Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәҙер юл аҙап түгел, ә йырлап йөрөрлөк
Хәҙер юл аҙап түгел,  ә йырлап йөрөрлөк Беҙҙең төбәктә, йыр-бейеүгә маһирлыҡтан тыш, хеҙмәттә лә һынатмайҙар. Ең һыҙғанып ауыр эш атҡарған ир-уҙамандарыбыҙ оло маҡтауға лайыҡ. Уларҙың эшен күрергә һәм баһалай белергә генә кәрәк.

Амангилде — төҙөк ауыл. Быға ошонда йәшәгән халыҡтың тырышлығы менән өлгәшелә. Заманында совхоз ойошторолғас, етәксеһе Азат Зиннәт улы Әхтәмов тәүге тапҡыр кирбес йорттар ҡалҡытты, социаль биналар төҙөттө, газ үткәртте. Ә хәҙер күптәр өйөн кирбестән йәки блоктан һала. Урман-таулы төбәктә яҡшы юлдар һалынмаһа, төҙөлөш материалдарын килтереү еңелдән булмаҫ ине. Совхоз тарҡалып, эш урындары ябылһа ла, ауыл кешеһе баҙап ҡалмаған, һәр кем үҙ йүнен үҙе күрә, төрлө йүнәлештә кәсеп итә.
Урман-тау зонаһынан Сабит Мортазин, Әхәт Низамов, Ғәзиз Ғәбитов, Ирәмән Әхтәмов, Милхәт Кирәев, Рәфҡәт Хәмзин, Нәғим менән Сафуан Мостафин һәм башҡалар Асҡарҙағы юл ремонтлау-төҙөү идаралығында эшләй.
Ҡасандыр бары хыялда ғына йөрөткән асфальт юлдан хәҙер Өфөгә тура барабыҙ. Был – тап юлсыларҙың тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһе. Һүҙем уларҙың берәүһе тураһында. Мәҫәлән, Әхәт Әхмәт улы юл тармағында 1996 йылдан алып эшләй. Уға тиклем “Амангилде” совхозында шофер, механик булараҡ тәжрибә туплағас, ҡом һиптергес машинаға идара итергә өйрәнеү ауыр булмай. Күп тә үтмәй, Әхәт Низамовты район юл төҙөү-ремонтлау идара­лығының Амангилде участкаһы мастеры итеп тәғәйенләйҙәр. Иң яуаплы һаналған Баймаҡ менән Белорет райондары сиктәренә тиклемге юлды, төпкөл ауылдарға илткән ҡырсынташлыларын мастерҙың үҙе менән бергә ун эшсе хеҙмәтләндерә. Самат Әхтәмов, Юламан Хәмзин, Айбулат Моталов, Шәкүр Асҡаров, Илшат Ғәбитов, Мәүлит Абдуллин, Ғиззәт Ғималов, Данил Хөс­нөтдинов, Айгиз Низамов ваҡыт менән иҫәпләшмәй, юл йөрөүселәр интекмәһен, сәфәрҙәре хәүефһеҙ булһын өсөн бар тырышлығын һала.
Атанан күргән — уҡ юнған, тигәндәй, Әхәт Нәфисә менән Әхмәт Низа­мовтарҙың ишле һәм эшһөйәр ғаи­ләһендә тыуып үҫкән. Ул — өлгөлө ғаилә башлығы ла, өс бала атаһы. Улы Айгиз дә юлсы һөнәрен үҙ иткән, ҡыҙы Юлиә ­­– Башҡорт дәүләт аграр университетының Сибай филиалында, ә Нургиз мәктәптә белем ала. Йорт-ҡураларының тәртиптә булыуы ла хужаларҙың уңғанлығын раҫлай. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй төрлө сарала әүҙем ҡатнашҡан Миңзәлә – иренә ҙур таяныс. Әхәт тураһында уҡытыусыһы Венера Харис ҡыҙы:
– Ул бала сағынан уҡ ярҙамсыл, таһыллы булыуы, һәр эште урын-еренә еткереп атҡарыуы менән айырылып торҙо, — тип хәтерләй.
Үҙ һүҙендә торған, кешеләргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышҡан эшһөйәр Әхәт Әхмәт улын амангилделәр бер нисә йыл рәттән ауыл Советы депутаты итеп һайлаған. Матур йырлай ҙа, спорт менән дә шөғөлләнә. Бынан тыш, ярыштарҙы, Яңы йыл, шәжәрә байрамдарын үткәреүҙә бағыусы ла, әүҙем ойоштороусы ла. Предприятие һәм ойошмалар араһындағы үткән бәйгелә III дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Унан тыш, бер нисә йыл рәттән районда һәм “Башкиравтодор” дәүләт унитар предприятиеһында һөнәре буйынса иң яҡшы хеҙмәткәр тип танылған. Амангилде участкаһы мастеры Әхәт Низамов иһә маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдар менән бүләкләнеүен тотош коллективының хеҙмәт емеше тип иҫәпләй.



Автор: Фирүзә САФИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә