Дәүләтҡол ауылы райондың көньяҡ-көнбайышында, Һуҡайлы йылғаһы буйында, урынлашҡан. Ул Юрматы өйәҙе йөҙбашы Дәүләтҡол Итемәсовтың исемен йөрөтә. Ауыл арҙаҡлы шәхестәргә бай. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышында 1-се башҡорт полкы яугире Ишбулды Йыһангиров, Парижға саҡлы барып етеп, ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән.
Дәүләтҡолдар һәр саҡ ерҙе, тәбиғәт байлыҡтарын хужаларса файҙалана белгән. Совет власы осоронда ла улар һынатманы, коллективлаштырыуҙың бөтә ҡатмарлыҡтарын бергә күтәреп, әллә нисә тапҡыр исемен үҙгәрткән (“7 ноябрь”, “Большевик”, “Ҡыҙыл партизан”) колхозда тырышып эшләнеләр. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, ауыл — “Һуҡайлы”, 1965 йылда “Ашҡаҙар” совхозына индерелде. Районда иң күп иген етештергән хужалыҡта дәүләтҡолдар, тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, беренселәр рәтендә булды. Малсылыҡта ла ҙур уңыш ҡаҙанды улар. Араларынан Зөһрә Сәхиева “Почет Билдәһе” ордены һәм бер нисә миҙал менән бүләкләнде. Вәлийән Юлмөхәмәтов, Ғәҙелбай Байрамғолов, Флүрә Йәмилева, Венера Һөйәрғолова, Зифа Ҡөҫәпҡоловаларҙың да барлыҡ хеҙмәт юлы малсылыҡ менән бәйле.
Дәүләтҡол ауылының иң ҙур байлығы — һәр саҡ белемгә ынтылған, рухлы, ифрат тырыш, эшһөйәр халҡы. Талантлылар тап ошондай мөхиттә тыуа. Ғайса Йосопов, Зәйни Рафиҡов, Булат Рафиҡов һәм башҡалар — быға асыҡ миҫал. Ғайса Йосоповтың ике шиғыр йыйынтығы донъя күргән, ул публицистик мәҡәләләр менән дә сығыш яһаған, ҙур әҙәби әҫәрҙәр ижад итергә хыялланған. Яҙыусы Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа алынған, 1941 йылдың авгусында һәләк булған.
Зәйни Рафиҡов иһә япондарҙың Квантун армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнашҡан. Унан Хәрби-сәйәси академияны тамамлаған. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен, хәрби журналист-яҙыусы булараҡ ҡәләмен ташламаған. Байтаҡ шиғри йыйынтыҡ, очерктар, хәтирә китаптары авторы ул. Зәйни Фәсхетдин улы полковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡты. Ул, “Земля Мелеузовская” тигән китаптың баш мөхәррире булараҡ, был район өсөн әһәмиәтле һәм йөкмәткеле баҫманы әҙерләп сығарыуға күп көс һалды. Тағы ла бер хәрби Разин Рафиҡов та полковник дәрәжәһенә күтәрелде. Булат Рафиҡов иһә — күренекле әҙип, ҙур романдар авторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры. Юрматы ырыуы аҡһаҡалы халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен, туған телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеүгә, үҫтереүгә, республикабыҙҙың дәүләтселеген нығытыуға күп көс һалды.
Әле ауылда 55 йортта 150-гә яҡын кеше йәшәй. Дәүләтҡолдар йорт-ҡураһын төҙөк, матурлап тоторға тырыша. Заманса биҙәлгән яңылары ла ҡалҡа. Быйыл халыҡ “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға ҡарар итте. Шуны ла әйтергә кәрәк: Дәүләтҡол — 1880 йыл аҙаҡтарында Тамбов, Һамар, Пенза, Тула губерналарынан күсеп килгән кешеләр йәшәгән Нордовка, Даниловка, Корнеевка, Дмитриевка кеүек тиҫтәгә яҡын ауылдың уртаһында ҡалған берҙән-бер башҡорт төйәге. Был тирәлә урынлашҡан Ҡарайсы, Йондоҙ исемлеләре үткән быуатта тарҡалып юҡҡа сыҡҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Дәүләтҡолда бөгөн клубтан башҡа бер ниндәй ҙә социаль объект юҡ. Ауылға автобус та йөрөмәй. Йыл һайын тиерлек Һуҡайлы йылғаһы ташып, күперҙе лә, юлды ла һыу баҫа, һөҙөмтәлә ауыл халҡы аҙна-ун көнгә ҡамауҙа ҡала. Йәйәүлеләр өсөн эшләнгән аҫылмалы баҫма ла биш йылдан ашыу емерек хәлдә.
Дәүләтҡолдар өсөн иң ҙур юғалтыу 2010 йылда булды — ауылда мәктәп ябылды. Уҡытыусылар, шағирҙар төйәге белем усағынан яҙҙы... I кластан уҡ балалар Корнеевкалағы урта мәктәпкә уҡырға күсте. Дөрөҫ, элегерәк бында 70-ләп башҡорт уҡый ине, милли кластар ойошторолғайны. Ләкин күп тә үтмәй, улар ҙа ябылды. Сәбәбе — балалар һаны кәмеү, сығымдарҙы сикләү.
Был проблеманың республикалағы күп ауыл мәктәбенә хас булыуын иҫәпкә алып, ҡайһы бер фекеремде әйтеп үткем килә. Һүҙ юҡ, мәғариф өлкәһе заманға ярашлы үҙгәрергә тейеш. Ләкин ауылдарҙа башланғыс мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын ябыу менән килешеүе ауыр, сөнки был алым төбәктәрҙе ҡорота, туған телде һаҡлау, өйрәнеү мәсьәләләрен киҫкенләштерә. Урыҫ мәктәптәрендә I кластан уҡ туған телде өйрәнеүгә бер нисә генә сәғәт бүленә, барлыҡ саралар, аралашыу урыҫса бара. Әлбиттә, йәш быуын илебеҙҙең дәүләт телен яҡшы белергә тейеш. Әммә бала туған теленән дә ситләшмәһен ине. Кире күренеш күңелде ҡыра, хәүефле уйҙар тыуҙыра. Теле юҡтың иле юҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит! Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәтеүҙе, уҡытыуҙы юғары кимәлдә, сифатлы һәм мотлаҡ рәүештә алып барыу мөһим.
Юнир АҘНАҒОЛОВ,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.