Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » һоҡландырҙы белем усағы
һоҡландырҙы белем усағы Бәләбәй – республикабыҙҙа дүрт гимназиялы берҙән-бер ҡала. Сыуаш, татар һәм 1-cе (халыҡ телендә – урыҫ) гимназиялары араһында башҡорт уҡыу йорто айырым баҫҡысты биләй. Белем биреү сифаты, өлгәш яҡшы кимәлдә, сығарылыш уҡыусыларының күбеһе юғары уҡыу йортона инә. Район хакимиәтенең мәғариф идаралығы биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа бында үҫмерҙәр араһында тәртип боҙоусылар теркәлмәгән.
Белем усағы – Башҡортостандың көнбайыш төбәге өсөн ысын мәғәнәһендә рухи мәккәләй. Ошо тарафтарға юлланған милләттәштәребеҙ бында һуғылмай ҡайтмай тиерлек. Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты директоры, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Дилбәр Фәтхетдинова билдәләүенсә, һәр балаға төплө белем биреү, бәләкәйҙән күркәм тәрбиәне күңеленә һеңдереү өсөн бындағы педагогтар көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Район хакимиәте башлығы Юрий Мурмиловтың даими хәстәрлеге арҡаһында белем усағы йылдан-йыл камиллаша. Уларҙа бигерәк тә Әлшәй, Миәкә, Бүздәк, Бишбүләк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы райондарынан ҡыҙ һәм малайҙар күпләп уҡый, хатта Ырымбур өлкәһенән килгәндәр бар. Дөйөм алғанда, гимназияла 400-ҙән ашыу уҡыусы иҫәпләнә, шуның яртыһынан күбеһенә интернаттан йәшәү урыны бирелгән.


һоҡландырҙы белем усағыБелем усағының ишеген асып ингәндә, балаларҙың ҡайҙалыр ашығыуына иғти­бар иттек. Баҡтиһәң, I класс уҡыу­сы­ла­рын гимназиялағы тантанаға әҙер­ләйҙ­әр икән. Беҙ ҙә улар артынан тамаша залына ыңғайланыҡ. Класс етәк­селәре Резеда Тимербаева менән Елена Ғәлиева һәр уҡыусыға ниндәйҙер кәңәш­ бирә, сәхнәлә үҙҙәрен ба­тырыраҡ тоторға өндәй. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙә­рендә әҙме-күпме ҡаушау ҙа һиҙелгәндәй тойола. Ни тиһәң дә, улар бит бөгөн тәүге тапҡыр педагогтар, ата-әсәләр һәм ҡунаҡ­тар алдында сығыш яһаясаҡ. Тигеҙ генә итеп бер рәткә теҙелгәндәр: кемдәрҙер шиғырын ҡабат­лай, бәғзеләр кейемен, сәсен рәтләй, ыҫпай кейенгән ма­лай һәм ҡыҙҙарҙың йөҙө ҡояштай балҡыуына ҡарап тороуы шул тиклем кинәнес. Беҙгә билдәле булыуынса, ба­лаларҙы төрлө яҡлап үҫтереү­ҙе, иңдә­ренә ҡанат ҡуйыуҙы күҙ уңында тотҡан сараларҙы бында даими үткәрә­ләр.
– Ошо кескәйҙәр 1 сентябрҙә уҡырға килгәндә ҡыйыуһыҙ ғына инеләр, хәҙер һәм­мәһе лә үтеп-сығып бара, дәрестә лә шартлатып яуап бирә, – тине Дилбәр Фәтхетдинова. – Киләсәктә улар ара­һы­нан ҙур шәхестәр сыҡмаҫ тип кем әйтә ала?! Эшмәкәр­легебеҙҙе шул йүнәлешкә көйләгәнбеҙ ҙә инде. Ватаныбыҙға ла­йыҡлы шәхес тәрбиәләү, ышаныслы алмаш әҙерләү – төп маҡсатыбыҙ.
Күңелле байрамдан сыҡҡайныҡ, эргә­лә генә гөр килешкән тауыш ишеттек. Спорт залында егеттәр баскетбол уйнай икән, унда ла һуғылырға ҡарар иттек. Физкультура уҡытыусыһы Борис Мозафаров – үҙе судья. Дилбәр Ғайса ҡыҙы спорт залының бәләкәй булыуына борсолоу белдерҙе. Элек физкультура дәресе аҙнаһына ике сәғәт уҡы­тылһа, әле ул та­ғы бер сәғәткә арт­ҡан. Бәләкәй кластағы­лар күп осраҡта урамда шөғөлләнергә мәжбүр. Киләсәктә бассейнлы спорт залы төҙөлһә, бигерәк тә һәйбәт буласаҡ, ти уҡытыусылар. Бынан тыш, гимназия яны участкаһы ла тар тойола баш­лаған. Райондың Туҙлыҡыуыш мәктәбе ҡулай­лаштырыу еленә эләккәс, ундағы ерҙәр бушап, етемһерәп ҡалған. Шул майҙанға күпләп йәшелсә, еләк-емеш сәсмәкселәр, бер үк ваҡытта уҡыусылар эшкә лә өйрәнер.
Ниндәй ҙә булһа белем биреү учреж­дениеһында туҡталһам, мотлаҡ китап­ханаға һәм музейға инеүҙе ғәҙәтемә һеңдергәнмен. Музейға китеп барышлай күптән түгел Әлшәй районына сәфәр ҡы­лып, Дим буйынан шул тиклем бай тәьҫораттар менән ҡайтыуҙары тура­һын­да иҫе китеп һөйләне директор. Район кимәлендә Ташлы ауылында турис­тик слет булған.
һоҡландырҙы белем усағы– Күрше генә ятҡас, беҙҙә иң күп уҡыу­сылар – Әлшәй районынан, – ти Дилбәр Ғайса ҡыҙы. – Слетҡа бик етди әҙер­лән­дек, айырыуса әлшәйҙәр ул көндө түҙем­һеҙләнеп көтөп алды. Үҫмерҙе төрлө яҡ­лап үҫтереүҙе, һәләттәрен асыу­ҙы маҡ­сат иткән сарала ҡатнашып ҡына ҡал­маныҡ, ә тиҫтәнән ашыу грамота ме­нән бүләкләндек һәм кубок алдыҡ. Район ха­ки­миәте башлығы Да­мир Мостафин, юҡ ваҡытын бар итеп, шәхсән үҙе слетҡа килде, бөтәһен дә ҡарап йөрөнө, кәңәш­тә­рен бирҙе. Хәйер, урын­дағы етәкселек мәғариф тармағына һәр саҡ ҙур иғтибар бүлә.
Бер нисә йыл элек гимназия профилле уҡытыу алымына күскән. X кластарҙа теүәл фәндәр һәм гуманитар йүнәлеш буйынса өҫтәмә махсус дә­рес­тәр үткәрелә. Был үҙен тулыһынса аҡлай, ти әңгәмә­сем. Сығарылыш класс уҡыусы­ларының барыһының да тиерлек юғары уҡыу йортона инеүе – шуға асыҡ миҫал. Ата-әсә­ләрҙең үтенесе буйынса XI класс бала­лары өсөн химия һәм биологиянан да өҫтәмә дәрестәр уҙғарыла башлаған.
...Тәнәфестең тамамланыуын белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Беҙ ҙә XI клас­тың ишеген шаҡып, дәрескә индек. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Борисова һәр балаға айырым иғтибар бүлеү яҡлы, ғөмүмән, дәрестә берәү ҙә ҡул ҡаушырып, сит шө­ғөл менән мәшғүл булып ултырырға тейеш түгел. Айгөл Шифа ҡыҙы “Һөйләм­дең баш киҫәктәре” тигән теманы интерактив таҡта ярҙамын­да аңлатыуға күсте. Уҡытыусы һөйләм­дәр менән бәйле һорау биргәйне, алғы парталағы бер ҡыҙ шунда уҡ ҡулын күтәр­ҙе. Ул – район хакимиәте башлығы стипендиаты Рәмилә Ғәбитова. Уҡыусыһын һәр яҡлап та маҡтап телгә алды мөғәллимә.
– Гуманитар йүнәлеш буйынса китергә уйлайым, хәҙер юғары белем ныҡ кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе күп уҡыйым, донъяны танып белеүгә өйрәткән әсбаптарҙы яратам, тыуған ауылым Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбендә китап менән дуҫ булырға өй­рәтте уҡытыусы апайҙарым, барыһы ла шунан килә, – ти Рәмилә.
Химия кабинетында уҡыу алдынғыһы Айһылыу Әхмәтшинаның уҡытыусыһы Зөлфиә Ғилманова ярҙамында тәжрибә үткәреүен күҙәттек. Зөлфиә Нурулла ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, бүлмәлә­ге бөтә зарарлы һауаны һурып тороусы махсус ҡорамал алғас, дәрес уҙғарыу күпкә еңелләшкән. Уңайлы шарттар тыу­ҙырғаны өсөн ул етәкселеккә сикһеҙ рәхмәтле. Әйткәндәй, Белорет районы­ның Инйәр ­ҡа­са­баһында йәшәгән гәзи­те­беҙҙең авторы Нурулла ағай Миһра­новтың ҡыҙын нәҡ Бәләбәй тарафтарында осратырбыҙ тип кем уйлаған! Матбуғат менән дуҫ Зөлфиә Ғилманова, форсаттан файҙаланып, гәзиткә ҡарата тәҡдимдәрен дә еткерҙе. Мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр, ҡулайлаш­тырыуҙың әсе эҙем­тәләре тураһында мәҡәләләрҙе күбе­рәк күргеһе килә уның.
Ниһайәт, музейға яҡынлаштыҡ. Бүтән­дәрҙәге һымаҡ ул кабинетта түгел, ә икенсе ҡаттың коридорында бер мөйөштө биләй. Тыштан ҡарағанда ла эстә нимә барлығы асыҡтан-асыҡ күренә – бик үҙенсәлекле итеп ҡоролған. Тарих уҡы­тыу­сыһы Гөлнара Ҡорбанова бөгөн дәресен ошонда үткәрә – уның һөйлә­гәндәрен беҙ ҙә тыңланыҡ.
Мәҙәниәт йылы уңайынан бихисап сара ойошторолған. Кисәләрҙең, тама­шалар­ҙың, концерттарҙың һәммәһе лә бала­ларҙы һәр йәһәттән мәҙәнилеккә өндәй.
Гимназияла 22 түңәрәк һәм спорт секцияһы эшләй: “Аманат” (тыуған яҡ тарихын өйрәнәләр), “Йәш хәбәрсе” (ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн), “Мозаика” (бейеүсе­ләрҙе йыйған), “Дарман” (ҡурайсылар), “Светофор” (юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса), “Ләйсән” (ҡул эштәре буйынса), шулай уҡ көрәш, саңғы, шахмат һәм башҡалар.
Белем биреү учреждениеһы йәш хә­бәр­селәрҙең тырышлығы менән “Ынйы­лар” тип аталған гәзит сығара.
Дилбәр Ғайса ҡыҙы Нәзирә Фәр­хет­динова, Гөлнара Хоҙайназарова, Зөл­фирә Шириязданова, Зөлфиә Шәрипова, Айгөл Лотфуллина, Ольга Алексеева, Нәсиха Сәхибгәрәева, Фәниә Зәйнуллина, Лилиә Имаева, Данил Халиҡов, Тәнзилә Мәүлиева, Клара Лысенкова, Динар Миназевтар менән уртаҡ тел табып эшләй, берҙәмлек һөҙөмтәһендә гимназия алға бара, үҫеш юлында.
Белем биреү учреждениеһының ғорурлығы – уның сығарылыш уҡыу­сы­лары. Бер нисәһен генә телгә алмаҡ­сыбыҙ. Мәҫәлән, Олеся менән Ришат Шайморатовтарҙың балаларының бөтәһе лә спорт ярата. Ошо уҡыу йортонда сынығыу алған Артур – велосипедта уҙышыу буйынса Рәсәй чемпионы, Тимур менән Игорь ҙа ағаларынан ҡалышмай. Анна, Оскар, Маргарита һәм Василиса шулай уҡ ҙур уңыштары менән һөйөндөрә. Злата менән Архат та беҙ­ҙең янда уҡыясаҡ, ти улар.
Паралимпия чемпионы Азат Ҡарасурин хаҡында бер кәлимә һүҙ. Уның класс етәксеһе Римма Ноғоманованың: “Азатҡа спорт тәңгәлендә уңыштар яулау өсөн бик күп һынау үтергә тура килде. Тренер сос, ҡыйыу һәм тәүәккәл бер нисә малайҙы үҙ тәрбиәһенә алғайны. Азат яҡшы уҡыуы менән гимназия данын күтәрһә, спорттағы ҡаҙаныштары менән Бәләбәйҙе бар тарафҡа танытты. Донъя һәм ил кимәлендәге бихисап уйында ҡатнаш­ты, күнекмәләргә даими йөрөнө, шулай булыуға ҡарамаҫтан, программанан да артта ҡалманы. Һәр саҡ иптәштәренә ярҙамға ашыҡты. “Мин бөтәһен дә булдырам!” – тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлай торғайны”, – тип һөйләгәндәре иҫтә ҡалған.
Кабинетында саҡта Дилбәр Фәтхет­динованың ҡулына бер ҡумта менән папка тотторҙолар. Етәксенең шул ике арала күҙҙәренә осҡон һәм нурҙар ҡуны­уына ҡарағанда, ниндәйҙер һөйөнөслө хәбәрҙе еткерҙеләр шикелле. Ысынлап та шулай ине: гимназияны тамамлаған Морад Хоҙайназаров исеменә (әле ул – Өфө дәүләт авиация техник универси­тетының III курс студенты) миҙал һәм маҡтау ҡағыҙы килгән икән. Рәсәйҙең спорт мастеры Морад Фаил улы бынан бер нисә йыл элек, грек-рим көрәше буйынса ил кимәлендәге бәйгелә ҡатнашып, еңеү яулағайны. Геройҙы наградаһы һуңлап булһа ла табыуына беҙ ҙә ҡыуандыҡ.
Ҡыуандыҡ тигәндән, Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатының уҡытыусылар коллективы “Башҡортостан” гәзитенә тағы ла дәррәү яҙылды. Киләсәктә лә беҙҙең менән ҡалғандары өсөн уларға ҙур рәхмәт.
– Президент Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһе – беҙҙең өсөн өҫтәл ҡулланмаһы. Йүнәлеш биреү йәһәтенән документ шул тиклем отошло. “Баш­ҡортос­тан” гәзитен дә республикабыҙ һулышын тойҙорған, беҙҙе мәғлүмәт, хаҡ фекерҙәр, ижади байлыҡ менән тәьмин иткән рухи таянысыбыҙ тип һанайбыҙ, – тип тамамланы һүҙен директор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 136

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 486

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 225

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 930

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 697

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 274

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 595

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 453

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 530

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 354

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 537