Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй. Хатта көндөң матур башланыуы, оҙаҡ көтөлгән ҡарҙың, ниһайәт, һибәләп яуыуы кеүек ҡәҙимге күренештәр ҙә күңелде күтәреп ебәрә. Ошоға өҫтәп, бөтә көсөңдө һалып яратып башҡарған хеҙмәтеңдең ил һәм республика кимәлендә ҙур баһаға лайыҡ булыуы яңы ҡаҙаныштар өсөн тағы көс-ҡеүәт өҫтәй.– Ниндәй шатлыҡлы көн бөгөн! Яңы ҡаҙаныштар өсөн дәрт-илһам алдыҡ. Өҫтәүенә бына тигән, мине көтөп торған ғаиләм-ҡәлғәм бар. Балаларым да йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Улыбыҙ Эмиль Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алһа, ҡыҙыбыҙ Юлиә иһә XI класс уҡыусыһы, – тине кисә Республика йортонда үткәрелгән сағыу тантанала Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен алған Светлана Шаһиева. Ул – Љариҙелдәге 2-се урта мәктәп директоры урынбаҫары, башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов тантанаға килгән хеҙмәт алдынғыларының республикалағы төрлө тармаҡтарҙың үҫешендә, төбәктең ил кимәлендә ҡайһы бер иҡтисади күрһәткестәр буйынса юғары урындар биләүендә өлөшө булыуы хаҡында әйтте.
– Дәүләт наградаһын үҙемдең генә түгел, бергә эшләгән уҡытыусыларҙың, профессорҙарҙың да хеҙмәтенә юғары баһа тип ҡабул итәм, – тине Башҡорт дәүләт университетының енәйәт хоҡуғы һәм процесы кафедраһы профессоры Рәшит Хисмәтуллин. Уға Башҡортостан Президентының Рәхмәт хаты тапшырылды. Єйткәндәй, ҡасандыр республиканың Юғары суды судьяһы, юстиция министры булып эшләгән, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына ике тапҡыр депутат итеп һайланған Рәшит Сәғит улының өс балаһы хоҡуҡ юлын үҙ итһә, ҡыҙы Марина бәләкәйҙән математика фәненә ылыҡҡан. Бөгөн Лариса – билдәле нотариус, Сергей – Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәре, подполковник, Диана – Башҡортостандың Юғары суды рәйесе ярҙамсыһы.
– 7 ноябрҙә Хәйбуллала беренсегә ҡар бөртөктәре төшкәйне. Ошо бәхеткә өҫтәп, кисәгә барам тип йөрөгәндә, Мәскәүҙән телеграмма килеүе тураһында хәбәр иттеләр. Баҡтиһәң, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ҡотлауын ебәргән. Был хәл күңелемде тағы күтәреп ебәрҙе. Өҫтәүенә бөгөн дә урамда ап-аҡ ҡар яуа, әйтерһең дә, ул ап-аҡ бәхеткә ишара, – тине Хәйбулла районынан Єбүбәкер урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйлә Сынбулатова. Уға «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән мәртәбәле исем бирелде.
– Балаларҙы уҡытҡанда заманса технологияларҙы ҡулланыу, хәҙерге көн талаптарына ярашлы белемгә эйә булыу кәрәк, – тип уҡыу-уҡытыу серҙәре менән уртаҡлашты Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен алғас, Сибай ҡалаһындағы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Илүзә Насирова.
Ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡтар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар ине. Улар өсөн кисәге тантана «Бәхет – ул хеҙмәт емеше, бәхет – ул көрәш эҙе» тигән һүҙҙәрҙең раҫ икәнлеген иҫбатланы.