Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бөрө уҡытыусылары һынатмай
Бөрө уҡытыусылары һынатмай Уҡытыусылар тарафына йыш ҡына “гәзит-журнал алдырып уҡымайҙар” тигән тәнҡит һүҙҙәре юллана. Бигерәк тә туған телгә һөйөү тәрбиәләргә, милли мәҙәниәткә һәм сәнғәткә ихтирам тыуҙырырға тейешле тел уҡытыусыларына ҡарата ишеттерелә ул. Бөрө ҡалаһы һәм районының башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәренә бындай ҡараш булырға тейеш түгел тип иҫәпләп, “Башҡортостан” гәзитенә дәррәү яҙылды.

Бөрө мәктәптәрендә, нигеҙҙә, төрлө милләт балалары бергә бе­лем ала. Район мәғариф идаралы­ғы­ның туған телдәр буйынса ме­то­ди­сы Линара Хисмәтуллина әйтеүенсә, әле был төбәк уҡыусы­ларының биш меңдән ашыуы — район үҙәгендә, 1700 самаһы ауыл мәктәптәрендә уҡый.
– Туған һәм дәүләт телдәренә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу өсөн төрлө саралар үткәрәбеҙ. Бала теге йәки был телде ни өсөн өйрәнеү кәрәк­леген аңлап та етмәй әле. Бары­һының да ҙур теләк менән өй­рә­не­үенә өлгәшеп булмаһа ла, араларында был мәсьәләгә етди ҡараусылар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, башҡорт теле буйынса республика сара­ларында, олимпиадаларҙа ҡат­нашалар, “Урал батыр” эпосын ят­тан һөйләүселәр бәйгеһендә, “Һаумы, әкиәт?”, “Башҡортостан ын­йы­лары” конкурстарында ла Бөрө районы уҡыусыларын йыш күрергә мөмкин. Мостай Кәрим, Жәлил Кейекбаев уҡыуҙарында ла, инша яҙыу буйынса бәйгеләрҙә лә һынат­маусыларыбыҙ бар, — ти Линара Әхнәф ҡыҙы.
— Хәҙер балаларҙы теге йәки был телде белеү киләсәктә кәрәк йәки мотлаҡ тип кенә ҡыҙыҡһынды­рып булмай. Шуға күрә халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре аша һабаҡ бирергә тырышабыҙ. Мәктәп­тә һабантуйҙар, шәжәрә байрамдары, төрлө темаға кон­фе­рен­ция­лар уҙғарып та башҡорт телен тәрә­нерәк өйрәнеүгә ылыҡтырабыҙ, — ти Бөрө ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡытыусы­һы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район берекмәһе етәксеһе Әлфинә Сәйетгәрәева.
Уҡытыусыларҙың “тырышабыҙ, дәүләт теле булараҡ өйрәнелгән башҡорт теленә төрлө саралар ярҙа­мында ихтирам тыуҙырырға ынтыла­быҙ” тиеүҙәре лә ышандыра, әлбиттә. Балалар менән күңел һалып эшләй­ҙәр. Быға баш­ҡорт теле уҡытыусы­лары араһынан Азалия Бәх­тегә­рәеваның Башҡортостан Рес­публи­ка­һының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүе, Миңзифа Хатмуллина менән Әлфинә Сәйетгә­рә­ева­ның Баш­ҡорт­остандың мәғариф отличнигы исемен йөрөтөүе асыҡ дәлил. Ә Фирүзә Солтанова ике йыл рәттән “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһен­дә ҡатна­шып, “Өмөтлө киләсәк” номинация­һында еңеүсе булған.
Әлбиттә, ҡатнаш халыҡ йәшәгән төбәктә башҡорт теле уҡытыусы­лары осрашҡан проблемалар аҙ түгел. Мәҫәлән, уҡыу әсбаптары иҫкергән, сәғәттәр һаны етмәгәс, ауылдарға йөрөп уҡытырға мәж­үр­ҙәр. Ата-әсәнең балаһының туған телен белеүенә ҡарата бита­рафлығы йәки өйҙә әсә телендә аралашмауҙары ҡама­саулай. Мә­ғариф өлкәһендәге ҡулайлаштырыу эҙемтәләре менән дә иң элек туған тел уҡытыусылары осраша. Бына шундай шарттарҙа туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыла­ры бала күңеленә асҡыс табып, үҙе белем биргән фәнгә ҡыҙыҡһыныу уята.




Автор: Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА. Район: Бөрө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 28.11.2014, 19:18
    "Башҡортостан"дың хәбәрсеһе Минизилә һылыу дөрөҫ яҙған. Бигерәк үҙенсәлекле шул Бөрө ҡалаһы ла, районы ла... Ләкин беҙҙең тырыш һәм талантлы уҡытыусыларыбыҙ башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы ошо ҡатмарлы шарттарҙа ла ихлас һәм һөҙөмтәле алып баралар. Мин, Бөрө муниципаль районындағы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ быны яҡшы беләм. Комитеттың ултырышында Линара Хисмәтуллина һәр ваҡыт отчёттар менән сығыш яһай, комитет рәйесенең урынбаҫары Рәйес Ғирфан улы Дауытов етәкләгән махсус комиссия һәр ваҡыт мәкәтптәрҙә, бала баҡсаларында милли телдәрҙе өйрәнеү процессын тикшереп тора. Әлбиттә, ҡыйынлыҡтар күп, ләкин тырышыр кәрәк!

Комментарий өҫтәргә