Беҙҙең төбәктә, йыр-бейеүгә маһирлыҡтан тыш, хеҙмәттә лә һынатмайҙар. Ең һыҙғанып ауыр эш атҡарған ир-уҙамандарыбыҙ оло маҡтауға лайыҡ. Уларҙың эшен күрергә һәм баһалай белергә генә кәрәк. Амангилде — төҙөк ауыл. Быға ошонда йәшәгән халыҡтың тырышлығы менән өлгәшелә. Заманында совхоз ойошторолғас, етәксеһе Азат Зиннәт улы Әхтәмов тәүге тапҡыр кирбес йорттар ҡалҡытты, социаль биналар төҙөттө, газ үткәртте. Ә хәҙер күптәр өйөн кирбестән йәки блоктан һала. Урман-таулы төбәктә яҡшы юлдар һалынмаһа, төҙөлөш материалдарын килтереү еңелдән булмаҫ ине. Совхоз тарҡалып, эш урындары ябылһа ла, ауыл кешеһе баҙап ҡалмаған, һәр кем үҙ йүнен үҙе күрә, төрлө йүнәлештә кәсеп итә.
Урман-тау зонаһынан Сабит Мортазин, Әхәт Низамов, Ғәзиз Ғәбитов, Ирәмән Әхтәмов, Милхәт Кирәев, Рәфҡәт Хәмзин, Нәғим менән Сафуан Мостафин һәм башҡалар Асҡарҙағы юл ремонтлау-төҙөү идаралығында эшләй.
Ҡасандыр бары хыялда ғына йөрөткән асфальт юлдан хәҙер Өфөгә тура барабыҙ. Был – тап юлсыларҙың тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһе. Һүҙем уларҙың берәүһе тураһында. Мәҫәлән, Әхәт Әхмәт улы юл тармағында 1996 йылдан алып эшләй. Уға тиклем “Амангилде” совхозында шофер, механик булараҡ тәжрибә туплағас, ҡом һиптергес машинаға идара итергә өйрәнеү ауыр булмай. Күп тә үтмәй, Әхәт Низамовты район юл төҙөү-ремонтлау идаралығының Амангилде участкаһы мастеры итеп тәғәйенләйҙәр. Иң яуаплы һаналған Баймаҡ менән Белорет райондары сиктәренә тиклемге юлды, төпкөл ауылдарға илткән ҡырсынташлыларын мастерҙың үҙе менән бергә ун эшсе хеҙмәтләндерә. Самат Әхтәмов, Юламан Хәмзин, Айбулат Моталов, Шәкүр Асҡаров, Илшат Ғәбитов, Мәүлит Абдуллин, Ғиззәт Ғималов, Данил Хөснөтдинов, Айгиз Низамов ваҡыт менән иҫәпләшмәй, юл йөрөүселәр интекмәһен, сәфәрҙәре хәүефһеҙ булһын өсөн бар тырышлығын һала.
Атанан күргән — уҡ юнған, тигәндәй, Әхәт Нәфисә менән Әхмәт Низамовтарҙың ишле һәм эшһөйәр ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ул — өлгөлө ғаилә башлығы ла, өс бала атаһы. Улы Айгиз дә юлсы һөнәрен үҙ иткән, ҡыҙы Юлиә – Башҡорт дәүләт аграр университетының Сибай филиалында, ә Нургиз мәктәптә белем ала. Йорт-ҡураларының тәртиптә булыуы ла хужаларҙың уңғанлығын раҫлай. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй төрлө сарала әүҙем ҡатнашҡан Миңзәлә – иренә ҙур таяныс. Әхәт тураһында уҡытыусыһы Венера Харис ҡыҙы:
– Ул бала сағынан уҡ ярҙамсыл, таһыллы булыуы, һәр эште урын-еренә еткереп атҡарыуы менән айырылып торҙо, — тип хәтерләй.
Үҙ һүҙендә торған, кешеләргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышҡан эшһөйәр Әхәт Әхмәт улын амангилделәр бер нисә йыл рәттән ауыл Советы депутаты итеп һайлаған. Матур йырлай ҙа, спорт менән дә шөғөлләнә. Бынан тыш, ярыштарҙы, Яңы йыл, шәжәрә байрамдарын үткәреүҙә бағыусы ла, әүҙем ойоштороусы ла. Предприятие һәм ойошмалар араһындағы үткән бәйгелә III дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Унан тыш, бер нисә йыл рәттән районда һәм “Башкиравтодор” дәүләт унитар предприятиеһында һөнәре буйынса иң яҡшы хеҙмәткәр тип танылған. Амангилде участкаһы мастеры Әхәт Низамов иһә маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдар менән бүләкләнеүен тотош коллективының хеҙмәт емеше тип иҫәпләй.