Келәттә сысҡандар шашып киткәс, хужа бесәй алған, ти. Уныһы эшкә йылдам тотонған. Был хәл сысҡандар араһында ҙур хәүеф тыуҙырған. Улар кәңәшмә йыйған. Кемдер бесәйҙең муйынына ҡыңғырау тағырға тигән тәҡдим индергән – был осраҡта яҡынлашҡаны ишетелеп торасаҡ. Быны сысҡандар дәррәү күтәреп алған. Тик бер балаһы: “Ә ҡыңғырауҙы кем тағыр?” — тип һорау биргәс, аптырап ҡалғандар.
Был көләмәсте, беҙҙең әңгәмәне йомғаҡлап, Хаматзакир Моҡанаев һөйләне. Ысынлап та, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта барған реформалар ошо бесәй-сысҡан “уйынын” хәтерләтә. Бында сысҡан (дәүләт) ҡыңғырауҙы бесәй (халыҡ) муйынына нисек тә булһа тағырға тырыша кеүек. Әммә йыш ҡына ул бесәйҙе ныҡ асыуландырыуҙан ҡурҡа.
Был реформалар тураһында һөйләшеүгә беҙ Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зәки улы ЗИННӘТУЛЛИНды саҡырҙыҡ. Әңгәмәлә шулай уҡ республика Төбәк операторының генераль директоры Борис Павлович ГЕРАСИМОВ менән әлеге проблемалар менән яҡшы таныш пенсионер Хаматзакир МОҠАНАЕВ ҡатнашты. Өсөнсө әңгәмәсебеҙ төрлө инстанцияларға ялыу хаттары яҙа торғас, ябай кешене борсоған мәсьәләләрҙе яҡшы белә.— Билдәле булыуынса, Совет осоронда торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы тарифтар түбән булды. Ошо арҡала был тармаҡ предприятиелары йыш ҡына табышһыҙ эшләне. Бындағы торлаҡ фонды, төп фондтарҙың физик хәле насар ине. Халыҡты хеҙмәтләндереү сифаты ла бик түбән кимәлдә булды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта башланған реформалар был өлкәләге түләүҙәрҙе 100 процентҡа еткереүҙе үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуйҙы. Реформалар был маҡсатҡа өлгәштеме?
Альфред Зиннәтуллин: Бөгөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн халыҡ тулыһынса үҙе түләй. Бюджетта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләгән предприятиелар өсөн дотациялар ҡаралмаған.
Борис Герасимов: 2001 йылда Өфөлә торлаҡ-коммуналь сығымдарҙың 30 процентын халыҡ түләй, ә ҡалғанын бюджет ҡаплай ине, бөгөн халыҡ бөтәһен дә тулыһынса үҙе күтәрә.
— Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн күп кәрәкмәй – даими рәүештә тарифтарҙы арттырып барыу етә. Ошо йылдарҙа улар башҡа хаҡтарға ҡарағанда тиҙерәк артты. Саманан тыш түгелме? Күп ғаиләләрҙә коммуналь сығым килемдең 20 процентынан ашып китте. Хеҙмәтләндереүҙең сифаты ошо уҡ тиҙлектә артты тип әйтә алабыҙмы?
Альфред Зиннәтуллин: Был осраҡта беҙҙә социаль яҡлау саралары ҡаралған. Әгәр ҙә был түләүҙәр ғаилә ағзаһының айлыҡ килеменең 20 процентынан ашып китһә, ғаилә район хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала, һәм ошо айырманы түләү өсөн субсидия бүленә. Түләүҙәрҙе саманан артыҡ тип әйтеп булмай. Бөгөн халыҡтың 98 проценты бурысын ваҡытында түләп бара. Көнбайышта, мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь түләүҙәр ғаилә килеменең уртаса 40 процентын тәшкил итә.
— Хаталанмайһығыҙмы? Минең мәғлүмәттәр буйынса, ул 20 проценттан артмай.
Альфред Зиннәтуллин: Юҡ, ысынлап та, унда был хеҙмәттәр ҡыйбат.
— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә килгәндә, Министрлыҡ кемдәр яғында тора – халыҡтыңмы, әллә ошо тармаҡта эшләгән предприятиеларҙыңмы?
Альфред Зиннәтуллин: Беҙ, дәүләт органы булараҡ, ике арала тейешле баланс булдырырға тырышабыҙ. Хаҡтарҙың үтә түбәнлеге был тармаҡтағы бизнесҡа булышлыҡ итмәйәсәк – уларға эшләүҙең ҡыҙығы бөтәсәк. Шул уҡ ваҡытта тарифтар саманан тыш юғары булһа, халыҡ уны түләүҙән баш тартасаҡ. Күрше төбәктәргә ҡарағанда, беҙҙең республикалағы тарифтар түбәнерәк.
— Хаҡтарҙың йылдан-йыл артыуын ябай кеше квитанция килгән һайын күрә. Һәр кем был осраҡта бөтә ғәйепте һеҙгә ауҙара.
Альфред Зиннәтуллин: Квитанцияларҙы таратҡас, бөтәһе лә газ, электр, йылылыҡ һәм һыуға артҡан хаҡтар өсөн беҙгә һылтана. Әлеге ресурстар өсөн тейешле предприятиелар яуаплы. Улар бының өсөн махсус булдырылған Тарифтар буйынса дәүләт комитеты менән үҙ-ара килешә һәм дәүләт тарафынан раҫланған тарифтар билдәләнә. Уларҙың арта барыуында ябай кеше беҙҙе – ошо квитанциларҙы таратыусыны – ғәйепләй. Әммә бында беҙҙең ҡыҫылыш юҡ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер: хәҙер бер квитанция урынына бер нисәүҙе тарата башланыҡ. Һәр ресурс өсөн түләгән аҡса туранан-тура уны етештереүсе предприятие иҫәбенә күсерелә.
Йортто хеҙмәтләндергән өсөн айырым торлаҡ тарифтары булдырылған. Уларҙың кимәлен көйләү был йортта йәшәүселәргә йөкмәтелгән.
— Коммуналь тарифтар һәм торлаҡты хеҙмәтләндереү өсөн түләнгән аҡсаны сағыштырып ҡараһаң, кеше нимә өсөн күберәк түләй?
Альфред Зиннәтуллин: Бынан бер нисә йыл элек 50х50 булһа, хәҙер күпселеген коммуналь сығымдар алып тора.
— Реформалар ошо торлаҡ тарифтары үтә лә “шашып” китмәһен өсөн һеҙҙең тармаҡта конкуренция булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Төрлө формалар ҡаралды. Традицион ЖЭУ-лар менән идарасы компаниялар, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре һәм башҡаларын булдырыу ҙа кәрәк ине. Был йәһәттән республикала эштәр нисек тора?
Альфред Зиннәтуллин: Реформаларҙы беҙҙән алдараҡ үткәргән дәүләттәрҙең тәжрибәһен өйрәндек. Мәҫәлән, Балтик буйы илдәрендә дәүләт үҙ халҡына ҡәтғи талап ҡуйҙы: һин торлаҡ милекселәре менән ширҡәт төҙөйһөң һәм бөтә проблемаларҙы үҙең хәл итәһең йәки һыуыҡ өйҙә, һыуһыҙ, газһыҙ, электрһыҙ ҡаласаҡһың. Был шарттарҙа халыҡ ширҡәттәр төҙөргә мәжбүр булды. Хәҙер унда муниципалитеттар йортҡа бөтә ресурстарҙы “килтерә”, ә ҡалған барлыҡ нәмә менән шөғөлләнеүҙе – кем урамды һеперә, кем подъезды йыйыштыра, кем канализацияны ҡарай – барыһын да йорт хужалары хәл итә. Беҙ ҙә ошоға ынтылырға тейешбеҙ. Балтик буйында торлаҡ-коммуналь мәсьәләләр муниципалитеттарға йөкмәтелгән. Беҙҙәге һымаҡ төрлө инстанцияларҙа ялыу менән йөрөгән кешене осратмаҫһың. Һәр кем үҙенең торлағына бәйле тыуған мәсьәләләрҙе күмәкләп ойошоп хәл итә. Беҙҙең ауылда үҙ өйөндә йәшәгән кеше, мәҫәлән, ҡыйығы тишелһә, кәртәһе емерелһә, барыһын да үҙе хәстәрләй бит. Ҡала ерендә лә шулай булырға тейеш.
Үкенескә ҡаршы, беҙҙә торлаҡ милекселәре ширҡәте төҙөргә теләүселәр бик һирәк. Халыҡтың күпселеге дәүләткә өмөт бағлай. Идарасы компаниялар заказчик булып, торлаҡ хужаларының ихтыяжын үтәргә тырыша. Ысынбарлыҡта иһә заказчик булып торлаҡ милекселәре ширҡәте торорға тейеш. Әммә унда эшләгән кешеләрҙең әҙерлек кимәле түбән булыу сәбәпле, алда аталған идарасы компаниялар барыһын да үҙҙәре хәл итә лә инде. Торлаҡ түләүҙәре өсөн тарифтарҙы йорт хужаларының дөйөм йыйылышында ошо компаниялар отчеты нигеҙендә раҫлайҙар. Һуңғы биш-алты йылда бер генә йыйылыш та торлаҡ тарифтарын арттырырға ризалыҡ бирмәне. Был хәл беҙҙең предприятиеларҙы бөлгөнлөк сигенә алып бара.
— Министрлыҡ ошо тарифтарҙың үҙҡиммәтен кәметеү өсөн ниндәй саралар күрә?
Альфред Зиннәтуллин: Закон буйынса был предприятиеларҙың эшенә ҡыҫылырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Беҙ уларға тәҡдимдәр генә бирә алабыҙ.
— Бер нисәүҙе алыштырырлыҡ яңы техника киң ҡулланылыуға ҡарамаҫтан, Совет осоро менән сағыштырғанда, һеҙҙең тармаҡта эшләгәндәрҙең һаны күпкә артты һымаҡ. Был хәл торлаҡ тарифтарының күтәрелеүенә сәбәп булып тора түгелме?
Альфред Зиннәтуллин: Юҡ, беҙҙә эшләгәндәрҙең һаны кәмене.
— Торлаҡ милекселәре ширҡәттәре булмауы һеҙгә отошло түгелме ни?
Альфред Зиннәтуллин: Бының өсөн тейешле закон ҡабул итергә кәрәк. Унда дәүләттең ҡәтғи талап ҡуйыуы мөһим.
— Халыҡты дөйөм йыйылышҡа йыйыу — ҙур мәсьәлә. Ошоноң арҡаһында күп нәмәне хәл итеп булмай.
Альфред Зиннәтуллин: Мин ҡайһы берҙә шаяртып ҡуям: әйҙә, ике көнгә һыуҙы, лифтты, газды туҡтатып торайыҡ. Тик шунда ғына йорт хужалары үҙҙәренең проблемаларын хәл итеү өсөн йыйылышҡа кворум булдыра аласаҡ, тием. Тик быға берәү ҙә бармаҫ шул.
— Был йәһәттән күптәрҙе борсоған мәсьәләгә — капиталь ремонт өсөн түләүҙәргә — туҡталып китмәй булмай. Бында халыҡты аптыратҡан сетерекле һорауҙар бихисап.
Хаматзакир Моҡанаев: Мин яңы фатир һатып алып йәшәй башлағас та – 2000 йылдан алып – капиталь ремонт өсөн түләп киләм. Ошо ваҡыт эсендә беҙҙә был йәһәттән бер ниндәй ҙә эш алып барылмай. Йәшем хәҙер һигеҙенсе тиҫтәгә китте. Ни өсөн мин булмаған ремонтҡа түләргә тейешмен?
Борис Герасимов: Өфөлә капиталь ремонт өсөн 1998 йылдан бирле түләтә башланылар. Был хәл 2004 йылғаса дауам итте. Капиталь ремонт башлыса бюджет иҫәбенә үткәрелде, сөнки халыҡтан йыйған аҡса сығымдарҙың 10-15 процентын ғына ҡапланы. 2005 йылда яңы Торлаҡ кодексы ғәмәлгә ингәс, беҙ Өфөлә Берҙәм капиталь ремонт фондын төҙөнөк. 5,5 мең йорттан был программаға 3-3,8 меңләбе түләп килде. Ҡалғандары, йорттар бәләкәй булыу сәбәпле, түләмәне. Беҙҙең өйҙәр яңы, уға ремонт кәрәкмәй тигән һылтау менән бер нисә ҙур йорттоң да йәшәүселәре түләргә риза булманы. Бөгөн ошо 3,8 мең йорттоң 2,5 меңендә капиталь ремонттың бер төрө – ҡыйығын, электрикаһын йәки торбаларын алмаштырыу – үткәрелде. Шулай итеп, иҫке йорттар халыҡтан йыйылған аҡсаға “уртаҡ ҡаҙан” принцибы менән йүнәтелеп тора.
— Түләмәгән йорттарға капиталь ремонт яһаламы һуң?
Борис Герасимов: Юҡ. Капиталь ремонтҡа килгәндә, халыҡтың күпселеге беҙҙең хәлде аңлап ҡабул итә. Әммә ҡайһы берәүҙәргә үҙенә күрә ҡаршылыҡлыҡ хас: мин беренсе ҡатта йәшәгәс, ҡыйыҡты ремонтлау өсөн түләмәйем тигәндәре йәки Хаматзакир ағай һымаҡ уйлағандары ла етерлек. Шуның арҡаһында дәүләт капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙе түбән кимәлдә тоторға тырыша, бының күп өлөшөн үҙ елкәһенә ала.
Хаматзакир Моҡанаев: Нишләп мин намыҫһыҙ күршеләрем өсөн түләргә тейеш?
Борис Герасимов: Тейешенсә талап итһәң, беҙҙең халыҡтың күпселеге түләргә тырыша. Шунлыҡтан бында аңлатыу эштәре алып барыу мөһим. Башта 60-70 процентын йыйырбыҙ, аҙаҡ, халыҡ өйрәнеп киткәс, әлеге һанды 95 процентҡа ла еткерербеҙ. Беҙ – Төбәк операторы – намыҫлы һәм ышаныслы партнер икәнебеҙҙе эшебеҙ менән иҫбатларға бурыслы. Түләмәгән социаль торлаҡта йәшәгәндәрҙе икенсе, йәғни хөртөрәк өйгә күсереү сараһын әүҙемерәк ҡулланырға кәрәк. Хосусилаштырылған фатирҙа йәшәгәндәр менән эшләү ҡатмарлыраҡ. Законда уларҙың торлағын мәжбүри һатыу мәсьәләһен ҡарарға кәрәк, тип иҫәпләйем.
Альфред Зиннәтуллин: Хаматзакир ағай! Һеҙ торлаҡ һатып алғанда лифт, ҡыйыҡ, баҫҡыс һ.б. өсөн дә түләйһегеҙ. Тимәк, үҙегеҙҙең фатирығыҙҙың ғына хужаһы булып тормайһығыҙ. Шунлыҡтан уртаҡ майҙандарҙы хеҙмәтләндереү сығымдарын ҡапларға бурыслыһығыҙ. Фатирығыҙ эсендәге ремонтты үҙ аҡсағыҙға башҡараһығыҙ бит, уртаҡ милек өсөн дә түләргә кәрәк. Йыл башында беҙ Капиталь ремонт программаһын әҙерләнек. Һеҙҙең йорт ошо программаға инһен өсөн тейешле процедуралар үтергә тейеш. Бында айырым йорт хужалары дөйөм йыйылышта банкта айырым иҫәп асырға тигән ҡарар ҙа ҡабул итә ала. Законда ҡаралған ярты йыл эсендә был ҡарар ҡабул ителмәһә, аҡса беҙгә күсерелә. 1 июлгә беҙҙә был ысулды уртаса 400 йорт һайланы. Ҡалғандары, бер ҡарар ҙа ҡабул итмәгәс, беҙҙең ҡарамаҡҡа күсте лә инде. Уртаса 10 йыл һайын йорттарҙа капиталь ремонттың ниндәйҙер төрө бер тапҡыр үткәрелергә тейеш тип күҙаллайбыҙ.
— Хөрмәтле ҡунаҡтар! Әңгәмәлә ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
“Түңәрәк өҫтәл”де
Илдар ҒӘБИТОВ ойошторҙо.