Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туйҙа – тик башҡорт моңдары, уйҙа – һәр саҡ изгелек
Туйҙа – тик башҡорт моңдары, уйҙа – һәр саҡ изгелек Ҡала малайы булһа ла, башҡортса матур һөйләшеүе, тыйнаҡлығы, тәрбиәһе менән ул башҡаларҙан ныҡ айырылып торҙо. Класташымдың уҡытыусылар менән ипле мөғәмәләлә, иптәштәре араһында шаян, йор һүҙле булыуы, белемгә ынтылышы бар мәктәпте хайран ҡалдыра ине. Руслан Күскилдиндың исеме республика йәштәре ҡолағына ла ят түгел. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ Өфөлә йәшәгән рухлы ир-азамат Рус­лан менән нәзәкәтле ҡыҙ Гөлнара ҡорған йәш ғаиләнең самауыры янында үтте.
– Йорт хужаһы булараҡ, йола буйынса, тәүге һо­ра­уым Русланға. Мәктәптә беҙ инглиз телен тәрән өйрәнеү класында инек. 2006 йылда яңғыраған һуңғы ҡыңғы­рауҙан һуң тормошоң ҡай­һы йүнәлештә юл алды?
– Гимназияны тамамлауға һигеҙ йыл үтеп тә киткән. Ошо ваҡыт эсендә өйрәнгән ғәмәл­дәрем, башҡарған эштәрем хаҡында яңыраҡ ҡына уйланып алдым. Һөнәри юҫыҡҡа кил­гәндә, 15-кә яҡын өлкәлә көсөмдө һынап ҡарағанмын, байтаҡ тәжрибә туплағанмын икән. Санкт-Петербург ҡала­һында уҡығанда – йөк ташыу­сы, SIM-карта һатыусы, селтәрле маркетинг консультанты, башҡорт йәштәре өсөн төрлө саралар ойош­то­роу­сы, 2008 йылда – АҠШ-та йәшә­гән осорҙа – пицца әҙерләүсе, урамдарҙа дөрөҫ ҡуйылмаған машиналарға штраф һалыу­сы ла булып эшләргә тура килде. Ә инде уҡыуымды тамамлап Өфөгә ҡайтҡас, эш­ҡыуарҙарға ярҙам күрһәткән финанс ойош­маһында белгес, брокер компанияһында менеджер вазифаһын баш­ҡар­ҙым. Бөгөн шәхси эшҡы­уарлыҡ менән ныҡлап шө­ғөл­ләнәм, әммә эҙләнеү­ҙә­рем бының менән генә бөт­мәй. “Күрә­һеләрем алдалыр әле” тип көлөп ҡуям ҡайһы саҡ.
– Гөлнара, ә һин ниндәй тарафта ғилем эстәнең, нин­дәй һөнәрҙе үҙләш­тер­ҙең?
– М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филоло­гияһы факультетын тамамланым. Әлеге мәл­дә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр те­ат­рының әҙәбиәт һәм драматургия бүлеге мөдире булып эшләйем. Унан тыш, ғаилә бизнесы менән дә шөғөлләнәм.
– Баланың булмышы тәү осраҡта ғаи­ләлә, ата-әсә йоғонтоһо аҫтында формалаша. Һеҙ­ҙе сәңгелдәктән алып тәрбиәләп, оло тормош юлына баҫтырған атай-әсә­йегеҙ хаҡын­да әй­теп үтһәгеҙ ине. Өйҙә тәр­биә мәсьәләһе нисек ҡу­йыл­ды? Уҡыу, әү­ҙем тормош алып барыу, йәмғиәт, заман менән бергә атлау йүнәле­шенә өҫтөнлөк бирелгән, күрәһең...
Руслан:
– Тапалған фекер кеүек яңғыраһа ла, атай-әсәйем менән ысын мәғәнә­һендә ғорурланам, һоҡланам, ҡаҙаныштарын күреп ҡыуа­нам, балаларға биргән тәр­биә­ләре, мөхәббәттәре ал­тынға тиң. Улар беҙҙе бәләкәйҙән үҙаллы фекер­ләп, ҡарар ҡабул итергә өйрәт­те. Белем­гә ынтылыш, әүҙем тормош алып барыу – атай-әсәйемдән булһа, рух төшөнсәһе – уҡы­ған гимназиямдан, ә йәмғиәт, заман ме­нән бер­гә атлау зарурлығы студент саҡта бар­лыҡҡа килде.
Гөлнара:
– Мине аңлай белеүҙәре, сикһеҙ һөйөүе өсөн ҡәҙер­ле­ләремә, апайыма ныҡ рәхмәт­лемен. Улар һәр саҡ фе­ке­ремә ҡолаҡ һалды, ҡанат­та­рымды һын­дыр­маны. Үҙҙәренә ҡыйы­ныраҡ булһа ла, 11 йәшемдә мине ситкә уҡыр­ға ебәр­ҙеләр. Гимназия, университет йыл­дарында үҙемдең урынымды табыуға ирештем. Бында уҡы­тыу­сыларымдың, дуҫтарым­дың да өлөшө ҙур. Бик матур ғаиләгә килен булып төштөм. Ғөмүмән, тормошомда гел яҡшы кешеләр осрай. Ошо­ноң менән сикһеҙ бә­хет­лемен.
– Ғүмерлеккә иҫтә ҡа­лыр­лыҡ тәүге осрашыуы­ғыҙ ҡайҙа булды? Тор­­мош­­тоң ҡайһы “урамы”нда, ниндәй миҙгелендә табыштығыҙ?
Гөлнара:
– Танышыуыбыҙ көтмәгән­дә, Интернет сел­тәре аша булды. Руслан минең социаль селтәр­ҙәге фотоһүрәт­тәремде, “шәхси бит”ем­дәге төр­лө яҙыуҙарҙы күреп оҡ­шатҡан. Тәүге осра­шыуға өс айҙан ашыу өгөтләне. Тәүҙә, тағы бер бәйләнсек егеттер тип уйлап, артыҡ иғтибар бир­мәһәм дә, ризалаштым. Егет ябай, эскерһеҙ, бер ҡатлы һәм шул уҡ ваҡытта маҡсат­лы, аҡыллы булыуы менән күңелемде яуланы.
Руслан:
– Беренсе осра­шыуыбыҙ Салауат Юлаев майҙанында үтте, һәм ул бө­гөнгөләй хәтеремдә: тул­ҡынланыу, оҡшатыу, һоҡ­ла­ныу! Бер йыл тирә­һе дуҫлашып йөрөгәс, Гөл­на­рама тәҡдим яһаным.
Гөлнара:
– Ысынында иһә улай тиҙ генә кейәүгә сығыу тураһында уйлаған да юҡ ине. Бер көн Руслан теплоходта йөрөп килергә саҡырҙы. Барһам, барлыҡ дуҫтарымды йыйған: “Сюрприз, бергәләп теплоходта йөрөйбөҙ”, – ти. Дуҫтар менән ара­лашҡан мәлдә Русландың “юғалыуы­на” иғтибар итмәгәнмен. Шул саҡ бер ҡосаҡ раузалар тотоп килеп сыҡмаһынмы! Бөтә кеше алдында һөйөүен белдереп, өйләнешергә тәҡдим яһаны. Шундай егеткә нисек “риза!” тип әйтмәйһең инде?!
– Кешеләр бер-береһе менән тиккә генә осрашмай, уларҙы ниндәйҙер хыял, уй яҡы­най­та. Тимәк, һеҙҙең дә ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ, тор­мош­ҡа ҡарашығыҙ оҡшаш?
Руслан:
– Гөлнара менән уртаҡ уйҙар, маҡсаттар ҙа бар, ҡараштарыбыҙ ҙа оҡ­шаш, әлбиттә. Унһыҙ бергә бу­ла алмаҫ та инек. Йыш ҡы­на икебеҙҙең дә бер үк фе­кер­ҙе уйлап йөрөгәнебеҙ асыҡлана. Әммә ҡылыҡ­тарыбыҙ төрлө, шулай бу­лырға тейеш тә.
– Белеүемсә, һеҙҙең туйығыҙҙа йыр-моң да башҡорт телендә генә яңғыраған...
Руслан:
– Эйе, туйҙы баш­ҡаса күҙ алдына килтермәй инек. Ғөмүмән, икебеҙҙә лә башҡортлоҡ хисе ныҡ көслө. Башҡорт телендә башҡорт үҙе ара­лашмаһа, халыҡ йыр­ҙарын үҙе йырламаһа, тыңла­маһа, тағы кем аралашһын, йырлаһын һәм тыңлаһын?!
– Тимәк, башҡорт халыҡ туй йолаларын да ситләп үтмәгәнһегеҙ?
Гөлнара:
– Үкенескә ҡаршы, бөгөн башҡорт туй йолалары башҡа милләттәрҙеке менән ҡатнашып бөт­кән. Ҡайһыһы беҙгә тап килеүен дә аңлауы ауыр. Шуға күрә туйыбыҙға әҙерләнгәндә бер нисә тап­ҡыр “Башҡорт халыҡ ижады” күп томл­ы­ғына мөрәжәғәт иттек. Матур, иң мөһиме, мәғә­нәле йолаларыбыҙ ҙа байтаҡ бит. Тантананы алып барғаны, теләктәребеҙҙе тор­мош­ҡа ашы­рырға ярҙам иткәне өсөн Ләйсән Мәзито­ваға рәхмәт.
– Бөгөн башҡорт йәш­тәренә туй үткәреү, байрам ойоштороу кеүек эш еңелгә төшәме, әллә ниндәйҙер кәртә-ҡытыршылыҡтары ла килеп сығамы?
Руслан:
– Үҙ туйыңды ойоштороу – ул бик күңелле мәшәҡәт, аҡсаң ғына булһын. Был йәһәттән ике яҡтан да атай-әсәйҙәр ярҙам итте.
Гөлнара:
– Үҙебеҙ етерлек аҡса йыйғас, туй яһарбыҙ тип уйлағайныҡ. Атай-әсәйҙәр: “Юҡ, аҙаҡҡа ҡал­дырмайыҡ, һуңынан ҡыҙығы бөтә”, – тип көл­дөләр ҙә туйҙың көнөн билдәләп тә ҡуйҙылар. Беҙ аңламай ҙа ҡалдыҡ. Туй кә­рәк-ярағын тулы­һынса тиерлек үҙебеҙ эшләнек. Хатта күлдәктең дә хыялымдағыһын тектерҙем.
– Ҡулда – балдаҡтар, паспортта – мисәт, яңы ғына ҡоролған ғаиләгеҙ тормошонда булып үткән иң иҫтәлекле ваҡиғалар ҙа юҡ түгелдер?..
Руслан:
– Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡи­ғалар байтаҡ, әлбиттә. Сентябрҙә ғаилә ҡороуыбыҙға бер йыл тулды, ошо уңайҙан дуҫтар менән Ҡазан ҡалаһына барып ҡайттыҡ. 14 сентябрь көнөн төрлө ҡала­ларҙа ҡаршыларға тигән ғаилә йолаһын уйлап сығар­ҙыҡ. Бергә йәшәй башлағас, яуаплылыҡ тойғоһо көсәйҙе. Ғаилә башлығы булараҡ төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәнәм.
– Бөгөн һеҙ ҡайҙа, нин­дәй эштәр менән мәшғүл? Киләсәккә ниндәй ниәт-өмөттәр бағлайһығыҙ? Рус­лан Интернет селтәрендә халҡыбыҙ өсөн әһәмиәтле бер сайт өҫтөндә лә эшләйһең шикелле?
Руслан:
– Әлеге ваҡытта туризм өлкәһендә эшҡыуар­мын, бик ҡыҙыҡлы һәм перспективалы шөғөл. Па­раллель рәүештә Интернетта бер-ике проект алып барам. Яңыраҡ ҡына донъя күргән “Башсара” – шуларҙың бере­һе. Башсара.рф сай­тының төп маҡсаты – барлыҡ баш­ҡорт мәҙәни саралары хаҡын­да тулы мәғлүмәт биреү һәм башҡа уңайлы хеҙмәттәр булдырыу. Проект өҫтөндә эш башланып ҡына тора, уның киләсәк яҙмышы өсөн байтаҡ илһам һәм көс һалырға кәрәк. Шулай уҡ башҡорт йәштәрен эшҡыуар­лыҡҡа йәлеп итеү кеүегерәк тәҡдим дә бар.
Гөлнара:
– Пландарым ҙур. Башымда бер нисә проект буйынса уй йөрөй. Төп эшем иғтибарҙы, яратып баш­ҡарыуҙы талап итә. Эшҡыуар­лыҡ менән шөғөллә­неү өсөн дә һәр ваҡыт эҙләнеү, үҫеш кәрәк. Ә шулай ҙа кеше үҙ халҡына файҙалы эш менән дә булышырға тейеш тигән фекерҙәмен. Миңзәлә Асҡа­рова икәүләп башҡорт әҫәрҙә­рен аудиокитап форматына әйләндерергә тәҡдим иткәс, шатланып риза булдым. Бө­гөн ошоноң менән мәшғүл­мен.
– Һуңғы һорау: бәхет сере нимәлә?
Руслан:
– Минеңсә, һине бәхетле иткән йәреңде, эшең­де һәм үҙ тәғәйенләнешеңде табыуҙа.
Гөлнара:
– Бәхет – ул күңел торошо. Үҙең теләп кенә бойоғоп ултырмаһаң, шатлығыңа бер ниндәй һауа торошо ла, йәшәгән урының да тәьҫир итә алмай. Бәхетле булам тиһәң, бул!
Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873