Рөстәм ШӘРИПОВ: “Турист килә һәм киләсәк!” йәки Хыял менән йәшәргә кәрәк05.12.2014
Рөстәм ШӘРИПОВ:  “Турист килә һәм киләсәк!” йәки Хыял менән йәшәргә кәрәк Һәр яҡтан да үҙенсәлекле төбәк ул Бөрйән. Биләмәһенең 40 процентын биләгән ҡурсаулыҡтар, үҫемлек һәм хайуандар донъяһына бай тәбиғәте, мөһабәт тауҙар араһында бер-береһенә һыйынып ултырған ҡурсаҡтай йорттар, цивилизация уңайлыҡтарынан алыҫ йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, тыуған яҡтарына мөкиббән китеп, уның иҡтисадын, ауыл һәм урман хужалыҡтарын үҫтереүгә көс һалған егәрле халҡы — барыһы ла һоҡланыу һәм рәхмәт тойғоһо уята. Район хакимиәте башлыҡтары араһынан иң йәше, тәүәккәле лә ошо төбәктә. Рөстәм Шәриповтың оло, яуаплы вазифаны үҙ иңенә алыуына әле йыл да тулып өлгөрмәгән, әммә ҡыҫҡа әңгәмә барышында ул күҙ алдына ҙур маҡсат ҡуйып, тыуған төбәгенең киләсәген асыҡ күҙаллаған етәксе булараҡ килеп баҫты.

– Рөстәм Динислам улы, һеҙҙең иң йәш район хакимиәте башлығы булы­уығыҙҙы иҫәпкә алып, әңгәмәне лә йәштәр проблемаларынан башлағы килә. Уларҙың үҙ көсөнә ышанысын арттырыу, заман ағымында юғалып ҡалма­уы өсөн эште нисек ойош­тор­маҡсыһығыҙ?
– Бик ҙур, мөһим һорау, сөнки тап улар райондың киләсәген билдәләй. Әле беҙҙә 18-ҙән 30 йәшкә тиклемге 3 168 ҡыҙ һәм егет иҫәпләнә, шуның 1169-ы юғары һәм махсус уҡыу йорттарында белем ала. Яңыраҡ районыбыҙ студенттары һәм йәштәре, яҡташтарыбыҙ менән баш ҡалала осрашып, алдыбыҙға бурыстар ҡуйҙыҡ, яңы пландар билдәләнек. Ошоға тиклем маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыусыларҙың яҡынса 50-60 процентын районға ҡайтара алһаҡ, бынан ары үҙе­беҙгә кәрәкле белгестәр талабын иҫәпкә алып килешеүҙәр төҙөйәсәкбеҙ.
Быйыл мәктәпте тамамлаған 150 уҡыу­сының 22-һе маҡсатлы килешеү нигеҙен­дә уҡырға инде. Йәш белгестәргә хеҙмәт хаҡының 20 процентын тәшкил иткән, өс йыл дауамында түләнеүсе матди ярҙам, тәүге йылда бер тапҡыр бирелеүсе пособие, ер бүлеме алыуға ярҙам ҡаралған. Киләһе өс йылды күҙаллағанда, район мәктәптәре күпләп математика, физика, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ҡытлыҡ кисерәсәк. Йәштәрҙең һөнәрҙе һайлай белмәүе арҡаһында ла ҡытыршы­лыҡтар тыуып тора, шуға күрә уларға дөрөҫ йүнәлеш биреү, ауылдарҙа эш урын­дары булдырыу, хеҙмәт хаҡын күтә­реү, етештереү сәнәғәтен үҫтереү буйынса ла эште алып барасаҡбыҙ.
Үҙ эшен башларға теләүсе ҡыйыуҙар кәрәк беҙгә. Техник вуздарға, һаулыҡ һаҡлауға бәйле уҡыу йорттарына йәш­тәрҙең күберәк инеүенә өмөт итәбеҙ, сөнки тап ошо тармаҡтарҙа, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә кадрҙарҙың етешмәүе күңелде ҡыра.
– Һеҙ эшһеҙлек кимәле буйынса райондың республикала беренсе урын­да тороуын һис йәшермәйһегеҙ...
– Эйе, хәл әлегә маҡтанырлыҡ түгел, сөнки беҙҙә ҙур предприятиелар, заводтар юҡ. Әммә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, туризмды ылыҡтырғыс итеү буйынса эштәр тауҙай, пландар ҙур. Алды­быҙҙа өс мөһим йүнәлеш: ауыл ху­жа­лығын, урман сәнәғәтен заман шарттарына ҡулайлаштырып үҫтереү һәм, әлбиттә, Бөрйәндә туризмды юғары талап­тарға, зауыҡҡа ярашлы ойоштороу.
– Илдең төрлө тарафтарынан турис­тарҙың ағылыуы һеҙҙе ҡурҡыт­май­мы? Һоҡланғыс, ҡабатланмаҫ Бөрйән тәбиғәтенә зыян килтерел­мәҫме?
– Турист беҙгә килә һәм киләсәк! Ҡай­һы берәүҙәрҙең, ҡырағай сәйәхәт­селәр­ҙән ялҡып, “тәбиғәтебеҙҙе бысраталар, ҡәҙерен белмәйҙәр” тип борсолоуын аңлайым. Хеҙмәтләндереү кимәлен күтә­реү, инфраструктураны яҡшыртыу менән был хәүефтең үҙенән-үҙе кәмейәсәгенә ышанам. Әгәр бына тигән кафе, ҡунаҡ­хана, туҡталҡалар төҙөйбөҙ, белемле кадрҙарҙы йәлеп итәбеҙ икән, күпме эш урындары барлыҡҡа киләсәк, район ҡаҙнаһы байыясаҡ бит.
Иң мөһиме — тотош организмды кислород менән тәьмин иткән ҡан система­һындай, район ауылдарын тоташтырған яҡшы юлдар һалыу кешеләрҙең тормош сифатын ҡырҡа күтәрәсәк. Ошо төбәктә тыуып, халыҡ менән бәләкәйҙән аралашып үҫкәнлектән, яҡташтарымдың ихтыяжын, борсолоуҙарын, нимәгә мох­таж­­лығын яҡшы беләм.
Киләһе йылда район үҙәгендәге ҡу­наҡхана сафҡа инәсәк. Ғәҙәттә, беҙгә туристар йәй ағыла. Ҡышҡыһын да уларҙың юлы һыуынмаһын өсөн тау саң­ғыһы базаһын төҙөү тураһында хыял­ланабыҙ.
Тимәк, яңы объекттар, ял урындары булдырыу өсөн инвесторҙар кәрәк. Йәмле көндәрҙә 40-45 мең туристы ҡабул итәбеҙ. Шүлгәнташ зонаһындағы ҡунаҡ­ханала урын да булмай. Яҙ етеү менән Ағиҙел, Нөгөш буйлап һалда йөҙөү башлана. Ике-өс көнлөк сәйәхәттәрҙе лә үҙ иткәндәр бар.
Бөрйән – Рәсәйҙә айырыуса һаҡ­ланған бер нисә тәбиғәт ҡомартҡы­һына эйә булған берҙән-бер район. Шүлгәнташ мәмерйәһе стеналарында һаҡланған боронғо һүрәттәр аша палеолит дәүерен күҙалларға мөмкин. Эске туризмды үҫте­реү, мауыҡтырғыс экскурсиялар ойош­тороу, ял итеү өсөн беҙҙең төбәктән дә ҡулайлыһы юҡтыр.
– Ғөмүмән, Бөрйән районы тура­һында һөйләгәндә “берҙән-бер” тигән һүҙҙе йыш ҡабатларға тура килә...
– Дөрөҫ. Беҙҙең төбәк – донъяла солоҡсолоҡ һаҡланған берҙән-бер район. Был үҙенсәлекле шөғөлдөң бөтә үҫеш баҫҡыстарын да беҙҙә күрергә мөмкин. Район бренды дәрәжәһенә күтәрелгән Бөрйән балы республикабыҙҙа ғына тү­гел, бөтә Рәсәй кимәлендә билдәле. Быйыл шифалы продукция 81 тоннанан ашыу етештерелде. Уны матур һауыт­тар­ға тултырып, һатып алыусыны ылыҡ­тырыр­лыҡ итеп сауҙа кәштәләренә сығарыу хәстә­рен дә күрергә кәрәк.
– Армия хеҙмәтенән ҡайтҡан бер егеттең “ерем бар, тик йорт һалыу өсөн ағас алыуы ҡыйын” тигәнен ишетеп, бер аҙ аптыраныҡ. Өҫкә ауырҙай булып торған урманға бай төбәктә лә ағасҡа ихтыяж булһын әле!
– Элек халыҡҡа йылына 70-80 мең кубометр ҡарағай ағас бүленә ине. Хәҙер төҙөлөш өсөн бирелгән ағастың күләме байтаҡҡа ҡыҫҡартылды, шуға күрә йорт һалыусыларға бер нисә йыл сиратта торорға тура килә. Төҙөлөш өсөн ере булған һәр кем урман хужалығына ғариза менән мөрәжәғәт итә.
Элек ағас кешегә төҙөлөш өсөн би­релһә лә, йәшерен-батырын түгел, күптәр уны һатып аҡса эшләү өсөн файҙаланды. “Улым өйләнә, туйға аҡса кәрәк” йәки башҡа сәбәп табып, ағас һорарға килеүселәр аҙ булманы. Хәҙер был хәлгә нөктә ҡуйылды — ул маҡсатҡа ярашлы бүленәсәк.
Йорт һалыу өсөн ҡаты материалдарға ҡытлыҡты бөтөрөү маҡсатында төрлө юлдар эҙләйбеҙ. Темәстә кирбес заво­дының эшләй башлауы, шлаклы блок етештереүгә тотонған ҡыйыуҙарҙың күре­неүе ошо мәсьәләне хәл итеүгә булыша­саҡ. Халыҡтың яҡшы шарттарҙа, иркен йорттарҙа йәшәргә ынтылыуы һөйөн­дөрә. Иҫке Собханғолдоң Баҙал биҫтәһенә газ үткәрелде. Ошо уҡ эште Байназарҙа ла башларға торабыҙ. Тик шуныһы: ҙур сығым түгеп башҡарылған ауыр эштең һөҙөмтәһе ҡәнәғәтлән­дермәй, сөнки йөҙ йорттоң унауһы ғына газға тоташтырылыуы менән килешеп булмай. Шулай ҙа ваҡыт үтеү менән эштең бушҡа башҡарылмағанын күрер­беҙ, халыҡ та заман уңайлыҡтарына ҡулайлашыр тип уйлайым. Мәҫәлән, ҡур­саулыҡҡа яҡын урынлашҡан Ырғыҙлы зонаһында утын әҙерләүе бик ауыр, тимәк, ошо төбәктә газ үткәреү мәсьә­ләһен хәл итеү мотлаҡ буласаҡ.
– Урман хужалығы хеҙмәткәр­ҙә­ренең эше көс еткеһеҙ ауыр икәнлеген аңлайбыҙ. Табышы ла шуға ярашлы булһын өсөн нимә эшләү талап ителә бөгөн?
– Ысынлап та, ағас әҙерләп, уны һатып ебәреүҙән генә ҙур табыш алып булмай. Бер кубометры — ни бары ике мең һум. Әгәр ҙә уны тәрән эшкәртеүҙе ойош­торһаҡ, сеймал урынына ярымфабрикаттар, әҙер продукция һатһаҡ, һис шикһеҙ, отасаҡбыҙ. Мәҫәлән, күмер әҙерләп һатыу ҙа ҡиммәткәрәк төшәсәк. Ә ниңә ҙур ихтыяж тыуҙырған евровагонка етештермәҫкә? Мәсьәләне өйрәнеү, тәж­ри­бә туплау өсөн “Селена” компа­нияһына барып ҡайттыҡ. Ғөмүмән, ҡайһы төбәктә булһам да, ағас эшкәртеүгә бәйле произ­водстволарҙы ҡарап, танышып йөрөйөм. Ни өсөн ҡайын ағасынан бер ни ҙә етеш­термәйбеҙ тигән һорау ҙа тынғы бирмәй. Һөйөнөскә күрә, республика­быҙҙа өлгө алырлыҡ эшҡыуарҙар, предприятиелар бар.
Иҡтисадты үҫтереүҙә туризм локомотив булһа, ауыл хужалығы һәм урман хужалығы тармаҡтары конкуренциялы баҙар шарттарында киләсәккә табан ыша­ныслыраҡ атларға ярҙам итер. “Ҡулдан килмәҫ”, “булмаҫ” тип икеләнер­гә ярамай, хыял менән йәшәргә кәрәк!


Вернуться назад