Һәр яҡтан да үҙенсәлекле төбәк ул Бөрйән. Биләмәһенең 40 процентын биләгән ҡурсаулыҡтар, үҫемлек һәм хайуандар донъяһына бай тәбиғәте, мөһабәт тауҙар араһында бер-береһенә һыйынып ултырған ҡурсаҡтай йорттар, цивилизация уңайлыҡтарынан алыҫ йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, тыуған яҡтарына мөкиббән китеп, уның иҡтисадын, ауыл һәм урман хужалыҡтарын үҫтереүгә көс һалған егәрле халҡы — барыһы ла һоҡланыу һәм рәхмәт тойғоһо уята. Район хакимиәте башлыҡтары араһынан иң йәше, тәүәккәле лә ошо төбәктә. Рөстәм Шәриповтың оло, яуаплы вазифаны үҙ иңенә алыуына әле йыл да тулып өлгөрмәгән, әммә ҡыҫҡа әңгәмә барышында ул күҙ алдына ҙур маҡсат ҡуйып, тыуған төбәгенең киләсәген асыҡ күҙаллаған етәксе булараҡ килеп баҫты. – Рөстәм Динислам улы, һеҙҙең иң йәш район хакимиәте башлығы булыуығыҙҙы иҫәпкә алып, әңгәмәне лә йәштәр проблемаларынан башлағы килә. Уларҙың үҙ көсөнә ышанысын арттырыу, заман ағымында юғалып ҡалмауы өсөн эште нисек ойоштормаҡсыһығыҙ?
– Бик ҙур, мөһим һорау, сөнки тап улар райондың киләсәген билдәләй. Әле беҙҙә 18-ҙән 30 йәшкә тиклемге 3 168 ҡыҙ һәм егет иҫәпләнә, шуның 1169-ы юғары һәм махсус уҡыу йорттарында белем ала. Яңыраҡ районыбыҙ студенттары һәм йәштәре, яҡташтарыбыҙ менән баш ҡалала осрашып, алдыбыҙға бурыстар ҡуйҙыҡ, яңы пландар билдәләнек. Ошоға тиклем маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыусыларҙың яҡынса 50-60 процентын районға ҡайтара алһаҡ, бынан ары үҙебеҙгә кәрәкле белгестәр талабын иҫәпкә алып килешеүҙәр төҙөйәсәкбеҙ.
Быйыл мәктәпте тамамлаған 150 уҡыусының 22-һе маҡсатлы килешеү нигеҙендә уҡырға инде. Йәш белгестәргә хеҙмәт хаҡының 20 процентын тәшкил иткән, өс йыл дауамында түләнеүсе матди ярҙам, тәүге йылда бер тапҡыр бирелеүсе пособие, ер бүлеме алыуға ярҙам ҡаралған. Киләһе өс йылды күҙаллағанда, район мәктәптәре күпләп математика, физика, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ҡытлыҡ кисерәсәк. Йәштәрҙең һөнәрҙе һайлай белмәүе арҡаһында ла ҡытыршылыҡтар тыуып тора, шуға күрә уларға дөрөҫ йүнәлеш биреү, ауылдарҙа эш урындары булдырыу, хеҙмәт хаҡын күтәреү, етештереү сәнәғәтен үҫтереү буйынса ла эште алып барасаҡбыҙ.
Үҙ эшен башларға теләүсе ҡыйыуҙар кәрәк беҙгә. Техник вуздарға, һаулыҡ һаҡлауға бәйле уҡыу йорттарына йәштәрҙең күберәк инеүенә өмөт итәбеҙ, сөнки тап ошо тармаҡтарҙа, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә кадрҙарҙың етешмәүе күңелде ҡыра.
– Һеҙ эшһеҙлек кимәле буйынса райондың республикала беренсе урында тороуын һис йәшермәйһегеҙ...
– Эйе, хәл әлегә маҡтанырлыҡ түгел, сөнки беҙҙә ҙур предприятиелар, заводтар юҡ. Әммә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, туризмды ылыҡтырғыс итеү буйынса эштәр тауҙай, пландар ҙур. Алдыбыҙҙа өс мөһим йүнәлеш: ауыл хужалығын, урман сәнәғәтен заман шарттарына ҡулайлаштырып үҫтереү һәм, әлбиттә, Бөрйәндә туризмды юғары талаптарға, зауыҡҡа ярашлы ойоштороу.
– Илдең төрлө тарафтарынан туристарҙың ағылыуы һеҙҙе ҡурҡытмаймы? Һоҡланғыс, ҡабатланмаҫ Бөрйән тәбиғәтенә зыян килтерелмәҫме?
– Турист беҙгә килә һәм киләсәк! Ҡайһы берәүҙәрҙең, ҡырағай сәйәхәтселәрҙән ялҡып, “тәбиғәтебеҙҙе бысраталар, ҡәҙерен белмәйҙәр” тип борсолоуын аңлайым. Хеҙмәтләндереү кимәлен күтәреү, инфраструктураны яҡшыртыу менән был хәүефтең үҙенән-үҙе кәмейәсәгенә ышанам. Әгәр бына тигән кафе, ҡунаҡхана, туҡталҡалар төҙөйбөҙ, белемле кадрҙарҙы йәлеп итәбеҙ икән, күпме эш урындары барлыҡҡа киләсәк, район ҡаҙнаһы байыясаҡ бит.
Иң мөһиме — тотош организмды кислород менән тәьмин иткән ҡан системаһындай, район ауылдарын тоташтырған яҡшы юлдар һалыу кешеләрҙең тормош сифатын ҡырҡа күтәрәсәк. Ошо төбәктә тыуып, халыҡ менән бәләкәйҙән аралашып үҫкәнлектән, яҡташтарымдың ихтыяжын, борсолоуҙарын, нимәгә мохтажлығын яҡшы беләм.
Киләһе йылда район үҙәгендәге ҡунаҡхана сафҡа инәсәк. Ғәҙәттә, беҙгә туристар йәй ағыла. Ҡышҡыһын да уларҙың юлы һыуынмаһын өсөн тау саңғыһы базаһын төҙөү тураһында хыялланабыҙ.
Тимәк, яңы объекттар, ял урындары булдырыу өсөн инвесторҙар кәрәк. Йәмле көндәрҙә 40-45 мең туристы ҡабул итәбеҙ. Шүлгәнташ зонаһындағы ҡунаҡханала урын да булмай. Яҙ етеү менән Ағиҙел, Нөгөш буйлап һалда йөҙөү башлана. Ике-өс көнлөк сәйәхәттәрҙе лә үҙ иткәндәр бар.
Бөрйән – Рәсәйҙә айырыуса һаҡланған бер нисә тәбиғәт ҡомартҡыһына эйә булған берҙән-бер район. Шүлгәнташ мәмерйәһе стеналарында һаҡланған боронғо һүрәттәр аша палеолит дәүерен күҙалларға мөмкин. Эске туризмды үҫтереү, мауыҡтырғыс экскурсиялар ойоштороу, ял итеү өсөн беҙҙең төбәктән дә ҡулайлыһы юҡтыр.
– Ғөмүмән, Бөрйән районы тураһында һөйләгәндә “берҙән-бер” тигән һүҙҙе йыш ҡабатларға тура килә...
– Дөрөҫ. Беҙҙең төбәк – донъяла солоҡсолоҡ һаҡланған берҙән-бер район. Был үҙенсәлекле шөғөлдөң бөтә үҫеш баҫҡыстарын да беҙҙә күрергә мөмкин. Район бренды дәрәжәһенә күтәрелгән Бөрйән балы республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә Рәсәй кимәлендә билдәле. Быйыл шифалы продукция 81 тоннанан ашыу етештерелде. Уны матур һауыттарға тултырып, һатып алыусыны ылыҡтырырлыҡ итеп сауҙа кәштәләренә сығарыу хәстәрен дә күрергә кәрәк.
– Армия хеҙмәтенән ҡайтҡан бер егеттең “ерем бар, тик йорт һалыу өсөн ағас алыуы ҡыйын” тигәнен ишетеп, бер аҙ аптыраныҡ. Өҫкә ауырҙай булып торған урманға бай төбәктә лә ағасҡа ихтыяж булһын әле!
– Элек халыҡҡа йылына 70-80 мең кубометр ҡарағай ағас бүленә ине. Хәҙер төҙөлөш өсөн бирелгән ағастың күләме байтаҡҡа ҡыҫҡартылды, шуға күрә йорт һалыусыларға бер нисә йыл сиратта торорға тура килә. Төҙөлөш өсөн ере булған һәр кем урман хужалығына ғариза менән мөрәжәғәт итә.
Элек ағас кешегә төҙөлөш өсөн бирелһә лә, йәшерен-батырын түгел, күптәр уны һатып аҡса эшләү өсөн файҙаланды. “Улым өйләнә, туйға аҡса кәрәк” йәки башҡа сәбәп табып, ағас һорарға килеүселәр аҙ булманы. Хәҙер был хәлгә нөктә ҡуйылды — ул маҡсатҡа ярашлы бүленәсәк.
Йорт һалыу өсөн ҡаты материалдарға ҡытлыҡты бөтөрөү маҡсатында төрлө юлдар эҙләйбеҙ. Темәстә кирбес заводының эшләй башлауы, шлаклы блок етештереүгә тотонған ҡыйыуҙарҙың күренеүе ошо мәсьәләне хәл итеүгә булышасаҡ. Халыҡтың яҡшы шарттарҙа, иркен йорттарҙа йәшәргә ынтылыуы һөйөндөрә. Иҫке Собханғолдоң Баҙал биҫтәһенә газ үткәрелде. Ошо уҡ эште Байназарҙа ла башларға торабыҙ. Тик шуныһы: ҙур сығым түгеп башҡарылған ауыр эштең һөҙөмтәһе ҡәнәғәтләндермәй, сөнки йөҙ йорттоң унауһы ғына газға тоташтырылыуы менән килешеп булмай. Шулай ҙа ваҡыт үтеү менән эштең бушҡа башҡарылмағанын күрербеҙ, халыҡ та заман уңайлыҡтарына ҡулайлашыр тип уйлайым. Мәҫәлән, ҡурсаулыҡҡа яҡын урынлашҡан Ырғыҙлы зонаһында утын әҙерләүе бик ауыр, тимәк, ошо төбәктә газ үткәреү мәсьәләһен хәл итеү мотлаҡ буласаҡ.
– Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эше көс еткеһеҙ ауыр икәнлеген аңлайбыҙ. Табышы ла шуға ярашлы булһын өсөн нимә эшләү талап ителә бөгөн?
– Ысынлап та, ағас әҙерләп, уны һатып ебәреүҙән генә ҙур табыш алып булмай. Бер кубометры — ни бары ике мең һум. Әгәр ҙә уны тәрән эшкәртеүҙе ойошторһаҡ, сеймал урынына ярымфабрикаттар, әҙер продукция һатһаҡ, һис шикһеҙ, отасаҡбыҙ. Мәҫәлән, күмер әҙерләп һатыу ҙа ҡиммәткәрәк төшәсәк. Ә ниңә ҙур ихтыяж тыуҙырған евровагонка етештермәҫкә? Мәсьәләне өйрәнеү, тәжрибә туплау өсөн “Селена” компанияһына барып ҡайттыҡ. Ғөмүмән, ҡайһы төбәктә булһам да, ағас эшкәртеүгә бәйле производстволарҙы ҡарап, танышып йөрөйөм. Ни өсөн ҡайын ағасынан бер ни ҙә етештермәйбеҙ тигән һорау ҙа тынғы бирмәй. Һөйөнөскә күрә, республикабыҙҙа өлгө алырлыҡ эшҡыуарҙар, предприятиелар бар.
Иҡтисадты үҫтереүҙә туризм локомотив булһа, ауыл хужалығы һәм урман хужалығы тармаҡтары конкуренциялы баҙар шарттарында киләсәккә табан ышаныслыраҡ атларға ярҙам итер. “Ҡулдан килмәҫ”, “булмаҫ” тип икеләнергә ярамай, хыял менән йәшәргә кәрәк!