Иң элек гәзитебеҙҙең абруйын күтәреү, уның даирәһен киңәйтеү зарур. Ошо көндәрҙә донъя күргән бер баҫмала элекке мәғариф министры Сәбилә Сөләймәнова бик хаҡ фекер әйткән: “Зыялыларыбыҙ күп, шөкөр, ләкин уларҙың күпселеге — йә яҙыусы, йә артист, йә гуманитар өлкә буйынса ғалим. Ә ҡайҙа беҙҙең техник өлкә, ауыл хужалығы белгестәре, химиктар, математиктар, физиктар, нефтселәр, экологтар — бармы улар?” Бынан теүәл ун һигеҙ йыл элек “Башҡортостан” гәзитенә (19 ноябрь, 1996 йыл) биргән бер интервьюмдан өҙөк килтерәм:
“Минең фекеремсә, “Башҡортостан” – башҡорт иленең иң бөйөк, мөһабәт баҫмаһы. Азат илемдең төрлө тарафтары йә бейек тауҙарҙан, йә шаулап торған урмандарҙан, йә тыныс күлдәрҙән ғибәрәт икән, уның миҙгелдәре тик ҡояшлы йәйҙән тормай икән, ғорур халҡымдың да гәзит биттәрендә урын алған күренекле шәхестәре, байрамдары яҙыусыларҙан һәм уларҙың юбилейҙарынан ғына тормайҙыр бит. Ҡайҙа һуң беҙҙең ҙур етәкселәр, бигерәк тә сәнәғәт өлкәһендә, техник интеллигенция вәкилдәре, дәүләт эшмәкәрҙәре, төрлө хужалыҡ тармаҡтарындағы, элеккесә әйткәндә, “маяҡтар” – быларҙы эҙләп таба алмаҫһың”. Әлбиттә, был юҫыҡта байтаҡ ҡына алға китеш һиҙелә, әммә етерлек түгел. Шулай итеп, Сәбилә ханым олуғ гуманитар булһа ла, уның да теңкәһенә тейгән был хәлдәр.
Икенсенән, әлбиттә, ниндәй генә үрҙәргә үрләмәһен, гәзитебеҙгә был сик түгел, ул яңынан-яңы бейеклектәрҙе маҡсат итеп ҡуйырға ынтыла. Академик Зиннур Нурғәлин, халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев һәм халыҡ артисы Зифа Баязитова бик урынлы, ҡыйыу башланғыс менән сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең дә ҡайһы бер туғандарым гәзитте алдырмай. Был бурысты хәл итеүҙе үҙ өҫтөмә алам.
Эрнст ЮЛБАРИСОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй Тау фәндәре академияһы академигы,
техник фәндәр докторы, геология-минералогия фәндәре кандидаты.