2003 йылдан алып 11 декабрь Халыҡ-ара тауҙар көнө булараҡ билдәләнә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһының ҡарарына ярашлы, был үҙенсәлекле дата таулы төбәктәрҙең үҫешен пропагандалауға, географик яҡтан үҙгәрештәрҙе көйләүгә ҡайтып ҡала. Башҡортостанда Тауҙар көнө билдәләнәме? Был турала милләттәштәребеҙ хәбәрҙармы? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән география фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Инбер ЯПАРОВҠА мөрәжәғәт иттек. — Инбер Мөхәмәт улы, Халыҡ-ара тауҙар көнө — сағыштырмаса яңы иҫтәлекле көн. Күптәр бындай көн барлығын белеп тә бөтмәй.
— Йәшермәйем, был хаҡта мин дә хәбәрҙар түгел инем. Тауҙар көнөн үҙем өсөн яңы астым, дөрөҫөрәге, һеҙ астығыҙ. Халыҡтың да быны белеүенә шикләнәм.
– Тимәк, календарға индерелгән, ә тарихҡа – юҡ...
— Шулайыраҡ килеп сыға инде. Әммә, уйлап ҡараһаң, был көндөң әһәмиәте иҫ киткес юғары. Бөгөн донъя кимәлендә төрлө эҙләнеүҙәр алып баралар, тау ятҡылыҡтарын өйрәнәләр, бик күп тәбиғәт байлыҡтарыбыҙ ошонда тупланған, туризмды үҫтереүҙә ҡомартҡыларыбыҙҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Уның хаҡта халыҡҡа, айырыуса йәштәргә еткереү шарт. Һеҙ әйтмешләй, Халыҡ-ара тауҙар көнө календарь биттәрендә генә түгел, ә тарихта ҡалырға тейеш. Бөгөн күптәр ялын төрлө ерҙәрҙә үткәрә. Ҡышын иһә тауҙың әһәмиәте үҫеп китә. Миҫал өсөн сағыштырып ҡарайыҡ: бөгөн Башҡортостанды тиңләгән Швейцария бюджетының 10 проценты туризм иҫәбенә тулылана. Ә беҙ кемдән кәм? Шул уҡ Ҡырым, Кавказ, Алтай тауҙарын ғына алып ҡарайыҡ. Урал тауҙары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, беҙҙә Тауҙар көнөн билдәләү, уның әһәмиәтен күрһәтеү генә түгел, ә был тәбиғәт ҡомартҡыһының файҙаһын да арттырып ебәреү өсөн уңайлы шарттар булдырырға ваҡыт.
— Был көндөң әһәмиәте тәү сиратта тауҙарҙы һаҡлауҙа сағылыш табырға тейешме?
— Һис шикһеҙ. Ерҙең йәшен билдәләү, уның геологик тарихын өйрәнеү йәһәтенән был тәбиғәт ҡомартҡыһынан да мөһимерәк сығанаҡ юҡ. Ауыл хужалығында ла тауҙарҙың ролен билдәләмәй булмай. Һауа торошон ғына алып ҡарайыҡ. Урал тауҙары алдында ятҡан Балаҡатай, Ҡыйғы, Дыуан, Салауат, Иглин, Архангел, Ишембай райондарында йылылыҡ әҙерәк, яуым-төшөм күберәк, көҙ – иртәрәк, яҙ һуңыраҡ килә. Шул уҡ ваҡытта Урал артында – ҡоролоҡ. Был — тауҙарҙың йоғонтоһо нәтижәһе.
— Тауҙар хатта кешенең холҡона ла тәьҫир итә, тиҙәр.
— Ысынлап та, тау халыҡтары тәбиғәте менән ғәҙел холоҡло, ватансыл була. Күпкә сәмлерәк, күпкә тырышыраҡ тиер инем улар хаҡында. Ауырлыҡтарға ла бирешеп бармайҙар. Тау тәбиғәте гүйә кешелә патриотик рух тәрбиәләй. Тарих бының асылын күп тапҡырҙар иҫбатланы ла инде.
— Башҡортостан биләмәһенең нисә проценты таулы төбәккә ҡарай?
— Хәтерем яңылышмаһа, 60 мең квадрат метр.
— Ниндәйҙәре айырыуса һаҡлауға мохтаж?
— Ирәмәл. Беҙҙең өсөн иң изге урындарҙың береһе. Халыҡ телендә “Ирәмәлгә менмәһәң, тормоштоң мәғәнәһе юҡ” тигәнерәк әйтем дә ишетелеп ҡала. Әйткәндәй, студенттарым менән йыл һайын ошо урынға практика үтергә йөрөйбөҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ирәмәлдең хәле яҡшынан түгел. “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән үҫемлектәр бөтөнләй юҡҡа сыҡты тиерлек, төрлө урында һалынған һуҡмаҡтар, ағастарҙың кәмеүе, күпләп ял йорттарының төҙөлөүе лә тау тәбиғәтенә йоғонто яһамай ҡалманы. Был биләмәнең статусын үҙгәртергә, тау тураһындағы положениены ҡабаттан ҡарап сығып, ҡайһы бер пункттарына үҙгәрештәр индереү зарур. Ирәндек тауҙары ла иғтибар талап итә. Ғөмүмән, тауҙарҙың барыһы ла яҡлауға, ҡурсалауға мохтаж. Эпостарыбыҙҙа, әкиәттәребеҙҙә телгә алынған һәр тауҙы махсус реестрға индерәһе ине. Уларҙы һаҡлау, тәбиғәтенең үҙгәрешһеҙ ҡалыуына булышлыҡ иткән махсус программа булдырыу көн ҡаҙағында ҡала.
— Ғөмүмән, Башҡортостанда тауҙар ентекле өйрәнелә тип әйтеп буламы?
— Геологик, геоморфологик яҡтан тауҙар ярайһы яҡшы өйрәнелгән. Айырыуса геологтар тарафынан бик күп эштәр башҡарылды. Ландшафт төрлөлөгөн өйрәнеү, ниндәй үҙгәрештәр күҙәтелеүе йәһәтенән әле лә тикшереүҙәр дауам итә. Был өлкәлә студенттар, аспиранттар ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Мәҫәлән, Белорет районынан Ғәлимә Хәсәнова, тауҙарҙағы тәбиғәттең үҙгәреүенә бағышлап, ошо арала кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаясаҡ. Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеттарының география факультеттарында тауҙарҙы өйрәнеү күптән яйға һалынған. Йыл һайын экспедициялар, ғәмәли эш ойошторола, тауҙар тураһында фәнни мәҡәләләр баҫтырыла.
— Үҙгәрештәр тиһегеҙ, тау тәбиғәтенә ниндәй үҙгәрештәрҙең йоғонтоһо көслө?
— Урманды бик ныҡ ҡырҡалар бит хәҙер. Үҙе бер кәсепкә әүерелде. Тау итәгендә үҫкән урманды ҡырҡҡандан һуң, унда ер йыуыла, ағастар үҫеп сыға алмай. Үҫкән осраҡта ла элекке ҡарағай, шыршы урмандарын ваҡ япраҡлы ағастар, ҡыуаҡтар баҫып ала. Улар иһә тауҙарҙың йәмен генә түгел, бар булмышын үҙгәртеп ебәрә, экосистемаға кире йоғонто яһай. Ер йыуыла, йылғалар, шишмәләр ҡорой, янғын хәүефһеҙлеге арта. Ҡайһы бер урындарҙа хатта һаҙлыҡтар барлыҡҡа килә.
— Һәр хеҙмәт тәжрибәгә ҡайтып ҡала. Башҡа өлкә ғалимдары менән бәйләнеш булдырылғанмы?
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа был эш һүлпәнәйҙе. Элегерәк төрлө конференцияларҙа ҡатнаштыҡ, күрше төбәктәрҙең эш алымын өйрәндек. Хәҙер бындай сараларҙа ҡатнашыу өсөн иң беренсе сиратта фәнни мәҡәлә талап ителә. Ә бер мәҡәләне баҫтырыу өсөн 8-10 мең һум аҡса кәрәк. Конференцияла ҡатнашам тиһәң дә, үҙ иҫәбеңә. Һөҙөмтәлә фән ҡыҫылды, йыйындар кәмене. Ойошторолғандары ла Интернет аша ғына үткәрелә, ундай сараларҙың, аңлап тораһығыҙ, әһәмиәте лә, файҙаһы ла юҡ кимәлдә.
— Иҫтәлекле көндөң төп асылы тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлауға ҡайтып ҡала, тинегеҙ. Ошо йәһәттән ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
— Бөгөн географик объекттарҙың дөйөм реестры юҡ. Был йәһәттән “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы ниндәйҙер кимәлдә эш башланы — Көньяҡ Уралда булған бик күп тау һырттары тураһында мәғлүмәттәр “Башҡорт энциклопедияһы”на индерелде. Ошо йүнәлештә эште төплөрәк дауам итергә ине — брошюралар, китаптар сығарыу, гәзит-баҫма биттәрендә “тәбиғәт мөйөштәре” булдырыу шарт. Ғөмүмән, урманға, тауҙарға, тәбиғәткә булған ҡарашты үҙгәртергә ваҡыт. Тауҙар ҙа бит кешеләр кеүек. Һаҡлауға, яҡлау, ҡурсалауға мохтаж.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.