Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыңғырауҙы кем элер? йәки торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы тураһында
Ҡыңғырауҙы кем элер? йәки торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы тураһында Келәттә сысҡандар шашып киткәс, хужа бесәй алған, ти. Уныһы эшкә йылдам тотонған. Был хәл сысҡандар араһында ҙур хәүеф тыуҙырған. Улар кәңәшмә йыйған. Кемдер бесәйҙең муйынына ҡыңғырау тағырға тигән тәҡдим индергән – был осраҡта яҡынлашҡаны ишетелеп торасаҡ. Быны сысҡандар дәррәү күтәреп алған. Тик бер балаһы: “Ә ҡыңғырауҙы кем тағыр?” — тип һорау биргәс, аптырап ҡалғандар.
Был көләмәсте, беҙҙең әңгәмәне йомғаҡлап, Хаматзакир Моҡанаев һөйләне. Ысынлап та, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта барған реформалар ошо бесәй-сысҡан “уйынын” хәтерләтә. Бында сысҡан (дәүләт) ҡыңғырауҙы бесәй (халыҡ) муйынына нисек тә булһа тағырға тырыша кеүек. Әммә йыш ҡына ул бесәйҙе ныҡ асыуландырыуҙан ҡурҡа.
Был реформалар тураһында һөйләшеүгә беҙ Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зәки улы ЗИННӘТУЛЛИНды саҡырҙыҡ. Әңгәмәлә шулай уҡ республика Төбәк операторының генераль директоры Борис Павлович ГЕРАСИМОВ менән әлеге проблемалар менән яҡшы таныш пенсионер Хаматзакир МОҠАНАЕВ ҡатнашты. Өсөнсө әңгәмәсебеҙ төрлө инстанцияларға ялыу хаттары яҙа торғас, ябай кешене борсоған мәсьәләләрҙе яҡшы белә.



— Билдәле булыуынса, Совет осоронда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ­тағы тарифтар түбән булды. Ошо ар­ҡала был тармаҡ предприятиелары йыш ҡына табышһыҙ эшләне. Бын­дағы торлаҡ фонды, төп фондтарҙың физик хәле насар ине. Халыҡты хеҙ­мәтләндереү сифаты ла бик түбән кимәлдә булды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта башланған реформалар был өлкәләге түләүҙәрҙе 100 про­центҡа еткереүҙе үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуйҙы. Реформалар был маҡсат­ҡа өлгәштеме?
Альфред Зиннәтуллин: Бөгөн тор­лаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн халыҡ тулыһынса үҙе түләй. Бюджетта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләгән предприятиелар өсөн дотациялар ҡарал­маған.
Борис Герасимов: 2001 йылда Өфө­лә торлаҡ-коммуналь сығымдарҙың 30 процентын халыҡ түләй, ә ҡалғанын бюджет ҡаплай ине, бөгөн халыҡ бөтәһен дә тулыһынса үҙе күтәрә.
— Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн күп кәрәкмәй – даими рәүештә тарифтар­ҙы арттырып барыу етә. Ошо йыл­дарҙа улар башҡа хаҡтарға ҡарағанда тиҙерәк артты. Саманан тыш түгелме? Күп ғаиләләрҙә коммуналь сығым килемдең 20 процентынан ашып китте. Хеҙмәтләндереүҙең сифаты ошо уҡ тиҙлектә артты тип әйтә алабыҙмы?
Альфред Зиннәтуллин: Был осраҡта беҙҙә социаль яҡлау саралары ҡаралған. Әгәр ҙә был түләүҙәр ғаилә ағзаһының айлыҡ килеменең 20 процентынан ашып китһә, ғаилә район хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала, һәм ошо айырманы түләү өсөн субсидия бүленә. Түләү­ҙәрҙе саманан артыҡ тип әйтеп булмай. Бөгөн халыҡтың 98 проценты бурысын ваҡытында түләп бара. Көнбайышта, мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь түләүҙәр ғаи­лә килеменең уртаса 40 процентын тәшкил итә.
— Хаталанмайһығыҙмы? Минең мәғлүмәттәр буйынса, ул 20 проценттан артмай.
Альфред Зиннәтуллин: Юҡ, ысынлап та, унда был хеҙмәттәр ҡыйбат.
— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьә­ләләренә килгәндә, Министрлыҡ кемдәр яғында тора – халыҡтыңмы, әллә ошо тармаҡта эшләгән пред­приятиеларҙыңмы?
Альфред Зиннәтуллин: Беҙ, дәүләт органы булараҡ, ике арала тейешле баланс булдырырға тырышабыҙ. Хаҡтар­ҙың үтә түбәнлеге был тармаҡтағы биз­несҡа булышлыҡ итмәйәсәк – уларға эш­ләүҙең ҡыҙығы бөтәсәк. Шул уҡ ва­ҡытта тарифтар саманан тыш юғары булһа, халыҡ уны түләүҙән баш тартасаҡ. Күрше төбәктәргә ҡарағанда, беҙҙең республикалағы тарифтар түбәнерәк.
— Хаҡтарҙың йылдан-йыл артыуын ябай кеше квитанция килгән һайын күрә. Һәр кем был осраҡта бөтә ғәйепте һеҙгә ауҙара.
Альфред Зиннәтуллин: Квитанция­лар­ҙы таратҡас, бөтәһе лә газ, электр, йылылыҡ һәм һыуға артҡан хаҡтар өсөн беҙгә һылтана. Әлеге ресурстар өсөн тейешле предприятиелар яуаплы. Улар бының өсөн махсус булдырылған Тарифтар буйынса дәүләт комитеты менән үҙ-ара килешә һәм дәүләт тарафынан раҫ­лан­ған тарифтар билдәләнә. Уларҙың арта барыуында ябай кеше беҙҙе – ошо квитан­циларҙы таратыусыны – ғәйепләй. Әммә бында беҙҙең ҡыҫылыш юҡ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер: хәҙер бер квитанция урынына бер нисәүҙе тарата башланыҡ. Һәр ресурс өсөн түләгән аҡса туранан-тура уны етештереүсе предприятие иҫәбенә күсерелә.
Йортто хеҙмәтләндергән өсөн айырым торлаҡ тарифтары булдырылған. Уларҙың кимәлен көйләү был йортта йәшәүселәргә йөкмәтелгән.
— Коммуналь тарифтар һәм тор­лаҡ­ты хеҙмәтләндереү өсөн түләнгән аҡсаны сағыштырып ҡараһаң, кеше нимә өсөн күберәк түләй?
Альфред Зиннәтуллин: Бынан бер нисә йыл элек 50х50 булһа, хәҙер күпселеген коммуналь сығымдар алып тора.
— Реформалар ошо торлаҡ тарифтары үтә лә “шашып” китмәһен өсөн һеҙҙең тармаҡта конкуренция булды­рыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Төрлө формалар ҡаралды. Традицион ЖЭУ-лар менән идарасы компаниялар, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре һәм башҡаларын булдырыу ҙа кәрәк ине. Был йәһәттән республикала эштәр нисек тора?
Ҡыңғырауҙы кем элер? йәки торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы тураһындаАльфред Зиннәтуллин: Реформа­лар­ҙы беҙҙән алдараҡ үткәргән дәүләт­тәрҙең тәжрибәһен өйрәндек. Мәҫәлән, Балтик буйы илдәрендә дәүләт үҙ хал­ҡына ҡәтғи талап ҡуйҙы: һин торлаҡ милекселәре менән ширҡәт төҙөйһөң һәм бөтә проблемаларҙы үҙең хәл итәһең йәки һыуыҡ өйҙә, һыуһыҙ, газһыҙ, электрһыҙ ҡаласаҡһың. Был шарттарҙа халыҡ шир­ҡәттәр төҙөргә мәжбүр булды. Хәҙер унда муниципалитеттар йортҡа бөтә ресурс­тарҙы “килтерә”, ә ҡалған барлыҡ нәмә менән шөғөлләнеүҙе – кем урамды һе­перә, кем подъезды йыйыштыра, кем канализацияны ҡарай – барыһын да йорт хужалары хәл итә. Беҙ ҙә ошоға ынты­лыр­ға тейешбеҙ. Балтик буйында торлаҡ-ком­муналь мәсьәләләр му­ни­ципа­ли­тет­тарға йөкмәтелгән. Беҙҙәге һымаҡ төрлө инс­тан­цияларҙа ялыу менән йөрөгән кешене осратмаҫһың. Һәр кем үҙенең торлағына бәйле тыуған мәсьәләләрҙе күмәкләп ойошоп хәл итә. Беҙҙең ауылда үҙ өйөндә йәшәгән кеше, мәҫәлән, ҡыйығы тишелһә, кәртәһе емерелһә, барыһын да үҙе хәс­тәрләй бит. Ҡала ерендә лә шулай булырға тейеш.
Үкенескә ҡаршы, беҙҙә торлаҡ милекселәре ширҡәте төҙөргә теләүсе­ләр бик һирәк. Халыҡтың күпселеге дәүләткә өмөт бағлай. Идарасы компаниялар заказчик булып, торлаҡ хужа­лары­ның ихтыяжын үтәргә тырыша. Ысынбарлыҡта иһә заказчик булып торлаҡ милекселәре ширҡәте торорға тейеш. Әммә унда эшләгән кешеләрҙең әҙерлек кимәле түбән булыу сәбәпле, алда аталған идарасы компаниялар барыһын да үҙҙәре хәл итә лә инде. Торлаҡ түләүҙәре өсөн тарифтарҙы йорт хужа­ларының дөйөм йыйылышында ошо компаниялар отчеты нигеҙендә раҫлай­ҙар. Һуңғы биш-алты йылда бер генә йыйылыш та торлаҡ тарифтарын арттырырға ризалыҡ бирмәне. Был хәл беҙҙең пред­приятиеларҙы бөлгөнлөк сигенә алып бара.
— Министрлыҡ ошо тарифтарҙың үҙҡиммәтен кәметеү өсөн ниндәй саралар күрә?
Альфред Зиннәтуллин: Закон буйынса был предприятиеларҙың эшенә ҡыҫылырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Беҙ уларға тәҡдимдәр генә бирә алабыҙ.
— Бер нисәүҙе алыштырырлыҡ яңы техника киң ҡулланылыуға ҡара­маҫтан, Совет осоро менән сағыш­тыр­ғанда, һеҙҙең тармаҡта эшләгәндәрҙең һаны күпкә артты һымаҡ. Был хәл торлаҡ тарифтарының күтәрелеүенә сәбәп булып тора түгелме?
Альфред Зиннәтуллин: Юҡ, беҙҙә эшләгәндәрҙең һаны кәмене.
— Торлаҡ милекселәре ширҡәттәре булмауы һеҙгә отошло түгелме ни?
Альфред Зиннәтуллин: Бының өсөн тейешле закон ҡабул итергә кәрәк. Унда дәүләттең ҡәтғи талап ҡуйыуы мөһим.
— Халыҡты дөйөм йыйылышҡа йыйыу — ҙур мәсьәлә. Ошоноң арҡа­һында күп нәмәне хәл итеп булмай.
Альфред Зиннәтуллин: Мин ҡайһы берҙә шаяртып ҡуям: әйҙә, ике көнгә һыуҙы, лифтты, газды туҡтатып торайыҡ. Тик шунда ғына йорт хужалары үҙҙәренең проблемаларын хәл итеү өсөн йыйы­лышҡа кворум булдыра аласаҡ, тием. Тик быға берәү ҙә бармаҫ шул.
— Был йәһәттән күптәрҙе борсоған мәсьәләгә — капиталь ремонт өсөн түләүҙәргә — туҡталып китмәй булмай. Бында халыҡты аптыратҡан сетерекле һорауҙар бихисап.
Хаматзакир Моҡанаев: Мин яңы фатир һатып алып йәшәй башлағас та – 2000 йылдан алып – капиталь ремонт өсөн түләп киләм. Ошо ваҡыт эсендә беҙҙә был йәһәттән бер ниндәй ҙә эш алып барылмай. Йәшем хәҙер һигеҙенсе тиҫтәгә китте. Ни өсөн мин булмаған ремонтҡа түләргә тейешмен?
Борис Герасимов: Өфөлә капиталь ремонт өсөн 1998 йылдан бирле түләтә башланылар. Был хәл 2004 йылғаса да­уам итте. Капиталь ремонт башлыса бюджет иҫәбенә үткәрелде, сөнки халыҡтан йыйған аҡса сығымдарҙың 10-15 процентын ғына ҡапланы. 2005 йылда яңы Торлаҡ кодексы ғәмәлгә ингәс, беҙ Өфөлә Берҙәм капиталь ремонт фондын төҙө­нөк. 5,5 мең йорттан был программаға 3-3,8 меңләбе түләп килде. Ҡалғандары, йорттар бәләкәй булыу сәбәпле, түләмәне. Беҙҙең өйҙәр яңы, уға ремонт кәрәкмәй тигән һылтау менән бер нисә ҙур йорттоң да йәшәүселәре түләргә риза булманы. Бөгөн ошо 3,8 мең йорттоң 2,5 меңендә капиталь ремонттың бер төрө – ҡыйығын, электрикаһын йәки торбаларын алмаштырыу – үткәрелде. Шулай итеп, иҫке йорттар халыҡтан йыйылған аҡсаға “уртаҡ ҡа­ҙан” принцибы менән йүнәтелеп тора.
— Түләмәгән йорттарға капиталь ремонт яһаламы һуң?
Борис Герасимов: Юҡ. Капиталь ре­монтҡа килгәндә, халыҡтың күпселеге беҙҙең хәлде аңлап ҡабул итә. Әммә ҡайһы берәүҙәргә үҙенә күрә ҡаршы­лыҡлыҡ хас: мин беренсе ҡатта йәшәгәс, ҡыйыҡты ремонтлау өсөн түләмәйем тигән­дәре йәки Хаматзакир ағай һымаҡ уйлағандары ла етерлек. Шуның арҡа­һында дәүләт капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙе түбән кимәлдә тоторға тырыша, бының күп өлөшөн үҙ елкәһенә ала.
Ҡыңғырауҙы кем элер? йәки торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы тураһындаХаматзакир Моҡанаев: Нишләп мин намыҫһыҙ күршеләрем өсөн түләргә тейеш?
Борис Герасимов: Тейешенсә талап итһәң, беҙҙең халыҡтың күпселеге түләр­гә тырыша. Шунлыҡтан бында аңлатыу эштәре алып барыу мөһим. Башта 60-70 процентын йыйырбыҙ, аҙаҡ, халыҡ өйрә­неп киткәс, әлеге һанды 95 процентҡа ла еткерербеҙ. Беҙ – Төбәк операторы – намыҫлы һәм ышаныслы партнер икәне­беҙҙе эшебеҙ менән иҫбатларға бурыс­лы. Түләмәгән социаль торлаҡта йәшәгән­дәрҙе икенсе, йәғни хөртөрәк өйгә күсереү сараһын әүҙемерәк ҡулланырға кәрәк. Хосусилаштырылған фатирҙа йәшәгән­дәр менән эшләү ҡатмарлыраҡ. Законда уларҙың торлағын мәжбүри һатыу мәсь­әлә­һен ҡарарға кәрәк, тип иҫәпләйем.
Альфред Зиннәтуллин: Хаматзакир ағай! Һеҙ торлаҡ һатып алғанда лифт, ҡыйыҡ, баҫҡыс һ.б. өсөн дә түләйһегеҙ. Тимәк, үҙегеҙҙең фатирығыҙҙың ғына хужаһы булып тормайһығыҙ. Шунлыҡтан уртаҡ майҙандарҙы хеҙмәтләндереү сығымдарын ҡапларға бурыслыһығыҙ. Фатирығыҙ эсендәге ремонтты үҙ аҡса­ғыҙға башҡараһығыҙ бит, уртаҡ милек өсөн дә түләргә кәрәк. Йыл башында беҙ Капиталь ремонт программаһын әҙер­ләнек. Һеҙҙең йорт ошо программаға инһен өсөн тейешле процедуралар үтергә тейеш. Бында айырым йорт хужалары дөйөм йыйылышта банкта айырым иҫәп асырға тигән ҡарар ҙа ҡабул итә ала. Законда ҡаралған ярты йыл эсендә был ҡарар ҡабул ителмәһә, аҡса беҙгә күсерелә. 1 июлгә беҙҙә был ысулды уртаса 400 йорт һайланы. Ҡалғандары, бер ҡарар ҙа ҡабул итмәгәс, беҙҙең ҡара­маҡҡа күсте лә инде. Уртаса 10 йыл һайын йорттарҙа капиталь ремонттың ниндәйҙер төрө бер тапҡыр үткәрелергә тейеш тип күҙаллайбыҙ.
— Хөрмәтле ҡунаҡтар! Әңгәмәлә ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

“Түңәрәк өҫтәл”де
Илдар ҒӘБИТОВ ойошторҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 136

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 486

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 225

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 930

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 697

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 274

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 595

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 453

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 530

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 354

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 537