Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Саха иленә сәйәхәт
Саха иленә сәйәхәт Рәсәй картаһына ҡарап, тәрән уйҙарға сумып торған бар. Илдең бер осо Көнбайыш дәүләттәре менән сикләнгән, ә икенсеһе Аляска аша Америкаға барып тоташа. Ошо киңлектә ниндәй генә халыҡ йәшәмәй! Бик күп милләттәрҙе берләштергән төбәктәр Рәсәй Федерацияһын барлыҡҡа килтергән. Ошо кимәлгә етеү өсөн быуаттар буйына көрәш-һуғыш туҡтамаған, ихтилалдар, революциялар, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғыштары үткән. Тарих төпкөлөнә бик тәрән төшмәйенсә, шуны әйтеп китмәй булмай: 1917 йылғы революциянан һуңғы оло ваҡиғаларҙың береһе — Советтар Союзын төҙөү. 15 ил үҙ ирке менән берләшеп, донъяла иң ҙур дәүләтте барлыҡҡа килтергән.

Тарихтағы иң үкенесле ва­ҡи­ға үткән быуаттың 90-сы йылдарында ошо көслө илде тарҡатыу булды. Бөгөн бөтә халыҡ шуға шаһит: Балтик буйы илдәре, Ук­раи­на Рәсәйгә ҡарата дошман­лыҡ хисе менән яна. Бына һиңә һөҙөмтә... Ә беҙ­ҙеке кеүек милли республикалар, ниндәй генә ауыр­лыҡтар булмаһын, үҙ биләмә­һендә тырышып тормош көтә, те­лен һаҡ­лап, динен ҡур­са­лап, мил­ли мәҙәниәтен, тарихын яңы­нан тергеҙеп, яҡтыға ынтылып йәшәй. Был — бик ыңғай күренеш.
Әммә үткәнде гел генә яманлау ҙа дөрөҫ түгел, сөнки уның ыңғай, ғорурла­нырлыҡ яҡтары ла күп ине. Мәҫәлән, уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында милли театрҙар, филармониялар асыл­ды. Милли теле­видение тапшырыу­ҙары бар­лыҡ­ҡа килде, үҙәк телевидениела төрлө республикаларҙың тормошо, мәҙә­ниәте, әҙәбиәте күрһәтелде. Тағы ла бик мөһим күренеш — һәр ауылда балаларҙы уҡытыу яҡшы кимәлдә ойошторолдо, ике-өс кенә уҡыусы йөрөһә лә, башланғыс мәк­тәп эшләне. Бөгөн иһә хәл ҡыҙға­ныс. Балалар аҙ, шуға күрә ауыл­дарҙа мәктәп­тәр ябыла, был хәүеф биге­рәк тә милли белем усаҡтарына ҡа­ғыл­ды. Баҡтиһәң, был күренеш бер Баш­ҡортостанға ғына түгел, бөтә мил­ли республи­каларға ла хас икән.
1990 йылдарҙа “үҙгәртеп ҡороу”, “де­мок­ратия”, “билдәлелек” тип һө­рән һал­ған­дан һуң барлыҡ милли респуб­ли­ка­ларҙа ла йәнлелек башланды. Беҙ ҙә миллә­тебеҙҙе бар­лыҡҡа килтергән башҡорт ырыу­ҙары хәрәкәтен башлап ебәрҙек. Был эш үҙ һөҙөмтәһен бирҙе — халҡы­быҙҙың милли рухын тергеҙеүҙә, үҫте­реүҙә, башҡорт теленең дәү­ләт теле статусын яулауҙа этәргес көс булды.
Саха иленә сәйәхәтНиһайәт, 1995 йылда беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайын ойош­то­роуға өлгәш­тек. 2002 йылда — икенсе, 2010 йылда өсөнсө Ҡоролтайҙы үткәр­ҙек. Оло йыйындар милләтебеҙҙең үҙаңын, рухын юғарыраҡ күтәреүгә ҙур өлөш ин­дерҙе. Башҡорт­остан­дан ситтә йәшәүсе милләттәш­тә­ребеҙ­гә лә иғтибар бирҙек. Си­лә­бе, Ырым­бур, Пермь, Һарытау, Ҡур­ған, Свердловск башҡорттары ла үҙҙә­ренең ҡоролтайҙарын ойош­торҙо, әле лә улар уңышлы эшләп килә.
Күптән түгел миңә алыҫ Саха (Яҡут) Рес­публика­һында булыу бәхете тейҙе. Унда 6-7 мең тирәһе баш­ҡорт йәшәй, “Яҡташ” тигән йәмғиәт ойошмаһы төҙөгәндәр. Етәк­сеһе — үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы Римма Абдулла ҡыҙы Хужчанова. Милләт­тәштәребеҙ туған телде, мәҙә­ниәт­те һаҡ­лау менән бергә бала­ла­рында үҙаң тәр­биәләү өсөн тырышлыҡ һала. Һабан­туйҙар ойошторалар, концерт номерҙары әҙерләйҙәр, баш­ҡорт милли кейемдәрен ҡәҙер­ләп кейәләр. Күбеһе мосолман ди­нен тота, мәсеткә йөрөй, Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәрен татарҙар менән бер­лектә үткәрәләр. Якутск ҡала­һының үҙәгендә бик ҙур мәсет тө­ҙө­лә. “Яҡташ” башҡорт милли үҙә­ге­нә республиканың башҡа төбәктәрендә йәшәгән милләт­тәш­тәребеҙ ҙә ки­леп, аралашып, бергә эш алып ба­ра. Мәҫәлән, Алдан ҡалаһындағы милли ойошмаға бик әүҙем, юғары рухлы кеше Резеда Рәүеф ҡыҙы Донцова етәкселек итә. Үҙ Башҡортостанынан алыҫта, Саха Республикаһында йәшәһә лә, баш­ҡорт үҙ телен, мәҙәниәтен онотмай, тарихын өй­рә­неп, тыуған тө­йәге менән ҡыҙыҡһынып донъя көтә.
Мин Саха Республикаһына ошо “Яҡ­таш” башҡорт милли үҙәге са­ҡырыуы буйынса Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡо­рол­тайының Баш­ҡар­ма комитеты советы ағзаһы булараҡ барҙым. Иҫтәлекле сәйә­хәтте ба­ғыу­сылар ярҙамы менән башҡар­ҙым, уларға рәхмәтем бик ҙур, сөнки юл оҙайлы, башта Мәс­кәүгә, аҙаҡ Якутск ҡалаһына сәфәр ҡылырға кәрәк булды. Ҡайтҡанда ла шул рәүешле Өфөгә аяҡ баҫ­тыҡ. Ҡыҙыҡлы сәйәхәт өҫтөнә Бө­төн донъя конференцияһында ҡатна­шырға ла насип булды. “Ҡа­лалар һәм кешеләр” гражданлыҡ башлан­ғыс­тары — бер-береңә ыша­ныс формулаһы” тип аталған форумда Ҡытай, Көнь­яҡ Корея, Доминикан Республика­һы, Америка, Төркиә кешеләре лә ҡатнашты. Мәскәү, Владивосток, Якутск, Севастополь, Ҡазандан килгән фе­кер­ҙәштәр менән аралашырға мөм­кин булды. Саха Республика­һының беренсе Президенты М. Ни­колаев йөкмәт­келе сығыш яһаны. Саха академия драма театрында ойош­то­ролған кон­ференцияны ҡа­ла хакимиәте етәк­сеһе Айсын Николаев алып барҙы.
Саха иленә сәйәхәтТөп мәсьәлә — ҡалаларҙағы төҙөлөш барышында халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыға үҙ­гәр­теү. Таш йорттар, урамдар тө­ҙөү арҡаһында йәшеллек кә­ме­­гән­­дән-кәмей, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары юҡҡа сыға, транспорт күбәйә. Тирә-яҡ мөхит­тең бысраныуы, һауаның насарайыуы һөҙөмтәһендә ха­лыҡ күпләп ауырый ҙа инде. Шулай итеп, донъяла экология мәсьәләһен хәл итеү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөндә алынды. Пленар ултырыштан һуң секциялар эшләне. Мин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йы Башҡар­ма комитетының Һаулыҡ һаҡлау һәм экология проблемалары буйынса комиссия рәйесе булараҡ, өсөнсө секцияла ҡатнаштым. Үтә мөһим тәҡдим­дәр яңғыраны юғары форумда. Баш­ҡортостандан да делегаттар булһа, ниндәй ҙур фәһем алып ҡайтырҙар ине, тип үкендем. Баш ҡалабыҙ хакимиәте вәкиле Зөлфиә Ханнанова һәм Өфө дәү­ләт сәнғәт академияһы студенты, ҡурай­сы Айгиз менән сәфәр барышында яҡындан таныштым. Уларға Бөтөн донъя конференция эшендә ҡатнашырға тура килмәһә лә, “Ысыах” тип аталған байрамды үҙ күҙҙәре менән күреү бәхете тейҙе.
“Ысыах” — сахаларҙың милли байрамы, ул йылына бер тапҡыр ойошторо­ла һәм Саха Республи­каһы пре­зи­денты ҡатнашлығында дәүләт кимәлендә үткә­релә. Байрам ҡыштың йәйгә алышыу көнө булараҡ билдәләнә. Иң башта “ҡояшҡа табыныу” йолаһы башҡа­рыла. Йыйылған барлыҡ халыҡ ҡояшҡа табына. Икен­сеһе — “утҡа табыныу” — ҙур май­ҙанда ут яндырып үткәрелә. Бөтә халыҡ абруйлы аҡһаҡалдарҙың хәрәкәт­тәрен ҡа­бат­лай. Өсөнсөһө — “атҡа табыныу”. Ҡояш, ут һәм ат Саха хал­ҡының тормош сығанағын аңлата.
Саха халҡы элек-электән үҙҙәре ҡор­ған чумдарҙа йәшәгән (беҙҙең тирмәләргә оҡшаш). Ә байрамда уларҙы ҙур итеп таҡтанан эшлә­гәй­неләр. Бейеклеге 10 метр самаһы. Милли орнаменттарҙы ҡулла­нып, матур итеп биҙәгәндәр. Бында мил­ли кейемдәр, үҙенсәлекле әй­берҙәр ме­­нән танышырға мөмкин. Иң ҙур чумда Саха Республикаһы президенты, төрлө кимәлдәге етәк­селәр йыйылды. Һәммәһе лә саха милләтенән!
“Ҡымыҙға табыныу” йолаһы ла беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булды. Ул — халыҡтың милли эсемлеге (бренд!), шуға бик ныҡ рекламалайҙар. Бөтәбеҙгә лә ошо шифалы эсемлекте ҡойоу өсөн махсус һа­уыт бүләк иттеләр. Ҡымыҙҙы иң күп эсеү буйынса ойошторолған ярыш та мауыҡ­тырғыс булды.
25-30 мең кеше ҡатнашҡан күмәк бейеү барыбыҙҙы ла хайран ҡалдырҙы. Аҙаҡ Якутск ҡалаһы хакимиәте башлығы Айсын Николаев Башҡортостан вәкил­дәрен үҙенең чумына саҡырҙы. Телмәрҙе һәр кем туған саха телендә тотто. “Ысыах” байрамында ҡатнашҡан төрлө милләт кешеләренең саха милли кейе­мендә килеүе — үҙе бер иҫтә ҡалырлыҡ илаһи күре­неш. Мин дә башҡорттарҙың мил­ли кейемен — елән, ҡара төлкө тиреһенән тектерелгән бүрек ке­йеп, ғорур­ланып, күкрәк киреп йө­рөнөм. Һис тә арттырмай шуны әйтәйем: беҙҙең зауыҡ­лы, сағыу милли кейемдәргә иғтибар итмәгән кеше ҡалманы. Ошо төбәктә йә­шәү­се Римма Абдулла ҡыҙы, Резе­да Рәүеф ҡыҙы ла милли ҡа­тын-ҡыҙҙар кейемендә бик һоҡ­ланғыс, үҙенсәлекле күренде. Ҡурайсыбыҙ Айгизгә лә милли костюм бик килешле ултыра. Өҫтә­үенә ҡулында — бар донъяға да­ны таралған мөғжизәле ҡурай!
Якутск мэры миңә һүҙ бир­гәс, бөтәбеҙ ҙә микрофон янына теҙе­леп баҫтыҡ. Башҡортостан халҡы исеменән ҡунаҡсыл сахаларҙы оло байрамдары менән тәб­рикләп, ҡай­нар сәләм тапшырҙым. Айгиз­дең ҡурай моңона ҡушылып, Ишмулла Дил­мө­хәмәтовтың “Таш түрә” йы­рын ишет­терҙем. Аҙаҡ ҡурайсыбыҙ бик дәрт­ле көйҙәрҙе һыҙҙыртты ғына. Түҙмәнек, аяҡтар үҙенән-үҙе ты­пыр­ҙап китте. Үҙ өйөбөҙҙәгеләй рәхәтләнеп бейенек. Сахалар беҙ­ҙең сығышты алҡышлап, бүләк­тәргә күмде, фотоға төшөрҙө, оло их­ти­рам күрһәтеп һыйланы.
“Ысыах” байрамынан ҡайтыуы­быҙға өс айҙан ашыу ваҡыт үтһә лә, тәьҫораттар һис төҫһөҙләнмәй, киреһенсә, иҫтәлектәр күңелдә яңы­рып, төрлө фекерҙәр уята. Ә беҙ, башҡорттар, сахаларҙан кәм­ме ни? Ниңә уларҙағы кеүек атты милли бренд кимәленә күтәреп, ололап йыйын үткәр­мәйбеҙ? Ә ни­ңә ҡымыҙ байрамы ойош­тормаҫ­ҡа? Быуаттан быуатҡа һаҡланып килгән милли башҡорт кейеменә ихтирам булмауы йәнде ҡыя. Сахаларҙың президенты ла байрамдарында үҙҙәренең ҡәҙер иткән милли кейемендә йөрөнө бит. Ә беҙҙә Ҡурай байрамында ла етәк­селәр костюм кейеп, галстук тағып сәхнәгә сыға, урыҫ телендә телмәр тота. Ни өсөн милли байлығы­быҙға, мәҙәниәткә мөнә­сәбәт шундай һалҡын? Сахаларға “афарин!” тиергә генә ҡала. Сәйәхәт, бер яҡ­тан, күңелде байытһа, икенсе яҡ­тан, үҙебеҙ өсөн ғәрлек кисереп, тәрән кисерештәргә бирелеп ҡайт­тым. Республиканан ситтә йәшәгән милләттәштә­ре­беҙҙә башҡорт ру­хы йәшәй, шуның менән улар көслө!
Беҙ әле IV Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайын саҡырыу идеяһы менән янып йәшәйбеҙ. Ә халҡы­быҙҙың хәл итәһе проблемалары байтаҡ. Үҙебеҙ әү­ҙем, ныҡыш булмаһаҡ, бер кем дә беҙҙең өсөн эшләмәҫ. Берҙәмлек булмау арҡаһында күп кенә ғәмәл­дәр тор­мошҡа ашмай. Юғары даи­рәләргә барып эләккән ҡайһы бер мил­ләттәштәр халыҡ мәнфәғәте өсөн аҙым яһарға ла ҡыйын­һына, тәүәк­кәллектәре етмәй, күрәһең. Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­та­йы­ның Башҡарма комитеты, уның советы ал­дын­дағы бурыстар һис кә­мемәй. Миллә­тебеҙҙең иң ҙур ижтимағи ойошмаһы булараҡ, хал­ҡыбыҙ тормошона ҡағылған бар­лыҡ мәсьәләләрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай, кәңәшләшеп эшләү зарур. Сахаға сәйәхәттән һуң үҙе­беҙ­ҙәге кәм­селектәрҙе таныу менән мөм­кинлек­тә­ребеҙҙең сикһеҙле­ге­нә, киңлегенә йәнә бер тапҡыр инандыҡ.

Марс ЮЛДАШЕВ,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған врачы, медицина фәндәре докторы, профессор, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты советы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батырхан
    Батырхан от 30.11.2014, 02:26
    Марс ағай,ниңә эшкә милли кейемдә йөрөмәйһегеҙ ? Мин һеҙҙе гел костюмда күрәм. Өлгө күрһәтегеҙ, һеҙгә башҡалар ҙа эйәрер.






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21