Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәхет өсөн күп кәрәкмәй
Бәхет өсөн күп кәрәкмәй Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй. Хатта көндөң матур башланыуы, оҙаҡ көтөлгән ҡарҙың, ниһайәт, һибәләп яуыуы кеүек ҡәҙимге күренештәр ҙә күңелде күтәреп ебәрә. Ошоға өҫтәп, бөтә көсөңдө һалып яратып башҡарған хеҙмәтеңдең ил һәм республика кимәлендә ҙур баһаға лайыҡ булыуы яңы ҡаҙаныштар өсөн тағы көс-ҡеүәт өҫтәй.

– Ниндәй шатлыҡлы көн бөгөн! Яңы ҡаҙаныштар өсөн дәрт-илһам алдыҡ. Өҫтәүенә бына тигән, мине көтөп торған ғаиләм-ҡәлғәм бар. Балаларым да йөҙөбөҙгә ҡы­ҙыл­лыҡ килтермәй. Улыбыҙ Эмиль Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алһа, ҡыҙыбыҙ Юлиә иһә XI класс уҡыусыһы, – тине кисә Республика йортонда үткәрелгән сағыу тантанала Баш­ҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы исемен алған Светлана Шаһиева. Ул – Љариҙелдәге 2-се урта мәктәп директоры урын­баҫары, башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Башҡортостан Президенты Ха­кимиәте етәксеһе Сергей Молчанов тантанаға килгән хеҙмәт алдынғыларының республикалағы төрлө тармаҡтарҙың үҫешендә, төбәктең ил кимәлендә ҡайһы бер иҡтисади күрһәткестәр буйынса юғары урындар биләүендә өлөшө булыуы хаҡында әйтте.
– Дәүләт наградаһын үҙемдең генә түгел, бергә эшләгән уҡы­тыусыларҙың, профессорҙарҙың да хеҙмәтенә юғары баһа тип ҡабул итәм, – тине Башҡорт дәүләт университетының енәйәт хоҡуғы һәм процесы кафедраһы профессоры Рәшит Хисмәтуллин. Уға Башҡортостан Прези­дентының Рәхмәт хаты тапшырылды. Єйт­кәндәй, ҡасандыр республиканың Юғары суды судьяһы, юстиция министры булып эшләгән, Рәсәйҙең Дәүләт Дума­һына ике тапҡыр депутат итеп һайланған Рәшит Сәғит улының өс балаһы хоҡуҡ юлын үҙ итһә, ҡыҙы Марина бәләкәйҙән математика фәненә ылыҡҡан. Бөгөн Лариса – билдәле нотариус, Сергей – Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идара­лығы хеҙмәткәре, подполковник, Диана – Башҡортостандың Юғары суды рәйесе ярҙамсыһы.
– 7 ноябрҙә Хәйбуллала берен­сегә ҡар бөртөктәре төшкәйне. Ошо бәхеткә өҫтәп, кисәгә барам тип йөрөгәндә, Мәскәүҙән телеграмма килеүе тураһында хәбәр иттеләр. Баҡтиһәң, Рәсәйҙең Дәүләт Ду­маһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ҡотлауын ебәргән. Был хәл күңелемде тағы күтәреп ебәрҙе. Өҫтәүенә бөгөн дә урамда ап-аҡ ҡар яуа, әйтерһең дә, ул ап-аҡ бәхеткә ишара, – тине Хәйбулла районынан Єбүбәкер урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйлә Сынбулатова. Уға «Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы» тигән мәртәбәле исем бирелде.
– Балаларҙы уҡытҡанда заманса технологияларҙы ҡулла­ныу, хәҙерге көн та­лап­тарына ярашлы белемгә эйә булыу кәрәк, – тип уҡыу-уҡытыу серҙәре менән уртаҡлашты Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен алғас, Сибай ҡалаһындағы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Илүзә Насирова.
Ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡтар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар ине. Улар өсөн кисәге тантана «Бәхет – ул хеҙмәт емеше, бәхет – ул көрәш эҙе» тигән һүҙҙәрҙең раҫ икәнлеген иҫбатланы.


Автор: А. НИЗАМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 2

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 4

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 5

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды

Комментарий өҫтәргә