Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөнәжәткә мөрәжәғәт
Мөнәжәткә мөрәжәғәт Сибай ағинәйҙәре тарафынан ойош­торолған II асыҡ ҡала мөнәжәт­селәр конкурсында был юлы республика­ның биш ҡалаһынан һәм райо­нынан 80-гә яҡын бәйгесе ҡатнашты. Улар ара­һында Силәбе өлкәһенең Сосновка районынан килгәндәр һәм Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағындағы “Мираҫ” ҡа­тын- ҡыҙҙар ансамбле вәкилдәре лә бар ине.

Сарала Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең урынбаҫарҙары Хә­ләф Ишморатов менән Буранбай Кү­сә­баев, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева, “Баш­бланкиздат” ойошмаһының генераль директоры Гөлсәсәк Әлибаева һәм башҡа абруйлы кешеләр ҡатнашты.
Конкурсты ойоштороусы Сибай ағи­нәйҙәр ҡоро етәксе­һе Асия Ғәйнуллина әйтеүен­сә, был бәйге – халҡыбыҙҙың милли мәҙәниәтен, ауыҙ-тел ижадын һаҡ­лап ҡалыу маҡса­тында атҡарылған ғәйәт ҙур эш. Мөнәжәт, нәсихәттәр, ғә­ҙәт­тә, дини теманы сағыл­дыра һәм мотлаҡ көйләп башҡарылырға тейеш. Күптәр конкурсҡа бәйет йәки ҡоба­йырҙан өҙөк әҙерләп килеп, тәрән яңылыша, ти Асия Солтан ҡыҙы. Быйыл, сығышы жанрға тап килмәү сәбәпле, ҡайһы бер конкурсанттар ҡатнашмай ҡалды.
Мөнәжәткә мөрәжәғәтСиләбе өлкәһенән килгән инәйҙәрҙең мөнәжәтте борон­ғоса башҡарыу оҫта­лығы менән айырылып торған сығышын конкур­стың сағыу биҙә­ге тип атарға бу­ла. Етәкселәре Рабиға Бикбу­ла­то­ваның һүҙ­ҙәрен­сә, улар мөнә­жәт әй­теү­се­ләр­ҙе район буй­­лап эҙләп та­бып, даими шөғөл­ләнеп, конкурсҡа ен­тек­ле әҙерләнгән. Баш­ҡор­тостандан ситтә йә­шәгән мил­ләт­тәштәребеҙҙең үҙ моңона, теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғролоҡ һаҡ­лауы иғтибарға лайыҡ. Сәлиә Мырҙабаева ла: “Һеҙ – өлгө мәктәбе, йәштәргә үрнәк булып тора­һығыҙ”, – тине силәбеләргә.
Бәйгелә тәүге тапҡыр ҡатнашыу­ҙа­рына ҡарамаҫ­тан, Магнитогорск ҡала­һы ҡунаҡтары ла бик матур сығыш яһаны. “Мираҫ” ҡа­тын-ҡыҙҙар ансамбле етәк­се­һе Рәшиҙә Мортазина әйтеүенсә, уларға башҡа- лар­ҙан ғилем, кәңәш алып ҡайтыу мөһим.
Бөгөн төбәк-ара кимәлгә сыҡҡан мөнә­жәт­­селәр конкурсын ойоштороуҙы фәҡәт үҙ идеяһына таянып башлаған Асия Ғәйнулли­наның тырыш­лығы хуп­лауға лайыҡ. Еңелсә ҡытыршы­лыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, бәйге үҙ маҡса­тына өлгәште тип әйтергә була. Әммә киләсәктә ойоштороу буйынса хәл ите­лергә тейешле мәсьәләләр, осона сығаһы эштәр ҙә юҡ түгел. Ҡайһы бер бәйгеселәргә мө­нәжәт әйтеү­гә ярашлы кейе­неү, башҡа­рыу оҫта­лығын камиллаш­­- ты­рыу кәрәклеген телгә алырға кәрәк.
Ғөмүмән, ҡатнашыусылар араһында йәштәр, балалар ҙа ярайһы уҡ күп булды. Йәш быуында мөнәжәткә ҡарата ҡыҙыҡ­һыныу арта икән, тимәк, бәйгенең бар­лыҡҡа килеүе юҡҡа түгел.
Мөнәжәткә мөрәжәғәтГран-при – Фатима Моратова етәк­селегендә Учалы ҡалаһынан килгән, “Йома сәйе”н әйткән мөнәжәтселәр ҡу­лында. Иң ҙур коллективты тәшкил иткән (барлығы ун биш кеше) бәйгеселәрҙең күбеһе – Зәйнулла ишан исемендәге һәм Учалы ҡалаһы мәсеттәренең шә­керт­тәре. Улар намаҙҙан һуң күмәкләшеп мөнәжәт уҡый, күрәһең, шуғалыр ҙа сығыш­тары әҙерлекле, сағыу булыуы менән баш­ҡалар­- ҙы­ҡы­нан айырылып торҙо.
Шәхси беренселектә Силә­бе өлкә­һен­дәге Сосновка районынан килгән Ғәйзәнә Шафиҡоваға етеүсе булманы. Барлыҡ конкурсанттар­ға ла сараның бағыусыһы Гөлсәсәк Әлибаева әҙерләгән бүләктәр, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаты, дипломдар тапшырылды.
Сараның икенсе өлөшө Сибай ҡала­һының “Ағинәй­ҙәр” клубы тарафынан “түңә­рәк өҫтәл” рәүешендә ойош­то­ролдо.




Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә