Бишенсе класс уҡыусыһы Вадимдың әсәһен тыуған көнө менән ҡотлап яҙған иншаһындағы йылы һүҙҙәрҙе уҡып бик һөйөндөм. “Әсәй, һәр саҡ йылмайып йөрө, шул саҡта беҙгә лә күңелле була!” — тигән ул. Ысынлап та, донъяла әсә һөйөүенән дә көслөрәк, ҡәҙерлерәк нимә бар?! Ә балалар өсөн әсә йылмайыуынан да ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡтыр. Шуға күрә Вадимдың һүҙҙәренең эскерһеҙлегенә, ихласлығына ышанам. Әйткәндәй, был йылы һүҙҙәр Сибай ҡалаһында йәшәүсе Хәмиҙә Игишеваға бағышланған.
Үҙҙәренең өс балаһы янына Хәмиҙә менән Заһир Игишевтар туғандарының ике улын тәрбиәгә ала. Тәүҙә малайҙарҙы яңы шарттарға өйрәтеү еңелдән булмай: уҡыуҙары ла насар, тәртиптәре лә маҡтанырлыҡ түгел. Шулай ҙа яңы ғаиләгә балалар күнегә, иң мөһиме — улар бында күңел йылыһы һәм наҙ таба.
— Үҙем дә, ирем дә ишле ғаиләнән. Шуға күрә күмәк бала тәрбиәләү – беҙҙең өсөн ҡыуаныс ҡына. Уларҙың һәр береһенең кескәй генә шатлығын да ҙур итеп ҡабул итәбеҙ, ҡулдан килгәнсә һәләттәрен асып, үҫтерергә тырышабыҙ, — ти бәхетле әсә.
Ҡарап тороуға бер кем дә Хәмиҙә Морат ҡыҙын биш бала тәрбиәләүсе әсә тип әйтмәҫ. Тормошто яратҡан, һәр саҡ йылмайып йөрөгән, дәртле һәм көләс был ханым балалары янында оло апайҙары кеүек күренә.
Өлкән ҡыҙы Алина Сибай институтының филология факультетында уҡый. Бар яҡлап та тырыш ҡыҙ — туғандары өсөн иң ҙур терәк һәм өлгө. Туғыҙынсы класта белем алған Зарина киләсәктә табип һөнәрен һайламаҡсы. Замир менән Динис һигеҙенсе класта уҡый, икеһе лә спорт менән шөғөлләнергә ярата. Тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшкән Вадим, әсәһе әйтмешләй, “иң шәбе”! Апай-ағайҙарынан ҡалышмай тырышып уҡый, йорт эшендә ярҙамлаша, йыр-моңға бик әүәҫ. Сер итеп кенә ҡолағыма: “Әсәйҙәр көнөнә йыр әҙерләнем”, — тип шыбырларға ла өлгөрҙө.
Йәшерен-батырын түгел, бөгөн баланы үҫтереп, уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн сабырлыҡ һәм тырышлыҡтан тыш, матди мөмкинлек тә талап ителә. Ә йәшәр урының булмауы был хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра ғына. Был йәһәттән Игишевтарҙың хәле маҡтанырлыҡ түгел, сөнки улар ҡала хакимиәте тарафынан бүленгән фатирҙа килешеү нигеҙендә генә йәшәй. Ә бит уйлап ҡараһаң, йорт хужабикәһе 1997 йылдан урам йыйыштырыусыһы булып эшләй һәм йәшәгән фатирға күптән хужа булырға хаҡлы кеүек. Әммә, ни өсөндөр, ошоға тиклем был мәсьәлә хәл ителмәй ҡала килә. Килешеү срогы тамамланған хәлдә күп балалы Игишевтар ғаиләһенең урамда тороп ҡалыуы мөмкин. Хатта тәрбиәгә алынған ике баланың яҙмышы ла иҫәпкә алынмай.
Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй Хәмиҙә Морат ҡыҙы. “Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа”, — ти ул. Игишевтар әле Вадимды тиҙҙән ҡалала үтәсәк олимпиадаға әҙерләй, ҡыҙҙары Заринаның ғилми эше өсөн мәғлүмәт туплай. Һәр баланың көндәлек тормошо, ҡыуаныс-шатлығы менән мәж килеп, гөрләшеп йәшәйҙәр.
Хәмиҙә Морат ҡыҙының балаларына булған бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүе, изгелеге һәм күңел йомартлығы уларҙы ғүмер буйы ауырлыҡтарҙан һаҡлаясағына, таяныслы һәм яҡлаулы итәсәгенә ышаныс уята. Иң мөһиме — был матур һәм нурлы ғаиләлә бәхет, татыулыҡ һәм туған йәнлелек тантана итә.