһәтеү ге­нә түгел, ә был тәбиғәт ҡомартҡыһының фай­ҙа­һын да арттырып ебәреү өсөн уңайлы шарттар булдырырға ваҡыт.
— Был көндөң әһәмиәте тәү сиратта тауҙарҙы һаҡлауҙа сағылыш та­быр­ға тейешме?
— Һис шикһеҙ. Ерҙең йәшен билдәләү, уның геологик тарихын өйрәнеү йәһәтенән был тәбиғәт ҡомартҡыһынан да мөһимерәк сығанаҡ юҡ. Ауыл хужалығында ла тауҙарҙың ролен билдәләмәй булмай. Һауа торошон ғына алып ҡарайыҡ. Урал тауҙары алдында ятҡан Балаҡатай, Ҡыйғы, Дыуан, Салауат, Иглин, Архангел, Ишембай райондарында йылылыҡ әҙерәк, яуым-төшөм күберәк, көҙ – иртәрәк, яҙ һуңыраҡ килә. Шул уҡ ваҡытта Урал артында – ҡоролоҡ. Был — тауҙарҙың йоғонтоһо нәтижәһе.
— Тауҙар хатта кешенең холҡона ла тәьҫир итә, тиҙәр.
— Ысынлап та, тау халыҡтары тәбиғәте менән ғәҙел холоҡло, ватансыл була. Күпкә сәмлерәк, күпкә тырышыраҡ тиер инем улар хаҡында. Ауырлыҡтарға ла бирешеп бар­майҙар. Тау тәбиғәте гүйә кешелә патриотик рух тәрбиәләй. Тарих бының асылын күп тапҡырҙар иҫбатланы ла инде.
— Башҡортостан биләмәһенең нисә про­центы таулы төбәккә ҡарай?
— Хәтерем яңылышмаһа, 60 мең квадрат метр.
— Ниндәйҙәре айырыуса һаҡлауға мохтаж?
— Ирәмәл. Беҙҙең өсөн иң изге урын­дар­ҙың береһе. Халыҡ телендә “Ирә­мәлгә мен­мәһәң, тормоштоң мәғәнәһе юҡ” тигәнерәк әйтем дә ишетелеп ҡала. Әйт­кәндәй, студенттарым менән йыл һайын ошо урынға практика үтергә йөрөйбөҙ. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, Ирә­мәл­дең хәле яҡшынан түгел. “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән үҫемлектәр бөтөнләй юҡҡа сыҡты тиерлек, төрлө урында һалынған һуҡмаҡтар, ағас­тарҙың кәмеүе, күпләп ял йорттарының төҙөлөүе лә тау тәбиғәтенә йоғонто яһамай ҡалманы. Был биләмәнең статусын үҙгәр­тергә, тау тура­һындағы положениены ҡабат­тан ҡарап сығып, ҡайһы бер пункттарына үҙгәрештәр индереү зарур. Ирәндек тауҙары ла иғтибар талап итә. Ғөмүмән, тауҙарҙың барыһы ла яҡлауға, ҡурсалауға мохтаж. Эпостарыбыҙҙа, әкиәттә­ре­беҙҙә телгә алын­ған һәр тауҙы махсус реестрға индерәһе ине. Уларҙы һаҡлау, тәбиғәтенең үҙгәрешһеҙ ҡалыуына булышлыҡ иткән махсус программа булдырыу көн ҡаҙағында ҡала.
— Ғөмүмән, Башҡортостанда тауҙар ентекле өйрәнелә тип әйтеп буламы?
— Геологик, геоморфологик яҡтан тауҙар ярайһы яҡшы өйрәнелгән. Айырыуса геологтар тарафынан бик күп эштәр башҡарылды. Ландшафт төрлөлөгөн өйрәнеү, ниндәй үҙ­гәрештәр күҙәтелеүе йәһәтенән әле лә тик­шереүҙәр дауам итә. Был өлкәлә студенттар, аспиранттар ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Мәҫә­лән, Белорет районынан Ғәлимә Хәсә­нова, тауҙарҙағы тәбиғәттең үҙгәреүенә ба­ғыш­лап, ошо арала кандидатлыҡ диссер­та­цияһы яҡлаясаҡ. Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университет­тарының география факультеттарында тауҙарҙы өйрәнеү күптән яйға һалынған. Йыл һайын экспедициялар, ғәмәли эш ойошторола, тауҙар тураһында фәнни мәҡәләләр баҫтырыла.
— Үҙгәрештәр тиһегеҙ, тау тәбиғәтенә ниндәй үҙгәрештәрҙең йоғонтоһо көслө?
— Урманды бик ныҡ ҡырҡалар бит хәҙер. Үҙе бер кәсепкә әүерелде. Тау итәгендә үҫкән урманды ҡырҡҡандан һуң, унда ер йыуыла, ағастар үҫеп сыға алмай. Үҫкән осраҡта ла элекке ҡарағай, шыршы урмандарын ваҡ япраҡлы ағастар, ҡыуаҡтар баҫып ала. Улар иһә тауҙарҙың йәмен генә түгел, бар булмышын үҙгәртеп ебәрә, экосистемаға кире йоғонто яһай. Ер йыуыла, йылғалар, шиш­мәләр ҡорой, янғын хәүефһеҙлеге арта. Ҡайһы бер урындарҙа хатта һаҙлыҡтар барлыҡҡа килә.
— Һәр хеҙмәт тәжрибәгә ҡайтып ҡала. Башҡа өлкә ғалимдары менән бәйләнеш булдырылғанмы?
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа был эш һүлпәнәйҙе. Элегерәк төрлө кон­ференцияларҙа ҡатнаштыҡ, күрше төбәк­тәрҙең эш алымын өйрәндек. Хәҙер бындай сараларҙа ҡатнашыу өсөн иң беренсе сиратта фәнни мәҡәлә талап ителә. Ә бер мәҡәләне баҫтырыу өсөн 8-10 мең һум аҡса кәрәк. Конференцияла ҡатнашам тиһәң дә, үҙ иҫәбеңә. Һөҙөмтәлә фән ҡыҫылды, йыйындар кәмене. Ойошторолғандары ла Интернет аша ғына үткәрелә, ундай сараларҙың, аңлап тораһығыҙ, әһәмиәте лә, файҙаһы ла юҡ кимәлдә.
— Иҫтәлекле көндөң төп асылы тәбиғәт ҡо­мартҡыларын һаҡлауға ҡайтып ҡала, тинегеҙ. Ошо йәһәттән ниндәй теләк­тәрегеҙ булыр?
— Бөгөн географик объекттарҙың дөйөм реестры юҡ. Был йәһәттән “Башҡорт энцик­лопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы нин­дәй­ҙер кимәлдә эш башланы — Көньяҡ Уралда булған бик күп тау һырттары тура­һында мәғлүмәттәр “Башҡорт энцик­ло­педияһы”на индерелде. Ошо йүнәлештә эште төплөрәк дауам итергә ине — брошюралар, китаптар сығарыу, гәзит-баҫма биттә­рендә “тәбиғәт мөйөштәре” булдырыу шарт. Ғөмү­мән, урманға, тауҙарға, тәбиғәткә булған ҡа­рашты үҙгәртергә ваҡыт. Тауҙар ҙа бит ке­ше­ләр кеүек. Һаҡлауға, яҡлау, ҡур­са­лау­ға мохтаж.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә