Бөрө уҡытыусылары һынатмай28.11.2014
Бөрө уҡытыусылары һынатмай Уҡытыусылар тарафына йыш ҡына “гәзит-журнал алдырып уҡымайҙар” тигән тәнҡит һүҙҙәре юллана. Бигерәк тә туған телгә һөйөү тәрбиәләргә, милли мәҙәниәткә һәм сәнғәткә ихтирам тыуҙырырға тейешле тел уҡытыусыларына ҡарата ишеттерелә ул. Бөрө ҡалаһы һәм районының башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәренә бындай ҡараш булырға тейеш түгел тип иҫәпләп, “Башҡортостан” гәзитенә дәррәү яҙылды.

Бөрө мәктәптәрендә, нигеҙҙә, төрлө милләт балалары бергә бе­лем ала. Район мәғариф идаралы­ғы­ның туған телдәр буйынса ме­то­ди­сы Линара Хисмәтуллина әйтеүенсә, әле был төбәк уҡыусы­ларының биш меңдән ашыуы — район үҙәгендә, 1700 самаһы ауыл мәктәптәрендә уҡый.
– Туған һәм дәүләт телдәренә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу өсөн төрлө саралар үткәрәбеҙ. Бала теге йәки был телде ни өсөн өйрәнеү кәрәк­леген аңлап та етмәй әле. Бары­һының да ҙур теләк менән өй­рә­не­үенә өлгәшеп булмаһа ла, араларында был мәсьәләгә етди ҡараусылар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, башҡорт теле буйынса республика сара­ларында, олимпиадаларҙа ҡат­нашалар, “Урал батыр” эпосын ят­тан һөйләүселәр бәйгеһендә, “Һаумы, әкиәт?”, “Башҡортостан ын­йы­лары” конкурстарында ла Бөрө районы уҡыусыларын йыш күрергә мөмкин. Мостай Кәрим, Жәлил Кейекбаев уҡыуҙарында ла, инша яҙыу буйынса бәйгеләрҙә лә һынат­маусыларыбыҙ бар, — ти Линара Әхнәф ҡыҙы.
— Хәҙер балаларҙы теге йәки был телде белеү киләсәктә кәрәк йәки мотлаҡ тип кенә ҡыҙыҡһынды­рып булмай. Шуға күрә халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре аша һабаҡ бирергә тырышабыҙ. Мәктәп­тә һабантуйҙар, шәжәрә байрамдары, төрлө темаға кон­фе­рен­ция­лар уҙғарып та башҡорт телен тәрә­нерәк өйрәнеүгә ылыҡтырабыҙ, — ти Бөрө ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡытыусы­һы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район берекмәһе етәксеһе Әлфинә Сәйетгәрәева.
Уҡытыусыларҙың “тырышабыҙ, дәүләт теле булараҡ өйрәнелгән башҡорт теленә төрлө саралар ярҙа­мында ихтирам тыуҙырырға ынтыла­быҙ” тиеүҙәре лә ышандыра, әлбиттә. Балалар менән күңел һалып эшләй­ҙәр. Быға баш­ҡорт теле уҡытыусы­лары араһынан Азалия Бәх­тегә­рәеваның Башҡортостан Рес­публи­ка­һының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүе, Миңзифа Хатмуллина менән Әлфинә Сәйетгә­рә­ева­ның Баш­ҡорт­остандың мәғариф отличнигы исемен йөрөтөүе асыҡ дәлил. Ә Фирүзә Солтанова ике йыл рәттән “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһен­дә ҡатна­шып, “Өмөтлө киләсәк” номинация­һында еңеүсе булған.
Әлбиттә, ҡатнаш халыҡ йәшәгән төбәктә башҡорт теле уҡытыусы­лары осрашҡан проблемалар аҙ түгел. Мәҫәлән, уҡыу әсбаптары иҫкергән, сәғәттәр һаны етмәгәс, ауылдарға йөрөп уҡытырға мәж­үр­ҙәр. Ата-әсәнең балаһының туған телен белеүенә ҡарата бита­рафлығы йәки өйҙә әсә телендә аралашмауҙары ҡама­саулай. Мә­ғариф өлкәһендәге ҡулайлаштырыу эҙемтәләре менән дә иң элек туған тел уҡытыусылары осраша. Бына шундай шарттарҙа туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыла­ры бала күңеленә асҡыс табып, үҙе белем биргән фәнгә ҡыҙыҡһыныу уята.





Вернуться назад