Рәсәй картаһына ҡарап, тәрән уйҙарға сумып торған бар. Илдең бер осо Көнбайыш дәүләттәре менән сикләнгән, ә икенсеһе Аляска аша Америкаға барып тоташа. Ошо киңлектә ниндәй генә халыҡ йәшәмәй! Бик күп милләттәрҙе берләштергән төбәктәр Рәсәй Федерацияһын барлыҡҡа килтергән. Ошо кимәлгә етеү өсөн быуаттар буйына көрәш-һуғыш туҡтамаған, ихтилалдар, революциялар, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғыштары үткән. Тарих төпкөлөнә бик тәрән төшмәйенсә, шуны әйтеп китмәй булмай: 1917 йылғы революциянан һуңғы оло ваҡиғаларҙың береһе — Советтар Союзын төҙөү. 15 ил үҙ ирке менән берләшеп, донъяла иң ҙур дәүләтте барлыҡҡа килтергән.Тарихтағы иң үкенесле ваҡиға үткән быуаттың 90-сы йылдарында ошо көслө илде тарҡатыу булды. Бөгөн бөтә халыҡ шуға шаһит: Балтик буйы илдәре, Украина Рәсәйгә ҡарата дошманлыҡ хисе менән яна. Бына һиңә һөҙөмтә... Ә беҙҙеке кеүек милли республикалар, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, үҙ биләмәһендә тырышып тормош көтә, телен һаҡлап, динен ҡурсалап, милли мәҙәниәтен, тарихын яңынан тергеҙеп, яҡтыға ынтылып йәшәй. Был — бик ыңғай күренеш.
Әммә үткәнде гел генә яманлау ҙа дөрөҫ түгел, сөнки уның ыңғай, ғорурланырлыҡ яҡтары ла күп ине. Мәҫәлән, уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында милли театрҙар, филармониялар асылды. Милли телевидение тапшырыуҙары барлыҡҡа килде, үҙәк телевидениела төрлө республикаларҙың тормошо, мәҙәниәте, әҙәбиәте күрһәтелде. Тағы ла бик мөһим күренеш — һәр ауылда балаларҙы уҡытыу яҡшы кимәлдә ойошторолдо, ике-өс кенә уҡыусы йөрөһә лә, башланғыс мәктәп эшләне. Бөгөн иһә хәл ҡыҙғаныс. Балалар аҙ, шуға күрә ауылдарҙа мәктәптәр ябыла, был хәүеф бигерәк тә милли белем усаҡтарына ҡағылды. Баҡтиһәң, был күренеш бер Башҡортостанға ғына түгел, бөтә милли республикаларға ла хас икән.
1990 йылдарҙа “үҙгәртеп ҡороу”, “демократия”, “билдәлелек” тип һөрән һалғандан һуң барлыҡ милли республикаларҙа ла йәнлелек башланды. Беҙ ҙә милләтебеҙҙе барлыҡҡа килтергән башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен башлап ебәрҙек. Был эш үҙ һөҙөмтәһен бирҙе — халҡыбыҙҙың милли рухын тергеҙеүҙә, үҫтереүҙә, башҡорт теленең дәүләт теле статусын яулауҙа этәргес көс булды.
Ниһайәт, 1995 йылда беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ойоштороуға өлгәштек. 2002 йылда — икенсе, 2010 йылда өсөнсө Ҡоролтайҙы үткәрҙек. Оло йыйындар милләтебеҙҙең үҙаңын, рухын юғарыраҡ күтәреүгә ҙур өлөш индерҙе. Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә лә иғтибар бирҙек. Силәбе, Ырымбур, Пермь, Һарытау, Ҡурған, Свердловск башҡорттары ла үҙҙәренең ҡоролтайҙарын ойошторҙо, әле лә улар уңышлы эшләп килә.
Күптән түгел миңә алыҫ Саха (Яҡут) Республикаһында булыу бәхете тейҙе. Унда 6-7 мең тирәһе башҡорт йәшәй, “Яҡташ” тигән йәмғиәт ойошмаһы төҙөгәндәр. Етәксеһе — үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы Римма Абдулла ҡыҙы Хужчанова. Милләттәштәребеҙ туған телде, мәҙәниәтте һаҡлау менән бергә балаларында үҙаң тәрбиәләү өсөн тырышлыҡ һала. Һабантуйҙар ойошторалар, концерт номерҙары әҙерләйҙәр, башҡорт милли кейемдәрен ҡәҙерләп кейәләр. Күбеһе мосолман динен тота, мәсеткә йөрөй, Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәрен татарҙар менән берлектә үткәрәләр. Якутск ҡалаһының үҙәгендә бик ҙур мәсет төҙөлә. “Яҡташ” башҡорт милли үҙәгенә республиканың башҡа төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә килеп, аралашып, бергә эш алып бара. Мәҫәлән, Алдан ҡалаһындағы милли ойошмаға бик әүҙем, юғары рухлы кеше Резеда Рәүеф ҡыҙы Донцова етәкселек итә. Үҙ Башҡортостанынан алыҫта, Саха Республикаһында йәшәһә лә, башҡорт үҙ телен, мәҙәниәтен онотмай, тарихын өйрәнеп, тыуған төйәге менән ҡыҙыҡһынып донъя көтә.
Мин Саха Республикаһына ошо “Яҡташ” башҡорт милли үҙәге саҡырыуы буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты советы ағзаһы булараҡ барҙым. Иҫтәлекле сәйәхәтте бағыусылар ярҙамы менән башҡарҙым, уларға рәхмәтем бик ҙур, сөнки юл оҙайлы, башта Мәскәүгә, аҙаҡ Якутск ҡалаһына сәфәр ҡылырға кәрәк булды. Ҡайтҡанда ла шул рәүешле Өфөгә аяҡ баҫтыҡ. Ҡыҙыҡлы сәйәхәт өҫтөнә Бөтөн донъя конференцияһында ҡатнашырға ла насип булды. “Ҡалалар һәм кешеләр” гражданлыҡ башланғыстары — бер-береңә ышаныс формулаһы” тип аталған форумда Ҡытай, Көньяҡ Корея, Доминикан Республикаһы, Америка, Төркиә кешеләре лә ҡатнашты. Мәскәү, Владивосток, Якутск, Севастополь, Ҡазандан килгән фекерҙәштәр менән аралашырға мөмкин булды. Саха Республикаһының беренсе Президенты М. Николаев йөкмәткеле сығыш яһаны. Саха академия драма театрында ойошторолған конференцияны ҡала хакимиәте етәксеһе Айсын Николаев алып барҙы.
Төп мәсьәлә — ҡалаларҙағы төҙөлөш барышында халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыға үҙгәртеү. Таш йорттар, урамдар төҙөү арҡаһында йәшеллек кәмегәндән-кәмей, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары юҡҡа сыға, транспорт күбәйә. Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы, һауаның насарайыуы һөҙөмтәһендә халыҡ күпләп ауырый ҙа инде. Шулай итеп, донъяла экология мәсьәләһен хәл итеү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөндә алынды. Пленар ултырыштан һуң секциялар эшләне. Мин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Һаулыҡ һаҡлау һәм экология проблемалары буйынса комиссия рәйесе булараҡ, өсөнсө секцияла ҡатнаштым. Үтә мөһим тәҡдимдәр яңғыраны юғары форумда. Башҡортостандан да делегаттар булһа, ниндәй ҙур фәһем алып ҡайтырҙар ине, тип үкендем. Баш ҡалабыҙ хакимиәте вәкиле Зөлфиә Ханнанова һәм Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты, ҡурайсы Айгиз менән сәфәр барышында яҡындан таныштым. Уларға Бөтөн донъя конференция эшендә ҡатнашырға тура килмәһә лә, “Ысыах” тип аталған байрамды үҙ күҙҙәре менән күреү бәхете тейҙе.
“Ысыах” — сахаларҙың милли байрамы, ул йылына бер тапҡыр ойошторола һәм Саха Республикаһы президенты ҡатнашлығында дәүләт кимәлендә үткәрелә. Байрам ҡыштың йәйгә алышыу көнө булараҡ билдәләнә. Иң башта “ҡояшҡа табыныу” йолаһы башҡарыла. Йыйылған барлыҡ халыҡ ҡояшҡа табына. Икенсеһе — “утҡа табыныу” — ҙур майҙанда ут яндырып үткәрелә. Бөтә халыҡ абруйлы аҡһаҡалдарҙың хәрәкәттәрен ҡабатлай. Өсөнсөһө — “атҡа табыныу”. Ҡояш, ут һәм ат Саха халҡының тормош сығанағын аңлата.
Саха халҡы элек-электән үҙҙәре ҡорған чумдарҙа йәшәгән (беҙҙең тирмәләргә оҡшаш). Ә байрамда уларҙы ҙур итеп таҡтанан эшләгәйнеләр. Бейеклеге 10 метр самаһы. Милли орнаменттарҙы ҡулланып, матур итеп биҙәгәндәр. Бында милли кейемдәр, үҙенсәлекле әйберҙәр менән танышырға мөмкин. Иң ҙур чумда Саха Республикаһы президенты, төрлө кимәлдәге етәкселәр йыйылды. Һәммәһе лә саха милләтенән!
“Ҡымыҙға табыныу” йолаһы ла беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булды. Ул — халыҡтың милли эсемлеге (бренд!), шуға бик ныҡ рекламалайҙар. Бөтәбеҙгә лә ошо шифалы эсемлекте ҡойоу өсөн махсус һауыт бүләк иттеләр. Ҡымыҙҙы иң күп эсеү буйынса ойошторолған ярыш та мауыҡтырғыс булды.
25-30 мең кеше ҡатнашҡан күмәк бейеү барыбыҙҙы ла хайран ҡалдырҙы. Аҙаҡ Якутск ҡалаһы хакимиәте башлығы Айсын Николаев Башҡортостан вәкилдәрен үҙенең чумына саҡырҙы. Телмәрҙе һәр кем туған саха телендә тотто. “Ысыах” байрамында ҡатнашҡан төрлө милләт кешеләренең саха милли кейемендә килеүе — үҙе бер иҫтә ҡалырлыҡ илаһи күренеш. Мин дә башҡорттарҙың милли кейемен — елән, ҡара төлкө тиреһенән тектерелгән бүрек кейеп, ғорурланып, күкрәк киреп йөрөнөм. Һис тә арттырмай шуны әйтәйем: беҙҙең зауыҡлы, сағыу милли кейемдәргә иғтибар итмәгән кеше ҡалманы. Ошо төбәктә йәшәүсе Римма Абдулла ҡыҙы, Резеда Рәүеф ҡыҙы ла милли ҡатын-ҡыҙҙар кейемендә бик һоҡланғыс, үҙенсәлекле күренде. Ҡурайсыбыҙ Айгизгә лә милли костюм бик килешле ултыра. Өҫтәүенә ҡулында — бар донъяға даны таралған мөғжизәле ҡурай!
Якутск мэры миңә һүҙ биргәс, бөтәбеҙ ҙә микрофон янына теҙелеп баҫтыҡ. Башҡортостан халҡы исеменән ҡунаҡсыл сахаларҙы оло байрамдары менән тәбрикләп, ҡайнар сәләм тапшырҙым. Айгиздең ҡурай моңона ҡушылып, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Таш түрә” йырын ишеттерҙем. Аҙаҡ ҡурайсыбыҙ бик дәртле көйҙәрҙе һыҙҙыртты ғына. Түҙмәнек, аяҡтар үҙенән-үҙе тыпырҙап китте. Үҙ өйөбөҙҙәгеләй рәхәтләнеп бейенек. Сахалар беҙҙең сығышты алҡышлап, бүләктәргә күмде, фотоға төшөрҙө, оло ихтирам күрһәтеп һыйланы.
“Ысыах” байрамынан ҡайтыуыбыҙға өс айҙан ашыу ваҡыт үтһә лә, тәьҫораттар һис төҫһөҙләнмәй, киреһенсә, иҫтәлектәр күңелдә яңырып, төрлө фекерҙәр уята. Ә беҙ, башҡорттар, сахаларҙан кәмме ни? Ниңә уларҙағы кеүек атты милли бренд кимәленә күтәреп, ололап йыйын үткәрмәйбеҙ? Ә ниңә ҡымыҙ байрамы ойоштормаҫҡа? Быуаттан быуатҡа һаҡланып килгән милли башҡорт кейеменә ихтирам булмауы йәнде ҡыя. Сахаларҙың президенты ла байрамдарында үҙҙәренең ҡәҙер иткән милли кейемендә йөрөнө бит. Ә беҙҙә Ҡурай байрамында ла етәкселәр костюм кейеп, галстук тағып сәхнәгә сыға, урыҫ телендә телмәр тота. Ни өсөн милли байлығыбыҙға, мәҙәниәткә мөнәсәбәт шундай һалҡын? Сахаларға “афарин!” тиергә генә ҡала. Сәйәхәт, бер яҡтан, күңелде байытһа, икенсе яҡтан, үҙебеҙ өсөн ғәрлек кисереп, тәрән кисерештәргә бирелеп ҡайттым. Республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙә башҡорт рухы йәшәй, шуның менән улар көслө!
Беҙ әле IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын саҡырыу идеяһы менән янып йәшәйбеҙ. Ә халҡыбыҙҙың хәл итәһе проблемалары байтаҡ. Үҙебеҙ әүҙем, ныҡыш булмаһаҡ, бер кем дә беҙҙең өсөн эшләмәҫ. Берҙәмлек булмау арҡаһында күп кенә ғәмәлдәр тормошҡа ашмай. Юғары даирәләргә барып эләккән ҡайһы бер милләттәштәр халыҡ мәнфәғәте өсөн аҙым яһарға ла ҡыйынһына, тәүәккәллектәре етмәй, күрәһең. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, уның советы алдындағы бурыстар һис кәмемәй. Милләтебеҙҙең иң ҙур ижтимағи ойошмаһы булараҡ, халҡыбыҙ тормошона ҡағылған барлыҡ мәсьәләләрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай, кәңәшләшеп эшләү зарур. Сахаға сәйәхәттән һуң үҙебеҙҙәге кәмселектәрҙе таныу менән мөмкинлектәребеҙҙең сикһеҙлегенә, киңлегенә йәнә бер тапҡыр инандыҡ.
Марс ЮЛДАШЕВ,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған врачы, медицина фәндәре докторы, профессор, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты советы ағзаһы.