Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Абруйы күтәрелһен, даирәһе киңәйһен
Абруйы күтәрелһен, даирәһе киңәйһен Иң элек гәзитебеҙҙең абруйын күтәреү, уның даирәһен киңәйтеү зарур. Ошо көндәрҙә донъя күргән бер баҫмала элекке мәғариф министры Сәбилә Сөләймәнова бик хаҡ фекер әйткән: “Зыялыларыбыҙ күп, шөкөр, ләкин уларҙың күпселеге — йә яҙыусы, йә артист, йә гуманитар өлкә буйынса ғалим. Ә ҡайҙа беҙҙең техник өлкә, ауыл хужалығы белгестәре, химиктар, математиктар, физиктар, нефтселәр, экологтар — бармы улар?”

Бынан теүәл ун һигеҙ йыл элек “Башҡортостан” гәзитенә (19 ноябрь, 1996 йыл) биргән бер интервьюмдан өҙөк килтерәм:
“Минең фекеремсә, “Башҡортостан” – баш­ҡорт иленең иң бөйөк, мөһабәт баҫмаһы. Азат илемдең төрлө тарафтары йә бейек тауҙарҙан, йә шаулап торған урмандарҙан, йә тыныс күл­дәрҙән ғибәрәт икән, уның миҙгелдәре тик ҡояшлы йәйҙән тормай икән, ғорур халҡымдың да гәзит биттәрендә урын алған күренекле шәхестәре, байрамдары яҙыусы­лар­­ҙан һәм уларҙың юбилей­ҙары­нан ғына тор­май­ҙыр бит. Ҡайҙа һуң беҙҙең ҙур етәкселәр, бигерәк тә сәнәғәт өлкәһендә, техник интеллигенция вәкилдәре, дәүләт эшмә­кәрҙәре, төрлө хужалыҡ тармаҡтарындағы, элек­кесә әйткәндә, “маяҡ­тар” – быларҙы эҙләп таба алмаҫһың”. Әлбиттә, был юҫыҡта байтаҡ ҡына алға китеш һиҙелә, әммә етерлек түгел. Шулай итеп, Сәбилә ханым олуғ гуманитар булһа ла, уның да теңкәһенә тейгән был хәлдәр.
Икенсенән, әлбиттә, ниндәй генә үрҙәргә үрлә­мәһен, гәзитебеҙгә был сик түгел, ул яңынан-яңы бейеклектәрҙе маҡсат итеп ҡуйырға ынтыла. Академик Зиннур Нурғәлин, халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игеба­ев һәм халыҡ артисы Зифа Баязитова бик урын­лы, ҡыйыу башланғыс менән сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең дә ҡайһы бер туғандарым гәзитте алдырмай. Был бурысты хәл итеүҙе үҙ өҫтөмә алам.

Эрнст ЮЛБАРИСОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй Тау фәндәре академияһы академигы,
техник фәндәр докторы, геология-минералогия фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 2

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 4

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 5

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды

Комментарий өҫтәргә