Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылмайыуҙан донъя йәмләнә
Йылмайыуҙан донъя йәмләнә Бишенсе класс уҡыусыһы Вадимдың әсәһен тыуған көнө менән ҡотлап яҙған иншаһындағы йылы һүҙҙәрҙе уҡып бик һөйөндөм. “Әсәй, һәр саҡ йылмайып йөрө, шул саҡта беҙгә лә күңелле була!” — тигән ул.

Ысынлап та, донъяла әсә һө­йөүенән дә көслөрәк, ҡәҙер­лерәк нимә бар?! Ә балалар өсөн әсә йылмайыуынан да ҙурыраҡ ҡы­уа­ныс юҡтыр. Шуға күрә Вадим­дың һүҙҙәренең эскерһеҙлегенә, ихласлығына ышанам. Әйткән­дәй, был йылы һүҙҙәр Сибай ҡалаһында йәшәүсе Хәмиҙә Игишеваға бағышланған.
Үҙҙәренең өс балаһы янына Хәмиҙә менән Заһир Игишевтар туғандарының ике улын тәрбиәгә ала. Тәүҙә малайҙарҙы яңы шарттарға өйрәтеү еңелдән булмай: уҡыуҙары ла насар, тәртиптәре лә маҡтанырлыҡ түгел. Шулай ҙа яңы ғаиләгә балалар күнегә, иң мөһиме — улар бында күңел йылыһы һәм наҙ таба.
— Үҙем дә, ирем дә ишле ғаиләнән. Шуға күрә күмәк бала тәрбиәләү – беҙҙең өсөн ҡыуа­ныс ҡына. Уларҙың һәр бере­һенең кескәй генә шатлығын да ҙур итеп ҡабул итәбеҙ, ҡулдан килгәнсә һәләттәрен асып, үҫтерергә тырышабыҙ, — ти бәхетле әсә.
Ҡарап тороуға бер кем дә Хәмиҙә Морат ҡыҙын биш бала тәрбиәләүсе әсә тип әйтмәҫ. Тормошто яратҡан, һәр саҡ йылмайып йөрөгән, дәртле һәм көләс был ханым балалары янында оло апайҙары кеүек күренә.
Өлкән ҡыҙы Алина Сибай институтының филология факультетында уҡый. Бар яҡлап та тырыш ҡыҙ — туғандары өсөн иң ҙур терәк һәм өлгө. Туғыҙынсы класта белем алған Зарина киләсәктә табип һөнәрен һайла­маҡ­сы. Замир менән Динис һигеҙенсе класта уҡый, икеһе лә спорт менән шөғөлләнергә ярата. Тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшкән Вадим, әсәһе әйтмешләй, “иң шәбе”! Апай-ағай­ҙарынан ҡалышмай тырышып уҡый, йорт эшендә ярҙам­лаша, йыр-моңға бик әүәҫ. Сер итеп кенә ҡолағыма: “Әсәйҙәр көнөнә йыр әҙерләнем”, — тип шыбырларға ла өлгөрҙө.
Йәшерен-батырын түгел, бөгөн баланы үҫтереп, уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн сабырлыҡ һәм тырышлыҡтан тыш, матди мөмкинлек тә талап ителә. Ә йәшәр урының булмауы был хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра ғына. Был йәһәттән Игишев­тарҙың хәле маҡтанырлыҡ түгел, сөнки улар ҡала хакимиәте тарафынан бүленгән фатирҙа килешеү нигеҙендә генә йәшәй. Ә бит уйлап ҡараһаң, йорт хужабикәһе 1997 йылдан урам йыйыштырыусыһы булып эшләй һәм йәшәгән фатирға күптән хужа булырға хаҡлы кеүек. Әммә, ни өсөндөр, ошоға тиклем был мәсьәлә хәл ителмәй ҡала килә. Килешеү срогы тамам­ланған хәлдә күп балалы Игишевтар ғаиләһенең урамда тороп ҡалыуы мөмкин. Хатта тәрбиәгә алынған ике баланың яҙмышы ла иҫәпкә алынмай.
Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй Хәмиҙә Морат ҡыҙы. “Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа”, — ти ул. Игишевтар әле Вадимды тиҙҙән ҡалала үтәсәк олимпиадаға әҙерләй, ҡыҙҙары Заринаның ғилми эше өсөн мәғлүмәт туплай. Һәр баланың көндәлек тормошо, ҡыуаныс-шатлығы менән мәж килеп, гөрләшеп йәшәйҙәр.
Хәмиҙә Морат ҡыҙының балаларына булған бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүе, изгелеге һәм күңел йомартлығы уларҙы ғүмер буйы ауырлыҡтарҙан һаҡлаясағына, таяныслы һәм яҡлаулы итәсә­генә ышаныс уята. Иң мөһиме — был матур һәм нурлы ғаиләлә бәхет, татыулыҡ һәм туған йәнлелек тантана итә.


Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә