Сибай ағинәйҙәре тарафынан ойошторолған II асыҡ ҡала мөнәжәтселәр конкурсында был юлы республиканың биш ҡалаһынан һәм районынан 80-гә яҡын бәйгесе ҡатнашты. Улар араһында Силәбе өлкәһенең Сосновка районынан килгәндәр һәм Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағындағы “Мираҫ” ҡатын- ҡыҙҙар ансамбле вәкилдәре лә бар ине.Сарала Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең урынбаҫарҙары Хәләф Ишморатов менән Буранбай Күсәбаев, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева, “Башбланкиздат” ойошмаһының генераль директоры Гөлсәсәк Әлибаева һәм башҡа абруйлы кешеләр ҡатнашты.
Конкурсты ойоштороусы Сибай ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Асия Ғәйнуллина әйтеүенсә, был бәйге – халҡыбыҙҙың милли мәҙәниәтен, ауыҙ-тел ижадын һаҡлап ҡалыу маҡсатында атҡарылған ғәйәт ҙур эш. Мөнәжәт, нәсихәттәр, ғәҙәттә, дини теманы сағылдыра һәм мотлаҡ көйләп башҡарылырға тейеш. Күптәр конкурсҡа бәйет йәки ҡобайырҙан өҙөк әҙерләп килеп, тәрән яңылыша, ти Асия Солтан ҡыҙы. Быйыл, сығышы жанрға тап килмәү сәбәпле, ҡайһы бер конкурсанттар ҡатнашмай ҡалды.
Силәбе өлкәһенән килгән инәйҙәрҙең мөнәжәтте боронғоса башҡарыу оҫталығы менән айырылып торған сығышын конкурстың сағыу биҙәге тип атарға була. Етәкселәре Рабиға Бикбулатованың һүҙҙәренсә, улар мөнәжәт әйтеүселәрҙе район буйлап эҙләп табып, даими шөғөлләнеп, конкурсҡа ентекле әҙерләнгән. Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең үҙ моңона, теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғролоҡ һаҡлауы иғтибарға лайыҡ. Сәлиә Мырҙабаева ла: “Һеҙ – өлгө мәктәбе, йәштәргә үрнәк булып тораһығыҙ”, – тине силәбеләргә.
Бәйгелә тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, Магнитогорск ҡалаһы ҡунаҡтары ла бик матур сығыш яһаны. “Мираҫ” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле етәксеһе Рәшиҙә Мортазина әйтеүенсә, уларға башҡа- ларҙан ғилем, кәңәш алып ҡайтыу мөһим.
Бөгөн төбәк-ара кимәлгә сыҡҡан мөнәжәтселәр конкурсын ойоштороуҙы фәҡәт үҙ идеяһына таянып башлаған Асия Ғәйнуллинаның тырышлығы хуплауға лайыҡ. Еңелсә ҡытыршылыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, бәйге үҙ маҡсатына өлгәште тип әйтергә була. Әммә киләсәктә ойоштороу буйынса хәл ителергә тейешле мәсьәләләр, осона сығаһы эштәр ҙә юҡ түгел. Ҡайһы бер бәйгеселәргә мөнәжәт әйтеүгә ярашлы кейенеү, башҡарыу оҫталығын камиллаш- тырыу кәрәклеген телгә алырға кәрәк.
Ғөмүмән, ҡатнашыусылар араһында йәштәр, балалар ҙа ярайһы уҡ күп булды. Йәш быуында мөнәжәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта икән, тимәк, бәйгенең барлыҡҡа килеүе юҡҡа түгел.
Гран-при – Фатима Моратова етәкселегендә Учалы ҡалаһынан килгән, “Йома сәйе”н әйткән мөнәжәтселәр ҡулында. Иң ҙур коллективты тәшкил иткән (барлығы ун биш кеше) бәйгеселәрҙең күбеһе – Зәйнулла ишан исемендәге һәм Учалы ҡалаһы мәсеттәренең шәкерттәре. Улар намаҙҙан һуң күмәкләшеп мөнәжәт уҡый, күрәһең, шуғалыр ҙа сығыштары әҙерлекле, сағыу булыуы менән башҡалар- ҙыҡынан айырылып торҙо.
Шәхси беренселектә Силәбе өлкәһендәге Сосновка районынан килгән Ғәйзәнә Шафиҡоваға етеүсе булманы. Барлыҡ конкурсанттарға ла сараның бағыусыһы Гөлсәсәк Әлибаева әҙерләгән бүләктәр, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаты, дипломдар тапшырылды.
Сараның икенсе өлөшө Сибай ҡалаһының “Ағинәйҙәр” клубы тарафынан “түңәрәк өҫтәл” рәүешендә ойошторолдо.