Бәләбәй – республикабыҙҙа дүрт гимназиялы берҙән-бер ҡала. Сыуаш, татар һәм 1-cе (халыҡ телендә – урыҫ) гимназиялары араһында башҡорт уҡыу йорто айырым баҫҡысты биләй. Белем биреү сифаты, өлгәш яҡшы кимәлдә, сығарылыш уҡыусыларының күбеһе юғары уҡыу йортона инә. Район хакимиәтенең мәғариф идаралығы биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа бында үҫмерҙәр араһында тәртип боҙоусылар теркәлмәгән.
Белем усағы – Башҡортостандың көнбайыш төбәге өсөн ысын мәғәнәһендә рухи мәккәләй. Ошо тарафтарға юлланған милләттәштәребеҙ бында һуғылмай ҡайтмай тиерлек. Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты директоры, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Дилбәр Фәтхетдинова билдәләүенсә, һәр балаға төплө белем биреү, бәләкәйҙән күркәм тәрбиәне күңеленә һеңдереү өсөн бындағы педагогтар көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Район хакимиәте башлығы Юрий Мурмиловтың даими хәстәрлеге арҡаһында белем усағы йылдан-йыл камиллаша. Уларҙа бигерәк тә Әлшәй, Миәкә, Бүздәк, Бишбүләк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы райондарынан ҡыҙ һәм малайҙар күпләп уҡый, хатта Ырымбур өлкәһенән килгәндәр бар. Дөйөм алғанда, гимназияла 400-ҙән ашыу уҡыусы иҫәпләнә, шуның яртыһынан күбеһенә интернаттан йәшәү урыны бирелгән.Белем усағының ишеген асып ингәндә, балаларҙың ҡайҙалыр ашығыуына иғтибар иттек. Баҡтиһәң, I класс уҡыусыларын гимназиялағы тантанаға әҙерләйҙәр икән. Беҙ ҙә улар артынан тамаша залына ыңғайланыҡ. Класс етәкселәре Резеда Тимербаева менән Елена Ғәлиева һәр уҡыусыға ниндәйҙер кәңәш бирә, сәхнәлә үҙҙәрен батырыраҡ тоторға өндәй. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәрендә әҙме-күпме ҡаушау ҙа һиҙелгәндәй тойола. Ни тиһәң дә, улар бит бөгөн тәүге тапҡыр педагогтар, ата-әсәләр һәм ҡунаҡтар алдында сығыш яһаясаҡ. Тигеҙ генә итеп бер рәткә теҙелгәндәр: кемдәрҙер шиғырын ҡабатлай, бәғзеләр кейемен, сәсен рәтләй, ыҫпай кейенгән малай һәм ҡыҙҙарҙың йөҙө ҡояштай балҡыуына ҡарап тороуы шул тиклем кинәнес. Беҙгә билдәле булыуынса, балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүҙе, иңдәренә ҡанат ҡуйыуҙы күҙ уңында тотҡан сараларҙы бында даими үткәрәләр.
– Ошо кескәйҙәр 1 сентябрҙә уҡырға килгәндә ҡыйыуһыҙ ғына инеләр, хәҙер һәммәһе лә үтеп-сығып бара, дәрестә лә шартлатып яуап бирә, – тине Дилбәр Фәтхетдинова. – Киләсәктә улар араһынан ҙур шәхестәр сыҡмаҫ тип кем әйтә ала?! Эшмәкәрлегебеҙҙе шул йүнәлешкә көйләгәнбеҙ ҙә инде. Ватаныбыҙға лайыҡлы шәхес тәрбиәләү, ышаныслы алмаш әҙерләү – төп маҡсатыбыҙ.
Күңелле байрамдан сыҡҡайныҡ, эргәлә генә гөр килешкән тауыш ишеттек. Спорт залында егеттәр баскетбол уйнай икән, унда ла һуғылырға ҡарар иттек. Физкультура уҡытыусыһы Борис Мозафаров – үҙе судья. Дилбәр Ғайса ҡыҙы спорт залының бәләкәй булыуына борсолоу белдерҙе. Элек физкультура дәресе аҙнаһына ике сәғәт уҡытылһа, әле ул тағы бер сәғәткә артҡан. Бәләкәй кластағылар күп осраҡта урамда шөғөлләнергә мәжбүр. Киләсәктә бассейнлы спорт залы төҙөлһә, бигерәк тә һәйбәт буласаҡ, ти уҡытыусылар. Бынан тыш, гимназия яны участкаһы ла тар тойола башлаған. Райондың Туҙлыҡыуыш мәктәбе ҡулайлаштырыу еленә эләккәс, ундағы ерҙәр бушап, етемһерәп ҡалған. Шул майҙанға күпләп йәшелсә, еләк-емеш сәсмәкселәр, бер үк ваҡытта уҡыусылар эшкә лә өйрәнер.
Ниндәй ҙә булһа белем биреү учреждениеһында туҡталһам, мотлаҡ китапханаға һәм музейға инеүҙе ғәҙәтемә һеңдергәнмен. Музейға китеп барышлай күптән түгел Әлшәй районына сәфәр ҡылып, Дим буйынан шул тиклем бай тәьҫораттар менән ҡайтыуҙары тураһында иҫе китеп һөйләне директор. Район кимәлендә Ташлы ауылында туристик слет булған.
– Күрше генә ятҡас, беҙҙә иң күп уҡыусылар – Әлшәй районынан, – ти Дилбәр Ғайса ҡыҙы. – Слетҡа бик етди әҙерләндек, айырыуса әлшәйҙәр ул көндө түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Үҫмерҙе төрлө яҡлап үҫтереүҙе, һәләттәрен асыуҙы маҡсат иткән сарала ҡатнашып ҡына ҡалманыҡ, ә тиҫтәнән ашыу грамота менән бүләкләндек һәм кубок алдыҡ. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, юҡ ваҡытын бар итеп, шәхсән үҙе слетҡа килде, бөтәһен дә ҡарап йөрөнө, кәңәштәрен бирҙе. Хәйер, урындағы етәкселек мәғариф тармағына һәр саҡ ҙур иғтибар бүлә.
Бер нисә йыл элек гимназия профилле уҡытыу алымына күскән. X кластарҙа теүәл фәндәр һәм гуманитар йүнәлеш буйынса өҫтәмә махсус дәрестәр үткәрелә. Был үҙен тулыһынса аҡлай, ти әңгәмәсем. Сығарылыш класс уҡыусыларының барыһының да тиерлек юғары уҡыу йортона инеүе – шуға асыҡ миҫал. Ата-әсәләрҙең үтенесе буйынса XI класс балалары өсөн химия һәм биологиянан да өҫтәмә дәрестәр уҙғарыла башлаған.
...Тәнәфестең тамамланыуын белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Беҙ ҙә XI кластың ишеген шаҡып, дәрескә индек. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Борисова һәр балаға айырым иғтибар бүлеү яҡлы, ғөмүмән, дәрестә берәү ҙә ҡул ҡаушырып, сит шөғөл менән мәшғүл булып ултырырға тейеш түгел. Айгөл Шифа ҡыҙы “Һөйләмдең баш киҫәктәре” тигән теманы интерактив таҡта ярҙамында аңлатыуға күсте. Уҡытыусы һөйләмдәр менән бәйле һорау биргәйне, алғы парталағы бер ҡыҙ шунда уҡ ҡулын күтәрҙе. Ул – район хакимиәте башлығы стипендиаты Рәмилә Ғәбитова. Уҡыусыһын һәр яҡлап та маҡтап телгә алды мөғәллимә.
– Гуманитар йүнәлеш буйынса китергә уйлайым, хәҙер юғары белем ныҡ кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе күп уҡыйым, донъяны танып белеүгә өйрәткән әсбаптарҙы яратам, тыуған ауылым Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбендә китап менән дуҫ булырға өйрәтте уҡытыусы апайҙарым, барыһы ла шунан килә, – ти Рәмилә.
Химия кабинетында уҡыу алдынғыһы Айһылыу Әхмәтшинаның уҡытыусыһы Зөлфиә Ғилманова ярҙамында тәжрибә үткәреүен күҙәттек. Зөлфиә Нурулла ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, бүлмәләге бөтә зарарлы һауаны һурып тороусы махсус ҡорамал алғас, дәрес уҙғарыу күпкә еңелләшкән. Уңайлы шарттар тыуҙырғаны өсөн ул етәкселеккә сикһеҙ рәхмәтле. Әйткәндәй, Белорет районының Инйәр ҡасабаһында йәшәгән гәзитебеҙҙең авторы Нурулла ағай Миһрановтың ҡыҙын нәҡ Бәләбәй тарафтарында осратырбыҙ тип кем уйлаған! Матбуғат менән дуҫ Зөлфиә Ғилманова, форсаттан файҙаланып, гәзиткә ҡарата тәҡдимдәрен дә еткерҙе. Мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр, ҡулайлаштырыуҙың әсе эҙемтәләре тураһында мәҡәләләрҙе күберәк күргеһе килә уның.
Ниһайәт, музейға яҡынлаштыҡ. Бүтәндәрҙәге һымаҡ ул кабинетта түгел, ә икенсе ҡаттың коридорында бер мөйөштө биләй. Тыштан ҡарағанда ла эстә нимә барлығы асыҡтан-асыҡ күренә – бик үҙенсәлекле итеп ҡоролған. Тарих уҡытыусыһы Гөлнара Ҡорбанова бөгөн дәресен ошонда үткәрә – уның һөйләгәндәрен беҙ ҙә тыңланыҡ.
Мәҙәниәт йылы уңайынан бихисап сара ойошторолған. Кисәләрҙең, тамашаларҙың, концерттарҙың һәммәһе лә балаларҙы һәр йәһәттән мәҙәнилеккә өндәй.
Гимназияла 22 түңәрәк һәм спорт секцияһы эшләй: “Аманат” (тыуған яҡ тарихын өйрәнәләр), “Йәш хәбәрсе” (ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн), “Мозаика” (бейеүселәрҙе йыйған), “Дарман” (ҡурайсылар), “Светофор” (юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса), “Ләйсән” (ҡул эштәре буйынса), шулай уҡ көрәш, саңғы, шахмат һәм башҡалар.
Белем биреү учреждениеһы йәш хәбәрселәрҙең тырышлығы менән “Ынйылар” тип аталған гәзит сығара.
Дилбәр Ғайса ҡыҙы Нәзирә Фәрхетдинова, Гөлнара Хоҙайназарова, Зөлфирә Шириязданова, Зөлфиә Шәрипова, Айгөл Лотфуллина, Ольга Алексеева, Нәсиха Сәхибгәрәева, Фәниә Зәйнуллина, Лилиә Имаева, Данил Халиҡов, Тәнзилә Мәүлиева, Клара Лысенкова, Динар Миназевтар менән уртаҡ тел табып эшләй, берҙәмлек һөҙөмтәһендә гимназия алға бара, үҫеш юлында.
Белем биреү учреждениеһының ғорурлығы – уның сығарылыш уҡыусылары. Бер нисәһен генә телгә алмаҡсыбыҙ. Мәҫәлән, Олеся менән Ришат Шайморатовтарҙың балаларының бөтәһе лә спорт ярата. Ошо уҡыу йортонда сынығыу алған Артур – велосипедта уҙышыу буйынса Рәсәй чемпионы, Тимур менән Игорь ҙа ағаларынан ҡалышмай. Анна, Оскар, Маргарита һәм Василиса шулай уҡ ҙур уңыштары менән һөйөндөрә. Злата менән Архат та беҙҙең янда уҡыясаҡ, ти улар.
Паралимпия чемпионы Азат Ҡарасурин хаҡында бер кәлимә һүҙ. Уның класс етәксеһе Римма Ноғоманованың: “Азатҡа спорт тәңгәлендә уңыштар яулау өсөн бик күп һынау үтергә тура килде. Тренер сос, ҡыйыу һәм тәүәккәл бер нисә малайҙы үҙ тәрбиәһенә алғайны. Азат яҡшы уҡыуы менән гимназия данын күтәрһә, спорттағы ҡаҙаныштары менән Бәләбәйҙе бар тарафҡа танытты. Донъя һәм ил кимәлендәге бихисап уйында ҡатнашты, күнекмәләргә даими йөрөнө, шулай булыуға ҡарамаҫтан, программанан да артта ҡалманы. Һәр саҡ иптәштәренә ярҙамға ашыҡты. “Мин бөтәһен дә булдырам!” – тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлай торғайны”, – тип һөйләгәндәре иҫтә ҡалған.
Кабинетында саҡта Дилбәр Фәтхетдинованың ҡулына бер ҡумта менән папка тотторҙолар. Етәксенең шул ике арала күҙҙәренә осҡон һәм нурҙар ҡуныуына ҡарағанда, ниндәйҙер һөйөнөслө хәбәрҙе еткерҙеләр шикелле. Ысынлап та шулай ине: гимназияны тамамлаған Морад Хоҙайназаров исеменә (әле ул – Өфө дәүләт авиация техник университетының III курс студенты) миҙал һәм маҡтау ҡағыҙы килгән икән. Рәсәйҙең спорт мастеры Морад Фаил улы бынан бер нисә йыл элек, грек-рим көрәше буйынса ил кимәлендәге бәйгелә ҡатнашып, еңеү яулағайны. Геройҙы наградаһы һуңлап булһа ла табыуына беҙ ҙә ҡыуандыҡ.
Ҡыуандыҡ тигәндән, Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатының уҡытыусылар коллективы “Башҡортостан” гәзитенә тағы ла дәррәү яҙылды. Киләсәктә лә беҙҙең менән ҡалғандары өсөн уларға ҙур рәхмәт.
– Президент Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһе – беҙҙең өсөн өҫтәл ҡулланмаһы. Йүнәлеш биреү йәһәтенән документ шул тиклем отошло. “Башҡортостан” гәзитен дә республикабыҙ һулышын тойҙорған, беҙҙе мәғлүмәт, хаҡ фекерҙәр, ижади байлыҡ менән тәьмин иткән рухи таянысыбыҙ тип һанайбыҙ, – тип тамамланы һүҙен директор.