Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Талантлылар төйәге таянысһыҙ ҡалмаҫ
Талантлылар төйәге таянысһыҙ ҡалмаҫ
Дәүләтҡол ауылы райондың көньяҡ-көнбайышында, Һуҡайлы йылғаһы буйында, урынлашҡан. Ул Юрматы өйәҙе йөҙбашы Дәүләтҡол Итемәсовтың исемен йөрөтә. Ауыл арҙаҡлы шәхестәргә бай. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышында 1-се башҡорт полкы яугире Ишбулды Йыһангиров, Парижға саҡлы барып етеп, ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән.


Дәүләтҡолдар һәр саҡ ерҙе, тәбиғәт байлыҡтарын хужаларса файҙалана белгән. Совет власы осоронда ла улар һынатманы, коллективлаштырыуҙың бөтә ҡатмарлыҡтарын бергә күтәреп, әллә нисә тапҡыр исемен үҙгәрткән (“7 ноябрь”, “Большевик”, “Ҡыҙыл партизан”) колхозда тырышып эшләнеләр. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, ауыл — “Һуҡайлы”, 1965 йылда “Аш­ҡаҙар” совхозына индерелде. Районда иң күп иген етештергән хужалыҡта дәү­ләтҡолдар, тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, беренселәр рәтендә булды. Малсылыҡта ла ҙур уңыш ҡаҙанды улар. Араларынан Зөһрә Сәхиева “Почет Билдәһе” ордены һәм бер нисә миҙал менән бүләкләнде. Вәлийән Юлмөхә­мәтов, Ғәҙелбай Байрамғолов, Флүрә Йәмилева, Венера Һөйәрғолова, Зифа Ҡөҫәпҡоловаларҙың да барлыҡ хеҙмәт юлы малсылыҡ менән бәйле.
Дәүләтҡол ауылының иң ҙур байлығы — һәр саҡ белемгә ынтылған, рухлы, ифрат тырыш, эшһөйәр халҡы. Талантлылар тап ошондай мөхит­тә тыуа. Ғайса Йосопов, Зәйни Рафиҡов, Булат Рафиҡов һәм башҡалар — быға асыҡ миҫал. Ғай­са Йосоповтың ике ши­ғыр йыйынтығы донъя күргән, ул публицистик мәҡәләләр менән дә сы­ғыш яһаған, ҙур әҙәби әҫәрҙәр ижад итергә хыялланған. Яҙыусы Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа алынған, 1941 йылдың авгусында һәләк булған.
Зәйни Рафиҡов иһә япондарҙың Квантун армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнашҡан. Унан Хәрби-сәйәси академияны тамам­лаған. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен, хәрби журналист-яҙыусы булараҡ ҡәләмен ташламаған. Байтаҡ шиғри йыйынтыҡ, очерктар, хәтирә китаптары авторы ул. Зәйни Фәсхетдин улы полковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡты. Ул, “Земля Мелеузовская” тигән китап­тың баш мөхәррире булараҡ, был район өсөн әһәмиәтле һәм йөкмәткеле баҫ­маны әҙерләп сығарыуға күп көс һалды. Тағы ла бер хәрби Разин Рафиҡов та полковник дәрәжәһенә күтәрелде. Булат Рафиҡов иһә — күренекле әҙип, ҙур романдар авторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең “Халыҡтар дуҫлы­ғы” ордены кавалеры. Юрматы ырыуы аҡһаҡалы халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен, туған телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеүгә, үҫтереүгә, республика­быҙ­ҙың дәүләтселеген нығытыуға күп көс һалды.
Талантлылар төйәге таянысһыҙ ҡалмаҫӘле ауылда 55 йортта 150-гә яҡын кеше йәшәй. Дәү­ләт­ҡолдар йорт-ҡура­һын төҙөк, матурлап тоторға тырыша. Заманса биҙәлгән яңы­ла­ры ла ҡалҡа. Быйыл халыҡ “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡат­нашырға ҡарар итте. Шуны ла әйтергә кәрәк: Дәү­ләтҡол — 1880 йыл аҙаҡ­тарында Тамбов, Һамар, Пенза, Тула губерналарынан күсеп килгән кеше­ләр йәшәгән Нордовка, Да­ни­ловка, Корнеевка, Дмитриевка кеүек тиҫтәгә яҡын ауылдың уртаһында ҡал­ған берҙән-бер башҡорт төйәге. Был тирәлә урын­лашҡан Ҡа­райсы, Йон­доҙ исемлеләре үткән быуатта тарҡалып юҡҡа сыҡҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Дәүләтҡолда бөгөн клубтан башҡа бер ниндәй ҙә социаль объект юҡ. Ауылға автобус та йөрөмәй. Йыл һайын тиерлек Һуҡайлы йылғаһы ташып, күперҙе лә, юлды ла һыу баҫа, һөҙөмтәлә ауыл халҡы аҙна-ун көнгә ҡамауҙа ҡала. Йәйәүлеләр өсөн эшләнгән аҫылмалы баҫма ла биш йылдан ашыу емерек хәлдә.
Талантлылар төйәге таянысһыҙ ҡалмаҫДәүләтҡолдар өсөн иң ҙур юғалтыу 2010 йылда булды — ауылда мәктәп ябылды. Уҡытыусылар, шағирҙар төйәге белем усағынан яҙҙы... I кластан уҡ балалар Корнеевкалағы урта мәктәпкә уҡырға күсте. Дөрөҫ, элегерәк бында 70-ләп башҡорт уҡый ине, милли клас­тар ойошторолғайны. Ләкин күп тә үтмәй, улар ҙа ябылды. Сәбәбе — балалар һаны кәмеү, сығымдарҙы сикләү.
Был проблеманың республикалағы күп ауыл мәктәбенә хас булыуын иҫәпкә алып, ҡайһы бер фекеремде әйтеп үткем килә. Һүҙ юҡ, мәғариф өлкәһе заманға ярашлы үҙгәрергә тейеш. Ләкин ауылдарҙа башланғыс мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын ябыу менән киле­шеүе ауыр, сөнки был алым төбәктәрҙе ҡорота, туған телде һаҡлау, өйрәнеү мәсьәләләрен киҫкенләштерә. Урыҫ мәк­тәптәрендә I кластан уҡ туған телде өйрәнеүгә бер нисә генә сәғәт бүленә, барлыҡ саралар, аралашыу урыҫса бара. Әлбиттә, йәш быуын илебеҙҙең дәүләт телен яҡшы белергә тейеш. Әммә бала туған теленән дә ситләш­мәһен ине. Кире күренеш күңелде ҡыра, хәүефле уйҙар тыуҙыра. Теле юҡтың иле юҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит! Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәтеүҙе, уҡытыуҙы юғары кимәлдә, сифатлы һәм мотлаҡ рәүештә алып барыу мөһим.

Юнир АҘНАҒОЛОВ,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.



Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә